Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
7 Май 2021, 11:40

Яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙың береһе ине…

Яҙ үҙенең йәменә һөйөндөрә генә башлаған 2 май кисендә филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов арабыҙҙан китеп барҙы. Ул күренекле ғалим, талантлы яҙыусы ғына түгел, яратҡан уҡытыу­сы­ларыбыҙҙың береһе лә ине…

Яҙ үҙенең йәменә һөйөндөрә генә башлаған 2 май кисендә филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов арабыҙҙан китеп барҙы. Ул күренекле ғалим, талантлы яҙыусы ғына түгел, яратҡан уҡытыу­сы­ларыбыҙҙың береһе лә ине…


Башҡорт дәүләт университе­тының филология факультетында һөйләгән лекциялары әле һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап торғандай. Бай йөкмәткеле, барса кәрәкле мәғлүмәтте туплаған телмәрҙәре беҙ йотлоғоп тыңларлыҡ ҡыҙыҡлы ла булды. Ниндәйҙер әҫәрҙе һәр кемдең иғтибарын тартып уҡыған актерҙыҡы һымаҡ тауышы ла уйыбыҙҙы дәрестән ситкә алып китмәҫкә булышлыҡ иткәндер.
Ул әҙәбиәттең һәр жанрын ғүмергә етерлек кимәлдә зиһенебеҙгә уйҙы. Был белем мәктәптә уҡытҡанда ла, театр тураһында мәҡәләләр яҙғанда ла, гәзит биттәрендә йә радио аша әҙиптәр менән әңгәмә алып барғанда ла, ижадта ла беҙгә ифрат ярҙам итте. Ул биргән ғилем һәм рухи ҡиммәттәр уҡытыусы булып эшләгәндәребеҙ аша йәш быуынға күсте.
Тимерғәле ағай драматургия ҡанундарын Мостай Кәримгә таянып өйрәткәйне. “Трагедия һис ҡасан сиселмәҫ конфликтҡа ҡорола. Әйтәйек, “Ай тотолған төндә” – шәхес менән ырыу, “Салауат” – шәхес менән йәмғиәт, “Ташлама утты, Прометей!” шәхес менән кешелек араһындағы хәл ителмәҫ ҡаршылыҡҡа нигеҙләнгән”, – тигәне һаман хәтерҙә.
Ул йылдарҙа ярайһы уҡ абруйлы “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңә­рәгенә лә етәкселек итте Тимерғәле ағай. Шиғыр-хикәйәләребеҙҙе уҡый ҙа: “Ай, үҫәһегеҙ бит, ҡыҙҙар, егеттәр!” – тип дәртләндереп ебәрә. Был йәһәттән дә күңеле­беҙгә тейешле ынтылыш һәм талаптар һалды.
Ул беҙҙең менән фольклор һәм диалект­тар буйынса йәйге экспедицияларға ла, көҙгө колхоз хеҙмәтенә лә йөрөнө. Юғары әҙәбе, ябайлығы, ихласлығы менән ихтирам ҡаҙанды.
Уҡытыусыбыҙ ҡәләмдәштәре һәм коллегалары араһында ла тап ошо сифаттары менән һоҡ­ландырҙы, тормошта ваҡлашманы, ҙур үлсәмдәр менән йәшәне. Ул бар йәшәү рәүеше менән остаз булды.
Ғаиләһенең, туғандарының, шул иҫәптән төркөмдәштәребеҙ Таңһы­лыу менән Фәйез Сафиул­лин­дарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡ­лашабыҙ. Ауыр тупрағы еңел булһын.

Читайте нас: