Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
11 Май 2021, 13:16

Урал батыр йәншишмәһенән уртлаған егет

“Без – башҡортлар!” – тиер ине ул.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорт балалары ла бөйөк башҡорт эпосы “Урал батыр”ҙы яттан һөйләй башланы. Шундай сараларҙың береһендә иҫ киткес матур, һәр һүҙе менән тамашасыны ла, баһалама төркөмө ағзаларын да үҙ ауыҙына ҡаратҡан малай сәхнәгә сыҡты. Барыһы ла шаҡ ҡатты. Ғәҙәттә, беҙ ундай сағыу сығыштарҙы Урал аръяғы балаларынан көтәбеҙ. Ә был малай төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төбәге Асҡын районынан ине. Бына ғәжәп! Ул “Урал батыр”ҙы әҙәби башҡорт телендә иҫ киткес итеп яттан һөйләне. Бына шулай күрһәтте башҡорт рухлы булыуын Ришат Дихин!


Артабан беҙ уның менән шиғриәт кисәләрендә лә, шиғыр тикшергән ултырыштарҙа ла осраштыҡ. Ул Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй ине. Үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, кеше менән аралаша белеүе арҡаһында өлкән яҙыусылар араһында ихтирам ҡаҙанды. “Ул бит танылған яҙыусы түгел” тигәндәрҙең дә бер һүҙ әйтерлеге ҡалманы, сөнки Ришат үҙенән олоно оло итә белде, уларҙың ижадына арналған кисәләр ойошторҙо, үҙе сценарий яҙҙы, үҙе алып барҙы. Еңел күтәрмәле егет менән эшләүе ауыр булманы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа.


Ҡыйыулығы ла бар ине Ришат Марат улының. Халыҡ шағирҙары, төрлө премиялар лауреаттары менән бергә әҙәбиәт йөгөн тартып ҡара әле! Был бит ҙур яуаплылыҡ! Йәшлек дәрте, ижади асылы менән атҡарҙы ул бындағы йөктө.


Торараҡ ул республикабыҙҙың олуғ баҫмаһы, дәүләтселегебеҙҙе билдәләгән “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килде. Бында ла Ришат башкөллө эшкә сумды. Төрлө хәлдәр булды. Бигерәк тә уның теленә, һөйләшенә бәйле берсә ҡыҙыҡлы, берсә йән әрнеткес хәлдәр килеп тыуа торғайны. Яҡташтары, туғандары менән Ришат һис тартынмай үҙ диалектында аралашты. Коллегалар араһында: “Ул бит беҙҙеңсә һөйләшмәй, был бит башҡорт теле түгел!” – тиеүселәр ҙә булды. Бала сағынан башҡорт әҙәби телендә матур һөйләшкән Ришат һис аптырап ҡалманы: “Иң таҙа ҡанлы башҡорттар Асҡын, Ҡариҙел райондарында йәшәй, мин башҡортса, асҡынса һөйләшәм! Шундай абруйлы баҫмала эшләп, башҡорт теленең һөйләштәре тураһында белмәүегеҙ бик үкенес!”– тип яуаплауы – уның, әлеге лә баяғы, ҡыйыулығы тураһында ғына түгел, белеме, тарихты дөрөҫ аңлауы хаҡында ла һөйләй ине.


Һәр саҡ, ҡайҙа йөрөһә лә, яҡташтарын осратып, күтәрмәләп, яҡын итеп күрҙе, шуға күрә Өфөлә йә булмаһа башҡа яҡҡа эшкә төпләнеп ҡалмайынса, тыуған яғына табан тартылыуы ла һис кенә лә юҡҡа түгел. Уның өсөн Асҡынды, районды, яҡташтарын күтәреү бик мөһим ине.


Гәзиттә эшләгән саҡта ла төньяҡ-көнбайыш төбәккә иғтибар бүлеү, унда йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында хәбәр итеү теләге менән янды. Бында бер ниндәй шәхси ҡыҙыҡһыныу, үҙе хаҡында хәстәрлек юҡ ине, киреһенсә, ул республика етәкселеге тарафынан оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡала килгән райондарға ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырыу уйы менән йөрөнө. Беҙ әле килеп диалекттар, төньяҡ-көнбайышҡа иғтибар хаҡында республика Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарашына таянып, тарихи хәҡиҡәтте раҫлап, документтарға нигеҙләнеп, һәр милләттәшебеҙгә милли асылын танытыу эшен алып барабыҙ. Ришат Марат улы бала сағынан, “Урал батыр” эпосын ятлағандан алып ошо хыялы менән янған, күрәһең. Уны белгән һәр кем был хаҡта әйтер. “Без – башҡортлар!” – тиер ине ул.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштора башлағас та, ул был сараға әүҙем ҡушылды. Дәүләтселек эскелеккә ҡаршы алып барған сәйәсәтте урындарҙа халыҡҡа еткереү мөһим ине. Кемдер был сараларҙа ниндәйҙер уйын-көлкө ойоштороу, йыр-бейеү кеүек күңел асыу майҙаны күрә.


Ошо һанап кителгәндәрен үткәреү өсөн генә әле күпме сығым, кеше, ваҡыт кәрәк. Шәхсән “Айыҡ ауыл” конкурсы үткән бер нисә районда, ауылда булырға насип итте. Һәр сара, һәр милли йола нигеҙенә күпме кешенең ижади, рухи көсө һалынған! Ауыл халҡы, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, милли ризыҡтарҙы, эсемлектәрҙе булдырып, спорт уйындары ойоштороп, асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға, шул арала замана афәтенән ҡотолоу юлдарын табырға тырыша. Ауыл кешеләренең ошо зәхмәткә ҡаршы көрәшен күреп, ҡаһар­манлыҡтарына таң ҡалам. Улар “Айыҡ ауыл” конкурсы ярҙамында ауылдарын бөтәйтеп, эш урындары булдырып ҡалырға тырыша.


Ришат Марат улы был сараның ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнен тәрән аңлай ине. “Ошондай йыйындарға күберәк ир-егеттәрҙе йәлеп итергә ине. Беҙҙең ҡатындар былай ҙа эшләй ул!..” – тигән һүҙҙәрен бөгөн тәрән мәғәнә менән иҫкә алам. Башҡорт ирҙәре, йәш кенә Ришат Марат улы – барығыҙға ла өлгө ул! Донъя йөгөн ҡатын-ҡыҙ тартырға тейеш түгел, ир иңендә ул ғаилә хәстәре!


Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы еңеүселәр рәтендә булды. Башҡорт йолаларын тотҡан, милли асылыбыҙҙы һаҡлаған халыҡ йәшәй был яҡта. Хәйер, Асҡын районын хәтергә төшөрөү менән Һөйәнтүҙ фажиғәһе иҫкә килә. “Көл аҫтындағы ҡуҙҙан хасил булған асыллы милләт бит инде беҙ”. Асҡын районы башҡорттары тураһында әйтһәң, был һөйләм уларҙың булмышына икеләтә тап килгәндәй.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт тарихы йылын иғлан итеп, төбәктәрҙә Ырыуҙар йыйынын ойоштора башлағас, Асҡын районына ла юлландыҡ. Балыҡсы ырыуы йыйыны юғары кимәлдә, халыҡсан рухлы, профессиональ баһалы булып үтте. Иң ҡиммәте шунда – Өфөнән йәки ситтән килгән ғалимдар түгел, халыҡ араһынан вәкилдәр сығып, үҙҙәренең милли асылы тураһында бәйән итте. Ришат Марат улының йөҙө айҙай балҡый ине был мәлдә! Башҡорт милләтен Балыҡсы ырыуы йөҙөндә берләштереп, бер ҡорға йыйып китте ул. Рәхмәт яуғыры! Халыҡта милли рух уяныуын күреү – тетрәндергес күренеш! Башҡорт кейемдәрен күреп кенә лә өлкән быуындың күҙенә йәш тула: “Беҙнең әниләр ошондай күлмәк кейә ийе. Әти һәр чаҡ беҙ башҡортлар, тип ҡабатлар ийе...” Был – тарихи ысынбарлыҡ! Халыҡ тарихи асылына ҡайта.


Үкенескә ҡаршы, Ришат Дихиндың ғүмер юлы ҡыҫҡа булды. Әммә ул балҡып, тулы ҡанлы тормошта йәшәне. Эшем, милләтем, Асҡыным тип янды!.. Матур өй һалған, тирәләп ағастар ултыртҡан, ике улы – Назар менән Рамзан – уның юлын дауам итер. Ҡатыны Гөлназ – бик мөләйем һәм итәғәтле ҡатын.


Ришат Марат улын оҙатҡанда республика Башлығынан алып йәш егеттәргә тиклем күҙ йәштәрен тыя алманы. Әҙәми зат шулай шул: әжәлде ҡабул итеүе ауыр, ләкин был донъяла нисек йәшәйһең бит әле. Ришат Дихин яҡты эҙ ҡалдырып китте. Ул Ғайса пәйғәмбәр йәшендә тап Бәрәғәт кисе көнөндә Мәңгелеккә юл алды. Аллаһ Тәғәлә урынын ожмахтан насип итһен! Уның кеүек иманына, халҡына, еренә, иленә тоғролар унда ла кәрәк, күрәһең! Ришаттың яҡты рухына доға ҡылайыҡ! Кем-кем, ә бына был башҡорт ире пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллаһу ғаләйһиссәләм аша килгән доғаларға лайыҡ, минеңсә! Һуңғы көнөнә тиклем, Урал батыр кеүек, йәншишмәнең тере һыуын тыуған еренә һибеп йәшәне...
Читайте нас: