Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
16 Апрель 2021, 13:35

“...Минең китаптарым тормош дәреслектәре буласаҡ...”

10-сы класта уҡығанда “Ленинец-Ленинсы” гәзите биттәрендә (ул заман һәр өйҙә тип әйтерлек гәзит алдырыу тәбиғи күренеш ине) “Т. Сәғитов” тигән фамилия күренгеләй башланы. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, матур-матур мәҡәләләр аҫтында ошо фамилия ҡуйылған була. Был “Т. Сәғитов” мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Гәзит килгән һайын иң тәүҙә ошо фамилияны эҙләй торған булып киттем. Исеме кем икән? Өфөгә уҡырға инһәм, аҙашым менән мотлаҡ танышырмын, тип уйланым. Уның университетта I курста уҡып йөрөгәнен асыҡлағайным инде.

10-сы класта уҡығанда “Ленинец-Ленинсы” гәзите биттәрендә (ул заман һәр өйҙә тип әйтерлек гәзит алдырыу тәбиғи күренеш ине) “Т. Сәғитов” тигән фамилия күренгеләй башланы. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, матур-матур мәҡәләләр аҫтында ошо фамилия ҡуйылған була. Был “Т. Сәғитов” мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Гәзит килгән һайын иң тәүҙә ошо фамилияны эҙләй торған булып киттем. Исеме кем икән? Өфөгә уҡырға инһәм, аҙашым менән мотлаҡ танышырмын, тип уйланым. Уның университетта I курста уҡып йөрөгәнен асыҡлағайным инде.


“Рәхмәт һеҙгә, кешеләр!”


Университетҡа инә алдым. Ул ваҡыттағы тәртипкә ярашлы, беҙҙең төркөмдө лә колхоз эшенә ебәрҙеләр. 1959 йылдың 2 сен­тябрендә иртәнге сәғәт 5-тәрҙә, Сулея станцияһына барып төштөк. Кемдер, беҙҙең янда II курстан башҡорт-рус төркөмө ултыра, тине. Минең танышырға теләгән аҙашым шунда булырға тейеш бит, тип һораштырып, ниһайәт, таптым. Исеме Тайфур икән. Белорет районы егете. Таныштыҡ, һөйләшеп алдыҡ. Буйы уртаса, сымыры кәүҙәле. Етешһеҙ бала саҡ, сабый саҡтан уҡ дусар булған ауыр сир уның ҡиәфәтенә арыу ғына тамға һалған. Сәсе һирәгәйгән, күҙе насар күрә, ауыҙ-ирен тирәһенә операция яһалған, бер ҡолағы ишетеңкерәп бөтмәй. (2001 йылда республика Президентына яҙған хатында: “...ведь я 51 год из 65-и живу с одним ухом (!), имею страшную близорукость – минус 16. Но счастлив... Тайфур Сагитов”, тиәсәк. “Президент и писатель”, Уфа, 2002, стр. 299). Әммә йәшәү дәрте әллә нисә кешегә етерлек тойола. Төпсөрлөгө, ныҡышмаллығы ла йөҙөнә сыҡҡан. Бәләкәйҙән яҙмыштан ҡағылып-һуғылып үҫкәс, унан гел генә этлек күргәс, һәр минутта үҙен яҡларға, һаҡларға әҙер торғандай. Кәрәкһә, хатта кәрәкмәгәндә лә тупаҫыраҡ та яуап ҡайтарыр, һүҙен һүҙ итер, ниәт-маҡсатына өлгәшер өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәҫ ине.
Беҙ ике Сәғитов – Тайфур һәм Тәлғәт – яҡынайып киттек. Тәбиғәтебеҙ төрлөрәк булһа ла, ә, бәлки, төрлө булғанғалыр ҙа, ғүмеребеҙҙең күп өлөшөн бергә йәшәнек, тип тә әйтеп була. Студент саҡта уҡ уның әүҙемлеге күҙгә бәрелеп тора ине. Һәр иртә физзарядка эшләп, һалҡын һыу менән йыуынып, көнөнә ҡарап һыуыҡ һыуға мансылған таҫтамал менән ышҡып тәнен ҡыҙҙырып, мускулдарын нығытырҙай күнекмәләр яһағандан һуң йә дәрескә, йә гәзит-журнал мөхәрририәтенә, йә телевидение, радиоға йүгерә. Күрәһең, мәктәптән һуң Белорет районы гәзитендә эшләгәндә матбуғатты яратып өлгөргән, журналист булырға ныҡлы ҡарар иткән. Әҙерәк эшләп киткән “Ленинец-Ленинсы” гәзитендә материалдары йыш ҡына күренә, ваҡыт-ваҡыт тәржемәсе лә булып эшләп ала – гәзит ике телдә сыға, башҡортсаһы дубляж ине. Бер заман радиокомитетта йәмәғәт башланғысында сығарылған “Халыҡ таланттары” радиожурналын етәкләне. Унда эшкә төшөүе уйламағанда йомшаҡ ҡанаты менән минең яҙмышыма ла ҡағылды. Ул тәүҙәрәк миңә: “Бар әле, бынауы хор хаҡында тапшырыу әҙерләп ҡайт”, “Киләһе тапшырыуға халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһында радиоһүрәтләмә бирергә кәрәк”, – тип заданиелар биргеләп торҙо ла, бер мәл: “Мин “Ленинсы”ға даими эшкә күсәм, радиожурналды һиңә ҡалдырам”, – тип әйтеп һалды.
Күрәһең, комитетта ярайһы ғына абруй яулап өлгөргән: уның һүҙенә ҡолаҡ һалып, йәмәғәт башланғы­сында мөхәррир итеп мине – IV курс студентын тәғәйенләнеләр. Шулай ипле, һиҙҙермәй генә радиожурналистиканы “тәмләткән” Тайфур 15 йылдан мине СССР Журналистар союзына ағзалыҡҡа тәҡдим итеп, рәсми рекомендация бирәсәк.
Тынғыһыҙ, уңған дуҫым яҙылыр очерктарының геройҙары менән осрашыр өсөн республиканың бер осонан икенсеһенә саба. Бер-бер артлы очерктар тыуҙыра, яҙылыр проза әҫәрҙәре өсөн типаждар эҙләй, халыҡ телен өйрәнә, ғөмү­мән, материал туплай. Очерктары төрлө баҫмаларҙа, йыйын­тыҡтарҙа сығып торҙо, ә Тай­фурҙың беренсе китабы 1976 йылда, авторҙың 40 йәшенә иң ҡиммәтле бүләк булып, “Рәхмәт һеҙгә, кешеләр!” исеме менән донъя күрҙе.


Мөнәсәбәт ҡора белде


Мин Ишембайҙан ВЛКСМ Өлкә комитетына эшкә күсерелгәс, Тайфур йыш ҡына минең янға, тәүҙә бүлек мөдире, аҙағыраҡ Өлкә комитет секретары янына – килеп йөрөй ине. Журналист үҙ ваҡытына үҙе хужа, беҙҙең кеүек урынға ҡаҙаҡланып ҡуйылмаған. Ул килһә – тормош тураһында һөйләшеү, күңел серҙәреңде уртаҡлашыу, төрлө пландар ҡороу. Ул пландар­ҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғы­шында Еңеүҙең 30 йыллығы алдынан йәштәрҙең атлы спорт агитпоходын ойоштороу. Идеябыҙҙы тормошҡа ашырыу планын төҙөүгә Тайфурҙы ла ылыҡтырҙыҡ.
Ҡайҙан аттар, эйәр-йүгән, өпсөн табырға, ниндәй егеттәрҙе йәлеп итергә, уларҙы тейешенсә кейен­дерергә, ҡулдарына байраҡтар, “ҡорал” тотторорға, тамаҡтарын ҡарарға... Барыһын да уйлап, күҙ алдынан үткәреп, маршрутын, ҡайҙан башланып, ҡайҙа тамамланырын – уныһы, бәхәсһеҙ, Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы фор­малашҡан, халыҡ фатихаһын алып, фронтҡа киткән Дим станцияһы – билдәләгәс, комсомолдың Өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән походҡа старт бирелде.
25 ҡала һәм районды эсенә алған, өс меңдән ашыу егет-ҡыҙҙы эйәргә ултыртыр 45 көнлөк атлы поход командиры итеп өлкә комитет инструкторы Ишембай егете йәш Юлай Кәримовты, комиссары итеп Тайфур Сәғитовты тәғәйен­ләнек. Атлы походтың һәр аҙымы хаҡында комиссарыбыҙ “Ленинец-Ленинсы” гәзите биттәрендә һөйләй барҙы. Тайфурға был поход шул тиклем дә көслө тәьҫир итте. Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын өйрәнеүгә ныҡлап тотоноп, 1989 йылда “Аманат” поэма-эссеһын халҡыбыҙға бүләк итте.
Дивизияның ветеран яугирҙәре хаттарына нигеҙләнеп яҙылған документаль әҫәр, башҡорттарҙың ғорурлығы булған боевой (һуғышсан) берәмекте юҡ-бар саң-туҙандан таҙартып, ысын йөҙөн һаҡлап, командиры Шайморатов генерал хаҡындағы хәҡиҡәтте асыҡлап, уға илебеҙ геройы исемен бирҙереү юҫығындағы халҡыбыҙ, йәмғиәт, республика етәкселеге тарафынан эшләнгән ҙур эшкә ҡуш ус, юҡ, күберәк өлөш булды...
Тиктормаҫ Тайфур уй-хыялын­дағы ҙур күләмле әҙәбиәтебеҙҙең, үҙе әйтмешләй, интеллектуаль яҡтан саҡ ҡына, исмаһам, бер ҡарышҡа булһа ла алға әйҙәрҙәй әҫәре өсөн материал эҙләп, төрлө яҡҡа һуғылғылағас, Учалы районының “Байрамғол” совхозын үҙ итте. Республиканың киң билдәле шәхесе, техник фәндәр кандидаты, оло йөрәкле, төплө, киң ҡарашлы Әҙеһәм Ғәни улы Шәрәфетдинов – ул КПСС-тың Мәләүез, Ишембай ҡала коми­теттарының беренсе секретары булып та эшләйәсәк – етәкселек иткән хужалыҡтың даны – матди һәм рухи өлкәләге бейеклеге, етештереү, мәҙәниәт, спорттағы уңыштары ныҡ таралғайны.
Тайфур директор менән дуҫ­лаша алды, совхозда уны штатҡа алып, шунда йәшәп тормошто өйрәнеү, романға тотоноу өсөн шарттар тыуҙырҙылар. Тиҙ арала (1974 йыл) “Байрамгуловские узоры” тигән китап та сығарып өлгөрҙө. Ғөмүмән, уның дәрәжәле, йоғон­толо, власта булған кешеләр күңеленә үтеп инә алыуы, улар менән дуҫтарса, ҡайһы ваҡыт әшнәләрсә мөнәсәбәт ҡора белеүе яҙыусыға ныҡ ярҙам итә ине.
Әҙеһәм Ғәниевтең йылы ҡанаты аҫтында “Һабантуй” тигән роман “бешерҙе” Тайфур. Ниндәйҙер яңылыҡ алып килгән был әҫәрҙе киң ҡатлам уҡыусылар ҙа, әҙәби интеллигенция ла йылы ҡабул итте. 1980 йылда сығарылған роман дүрт йылдан Мәскәүҙә “Современник” нәшриәтендә рус телендә нәшер ителде. Тиҙ арала донъя күреүендә романдың сифаты менән бер рәттән тәржемәсенең Башҡортостанда тыуып үҫеп оло юлға сыҡҡан, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Юрий Дмитриевич Поройков булыуы ла роль уйна­ғандыр. Уның баш ҡалабыҙҙағы абруйы ул ваҡытта уҡ юғары ине... Роман хаҡында һөйләшкәндә, Тайфур миңә: “Ана романдағы Рафаил Яғанов – ул минең үҙем бит. Дөрөҫ, ул бер аҙ инфантиль герой, һуң миндә лә инфантиллек бар бит”, – ти торғайны. “Һабантуй”ҙың уңышлы килеп сығыуы уға ҡанат ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта уның “мин-мин” тип осона башлауы ла ошо осорҙараҡ булманымы икән?
1978 йылда КПСС-тың Генераль секретары Л.И. Брежневтың “трилогия”һы сыҡҡас, “Малая земля”, “Возрождение”, “Целина” китаптарын башҡортсаға тәржемә эшен уға йөкмәткәс, былай ҙа тиктормаҫ, уңған дуҫым уғата йәнләнеп китте. Уға ниндәйҙер үҙ күреү, теләк­тәшлек менән ҡараған Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов уны төрлө тарафтарға – Латвияға Дубултыға, Украинаға – Киев, Чернигов, Чернобылгә, Үзбәкстанға – Ташкент, Сәмәрҡәнд, Хәрәзм, Хиуа, Нуҡус тарафтарына сәфәргә юлландырҙы. Украинала Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында материалдар йыйҙы, Дубултыла булыуы ла эҙһеҙ үтмәне. Эҙе – Мәскәүҙә “Советская Россия” нәшриәтендә сыҡҡан “Особая добровольческая” тигән йыйынтыҡта 12 автор араһында “Лихие эскадроны Башкортостана” тигән очеркы менән Тайфур Сәғитов исеменең дә булғаны. Был яҙыусыға ла, дивизиябыҙға ла мәртәбә ине. Л. Брежневтың “Сиҙәм”ен тәржемә иткәндән һуң, дәртләнеп китеп “Хлеба береги кусок” тигән публицистик брошюра сығарҙы. Уныһы ла халыҡ күңеленә хуш килде.


Һоҡландырғыс та, уйландырғыс та...


Бер мәл тиктормаҫ Тайфур: “Тәлғәт, Рига бальзамы бөтә донъяла билдәле, хәҙер ҡырғыҙҙар сығара башлаған, тиҙәр. Ә нишләп беҙгә башҡорт бальзамы сығар­маҫҡа? Шул турала һөйләшергә КПСС Өлкә комитеты секретары Ахунйәновҡа кереп сығам әле”, – тине.
Таһир Исмәғил улы ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтына шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулла исемен биреү идеяһын алға һөрөп йөрөй ине. Секре­тарҙың: “Юҡ, Аҡмулланы үҙебеҙҙең Башҡортостанға алып ҡайтам. Юҡһа, хәҙер бүтән милләттәр ҙә уға ныҡлы дәғүә итә, ә ул – беҙҙе­ке”, – тигәне хәтеремдә ҡалған.
Шундай кәйефле сағына тура килдеме икән Тайфур, әммә идеяһына яҡлау тапты. Бальзам мәсьәләһендә лә, тағы ла бер ниәте – башҡорт буҙаһын тергеҙеү – етештереү теләгенә лә хуплау тапты. Әлбиттә, эш бында кәйефтә түгелдер, идея-тәҡдимдәрҙең төплө, ваҡытлы, милләтебеҙҙең матур, ылыҡтырғыс йөҙө икәнен аңлауҙалыр. Хәҙер ул бальзам­дарҙың ниндәйе генә юҡ! Ә буҙа, милли ризыҡ булһа ла, һаман ерегеп бөтә алмай, ахырыһы, ваҡыт-ваҡыт тәрән генә һулыш ала ла тағы бер аҙға тына.
Секретарь менән яҙыусының дуҫтарса мөнәсәбәте һуңғы һулыш­тарынаса дауам итте. Ул дуҫлыҡ Тайфурға ҡала уртаһында матур өс бүлмәле фатир ҙа алып биреште. Илебеҙ бер-бер артлы КПСС-тың Генераль секретарҙарын баҡыйлыҡҡа оҙата-оҙата, “үҙгәртеп ҡороуға, “тиҙләнеш”кә, “демократия”ға, М.С. Горбачев осорона ла килеп инде. Тайфур үҙенең һу­ғышсан натураһына эйәреп, яңыр­тылырға тейеш тормошто яҡы­найтырға теләп, сәйәси-ижтимағи мөхиткә сумды.
Республикабыҙҙағы “иҫке” ме­нән “яңы”ның алышы, уның суверенитеты өсөн көрәш барған заманда төрлө публицистикаға мөрәжәғәт итеп, фекерен халыҡҡа нисек тә еткереү юлын эҙләй, радио, гәзит, журнал, аудиториялар таба ине. Мәҡәләләрен яҙғанда дуҫым минең менән кәңәшләшеп, яҙмаларын күрһәтеп алыуҙы кәрәк таба торғайны. Уның ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы мәҡәләләре Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе Мортаза Рәхимов күҙенә лә салынғылағандыр, хатта, публицист әйтеүенсә, унда хуплау ҙа тапҡан булырға тейеш...
Быға тиклем “китаптарым әҙ баҫыла” тип ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөгән әҙип заман тыуҙырған мөмкинлектәрҙе тиҙ генә өйрәнә һалып, уҡыусыларға китаптарын тәҡдим итеү юлын да тапты. Өс йыл эсендә (1991 – 1993) төрлө күләмдәге биш (!) китап сығарып өлгөрҙө. Башҡалар “йоҡлағанда” “спонсор”, “үҙнәшер” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап, асылына төшөнөп. Был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә яҙыусы юл күрһәтеп етәкләүсене таба белде.
“Китап” нәшриәтендә мөхәррир булып эшләүгә бар ғүмерен биргән, республиканың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Светлана Вәли ҡыҙы Аҙнағоловаға – ул Тайфурҙың һабаҡташы, минең дә төркөм­дә­шем (ул саҡта Светлана Судурова ине) – әҙип матбуғат биттә­рендә лә рәхмәтен юҡҡа ғына әйт­мәй ине... Дуҫым ихлас рәхмәттә­рен халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы – “Башинформсвязь” акционерҙар йәм­ғиәтенең генераль директоры Салауат Мөхтәр улы Ғайсинға ла йәлләмәй ине. Үҙ ойошмаһында яҙыу­сыға йәтеш кенә эш биреп, һуңынан гел генә уны ҡурсалап, яҡлап торор ине был күптәр рәхмәтен ишетер уҙаман.
Ә Тайфур дуҫ 1991 йылда республикабыҙ етәксеһе фатихаһы менән Ҡаҙағстанға командировкаға барып, яңы ғына үҙаллы дәүләт булып киткән илдәге хәлдәр менән танышып, күренекле кешеләре менән һөйләшеп, тәьҫорат-күҙәтеү­ҙәрен, ниндәйҙер һығымталарын уҡыусыларға еткергәс, сит-ят яҡтарға йөрөргә әүәҫләнеп китте. Ҡаҙағстандан яҙыусы, ғалим, дәүләт эшмәкәре Әбиш Кекильбаев менән әңгәмә алып ҡайтты. Киевҡа барып, яҡташыбыҙ – армия генералы Григорий Салманов, Абхазиянан уның Президенты Владислав Ардзинба, Татарстандан оло ғалим, академик Жәлил Кейекбаев хаҡындағы “Дәртле йыр” китабы авторы Мирфәтих Зәкиев менән интервьюлары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Оло шәхестәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, юғары даирәләге сәйәсмәндәр менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп ултырыуҙар журналистың сәйәси аң-белемен үҫтереүҙә, офоғон киңәйтеүҙә әһәмиәтле булғандыр. Тик дуҫымдың алдараҡ әйтеп киткән “осона башлауы” ла ҙурайып, “мин-минлек”кә әйләнеп, киңәйеп ките­үенә лә сәбәпсе булманымы икән?


“Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!”


Тайфур үҙе әйткәнсә, әле йәш сағында ул Николай Гаврилович Чернышевскийҙың “Писатель – это учитель общества, его книги – учебники жизни” тигән һүҙҙәренә юлыға. Икеләнмәйенсә “Мин йәмғиәт уҡытыусыһы буласаҡмын. Китаптарым тормош дәреслектәре буласаҡ” тигән маҡсат ҡуя... Һәм 90-сы йылдарҙа үҙен шул уҡытыусы дәрәжәһенә еткән, йәмғиәткә тормош дәреслектәрен биреү хоҡуғын яулаған, уны өйрәтергә тулыһынса хаҡы бар әҙип тип тоя башлағандыр. Һәм шул тойғо хөрмәтле академик Роберт Искәндәр улы Ниғмәтуллин менән әңгәмәһен эсенә алған “Наука, культура, нация” тигән үҙнәшер юлы менән сығарылған китапты баһалап, “Как и все мои книги, она была новым словом в публицистике” тип әйттергәндер. (Ә бит киң панорамалы был ғалим – яҙыусы диалогы ҡыҙыҡһындырғыс та, фәһемле лә ине).
Бәләкәйҙән килгән үҙ-үҙеңде яҡлау, һәр саҡ хәүеф көтөп йәшәү, йәмғиәт уҡытыусыһы булырға теләү, тирә-йүнгә шик менән ҡарау, үҙ баһаңды артыҡ шаштырыу объективлыҡты юғалтыуға кил­тергәнен, үҙенән кешеләрҙе алыҫ­лаштырғанын, көсөргәнешле мөнә­сәбәт урынлашырын ваҡы­тында аңламай, һиҙмәй ҡалды буғай ул. “Уҡытыусы” тип тойғандан һуң, ҡәләмдәштәренә, Яҙыусылар союзына, властың үҙенә оҡша­маған вәкилдәренә, халыҡҡа уңлы-һуллы ғәйепләү ташланы, “фашланы”, айырым билдәле шәхестәрҙе лә урап үтмәне. Күптәр, бик күптәр менән шуның арҡаһында араһы боҙолдо, хатта “янъялсы” тип атаусылар булды. Беҙ икәүҙең – күптәнге дуҫтарҙың араһындағы аңлашмаусылыҡтың сәбәбе лә шунда яталыр.
Мин “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булған саҡта Тайфур дуҫым Яҙыусылар союзын, “Ағиҙел” журналы редколлегияһын, унда хеҙмәт иткән вазифалы ҡәләмдәштәрен, уларҙың эшмә­кәрлеген тәнҡитләгән материал килтерҙе. Төрлө яҡлап үлсәгәндән һуң баҫтырҙыҡ. Күп тә үтмәй, “Ағиҙел”дең баш мөхиррире Булат ағай Рафиҡов яуап алып килде. Законға ярашлы, беҙ яуапты мотлаҡ баҫтырырға тейешбеҙ. Булат ағайҙың мәҡәләһендә лә баллы-майлы ғына һүҙҙәр булма­ғандыр. Тайфур йәһәт кенә тағы мәҡәлә килтерҙе. Унда телгә алынған персонаждар һаны ла күбәйгән, “тәнҡитләү, ғәйепләүҙәр” ҙә байтаҡ киңәйгән. Быны баҫ­тырыу “ҡысытмаған ерҙе тырнау”, тик торғанда ниндәйҙер күсте ҡуҙғытып, йәмғиәткә нигеҙһеҙ борсоу һалыу булыр ине.
Ныҡ инәлде Тайфур: “Ошо мәҡәләмде генә бирәйек тә, туҡтатырһың был бәхәсте”, – тине. “Закон буйынса һинең оппонент­тарыңдың яуабын баҫырға тейеш булабыҙ. Ә был ике мәҡәлә йәм­ғиәттә ниндәй шау-шыу тыуҙы­рырын күҙ алдына килтерәһеңме? Хағын, нахағын бында иҫәпһеҙ тултырғанһың, нахағы, минеңсә, күпкә артыҡ. Минең гражданлыҡ, вазифам яуаплылығы ла нин­дәйҙер буталсыҡ-болғаныш тыу­ҙырыуға юл ҡуйыуҙы тыя”, – тип баҫтырырға рөхсәт бирмәнем.
Үпкәләне Тайфур. Шулай ҙа 60 йәшенә саҡырҙы. “Минең юбилей табынымда һин тамада була­саҡһың! Понял?” – тине. “Һуң һин ныҡлы үпкәләнең дә инде. Шулай ҙа, ышанып, миңә ҡушаһыңмы?” “Эйе, һин алып бараһың”, – булды яуабы. Үҙемсә, матур ғына үткәрҙем мин уның кисәһен. Ул да аҙаҡ рәхмәт әйтте.
Аралар өҙөлдө. Олоғайғас, шатлыҡ-уңыштарҙы уртаҡлашып ҡына йәшәр заманда бергә булып ҡалырға көсөбөҙ етмәне, ахырыһы. Физик та, әхлаҡи ҙа, рухи ҙа. Һинең дә, минең дә. Юҡһа, икебеҙ ҙә дуҫлыҡ ҡәҙерен белер кешеләр кеүек инек бит.
Әҙәбиәткә “Рәхмәт һеҙгә, ке­шеләр!” китабы менән килеп, Н.Г. Чернышевскийҙың “Яҙыусы – йәмғиәттең уҡытыусыһы” тигән һүҙҙәрен байраҡ итеп тотоп, байтаҡ әҫәрҙәр тыуҙырғас, ижад юлын ғәмәлдә, үҙенең һүҙе менән әйткәндә, беҙҙең ижади интел­лигенцияның зыялылығын бил­дәләр лакмус ҡағыҙына әйләнгән “Нинель” романы менән тамамланы. Барыбер бер һорау ҡала: ул лакмус ҡағыҙы нимәне асыҡланы икән? Хәҙер Тайфур үҙе яуап бирә алмай инде...


P.S. ХХ быуаттың һуңғы сирегендә журналистар араһында “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” тигән һүҙбәйләнеш таралғайны. Ул фразаны иң беренсе булып әйткән Тайфур Сәғитовтан: “Нишләп?” – тип һорағас, “Сөнки унда минең мәҡәлә баҫылған” булған яуабы... Бөгөнгө гәзиттә үҙе яҙған түгел, ә үҙе тураһындағы хәтирәне күргәс, әйтер инеме икән яҙыусы үҙенең “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” һүҙҙәрен, әллә өндәшмәй ҡалыр инеме?..

Читайте нас: