Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
11 Май 2021, 14:36

Һинең артыңдан кем етһен!..

“Ай, Мостай! Ну, Мостай, һинең артыңдан кем етһен!” – тип атайымдың шулай йә ҡысҡырып, йә шарҡылдап көлөп, һөйләнә-һөйләнә йә журнал, йә китап уҡып ултырғаны иҫтә ҡалған. Ул ваҡытта мин, ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай, ата­йымдың ниңә шулай һөйөнөп-ҡанатланып ултыр­ғанын аңла­мағанмындыр.

“Ай, Мостай! Ну, Мостай, һинең артыңдан кем етһен!” – тип атайымдың шулай йә ҡысҡырып, йә шарҡылдап көлөп, һөйләнә-һөйләнә йә журнал, йә китап уҡып ултырғаны иҫтә ҡалған. Ул ваҡытта мин, ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай, ата­йымдың ниңә шулай һөйөнөп-ҡанатланып ултыр­ғанын аңла­мағанмындыр.
Мәктәпкә барғас ҡына, ата­йымдың беҙҙең уҡытыусы булыуын аңланым. Мостай Кә­римгә мөхәббәтен (был осраҡта шулай тип әйтергә лә була) уҡыусыларына ла бирә алды ул.
Ә иҫкә төшөрһәң, ул йыл­дарҙа Мостай ағайҙы ҡайһы берәүҙәр тәнҡитләй ҙә торғайны. Атайым китап яҙыу менән булышмаһа ла, яҙыусылар араһында ҡайнап йөрөмәһә лә, Өфөләге хәлдәрҙе яҡшы белә, Мостай Кәрим өсөн көйәләнә ине.
Йылдар үтте. Һәм бына бәхет, мин Мостай ағай менән осраштым, аҙна тирәһе аралаштым. Шул саҡта Белорет район хакимиәте башлығы булып эшләгән Иҡсан Түлебаевҡа һәм яҙыусы яҡташыбыҙ Сабир Шариповҡа районда Мостай ағай менән осрашыуҙарҙы ойош­торғандары өсөн рәхмәт. Атайымдың дөрөҫ әйткәненә инандым. Ысынлап та, уның “артынан кем етһен!” тигән фекер менән мин дә килештем.
Әле бирелгән ошо фотографияла беҙ Исмаҡай ауылына китеп барышлай Үҙән балалар йорто алдында төштөк. Ҙур ултырыш, осрашыу булманы, балалар йәйге лагерында булһа ла, инеп, тәрбиәселәр менән танышып, сәй табынында ултырып сыҡтыҡ. Өҫтәл янында кеше әҙ генә ине, күбеһе Ҡаһарманға киткәйне, шуғалыр ҙа бик йылы аралашыу булды ул.
Мостай ағай үҙҙәренең ауылында булған бер нисә ҡыҙыҡ хәлде һөйләп алды. Буш ваҡытында кем ниндәй эш менән шөғөлләнергә ярата, һүҙ шуның тураһында ла булды. “Миндек бәйләргә яратам, шул ваҡытта әсәйем-өләсәйем эргәмдә һымаҡ хис итәм”, – тип матур итеп бәйән иткәйне шул саҡта мәшһүр ағайыбыҙ.
Быйыл уның тыуыуына 102 йыл була. Мостай беҙҙең өсөн һәр ваҡыт мәшһүр кеше, мәшһүр аҡыл эйәһе булып ҡалыр, тип ышанам.


Белорет районы.
Читайте нас: