Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
6 Апрель 2021, 21:52

“Тәрбиә өлгөһө – тамырҙарыбыҙға ҡеүәт”

Һыуыҡ һыулы тау йылғаһы Кесе Һүрәм, бейек тауҙар, һоҡланғыс гүзәл тәбиғәт... Һынмаҫ ихтыяр көсө, һәр саҡ алға, үргә ынтылыу, матурлыҡ нигеҙе улар. Тыуған еренең илаһи ҡөҙрәте, бар йәме уның күңеленә күскән. Милли белем усағын һүрелдермәй һаҡлаған “ҡуҙ”ҙарҙың береһе булыу тап шундай көс-ҡеүәт талап итәлер ҙә. Һүҙем – абруйлы педагог, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Лилиә Бикбаева хаҡында.

Һыуыҡ һыулы тау йылғаһы Кесе Һүрәм, бейек тауҙар, һоҡланғыс гүзәл тәбиғәт... Һынмаҫ ихтыяр көсө, һәр саҡ алға, үргә ынтылыу, матурлыҡ нигеҙе улар. Тыуған еренең илаһи ҡөҙрәте, бар йәме уның күңеленә күскән. Милли белем усағын һүрелдермәй һаҡлаған “ҡуҙ”ҙарҙың береһе булыу тап шундай көс-ҡеүәт талап итәлер ҙә. Һүҙем – абруйлы педагог, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Лилиә Бикбаева хаҡында.



Кесе Һүрәмдән башланған оло юл


– Тыуған төйәгем Ейәнсуралағы Буранғол ауылы – Күгәрсен, Йылайыр райондары менән сиктәш. Төпкөлдәрәк урынлашҡан, әкиәти матурлығы менән әсир иткән ер. Һалҡын һыулы Кесе Һүрәмдә йәй буйы һыу инеп, ялан аяҡ йүгереп йөрөп үҫтек, – ти Лилиә Ғилметдин ҡыҙы. – Беҙ буй еткергән ошондай тәбиғәт “бишектәре”н – ҙур донъянан айырылғандай күренгән төпкөлдәрҙе – күптәр хәҙер бер нисә көн ял итеү, көс туплау урыны тип күрә. Ишетеп-белеп тороуыбыҙса, хатта ғүмер буйы ҡалала йәшәгән ҡайһы берәүҙәр, йәшәү һулышы эҙләп, ҡырағай тау-урман араһына килеп “йәшеренә”, тотош ғаиләләре менән күсенә. Ошолар хаҡында уйлаһаң, беҙ ҡайһылай байбыҙ, бәхетлебеҙ – тәбиғәттең бар ниғмәте тупланған ерҙә һәр яҡлап сынығып үҫкәнбеҙ тигән фекергә киләһең. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, тәрбиә тамырҙары ныҡлы, ғаиләң күстәй ишле булһа.
Алты ҡыҙ һәм бер малай үҫә улар. Әсәләре Миңниса Баймөхәмәт ҡыҙы үҙен ғаиләһенә, балаларына бағышлаған ипле, эшсән, хәстәрлекле ҡатын булһа, атайҙары Ғилметдин Сәләхетдин улы Аҡбутин ғүмер буйы урындағы колхозда етәксе вазифаларын башҡара: коммунизм идеяларына ныҡлы ышана, балаларында ла тәртип, теүәллек тәрбиәләй. Ошондай төрлө яҡлы күркәм һабаҡ алған ул һәм ҡыҙҙар төрлө һөнәргә эйә була, әммә барыһын да уртаҡ сифаттар – уңғанлыҡ, кешелеклелек, яуаплылыҡ, гелән алға ынтылыу, тормошто яратыу берләштерә.
– Ишле ғаиләнең бәхете лә ишле була бит ул. Бәләкәйҙән ҡулға-ҡул тотоноп, кәңәшләшеп йәшәү, эштәрҙе бергәләшеү кәрәклеген белеп үҫтек, – ти Лилиә Ғилметдин ҡыҙы. – Атай-әсәйебеҙ беҙгә артыҡ һүҙ һөйләмәйенсә, хеҙмәт өлгөһө күрһәтте, “Һин шул юлдан китергә тейешһең” тип үҙ фекерҙәрен көсләп таҡманы. Ошо арҡала һәр беребеҙ яратҡан һөнәренә эйә булды. Ата-әсәнең ошо йәһәттән бала һүҙенә ҡолаҡ һалыуы бик мөһим ул. Күптәр балаһына үҙенең тормошҡа ашмаған хыялын тағырға тырыша. Һәр кем бит үҙенсәлекле, уның күңел зауығы, айырым һәләте була. Балаға шәхес итеп ҡарарға кәрәк.
...Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты­ның (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына ҡабул ителгәнемде белгән атайымдың нисек шатланғаны бөгөн дә күҙ алдымда. Ҡулында – уҡыу йортона саҡырыу ҡағыҙы, күҙҙәрендә – сикһеҙ ҡыуаныс, йөҙө балҡый, үҙе тулҡынлана... “Ҡыҙым, институтҡа ингәнһең бит!” – ғорурлыҡ менән әйтелгән ошо һүҙҙәре мине әле лә яңы маҡсаттарға әйҙәй, бирешмәҫкә өндәй кеүек.
Стәрлетамаҡтағы 2-се мәктәп-интернаттан һуң ошо ҡалалағы институтты тамамлағас, Лилиә Ғилметдин ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Асҡын районының Урмияҙ ауылы мәктәбенә эшкә ебәрелә.
– Үҙебеҙҙең төбәктә, ерле диалектта һөйләшкән милләттәштәребеҙ араһында йәшә­гән­дә, телебеҙ мәнфәғәттәре тураһында, дөрөҫөн әйткәндә, ул тиклем уйланмай инем. Ә бына Асҡынға килгәс, яңы донъя асылғандай булды, – ти уҡытыусы. – “Без – башҡортлар!” тип торған шундай рухлы, һынмаҫ ихтыярлы, бер нимәгә ҡарамайынса, үҙ асылын һаҡлап ҡалған һәм алға барған милләттәштәребеҙ. Үҙҙәрендә йәшәү шарттары ла еңелдән түгел, юлдары ла насар ине ул саҡта. Бындай ауырлыҡтар улар өсөн сүп кенә – тамырҙар көсө юғалмаһын...
Шул төбәктәге милләттәштәребеҙгә бәйле бөгөнгө мәсьәләләргә килгәндә, уларҙы һәр яҡлап хәстәрләү, урындағы һөйләш үҙенсә­лектәрен һаҡлау, үҫтереү, халҡыбыҙҙың көслө, айырылмаҫ өлөшө тип таныу сәйәсәтен ихлас күңелдән хуплайым. Ошо йәһәттән дәүләт тарафынан алып барылған эштәр, һис шикһеҙ, яҡшы һөҙөмтә бирәсәк, милләтебеҙҙең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә сикһеҙ ҡеүәт өҫтәйәсәк, тип ышанам.

Асҡында туплаған тәжрибә миңә артабан Ейәнсураның Иҫәнғол башҡорт гимназияһында эшләгәндә ныҡлы нигеҙ булып торҙо. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева бында үҙенсәлекле милли мөхит булдырғайны, коллектив ошо һыҙатты һаҡлап, бер маҡсатта тырышып эшләне, асылыбыҙға ҡайта башлаған шул йылдарҙа йәш быуын күңеленә “ҡуҙ” һалыуға, ата-әсәлә рух уятыуға күп көс һалды. Һөҙөмтәлә 2001 йылда 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында эш башлағанда, мин милли белем, тәрбиә биреү буйынса байтаҡ тәжрибә туплаған, төрлө шарттарҙы, проблемаларҙы белгән уҡытыусы инем, тип әйтә алам.


“Уҡыусылар менән башҡортса һаулыҡ һорашығыҙ”


Лилиә Ғилметдин ҡыҙының 20-се ҡала башҡорт гимназияһында эшләүенә быйыл 20 йыл тулған. Бында хеҙмәт юлын башлағас, ике йылдан уны директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар.
– Ул ваҡытта бина иҫке ине, кабинеттар һыуыҡ, матди-техник база насарыраҡ. Һөҙөмтәлә уҡыусылар ҙа күп түгел – дүрт йөҙ самаһы була торғайны, – тип хәтерләй педагог. – Ә коллектив шул тиклем эшлекле, татыу ине. Директорыбыҙ Хисам Салауат улы Хәйбуллин ифрат талапсан, бар яҡтан ҡаты тәртип ҡуйған етәксе булды. Ул мине 2003 йылда директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Тәүҙә, әлбиттә, икеләнеп ҡалдым. Был – баш ҡала мәктәбе, ә мин яңы ғына ауылдан килгәнмен. Ышанысты аҡлай алырмынмы? Бейемем һәм ҡайным менән кәңәшләштем дә (ә улар – Ейәнсурала ғүмер буйы мәғариф тармағында эшләгән кешеләр), тәүәккәлләп, ризалаштым да ҡуйҙым. “Һис шикһеҙ, булдырасаҡһың, килен”, – тигән ышаныстары ҡанат ҡуйҙы.
Был вазифаны Лилиә Ғилметдин ҡыҙы 2019 йылға тиклем атҡара. Тап шундай осорға тура килә был: мәғариф тармағының яңы тарихы башланған ваҡыт, реформа артынан реформа. 2003 йылда мәктәптәргә Берҙәм дәүләт имтиханы индерелә. Яңы һынау төрө маҡсаттарын уҡыусыларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә аңлатыу, ошо ниәттә даими йыйылыштар үткәреү, өҫтәүенә электрон документ әйләнешен өйрәнеү, бөткөһөҙ отчет... Тармаҡҡа ҡапыл тигәндәй килеп ингән был яңы хеҙмәт алымдарын педагогтарға, беренсе класс уҡыусыларылай, “таҙа биттән” үҙләштерергә тура килә. Директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары иһә, ойоштороусы булараҡ, һәр саҡ алдан йөрөргә, коллективты өйрәтергә тейеш. Был бурысты Лилиә Ғилметдин ҡыҙы ҙур яуаплылыҡ менән лайыҡлы атҡарыуға өлгәшә. Совет районында электрон көндәлеккә тәүгеләрҙән булып күсеүҙәре генә лә күп нимә хаҡында һөйләй.
– 2006 йылда уҡыу йорто бинаһына ҙур реконструкция үткәрелде. Гимназиябыҙ шундай матур, уңайлыға әйләнде, һөҙөмтәлә балалар һаны ла ҡырҡа артты, – тип хәтерләй белем усағына яңы һулыш бирелгән осорҙо Лилиә Ғилметдин ҡыҙы. – Ғөмүмән, һәр кемгә мәғлүм, беҙҙең гимназияның урыны уңайлы бит ул. Ҡаланың ҡап уртаһында. Өҫтәүенә бинаһын шундай матур итеп яңырттылар, кабинеттар заманса йыһазландырылды. Ошондай уңайлыҡтар булдырылғас, эске йөкмәтке лә байыны. Һәм, әйткәнемсә, уҡыусылар арта башланы, улар йылдан-йыл күбәйә, әле 800-гә етеп килә. Был, әлбиттә, ҡала башҡорттарының балаларын туған телдә уҡытыу, милли мөхиттә тәрбиәләү теләгенә лә ныҡлы бәйле. Гимназияның элек-электән килгән, төп нигеҙгә әйләнгән сифаты билдәле: тәү сиратта тәрбиәүи эшкә ҙур иғтибар бирелә. Мин, мәҫәлән, 28 йыллыҡ хеҙмәтемдә шуға инанғанмын: ҡоро уҡытып ҡына баланы үҙеңә ҡаратып та, ныҡлы белемле итеп тә булмай. Ғилемдең ни өсөн кәрәклеге, милләтең мәнфәғәтен ҡайғыртыу, асылыңды, рухи ҡиммәттәреңде һаҡлау мөһимлеге кеүек һис ҡасан көнүҙәклеген юғалтмаған мәсьәләләрҙе йәш быуын күңеленә еткерә алмайбыҙ икән, киләсәктә хеҙмәтебеҙҙең емеше булыры икеле. Ә ошо бурыстарҙы белеп, үҙен милләтенең бер өлөшө итеп тойоп үҫкән бала уҡыясаҡ та, уңышҡа ла өлгәшәсәк. Эйе, тәрбиәне алға ҡуйһаң, башҡа эштәрҙе алып барыу, заман ҡуйған, шулай уҡ халҡыбыҙ алдындағы бурыстарҙы үтәү еңелерәк.
Мин үҙем һәр саҡ шул ҡағиҙәгә таянып эш итәм. Балалар менән тәү сиратта ихлас мөнәсәбәт ҡороу, уларға ышаныу белем алыу сифатына, һис һүҙһеҙ, ыңғай тәьҫир итә. Уҡыусыларымдың башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратыуы, предмет буйынса ҡала, республика, төбәк-ара олимпиадаларҙа, конкурс-конферен­цияларҙа әүҙем ҡатнашыуы, призлы урындар яулауы – эш алымымдың дөрөҫлөгөнә дәлил.
Тәрбиәүи эшкә ныҡлы иғтибар бирелмәһә, уҡытыусы балаға кәңәштәр менән дә йоғонто яһай алмай. Үҙен белеменә ҡарап ҡына баһа­лаған, аңламаған кешене ул ниңә тыңлаһын? Ә мәғариф тармағында, айырыуса бөгөн йәш быуын саманан тыш иреклегә әйләнеп бар­ғандай. Уларға һүҙ әйтергә ярамаған осраҡтар ҙа күбәйҙе. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, балалар яңылыш юлдан китмәһен өсөн беҙ, уҡытыу­сылар, нисек тә йоғонто яһай белергә тейешбеҙ. Тармаҡтағы ошондай киҫкен мәсьәләләрҙе “теҙгендә тотоу” юлы бер: мәктәптә тәрбиә эшенә төплө иғтибар бүлеү, уҡыусылар менән араны яҡынайтыу сараларын табыу, уларҙың һәләтен күреп, ыңғай яҡҡа йүнәлтеү. Бына ошо бурыстар элек-электән 20-се гимназия эшмәкәрлегенең төп нигеҙе булып тора.
Унан тыш, билдәле, милләтебеҙ киләсәген тәрбиәләгәс, уҡыусыларыбыҙ күңеленә ғаиләлә һалынған рух, телһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын көсәйтеү – коллективтағы һәр кемдең бурысы. Өфө ҡалаһы башҡорттары өсөн асылған тәүге мәктәп булараҡ, 50 йыл дауамында тупланған традицияларыбыҙ бар, милли мөхит шарттарын һаҡларға тырышабыҙ. “Дәресте русса алып барған хәлдә лә, балалар менән башҡортса һаулыҡ һорашығыҙ” тигән талап коллектив өсөн ҡанунға әйләнгән, тиергә мөмкин. Ғөмүмән, гимназиябыҙҙың милли үҙенсәлектәрен һаҡлау ябай ғына, әммә ныҡлы тамырлы тәрбиә өлгөләренән башлана.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: элекке сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың күпселеге балаларын туған гимназияһына алып килә. Күсәгилешлек һаҡланыуы – үҙе үк мәктәптең баһаһына дәлил. Тимәк, беҙгә ышаналар. Коллективтың хеҙмәте киләсәктә лә үҙ емештәре менән һөйөндөрөп торор, тигән ышаныстабыҙ.


Бала үҙен яратҡандарын тойоп үҫһен


Эштәге уңыштарҙың нигеҙе, һис шикһеҙ, ғаиләлә. Ата-әсәһенән дә, ҡайны-бейеменән дә күркәм тәрбиә алған Лилиә Ғилметдин ҡыҙы.

– Ниндәй генә ауырлыҡ булһа ла, зарланма, йырып сығыу юлын тап – бына ошо һабаҡ ғүмер буйы оҙатып килә беҙҙе, – ти ул. – Атайым Ғилметдин Сәләхетдин улы мәрхүм инде хәҙер, уның оҙаҡ һәм ныҡ ауырығанда ла “ыһ” тигәнен ишетмәнек. Әле лә күҙ алдымда: тәҙрә янындағы карауатында баҡсанан күренеп торған ҡарағайға, күккә, ҡояшҡа берсә уйсан, берсә ҡыуаныслы ҡарашын төбәп ята ла “эх, йәй етеп, тиҙерәк тышҡа, яҡтыға сыҡһам” тип ашҡынып хыялға бирелә. Сыға алмаҫын белһә лә... Шулай беҙҙең – ҡыҙҙарының, ҡатынының – күңелен баҡыйлыҡҡа күскәнсе хәстәрләп ятты ул.
Әсәйем менән икеһе араһындағы йылы мөнәсәбәтте һоҡланып иҫкә алам. Беҙҙә бер-береһенә ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләне улар. Әле 90 йәшкә етеп килгән ҡәҙерле әсәйебеҙҙең ҡыҙҙарының хәстәрлеген, ихтирамын күреп йәшәүендә, бәхетле ҡартлыҡ кисереүендә атайым менән икеһенең беҙгә биргән тәрбиәһе сағылышын күрәм.
Бейемем Наилә Фәйез ҡыҙы менән ҡайным Сабир Ғәзиз улы Бикбаевтарға килгәндә, улар ғүмер буйы Ейәнсурала мәғариф тармағында эшләне. Районда билдәле педагогтар, тәжрибә­ле һөнәр эйәләре. Ҡайным әле лә Иҫәнғолдағы мәғариф музейында эшләп йөрөй. Заманында был учреждениены асыуҙа бейемем башлап йөрөгәйне. Район мәктәптәренең тарихын өйрәнеп, ҡулдан яҙып алып, әллә күпме эш башҡарылған. Хәҙер ошо хеҙмәтте ҡайным дауам итә.
Атайым менән әсәйемдең тәрбиәһенә өҫтәп, ҡайным менән бейемемдән күркәм тормош һабаҡтары алыуҙы дауам итәм. Ғаилә мөнәсә­бәттәрен ныҡ матур һаҡлаған, туғандар ҡәҙерен белгән, хеҙмәтте баһалаған кешеләр улар. Тормош иптәшем Айрат Сабир улындағы ошо матур, көслө сифаттарға һәр саҡ һоҡланам. Атай һүҙенең, тәрбиәһенең балаға йоғонтоһо ифрат ҙур бит: улыбыҙ Байрас та бик рухлы булып үҫеп килә, яҡшы уҡый, йөҙөү менән шөғөлләнә, шул ҡәҙәр туғансыл, маҡсатлы малай.
Эйе, был һүҙҙәр нисек кенә тапалған яңғы­рамаһын, һәр урында – ғаиләлә лә, мәктәптә лә – тәү сиратта тәрбиә тора. Күркәм өлгө кү­реп үҫкән бала – ҡанатлы, ул тырышып белем дә аласаҡ, алдына ҡыйыу, яҡты маҡсаттар ҙа ҡуясаҡ, үҙен йәмғиәттең бер өлөшө тип һанаясаҡ, күңелендә яуызлыҡ, мәкер булмаясаҡ. Ул үҙен яратҡандарын, шәхес күреп хөрмәт иткәндәрен белә. Минеңсә, мәғариф тармағында ла, йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә ошо хәҡиҡәт беренсе урынға ҡуйылһа, тамырҙарыбыҙ һут йы­йыу­ҙан туҡтамаҫ, көс-ҡеүәт туплауын дауам итер.
Бөгөн бала сағымды хәтергә төшөрһәм, һәр саҡ шул күренеш күҙ алдына баҫа: ямғырҙан һуң йыйылған күләүектәрҙе шаптыр-шоптор кисеп йүгереп үтеп, шау-гөр килеп уйнайбыҙ. Эргә-тирәбеҙҙә – йәшел бәпкә үләне, сөнки ҡый үләндәренә баш ҡалҡытырға ла әмәл бирмәйбеҙ. Ә бөгөнгө ауылға ҡайтһаң... Тып-тын. Ҡотороп үҫкән ҡый үләндәре, сабып торһалар ҙа, шашып майҙан киңәйтә. Ошондай кире күренештәрҙең юлын быуырлыҡ, тик йәшел бәпкә үләне генә үҫтерерлек эшһөйәр, тәрбиәле, аҡыллы, рухлы, илһөйәр, телһөйәр, матур һәм бөтөн күңелле булып буй еткерһен ине йәш быуыныбыҙ. Ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла.

Читайте нас: