Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
25 Май 2021, 12:34

Зөмәрә апайыбыҙҙың балҡышы

Ҡош юлындағы ынйы йондоҙҙар кеүек...

Уҡытыусым, беренсе уҡытыусым. Ошо һүҙҙәр эсенә бөтә ғаләм һыйған. Ул ата ла, әсә лә, ғөмүмән, бер бөтөн тормош, бай яҙмыш. Үҫеп еткәс тә уҡытыусының изге эше беҙҙең йөрәк түрендә урын ала, ғүмер юлында рухи юлдашҡа әүерелә.


Күңелгә юйылмаҫ эҙҙәр һалды


Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина үҙенең тормош иптәше Мөхтәр Ниғмәт улы Ғайсин менән Наурыҙ урта мәктәбенә уҡытырға килгәс, мәктәптә кәйефтәр күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Беҙ һигеҙенсе класҡа уҡырға килгәйнек. Зөмәрә апай – географиянан, Мөхтәр ағай физиканан белем бирә башланы.
Апайыбыҙ сикһеҙ энергияһы, эшкә сапсанлығы, әңгәмәләрендә әүәҫлеге, башҡа береһендә лә булма­ған мәғлүмәтлеге, география фәненә тоғролоғо менән мәктәп коллективына “зарядка” биреп торҙо. Зөмәрә апай әсәләрсә һөйкөмлөлөгө, алсаҡ йылмайыуы, сикһеҙ киң күңеле, эске рухи байлығы, бала­ларҙы тәрән ихтирам итеүе һәм төплө белеме менән алдырҙы.
Апайыбыҙ бер ваҡытта ла баланы кәмһетмәне, әрләмәне. Уның күҙҙәрен мөлдөрәтеп йылмайыуы ғына ла уҡыусы өсөн һынаулы оло баһа булғандыр.
Зөмәрә Вәли ҡыҙының өйҙәре янып киткәс тә, бөтә ауыл, мәктәп ярҙам ҡулы һуҙҙы. Был мөғәллимә­беҙгә оло хөрмәт һәм ихтирам менән эшләнде.
Ә инде география дәрестәре – үҙе бер сикһеҙ донъяларҙа гиҙеү. Төрлө илдәргә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмә-сәйәхәттәр, Наурыҙҙан алып Америка, Аргентина, Бразилия, Куба, Африка илдәренә “караптарға тейәлеп, Тымыҡ океан тулҡындарын ярып йөҙә” инек. Төрлө ҡитға халыҡтары, телдәре, ер-һыу атамалары, хайуандар донъяһы, йылға-күлдәре, ҡаяларҙан ағып төшкән шарлауыҡтары – мөғжизәле тәбиғәт, күренекле сәйәхәтселәре хаҡында дәрестәр бөгөн дә беҙҙең күңелгә юйылмаҫ эҙҙәр һалған.
Уҡытыусының дәрестә һәр илдең контурлы карталарын төҙҙөрөүе үҙе бер сәмле ярышҡа әйләнә, көндә­легебеҙҙә “бишле”ләр һикерешә, өҫтәл­дә Ер шары – глобус зыр әйләнә, класс таҡтаһында карта янында Зөмәрә Вәли ҡыҙы, указкаһын тотоп, әңгәмәһен дауам итә. Ә беҙ, ауыҙ асып, тылсым сәскән уҡытыусы­быҙҙың һүҙҙәрен албырғап тыңлай­быҙ, ҡыңғырау шылтырай, бер кем дә урынынан ҡуҙғалмай, хистәргә бирелгән күңелебеҙ һаман шул илдәрҙә сәйәхәт ҡыла. Үҙе бер һушыңды алырлыҡ әкиәт донъяһымы ни?!
...Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтул­лина 1930 йылдың 21 июлендә Учалы районының Учалы ауылында тыуған. 1948 йылда Учалы урта мәктәбен, 1952 йылда Фирғәнә педагогия институтының география факультетын тамамлаған. Шул уҡ йылда Үзбәкстанда, 1953 йылдан Ҡурған-Түбә урта мәктәбендә эшләп ала. Тыуған яғына ҡайтып 1956 йылда Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбендә, 1957 йылдан Учалы район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә өлкән инспектор, 1960 – Килмәк, 1963 – Тажикстанда (Дүшәмбегә яҡын) ер эштәре институтында, 1964 – 1966 йылдарҙа Наурыҙ урта мәктәбендә, 1966 йылдан Өфөлә йәшәй, 57-се урта мәктәптә уҡыта. 1976 – 2002 йылдарҙа Р. Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында эшләй.


Хеҙмәте китапҡа торошло


Зөмәрә Вәли ҡыҙының башҡорт гимназияһында эшләү йылдары үҙе бер китапҡа торошло. Милли рух донъяһында тын алған, белем һәм тәрбиә эшендә оло тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙың берҙәм коллективы Зөмәрә апайҙың үҙ эшенә яуаплы­лығын, тырышлығын тиҙ күрҙе.
З.В. Хисмәтуллина үҙенең эш дәүерендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙәрмәндәр менән 50-гә яҡын поход-экспедиция ойоштора. Гимназияның 1977 йылдан ойошторолған этнографик музейы Өфөлә генә түгел, Башҡортостанда ла, күрше төбәктәрҙә лә халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булды. Зөмәрә Вәли ҡыҙ Хисмәтуллина – көн-төн ял белмәй, ең һыҙғанып, бар көсөн, белемен биреп хеҙмәт итеүсе, әлбиттә, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.
“Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрә­генең йәш эҙәрмәндәре уның етәкселегендә Башҡортостан һәм уға сиктәш Ырымбур, Һамар, Силәбе, Ҡурған, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Пермь өлкәләрендә башҡорттар йәшәгән төйәктәргә, Волга ярынан Тобол йылғаһына саҡлы Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм БР Фәндәр академияһы этнография бүлегенән бирелгән эштәрҙе үтәп, иҫәпһеҙ сәйәхәттәр яһаны.
Музей эсенә барып ингәс тә, үҙеңде башҡорт тормошо, көнкүреше, милли рухы, моңо менән тулы сихри донъяға эләккәндәй хис итәһең. Ҡап уртала – боронғоса йыйыштырылған башҡорт тирмәһе. Уның эсендә халҡыбыҙҙың көнкүрешен күҙ алдына килтерерлек экспонаттар ҡуйылған: ҡул станогында һуғылған келәм-балаҫтар, ҡайып сигелгән таҫта­малдар, ырып яһалған ағас һауыт, һаҡал-түшелдерек, еҙ самауыр, батмустар, ҡашмау, биҙәүестәр, төрлө үтектәр, йөн иләү ҡоролмаһы, һандыҡ, ҡомған, башҡорт кейемдәре, туҙҙан яһалған тырыздар, ҡымыҙ бешкестәр, ағастан биҙәлеп-соҡоп эшләнгән аш табаҡтары, ижау, тирмәндең ике-өс төрө: таш ҡайраҡтан һәм ағастан эшләнгәне, йөн сиратҡыс орсоҡтар, һунар ҡоралдары – башҡорттоң ысын йәшәйешен сағылдырған кәрәк-яраҡты һанап бөтөрлөк түгел.
Музейҙа Салауат Юлаевҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, ислам диненә арналған айырым бүлектәр бай тарихи, хәрби һәм әҙәби мәғлүмәттәр бирә. Һәр береһендә йөкмәткеле мәҡәләләр, яҙмалар, фотолар урын алған.
Музейҙың иң йыш ҡунаҡтары – уҡыусылар, студенттар, уҡытыусы­лар, ата-әсәләр, төрлө тарафтан килгән вәкилдәр. Япония, Америка, Голландия, Болгария һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар, сәйәхәтселәр халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше хаҡында үҙҙәренә кәрәкле материал ала, музейҙың тәрбиәүи әһәмиәтен белдереп, һоҡланып, тынғыһыҙ эшмәкәрлеге өсөн етәксеһе Зөмәрә Вәли ҡыҙына һәм гимназия коллективына оло рәхмәттәрен еткерәләр. Этнографик музейҙың бөгөнгө заман уҡыусылары өсөн әһәмиәте хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең һоҡланыуы хаҡында яҙып ҡалдырған:
“...Музейҙы ҡарап сығыу һәм ундағы күргәндәр мине бик тетрән­дерҙе. Уны ойоштороусыларға һәм музейҙы ойоштороуға ҙур көс һалыусыларға рәхмәтемде белде­рәм. Был – милли мәҙәниәтебеҙ сығанаҡ­тарына һөйөү тойғоларының сағыу балҡышы...”


Халыҡ уҡытыусыһы


1987 йылда музейға Башҡорт­остан Мәҙәниәт министрлығы тарафынан “Халыҡ музейы” исеме бирелә, 1990 йылдан ул “Рәсәй мәктәптәренең өлгөлө музейы” тип атала. Музей экспонаттары бер нисә тапҡыр Татарстан, Сыуаш республикаларында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡала­ла­рының Дәүләт музейҙа­рында күрһәтелде. Музей эшмәкәр­леге, Зөмәрә Вәлиевна етәкселеген­дәге эҙәрмән­дәр хаҡында гәзит-журнал­дарҙа тиҫтәнән ашыу мәҡәлә донъя күрҙе, радио, телевидение аша документаль фильмдар төшө­рөлдө, төрлө сығыштар, осрашыуҙар ойошторолдо. Ул ваҡыттағы БР Президенты Мортаза Рәхимов: “Башҡорт­остан халыҡта­рының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауығыҙға һәм өйрәнеүегеҙгә ҙур рәхмәт!” – тип үҙ баһаһын яҙып ҡалдырған.
80-се йылдар башынан Зөмәрә Вәли ҡыҙы етәкселегендәге эҙәрмән­дәр башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев хаҡында тарихи документтар, материалдар йыйыу эшен бик әүҙем алып бара. 1982 йылда йәш эҙәрмәндәр Зөмәрә Хисмәтул­лина ойоштороуында С. Юла­евтың 20 йыл Рогервик крепосында ултыр­ған Палдиски ҡалаһында булды. Зөмәрә Вәли ҡыҙының башланғысы менән был ҡалала Салауат Юлаев музейы асылып, уның фондына 200-ҙән ашыу экспонат, башҡорт рәссам­дарының ижад иткән картиналары бүләк ителде. Скульптор Л.П. Нечаева ҡойған С. Юлаев бюст-һәйкәле әҙерләнде.
Был үтә лә изге, яуаплы эштәрҙең, әйтергә кәрәк, ил кимәлендәге миссияның башында Зөмәрә Вәли ҡыҙы торҙо һәм намыҫ менән башҡа­рып сыҡты. Илен, халҡын, уның тарихын, мәҙәниәтен һәм мәғарифын донъя киңлегенә сығарған шәхестәре­беҙҙең береһе ине ул.
Зөмәрә Хисмәтуллина беҙҙең республикала ғына түгел, Рәсәйҙә күренекле тыуған яҡты өйрәнеүсе-өйрәтеүсе, халыҡ күңеленә һалыусы, тарихи һәм рухи күперҙәрҙе тоташтырыусы булды. Ул ойошторған “Глобус”, “Крайҙы өйрәнеүсе” ғилми йәмғиәттәрендә йөҙҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнде, уларҙың эше 30 кубок, почетлы миҙалдар, грамоталар менән билдәләнде.
Зөмәрә Вәли ҡыҙы 1998, 1999 йылдарҙа Мәскәүҙә уҡытыусыларҙың ғилми-ғәмәли конференцияларында әүҙем ҡатнаша, йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһай, “Тәбиғәтте һаҡлау өсөн” миҙалы, почетлы билдәләр, 2000 йылда Башҡортостан Президен­тының “Өфө үҫешенең хеҙмәттәре өсөн” дипломы менән бүләкләнә, 7–8-се кластар өсөн “Башҡортостан географияһы” уҡыу дәреслеген әҙерләүҙә һәм нәшер итеүҙә даими мөхәрририәт ағзаһы була.
Уның авторлығында 30-ҙан ашыу проблемалы мәҡәлә, ғилми-методик сығыштар гәзит-журналдарҙа донъя күрҙе. З.В. Хисмәтуллина БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ булды. Учалы ауылының йә ҡалаһының бер урамына уҡытыусыбыҙҙың исемен биргәндә, ҡайһылай изгелек эшләр инек ...
Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә, районына, республикаһына – туған халҡына үҙенең алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәтен биргән оло йөрәкле шәхес – мөғәллимә, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусыларҙың уҡытыу­сыһы, бөгөн һәм киләсәктә лә беҙҙең өсөн халыҡ уҡытыусыһы булып ҡалырына иманыбыҙ камил!
Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина кеүек шәхестәр быуынына бер-ике генә тыуалыр ҙа оҙайлы үә ҡаһарманлыҡ талап иткән хеҙмәтенән һуң тыныс ҡына, мәңгелеккә киткәндә лә ҡош юлындағы ынйы йондоҙҙар булып юлдарҙы һәр саҡ балҡытып торалыр.

Зөмәрә апайҙың балҡышы шулай мәңгелек!

Читайте нас: