Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
9 Апрель 2021, 20:14

Ер күрке – иген, ир күрке – ғилем

Ғилми эшмәкәрлеге тел өйрәнеүгә арналған.

Билдәле булыуынса, фән өлкәһендә һәр ғалимдың үҙ йүнәлеше бар: уның исемен ишетеү менән, барлыҡ ижады, ғилми асыштары күҙ алдына баҫа. Әйткәндәй, ер йөҙөндә бындай шәхестәр күп булмай, башҡорт халҡында шундай, йәғни тормош маҡсаты ғилем булған кеше тураһында тапҡыр мәғәнәле “Ҙурлыҡ кәүҙә менән түгел, ғилем менән” тигән әйтем дә бар.


Бәхәсһеҙ тәғлимәт


Мәҡәләлә һүҙебеҙ – билдәле шәхес, олпат ғалим, абруйлы уҡы­тыусы, ысын мәғәнә­һендә һоҡлан­ғыс кеше, ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләгән профессор, педагогия фәндәре докторы Кәбир Закир­йәнов тураһында. Уның исеме бөгөн Башҡортос­танда ғына түгел, бүтән ҡитғаларҙағы тел белгестәре, ғалим-методистарына, йәғни СССР тарафтарына ла яҡшы таныш.
Абруйлы ғалим Кәбир Закирйән улы ҡаҙанған барлыҡ шөһрәтле исемдәрҙе телгә алмаһаҡ та, мөһимдәрен билдәләп үтеүҙе кәрәкле һанайбыҙ. Башҡортос­тандың һәм РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, СССР-ҙың атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре, Баш­ҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмә­кәре, Рәсәйҙең почетлы юға­ры белем биреү хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙан­ған юға­ры мәктәбе хеҙмәткәре, Рәсәй Педагогика һәм социаль фәндәр академияһы академигы, Башҡорт дәүләт университе­тының почетлы профессоры, хеҙмәт ветераны һәм башҡа маҡтаулы исемдәр – шуға асыҡ миҫал.
Кәбир Закирйән улының фәнни эшмәкәрлеге һәр кеше өсөн ғәзиз, һәр даим көнүҙәк, мөһим булған тел уҡытыуға, тел өйрәнеүгә арнал­ған.

Был тәғлимәт бәхәсһеҙ, беҙ­ҙең­сә, ғалимдың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, “телдәр – кешеләрҙе бер-береһе менән тоташтырған юл ул, кеше ни тиклем күберәк тел белһә, уның алдында шул тиклем күберәк юлдар асыла, ә юлдың шымалығы кешенең телдәрҙе ни дәрәжәлә яҡшыраҡ белеүенә туранан-тура бәйле”. Башҡорт мәктәбендә рус телен өйрәнеү методикаһы өлкә­һендә Кәбир Закирйәновтың роле иҫ китмәле ҙур.
Уның билдәлелеге үҙенең ав­тор­лығындағы дәреслектәр, әс­баптар, көнүҙәк проблемаларға арналған фәнни мәҡәләләр менән, һис шикһеҙ, бәйле. Бөгөн меңәр­ләгән башҡорт, татар һәм башҡа милләт балалары ярты быуатҡа яҡын дәүерҙә Кәбир Закирйәнов нәшер иткән дәреслектәрҙән рус телен өйрәнеп, тормош дәрестәрен үҙләштерә. Шәхсән һәм авторҙар коллективы составында, уның мөхәррирлегендә V – XI кластар өсөн рус теле буйынса тиҫтәнән ашыу үҙенсәлекле дәреслек донъя күрҙе. Улар бер нисә баҫмала үҙгәртелеп, яңыртылып, төҙәтелеп, заманға яраҡлаштырылып нәшер ителде.


Бөгөн дә алғы сафта


Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Кәбир Закирйән улында ғалимлыҡ, оҫта ораторлыҡ, ғилми эштәр яҙыу, оҫта лекторлыҡ һәләте лә берләшкән. Уның ҡыҙыҡлы лекцияларын студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа яратып ҡабул итә, сөнки ул төҙөгән, һөйләгән сығыштар йөкмәткеһе, системалылығы һәм ҡуйылған тауышы менән дә йәлеп итә. Ошо сифаттар – юғары уҡыу йорто ғалимы өсөн бик мөһим күрһәткес ул. Был сифатты ғалимдың ҡат­марлы тел йәки методик күренеште еңел генә итеп тыңлаусыға еткерә алыу һәләте лә биҙәй. Кәбир Закирйән улының телмәренә хас ҡабатланмаҫ һыҙаттарҙы күреп, халыҡ әйтһә, хаҡ әйткәненә инана­һың: ғилем – аҡылдың яртыһы; башта холоҡ тап, унан – ғилем.
Ғалимдың лекторлыҡ, кеше менән ихлас аралашыу үҙенсә­леген аҡыл да, холоҡ-фиғел дә биҙәй (был хаҡта әйтмәү мөмкин түгел, уның менән яҡындан таныш булған һәр кеше быға шаһит).
Кәбир Закирйәновтың бала сағы, шул осорға ярашлы, еңелдән булмай: дәһшәтле һуғыш балалары кисергән бөтә ауырлыҡ­тарҙы үҙ иңендә татыған быуын вәкиле ул. Бала саҡтан китап уҡырға яратыуы тураһында хәтерләй педагог. Кесе йәштән кергән ғәҙәт ғүмергә ҡала, тиҙәр, хаҡ икән.
Олпат ғалим булыуына ҡара­маҫтан, профессор Кәбир Закирйән улы фән өлкәһендәге яңылыҡ­тарҙы, үҙгәрештәрҙе күҙәтеп бара, ғилми әҙәбиәт уҡый, бер һүҙ менән әйткәндә, заман менән бергә атлай. Ул һәр ваҡыт хәрәкәттә була. Был хаҡта ул үҙе лә: “Шөғөлһөҙ мәлем булғанын иҫләмәйем дә, һәр ваҡыт ниндәйҙер эш менән мәшғүлмен”, – ти. Асылда, эш менән үткән ғүмер – алтын ғүмер!
Ғалим Кәбир Закирйән улы ниндәй генә аудиторияла сығыш яһамаһын, һәр ваҡыт ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы менән йәш лекторҙарға өлгө тиһәк, хата булмаҫ. Заманында уның юғары кимәлдәге лекциялары башҡа юға­ры уҡыу йорттарында, уҡытыусы­ларҙың белемен камиллаштырыу институттарында ла яратып ҡабул ителә. Мәҫәлән, тәү сиратта, Баш­ҡорт дәүләт университеты, Баш­ҡортостан Республикаһының Мәға­рифты камиллаштырыу институты аудиторияларын билдәләргә кәрәк, тип һанайбыҙ, сөнки был учреждениелар менән ғалим 66 йыл инде уңышлы хеҙмәттәшлек итә.
Профессор бөгөн дә алғы сафта, дәртләнеп эшкә килә, көн талабына ярашлы, төрлө формала (видеояҙма, вебинар һ.б.) лекция уҡый, ғәмәли дәрестәр алып бара, иң мөһиме – уны тыңлаусылары һәм коллегалары көтөп ала.


Тормош һөйөнөстәре


Ғилемһеҙ ғалимды емешһеҙ ағас менән сағыштырыу ғәҙәте бар, әммә Кәбир Закирйән улына был фекер ҡағылмай һис тә. Уның ғилми етәкселегендә һәм оппонент­лығында яҡланған дүрт тиҫтәнән ашыу төрлө дәрәжә диссертациялары ошо хаҡта һөйләй. Тормош иптәше Фәниә Ғилметдин ҡыҙы менән (һөнәре буйынса ҙур стажлы математика уҡытыусыһы) ғаиләлә ике физика-математика фәндәре кандидаты тәрбиәләп үҫтерәләр.
Бөгөн ҡыҙҙары Ғәлиә Кәбир ҡыҙы менән улдары Фәрит Кәбир улы Башҡорт дәүләт университетында Закирйәновтарҙың (ғалим­лыҡ) педагогик традицияһын лайыҡлы дауам итә.
Кәбир Закирйән улы авторлы­ғындағы дәреслектәр, уҡыу әсбап­тары нигеҙендә бер нисә быуын вәкилдәре, рус теленең нескәлек­тәрен өйрәнеп, ике теллелек (билингвизм) уңайлыҡтарын ҡуллана. Хәҙер уның барлыҡ хеҙмәттәрен, яулаған бейеклектәрен һанау маҡсатын ҡуймайбыҙ. Хеҙмәттә­ренең һаны һигеҙ йөҙҙән ашыу.
Шәхсән үҙем Кәбир Закирйән улының методик хеҙмәттәре менән педучилищела уҡығанда уҡ таныш инем, ә Башҡорт дәүләт университетында белем эстәгәндә дүртен­се ҡаттағы коридор уҡытыусы-ғалимдарҙы күреп йөрөргә, фәнни хеҙмәттәрен тағы ла тәрәнерәк үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе. Өс тиҫтә йыл университетта эшләгән осорҙа ла аралашырға насип булды. Яҙмыш Кәбир Закирйәнов менән бер кафедрала эшләү бәхетен дә бирҙе.

Читайте нас: