Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
18 Май 2021, 13:20

Уҡытыусы-шағир

“Мин башламаһам, кем башлар?!.”

Талант эйәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин тормоштан бик иртә китте, ләкин халҡына “Тауҙарҙа таң” (1981), унан һуң “Еңмеш” (1982), “Япраҡ еле” (1984), “Мөхәббәткә юҡ ул өҙәрем” (1989), “Аҡ нур” (1991), “Кемгә ниндәй исем?” (1992), “Ҡыңғырауҙар” (1996), “Урман музыканттары” (1999), “Тауҙарыма ҡарап” (2001) исемле туғыҙ китап, “Һандуғастар”, “Һатылыу”, “Бағаналар”, “Икәү”, “Һабандаштар”, “Япраҡ еле”, “Аҡ нур”, “Күҙҙәр” исемле поэмалар ҡалдырҙы. Уның ҡобайыр стилендә ижад ителгән әҫәрҙәрендә тыуған ер, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ һәм атай нигеҙен ҡоротмау, ер-һыуҙарыбыҙ һәм урмандарыбыҙҙы һаҡлау, туған телебеҙҙе ҡәҙерләү кеүек ҡиммәттәр хаҡында әйтелә.


Тырышлыҡ һөҙөмтәһе


Рауил Хөрмәт улы минең уҡы­тыусым ине. Ул мәктәп директоры һәм уҡытыусы булып эшләгән йылдарҙа уҡ шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар, дүрт юллыҡтар, дас­тандар, мәҫәлдәр һәм Башҡорт­остандың талантлы композиторҙары һәм үҙе көй яҙған йырҙары, балалар өсөн ижад ителгән әкиәттәре һәм шиғырҙары, Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәренә, һөйөклө ҡатыны Әсмә апайға, улы Илдар менән ҡыҙы Шәүрәгә төбәп яҙған арнауҙары менән танылды.


Рауил Хөрмәт улы балаларҙы яратты, кескәйҙәр өсөн шиғри тиҙ­әйткестәр һәм йомаҡтар, “Еңмеш”, “Кемгә ниндәй исем?” тип аталған һәм үҫмерҙәр өсөн “Үҫмер-1”, “Үҫмер-2” (1982, 1985) исемле китаптарын баҫтырҙы, уҡытыусылар, балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн “Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр” исемле китап нәшер итте. Уларҙың нигеҙенә уҡытыусыбыҙҙың Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә эшләгән йылдарҙағы уҡытыусылыҡ тәжрибәһе һалынған.


...Рауил Ниғмәтуллин донъяны һуғыш һөрөмө ҡаплаған 1941 йылда Ишембай районының Ғүмәр ауылында донъяға килгән. Был ауыл­дың икенсе исеме – Бүжә. Буласаҡ шағирҙың атаһы ла, башҡалар кеүек үк, һуғышҡа китә, ауылда ирҙәр урынына үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт­тар ҡала. Һуғыш, ҡайғы һәм аслыҡ балаларҙы ла иртә өлкәнәйтә. Рауил да биш-алты йәшенән хужалыҡ эш­тәрендә әсәһенә ярҙамлаша башлай, уның менән урман-тауҙарға һа­рына тамыры, ҡаҡы, балтырған, йыуа йыйырға йөрөй. Уларҙы алып ҡайтҡас, әсәһе турап, алабута орло­ғо менән бутап балаларын туйындыра, алабута орлоғон ҡул тирмә­нендә тартып, икмәккә оҡшаш әскел­тем тәм биргән өшә бешереп ашата.


Рауилдың атаһы һуғыштан яраланып ҡайта, башҡа эштә йөрөй алмағас, уны көтөүсе итеп ҡуялар. Тәнендәге тимер киҫәктәре йонсотоп, түшәккә ауған сағында уның урынына Рауил менән ағаһы баҫа. Йәки атаһы урынына алмаш-тилмәш көноҙоно аслы-туҡлы көтөү көтәләр. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡҡа эш хаҡы түләнмәй: илдең биле ны­ғынғансы тип заем ҡағыҙы бирәләр, йә булмаһа бер сеүәтә он һәм бә­рәңге тараталар. Бына шулай Рауил Хөрмәт улы ун биш йәштән колхозда эшләй, утау, ер һөрөү, иген баҫыуын сүп үләндәренән таҙартыу кеүек төрлө ауыр эштәрҙә лә ҡат­наша, көтөү көткәндә аслыҡ һәм ярлы­лыҡты оноттороу өсөн ул күңелдән шиғырҙар сығарып, уларҙы көйгә һалып моңлана. Буласаҡ шағирҙың тәүге әҫәрҙәре бына шулай тыуа...


Артабан Рауил фермала һалам быҡтырыусы булып эшләй, торараҡ йәшелсә, картуф үҫтереүселәр зве­ноһын ойоштора – был Ғүмәр ауылында һуғыштан һуңғы йылдар­ҙа ойошторолған тәүге яңы эш була. Һәр нәмәнең яҡшы яғы булған кеүек, был эш тә үҫмергә ыңғай тәьҫир итә, үҫмерҙең ойоштороу һәләттәре асыла. Бынан ары уға малсылыҡ комплексын тапшыралар, ә бит уйлап ҡараһың, ул ваҡытта буласаҡ ша­ғирға ни бары 15-16 йәш тирәһе булған!


Эшләгән кешегә йөктө һәр ваҡыт арттырып тейәйҙәр: артабан Рауилды колхоздың комсомол секретары итеп һайлайҙар. Был эште лә ул тырышып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара: ауыл йәштәрен ойоштороп, әүҙем туплап, колхоз идараһы һәм ферма эшен ойоштора, комсомолдар, фермала эшләгән малсылар һәм һауынсылар өсөн стена гәзиттәре сығара, уларҙың намыҫлы хеҙмәте тураһында “Восход” (хә­ҙерге “Торатау”) гәзитендә мәҡә­ләләр баҫтыра. Ауыл йәштәре менән Ғүмәр ауылы эргәһендәге ҡайын­лыҡты сүп-сарҙан таҙартып, парк яһайҙар, урамдарҙа ағастар ултырталар, ауылдаштарын йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә лә өйрәтә Рауил. Улай ғына ла түгел, егерме йәшлек егет һәләтле балаларҙы йү­нәлтмә менән уҡыу йорттарына урынлаштырыуҙы хәстәрләп йөрөй! Бына шулай ул йәштәрҙең уҡып үҙ ауылына ҡайтып йәшәүен хәстәр­ләй, ауылдың киләсәген ҡайғырта.


...Шул уҡ ваҡытта Рауил һәр ва­ҡыт уҡырға хыяллана. Уны тормош­ҡа ашырыу өсөн Стәрлетамаҡ зооветтехникумына уҡырға инә, унда “Торатау” исемле әҙәби-ижад түңә­рәген ойоштора, пединсти­туттың “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад ойошмаһы ағзалары һәм яҙыусылар менән аралаша. Аҙаҡҡы курста уҡығанда практика үтеү өсөн Ишембай районының Әхмәр һәм минең тыуған ауылым Ҡанаҡайҙы берләштергән “Коммунизм” колхозына зоотехник булып эшкә ҡайта. Унда ла яҙышыуын ташламай: шиғырҙары, мәҡәләләре “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”), “Ленинсы” (“Йәшлек”), “Пионер” (“Аманат”), “Восход” баҫмаларында донъя күрә, ләкин былар ғына ҡәнәғәтләндермәй уны. Рауил Хөрмәт улы юғары белем алырға ынтыла. Техникумда һигеҙ класс белем менән уҡый алһа ла, БДУ-ла унынсы класты тамамлау тура­һындағы аттестат кәрәк­леген аңла­ғанға күрә, 9–10-сы клас­тар өсөн мәктәп программаһын үҙләш­тереп, йоҡо, ял иҫәбенә тырышып үҙаллы уҡып, Маҡар урта мәктәбендә имтихандар тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты ала. Бына шулай хәләл көсө менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә уҡытыусым.


Студент йылдарында ла тырыш­лығы менән айырыла. Шиғырҙары баҫылып тора. Беренсе курсты тамамлағанда уға “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгенең эшен йөкмәтәләр. Ул йылдарҙа был түңәрәктә беҙгә таныш әҙиптәрҙән Башҡортос­тан­дың халыҡ шағирҙары Тимер Йосопов, Гөлфиә Юнысова, Аҫылғужа Баһуманов, Таңһылыу Ҡара­мышева, әҙәбиәт һәм тел ғалимдары Мирас Иҙелбаев, Ғиниәт Ҡунафин, Илдус Бүләков шөғөл­ләнә. Улар менән бергә университетта гөрләтеп шиғыр байрамдары, әҙәби көндәр, Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуҙар ойоштора, параллель рәүештә зооветтехникумдың һуңғы курс программаһын үҙләштереп һәм дәүләт имтихандары тапшырып, ҡулына диплом ала. Был еңеүгә лә тик тырышлығы арҡаһында өлгәшә!


Бурыслымын


Артабанғы йылдарҙа уҡытыусым­дың биографияһы ҡырҡа боролош ала: ул университетта уҡыуын өҙөп, тыуған яғына – Ишембай райо­нының “Комунизм” колхозына партком секретары булып эшкә ҡайта. Ошо вазифала эшләү менән бергә ситтән тороп университетта белем ала һәм, дүрт йылдан һуң ҡулына диплом алғас, Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә директор һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Был йылдарҙа ул беҙгә, биш йөҙҙән ашыу балаға, хеҙмәт тәрбиәһе лә, белемгә ынтылыш та, әҙәбиәткә һәм туған телгә һөйөү ҙә тәрбиәләне, беҙҙең өсөн хеҙмәт һәм ял лагеры ойошторҙо. Беҙ унда сөгөлдөр эшкәрттек, йәшелсә үҫтерҙек, унан килгән аҡсаға мәктәпкә уҡыу кәрәк-ярағы, мебель, китаптар һатып алдыҡ, ҡышҡы каникулда Өфөгә экскурсияларға йөрөнөк.


Мәктәптә хор, йыр, “Торатау” әҙәби-ижад түңәрәктәре эшләне, район һәм республика смотр-конкурстарында беҙ Рауил ағайҙың һүҙҙәре һәм көйҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып, призлы урындар һәм дипломдар яуланыҡ. “Елбәгәйҙәр”, “Ҡайтам тыуған яҡҡа” иң яратып башҡарған йырҙарыбыҙ ине, Рауил ағай мәктәп сәхнәһендә беҙҙең менән үҙе лә, уның бер туған ҡустыһы, география уҡытыусыһы, ҡурайсы һәм музыкант Әнүәр Хөрмәт улы ла ихлас ҡатнаша торғайны.

Беҙ, уҡыусылар, Рауил ағайҙың дәрестәрен һағынып көтөп алдыҡ, үҙен яҡын күреп, “Рауил ағай” тип өндәштек. Ул директор булған йыл­дарҙа Әхмәр урта мәктәбендә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың сифаты ла яҡшырҙы. Уҡытыусыбыҙ ижади һәләттәребеҙҙе үҫтереү маҡсатында әҙәбиәт дәрестәрен төрлө формала уҙғара: йә дәрес-лекция, йә дәрес-семинар, йә дәрес-сәйәхәт итеп төрләндерә. Дәрес­тәребеҙҙә йәш уҡытыусылар ҙа, хатта икенсе райондарҙан килгәндәре лә ултыра торғайны, сөнки Рауил Хөрмәт улы улар өсөн асыҡ дәрес­тәр, республика уҡытыусылары өсөн семинарҙар уҙғара. Уның үҙен Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында ойошторолған курстарға лекциялар уҡырға ла йыш саҡырҙылар.


Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратырға уҡытыусыбыҙ беҙҙе “Торатау” әҙәби-ижад түңәрәге аша ла өйрәтте, мәктәбебеҙҙә Рәми Ғари­пов, Тимер Йосопов, Яҡуп Ҡолмой, Әсхәл Әхмәтҡужин, Сафуан Әли­баев, Фәүзиә Рәхимғолова кеүек билдәле яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә.


Беҙҙе Һәләүек буйҙарына экскур­сияға алып сыға, яҙын Торатау башына алып менеп, шиғыр бәйгеләре ойоштора... Экскурсия ваҡытында, арып, әсәйҙәр ебәргән ризыҡтарҙы ашарға ултырһаҡ та, сәскәләргә, тәбиғәткә арнап шиғыр сығарырға ҡуша, беҙҙе: “Әйҙәгеҙ, сәсәндәр бәй­ге­һе уҙғарабыҙ”, – тип сәмләндерә. Бәйгене үҙе башлай. Әллә ни арала хәтерҙән шиғыр сығарып һөйләй! Унан һуң сират беҙгә, уҡыусыларға ла, етә...


Шундай бер бәйгелә мине лә бүләкләнеләр – ул Баязит Бикбайҙың драма әҫәрҙәренән торған аҡ тышлы йыйынтыҡ ине – мин уны әле архивымда һаҡлайым. Рауил ағай тәбиғәт йәнле шағир ине, ул беҙҙе хатта тәбиғәт ҡоса­ғында булған саҡта ла сәскә-гөлдәр, ҡоштар, үҫемлектәрҙе рәнйетергә, йолҡорға рөхсәт итмәне – экология проблемалары тураһында ул шул йылдарҙа уҡ борсолоп һөйләй торғайны. Һуңынан улар әҙиптең әҫәрҙәрендә сағылыш тапты.


Рауил Ниғмәтуллин “Восход” (бөгөнгө “Торатау”) гәзитендә Ишембай районының шиғыр һәм әҙәбиәт һөйөүселәре өсөн әҙәби берекмә булдырҙы. Унда башлап ҡәләм тир­бәтеүселәрҙең ҡулъяҙмалары тик­шерелә, йәш авторҙарҙың иң яҡшы тип табылған әҫәре район гәзитендә баҫыла ине. Минең үҙемдең дә ижад емештәрем “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”), “Пионер” (“Аманат”), “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”) һәм район гәзитендә донъя күрҙе, быға ул ғорурлана торғайны. 1972/73 уҡыу йылында өлкә комитеттың республика йәш ижадсылары өсөн иғлан ителгән ижади бәйгелә ҡатнашып, призлы урын яулауым менән мин уҡытыусым Рауил Ниғмәтуллинға бурыслымын.


“Ауылым юҡҡа сыҡмаһын...”


Уҡытыусыбыҙҙың фәһемле тормош һабаҡтары, телгә, шиғриәткә тәрбиәләгән һөйөүе уның йөҙәрләгән уҡыусыһы өсөн дә эҙһеҙ уҙманы. Ул үҫтергән һәләтле балалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олимпиадаларында призлы урындар яуланы, Стәрлетамаҡ, Өфө пединститутына (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге университет), БДУ-ның филология факультетына Әхмәр мәктәбенән дә бик күптәр уҡырға инде һәм вузды тамамлағандан һуң районыбыҙ һәм республика мәктәптәренә эшкә таралды. Беҙҙең мәктәптән сыҡҡан уҡытыусылар, табиптар, юристар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм журналистарҙың иҫәбе юҡ. Мин дә БДУ-ның филология факуль­те­тының башҡорт-рус бүлеген тамам­лағандан һуң егерме йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым, ун дүрт йыл матбуғатта эшләнем.


1974 йылда Рауил Хөрмәт улы РСФСР Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡорт­остан филиалында ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылдан “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналының баш мөхәр­рир урынбаҫары, 1980 – 1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә бүлек мөхәррире булып эшләй. Нәшриәттә эшләү менән бергә Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында яңы ғына асылған башҡорт-рус бүлегендә, өлкән уҡытыусы булараҡ, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса лекциялар уҡый, студенттарға рефераттар, диплом алды һәм диплом эштәре яҙғанда консультациялар бирә, уларҙың фәнни һәм ижади эшмәкәрлеген ойоштороуға көс түгә.


1995 – 2000 йылдарҙа Рауил Хөрмәт улы ҡалала һәм республикала башҡорт әҙәбиәте предметын үҫтереүсе методикаһы буйынса уҡытыу өсөн 5 – 11-се кластарға тәғәйенләнгән альтернатив программалар яҙҙы. Беҙ уларҙы мин баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында эшләгән йылдарҙа практикала һынап ҡараныҡ.


Рауил Хөрмәт улы Өфөлә асыл­ған бөтә башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялар менән дә бәйләнештә булды, уҡыусылар, ата-әсәләр менән осрашыуҙарға йөрөнө, шиғыр кисәләрендә ҡатнашты. Мәҫәлән, баш ҡаланың Калинин районына ҡараған Шакша биҫтәһендә 122-се мәктәптә башҡорт клас­тары асып эшләй башлағас та, миңә иң ауыр саҡта ул “ваҡытым юҡ” тип торманы – уҡыусыларым һәм ата-әсәләр алдында сығыш яһап, шиғырҙарын уҡып, үҙе көй яҙған йырҙарын баш­ҡарып, ҡурайҙа уйнап, барыбыҙҙы ла өмөт-ышанысҡа, бәхет-шатлыҡтарға күмде.

Рауил Ниғмәтуллин 2004 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия институтында доцент булып эшләп хаҡлы ялға китте, тыуған ауылында өй һалды. Бер осрашҡанда ошо турала һорау биргәс, бының сәбәбен ул ябай ғына аңлатты: “Ауылым юҡҡа сыҡмаһын! Мин башламаһам, кем башлар?”


Альберт Заһиров фотоһы.



Читайте нас: