Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
20 Июль 2021, 15:38

Оло йөрәкле кеше ине

Бер кемдең дә яҙмышына битараф булманы…

...2005 йылдың февраль  башында баш ҡаланың  Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты 60 йыллыҡ  юбилейын билдәләне. Мин һаман ошо иҫтәлекле ваҡиға тәьҫирендә йәшәйем. Йылы, ихлас осрашыуҙар, тулҡынландырғыс минуттар кисерҙек беҙ был байрамда. Уларҙы яҙып ҡына аңлатып булмай, үҙ күҙең менән күрергә кәрәк... Класташтарҙың һәм уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең  осрашыуҙары  һоҡландырғыс ине. Шуныһы шатландырҙы: мәктәпте тамамлаған уҡыусылар, мотлаҡ рәүештә үҙҙәренең элекке уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре янына килеп, уларҙы оло байрам менән ҡотлап, хәл-әхүәлдәрен һорашып, иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе 1-се мәктәп-интернатта оҙаҡ йылдар физиканан уҡытҡан  Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, танылған хеҙмәт ветераны Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина янында булды. Уның менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә –  ҙур сират.  Артабан һүҙ ошо оло йөрәкле кеше тураһында.

Уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?

 ...Бер ваҡыт май айыңда ғалим Әнүәр Әсфәндиәров менән Мәхтүмә Ислам ҡыҙы янына барып, тыуған көнө менән ҡотланыҡ.  Бер аҙ һөй­ләшеп ултырғандан һуң,  ул күренекле тарихсы Раил Кузеевтың “Башҡорт шәжәрәләре” исемле китабын килтереп сығарҙы. Башҡа шәжәрәләр менән бер рәттән, китапта Дим буйы Мора­ҙым ауылы башҡорттарының шәжәрәһе лә бар. Был мөһим документ буйынса, ауыл тарихы Силәбе өлкәһенә ингән Златоуст яғынан күсеп килгән Сәйетмәмбәт тигән кешегә барып тоташа.

Мораҙым – мәҡәлә геройының тыуған ауылы. Һәр кем ете быуынын белергә тейеш, тиҙәр. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының нәҫелдәре Сәйетмәмбәттән инеш алған. Унан башлап иҫәпләһәк, Мәхтүмә Ислам ҡыҙы – һигеҙенсе быуын. Ул үҙ нәҫеле менән ғорурлана ине. Араларында йорт старшиналары, профессорҙар, академиктар һәм республикала танылған башҡа кешеләр бар. Кузеевтың китабын ул ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Шәжәрәгә туғыҙынсы һәм унынсы быуындар итеп улдарын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен дә индереп ҡуйған.

Геройымдың төп һөнәре уҡытыусы булғанлыҡтан, уның педагог булараҡ ҡайһы бер һыҙаттарына туҡталайым. Әгәр минән “Бөгөнгө уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?” тип һораһалар, һис икеләнмәйенсә, “Мәхтүмә Ислам ҡыҙы кеүек” тип әйтер инем. Мин генә түгел, уның уҡыусылары ла ошолай яуап бирер ине. Миңә уның менән 20 йылдан ашыу бергә эшләргә насип булды. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының төп һыҙаттарының береһе – талапсанлыҡ. Иң беренсе ул үҙенә ҡарата талапсан булды. Мәктәпкә юғары уҡыу йортонан яҡшы әҙерлек менән килде. Уның менән институтта бергә уҡыған, ятаҡта бер бүлмәлә йәшәгән билдәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы Абдуллина, шаяртып, институтта уҡыған йылдары тураһында былай тигәйне: “Имтихандар ваҡыты етһә, беҙҙең ҡулдан китап төшмәй, төндәрен йоҡла­майбыҙ. Бына Мәхтүмәнең өҫтәл янында ултырғанын да күрмәйбеҙ, имтихандарға бара ла, “5” ала ла ҡайта”. Уҡымайынса ғына “5” алып ҡайтмағандыр инде, ул уҡыуға бик һәләтле булған.

Барыбыҙға ла билдәле, физика мәктәптә еңел фәндәрҙән иҫәпләнмәй. Төплө белеме булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр дәресенә ентекләп әҙерләнә. Тәнәфес ваҡыттарында педагогты уҡытыусылар бүлмәһендә ял итеп ултырыусылар араһында күрмәҫһең, сөнки дәрес өсөн приборҙарҙы алдан әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Нисек дәрес үткәреүен һөйләп тә тормайым. Шуны ғына әйтәм: уның дәрестәре фәнни-методик кимәле буйынса һәр ваҡыт башҡаларға өлгө була торғайны. 1960 йылдарҙа уҡ ул ҡалала һәм республикала танылған физика уҡытыусыһы ине. Мин бөгөнгөләй иҫләйем, күпме ҡала, республика һәм зона физика уҡытыусылары уның дәрестәренән һоҡланып сыға торғайны.

Мәхтүмә Ислам ҡыҙы уҡыусыла­рына ҡарата ла талапсан  булды. Ул, ғөмүмән, ифрат һөҙөмтәле эшлә­не. Уҡыусылары төплө белем алды. Шуға ла уларҙың күпселеге техник юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде һәм бөгөн дә педагогтарына талапсанлығы, төплө белем биргәне өсөн рәхмәтле. Тағы шуны өҫтәргә кәрәк: ул йылдарҙа программала уҡыусыларҙың завод-фабрикаларға экскурсиялары ҡаралғайны. Апайы­быҙ уныһына ла өлгөрә торғайны. Республика олимпиадалары үтеү менән, мәктәптә уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Мәғариф министрлығының бойороғо килә торған тәртип бар ине. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының уҡыусы­лары был олимпиадаларҙа призлы урынһыҙ ҡалманы. Шуны ла яҡшы иҫләйем, уның уҡыусыһы Сәйәхов математика буйынса Бөтә Союз олимпиадаһында еңеүсе тип табылды.

Мәхтүмә Ислам ҡыҙының 1-се мәктәп-интернаттан китеүенә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтте. Ул тәрбиәләгән уҡыусылар бөгөн үҙҙәре лә  – билдәле шәхестәр. Улар менән аралашҡанда, йыш ҡына юғары уҡыу йорттарына инеү имтихандарында булған хәлдәрҙе ишетергә тура килә. Ғәҙәттә, имтихан алған юғары уҡыу йорто уҡытыусыларының абитуриенттан ҡайҙан, ниндәй мәктәптән килгәнен, уҡытыусыһы кем булғанын һорау ғәҙәте бар. 1960-1970 йылдарҙа интернатты тамамлаусыларҙың күпселеге техник уҡыу йорттарын һайлай ине. Ә унда мотлаҡ рәүештә физиканан имтихан тапшырырға кәрәк. Күп уҡыусылар һөйләүенсә, имтихан алыусыларҙың һорауҙарына яуап биргәндә, 1-се интернаттың исеме, бигерәк тә уларҙы Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхинаның уҡытыуы ыңғай тәьҫир яһаған. Быға бер ҙә ғәжәпләнмәйем, сөнки Мәхтүмә Ислам ҡыҙы, тәжрибәле физика уҡытыусыһы булараҡ, мәктәптәрҙә генә түгел, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында ла танылғайны.

Мәхтүмә Ислам ҡыҙының 1-се интернатта 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә белем биргән уҡыусыла­рын бөгөн төрлө урында осратырға мөмкин. Был исемлектә  “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ғайсин, район хакимиәттәре башлыҡтары булып эшләгән Ришат Исхаҡов һәм Илдар Лоҡманов, танылған йырсы Рамаҙан Йәнбәков, күренекле ҡурайсы Юлай Ғәйнет­динов, профессорҙар  Мирас Иҙел­баев, Әнүәр Әсфәндиәров, Миңлегөл Сәғәҙәткирәева, Нияз Мәжитов, Эрнст Юлбарисов, ғалимдар Рәйфә Латипова, Ринат Дәминов, уҡытыусы һәм шағирә Рәсимә Ураҡсина, төҙөлөш министры урынбаҫары Урал Ураҡсин, “Баштрансгаз” акционерҙар ойош­маһының элекке генераль директоры Фәнис Исхаҡовтың исем-шәрифе бар. Педагог уҡыусылары менән һәр саҡ хаҡлы ғорурланды. Ысынлап та, улар – уҡытыусының һәм мәктәптең генә түгел, халҡыбыҙҙың, республика­быҙҙың да ғорурлығы. Һәр береһенең яҙмышы мәҡәлә генә түгел, айырым китап яҙыуға лайыҡлы. Ошондай абруйлы шәхестәрҙе әҙерләүгә башҡа оло быуын уҡытыусылары менән бер рәттән Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ла тос өлөш индерҙе.

 Тәрбиә бишектән башлана

 1960 йылдар аҙағында 1-се мәктәп-интернат директоры итеп тәжрибәле, уҡытыу-тәрбиә эштәрен тәрән белгән Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаров тәғәйенләнә. Ул килеү менән директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп Мәхтүмә Ислам ҡыҙын тәҡдим итә. Улар икәүләп уҡытыу-тәрбиә процесының сифатын яҡшыртыу буйынса күп эшләй.

Яубаҫаровтың әйткән һүҙҙәрен бөгөнгөләй иҫләйем: “Ошондай урынбаҫар тураһында күптән хыяллана инем”. Әгәр директорҙың үҙенең етәкселегендә эшләгән кешеләрен бик маҡтап бармағанын иҫәпкә алһаҡ, был уның яңы урынбаҫарына биргән бик юғары баһаһы булғандыр. Минең уйымса, Мәхтүмә Ислам ҡыҙы менән аралашмаған кеше күп нәмә юғалтҡандыр. Уның менән мәғариф, тәрбиә мәсьәләләренә генә түгел, мәҙәниәт, сәнғәт һ.б. темаларға ла әңгәмәләшеп була торғайны.  Бер мәл  “Кармен” операһын тыңлағандан һуң, Кармен арияларын башҡарған билдәле йырсы Елена Образцованы уға маҡтай башлағайным, донъяла танылған йырсы тураһында үҙенең бер нисә фекерен әйтте. Уның менән һынлы сәнғәт темаларына ла ихлас һөйләшеп була ине. Ошо уңайҙан уның оҙаҡ йылдар 1-се мәктәп-интернатта рәсем уҡытыусыһы Әмин Әхмәт улы Хәсәнов тураһында әйткән һүҙҙәре иҫемә төштө.

Был хәл ошо уҡытыусыбыҙҙың мәрхүм булғанын ишеткәс булды. Мәхтүмә Ислам ҡыҙы уның тураһында былай тине: “Интернатта һәләтле уҡытыусылар күп ине. “Мәғариф алдынғыһы” билдәһенә лайыҡлылар ҙа байтаҡ. Коллективта “атҡаҙанған уҡытыусы” исеменә лайыҡлы кеше Әмин Әхмәт улы Хәсәнов булды, ләкин ул ошо исемде ала алмай үлеп китте”.  “Ни өсөн һеҙ уның эшен шул тиклем юғары баһалайһығыҙ?” – тип һораным. Аңлатыуы шулай булды. Әмин Әхмәт улы махсус сәнғәт уҡыу йорттарында белем алмаған. Интернатҡа эшкә килер алдынан, Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. “Уның хеҙмәте шунда, – тине ул, – сәнғәт мәктәптәрендә уҡымаған ауыл егеттәрен өс-дүрт йыл эсендә Мәскәүҙең һынлы сәнғәт һәм архитектура юғары уҡыу йорттарында уҡырлыҡ кимәлдә әҙерләне”.

Ысынлап та, был һүҙҙәр менән килешмәй булмай, һәләтле рәсем уҡытыусыһы әҙерләгән егеттәрҙән Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә билдәле рәссамдар һәм архитекторҙар үҫеп сыҡты.

Мәхтүмә Ислам ҡыҙының был кешегә ихтирамы уҡытыусының республикала бик кәрәк белгестәрҙе әҙерләүгә индергән тос өлөшө өсөн генә түгел, апайыбыҙҙың сәнғәтте яратыуынан да килгәндер. Ысынлап та, сәнғәтте тәрән аңлай ине ул. Фекерҙе дауам итеп, тағы шуны билдәләп үтәйек. Мәхтүмә Ислам ҡыҙы бик хисле, моңло кеше булды, уның күңеленә халыҡ моңдары яҡын ине. Видеомагнитофоны һәр ваҡыт әҙер торҙо, күңеленә ятҡан йыр яңғыраһа, шунда уҡ яҙҙырып алды.

Ул көслө рухлы кеше булды. Тормошонда һәм эшендә ҙур ауырлыҡ­тарға ҡарамаҫтан, улар уны һындыра алманы, апайыбыҙ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты. Был тик көслө рухлы кешеләрҙең генә хәленән килә. Эшкә күпме көс һалды! Йәшәргә үҙ фатиры юҡ саҡ, ике малайҙы үҫтерергә кәрәк... Ә ир балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләү еңел түгеллеген беҙ яҡшы аңлайбыҙ.

Миңә һирәкләп булһа ла Мәхтүмә Ислам ҡыҙының ике улы менән дә осрашырға насип итте. Кесе улы Рәмил, Мәскәү уҡыу йорттарының береһен тамамлап, хәҙер эшҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнә. Эштәре арыу ғына барғанға оҡшай. Уның менән осрашыуымда шуға иғтибар иттем: Рәмил ҡаланың фән нигеҙҙәре рус телендә алып барылған 114-се мәктәбендә уҡыған. Артабанғы тормошо –  Мәскәүҙә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән туған телдә иркен аралаша. Халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына. Мәскәүҙә Башҡортостан тураһында баҫылған китаптарҙы ваҡытында уҡып бара.

Оло улы Әнүәр ҙә туған телебеҙҙе яҡшы белде, ул заманында 1-се баш­ҡорт мәктәп-интернатын тамамлаған. Рәмил менән осрашыуҙан һуң мин ғаиләлә балалар тәрбиәләүҙә милли рухтың, ата-әсә роленең ҙур булыуына тағы бер мәртәбә инандым. Халыҡ дөрөҫ әйтә, балаға тәрбиә бишектән үк әсә һөтө менән бирелә.

Уҡытыусының үҙ балаларын тәрбиәләргә ваҡыты юҡ, тигән фекерҙе йыш ишетергә мөмкин. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының иһә барыһына ла – кеше балаларын да, үҙенекеләрҙе лә бынамын тигән итеп тәрбиәләргә ваҡыты еткән.

 Юғары әхлаҡ сере

 ...Ул һәр йыл май аҙағында тыуған көнөн билдәләй ине. Мәскәүҙә йәшәгән улы  бер генә мәртәбә лә әсәһенең тыуған көнөнә ҡайтмай ҡалманы. Өфөлә йәшәгән оло улы йыш ҡына йә телефон аша, йә үҙе килеп, әсәһенең хәлен белеп торҙо. Оло йөрәкле әсәй генә балаларына шундай тәрбиә бирә ала. Ул үҙ балаларын да, меңәрләгән интернат уҡыусыларын да тәрән милли рухта тәрбиәләне.

Беҙ бөгөн ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, һәр беребеҙҙең тормош мәшәҡәттәре бихисап. Күбебеҙ үҙ проблемалары менән мәшғүл, башҡаларға ваҡыты ҡалмай.  Ә Мәхтүмә Ислам ҡыҙы бүтәндәргә лә ваҡыт таба ине. Ул кеше яҙмышына вайымһыҙ булманы.

... Был донъяға беҙ мәңгегә килмәгәнбеҙ. Шулай оҙаҡ йылдар бергә эшләгән бер хеҙмәттәшебеҙ донъя ҡуйҙы. Ошо ҡайғылы хәбәрҙе ишетеп, Мәхтүмә Ислам ҡыҙы  бер нисә сәғәт эсендә уның таныштарын табып, уларға ошо хәбәрҙе еткерҙе. Ул ғына ла түгел, оло йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, коллегабыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа һәм иҫкә алыу кисәһендә ҡатнашты. Уға һәр саҡ башҡа кеше яҙмышы сит булманы, бүтәндәрҙең тормошона тыныс ҡына ҡарай алманы, бигерәк тә үҙе уҡытып сығарған уҡыусыларҙың көнкүреше, йәшәйеше яҡын булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уның дуҫтары араһында үҙенең уҡыусылары ла бар ине.

Бер йәй Мәскәүҙә йәшәгән ейән­сәре ҡайтҡайны. “Дуҫтарың бармы?” тигән һорауға ейәнсәре: “Өләсәй, минең иң яҡын дуҫым – һин”, – тип яуаплаған.

Нисә мәртәбә осрашҡаныбыҙ булғандыр, мин бер ваҡытта ла унан ниндәй дәүләт наградалары барлығы тураһында һораманым, ни өсөндөр шундай һорау башҡа килмәгәйне. Бәлки, мин уның төп наградаһы барлығын белгәнгәлер? Уҡыусыла­рының һөйөүе, уларҙың уңышы иң ҙур бүләге ине. Награда тураһында һүҙ сыҡҡас, шундай бер хәл иҫкә төштө, уны миңә Мәхтүмә Ислам ҡыҙының хеҙмәттәше, уҡыусыһы мәрхүм Таймас Ниязов һөйләгәйне.

Ул ваҡытта Таймас, профком рәйесе булараҡ, директор Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаровҡа ингән дә былай тигән: “Бына беҙҙең мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусы Мәхтүмә апайға “атҡаҙанған уҡы­тыусы” исемен бирергә ваҡыт еткәндер”. Һүҙгә һараныраҡ директор былай тигән: “Мәхтүмә Ислам ҡыҙы түшенә тимер-томор тағып йөрөүгә мохтаж түгел”.

Миңә тағы ла уҡыусылары республика олимпиадаларында гел призлы урындар алғаны өсөн министрҙың 1-се мәктәп-интернаттың физика уҡытыусыһы Яхина Мәхтүмә Ислам ҡыҙына “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем биреү буйынса документтар әҙерләргә тигән бойороғо булыуы билдәле. Бер генә мәртәбә түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш бойороҡтар китабынан ары китмәне, Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ла үҙенә ҡағылған мәсьәләләрҙә үтә баҫалҡы булды...

Миңә заманында оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, партия ойошмаһы секретары һәм профком рәйесе вазифаларын башҡарырға һәм 46 йыл мәктәптә эшләү дәүерендә төрлө кешеләр менән аралашырға тура килде. Наградаларҙы үҙҙәре һорап йөрөүселәр ҙә осраштырғыланы. Мәхтүмә Ислам ҡыҙын ошо кешеләр менән сағыштырам да уйлап ҡуям: ниндәй юғары әхлаҡлы кеше булған Мәхтүмә Ислам ҡыҙы!

Гәзит, радио һәм телевидение аша үҙе тураһында һөйләүҙе ул яратманы. Ошо мәҡәләне яҙғанды ла белмәне. Үтә тыйнаҡ, ябай ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле педагог Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина  ҡаты ауырыуҙан һуң быйыл 5 июндә Мәскәүҙә вафат булды. Хөрмәтле апайыбыҙға 96 йәш ине. Республика мәғарифы ҙур юғалтыу кисерҙе. Йәне йәннәттә булһын! Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек меңдәрсә уҡыусыһының һәм хеҙмәттәштәренең йөрәгендә оҙаҡ һаҡланыр.

 Марат ХАФИЗОВ,

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының элекке директоры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.

Читайте нас: