Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
23 Июль 2021, 12:07

Башҡорт әҙәбиәтенең бәҫен күтәрә

Үткер ҡәләме һоҡландыра.

Салауат Нәзир улы Әбүзәрҙең ижады – күңелдәрҙе һыҙландырырлыҡ һәм уйландырырлыҡ моңло ижад ул. Үҙенсәлекле стилгә ҡоролған әҫәрҙәре заман рухы менән һуғарылған һәм бик халыҡсан – ошо яғы менән улар халҡыбыҙҙың поэтик рухи үҫешенә ҙур өлөш индерә, башҡорт әҙәбиәтенең бәҫен күтәрә. Салауаттың ниндәй генә әҫәрен алһаң да, шағир халҡынан айырылмай, милләттәштәрен битарафлыҡтан, моңһоҙлоҡтан ҡурсырға ынтыла, белемгә, берҙәмлеккә әйҙәй.

 Ғәҙеллекте яҡлай

 Салауат Әбүзәрҙең киң ҡырлы ижадының тема төрлөлөгө бик киң. Шағирҙың “Ғәмәл дәфтәре”н, башҡа йыйынтыҡтарын алһаҡ та, уларҙа тыуған яҡ һәм уның гүзәл тәбиғәте, Башҡортостан тарихы, мөхәббәт, йәшлек, атайҙар һәм әсәйҙәр, халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәре, тыуған йорт һәм атай нигеҙе, ер-һыу мәсьәләләре йылдың төрлө миҙгелдәрен тасуирлаған һәм уларҙы кешенең холоҡ-фиғеленә күсергән образлы шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙә­ренең тел-стиль үҙенсәлектәре урынлы ҡулланылған һүҙ сәнғәтенең аҫыл өлгөләре, сағышты­рыуҙар һәм эпитеттар, нығынған һүҙбәйләнештәр һәм әйтемдәр, мәҡәлдәр, пейзаж күренештәре, һәм урындағы һөйләш менән байытылған. Шағир башҡорт теленең иң нескә ҡылдарында “уйнай” – бының өсөн һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләүсе лексик-грамматик саралар, синонимдар, омонимдар, афористик фольклор башланғыстары, әҫәрҙе биҙәгән әллә күпме исемдәр һәм хәбәрҙәрҙең семантик төркөмдәре, оҫта ҡулланылған тиң киҫәктәр, исемдәр, һушты алырлыҡ ябай һәм халыҡсан образдар менән эшләй. Ғөмүмән, әҫәрҙәрен форма, ритм һәм рифма йәһәтенән дә балҡытып ебәреп һутлы башҡорт теленең матурлығын күрһәтә белә.

Тиҙ үҙгәрешле замандың төрлө ваҡиғаларын Салауат үҙ йөрәге аша үткәреп яҙа, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөн һәм иртәгәһен уйлай, йәмғиәттәге һәр төрлө кире үҙгәрештәргә баһаһын бирә. Бының менән бөгөнгө болғансыҡ заманда халҡыбыҙҙың күҙен асырға, битарафлыҡ, моңһоҙлоҡ, маңҡортлоҡтан араларға тырыша. Шағирмын тигән шағир халҡының хәйерселеккә төшөүенә, ғәмһеҙлек һаҙлығына батыуына, илен-ерен сит-яттар баҫып алыуына тыныс ҡарап торормо? Кем-кем, әммә был Салауат Әбүзәргә хас сифат түгел. Былар әҙиптең:

Хоҙай алдында тигеҙбеҙ,

Бер кемгә айырма юҡ.

Батшаға ла шул бер ҡояш,

Көтөүсегә лә шул уҡ, –

тигән шиғыр юлдарында ла, “Эйе, был һүҙҙәрем асыш түгел, быны һәр кем дә белә. Тик көтөүсе булғы килмәй, батша булаһы килә” (“Хоҙай алдында тигеҙбеҙ”) тигән юлдарҙа ла асыҡ сағыла.

“Бер әҙиптең юбилейы булды. Маҡтанылар быны, маҡтанылар... Ямар өсөн уның йыртыҡтарын Ниндәй генә ямау тапманылар” (“Ямау”); “Әйтмәҫ һүҙҙе әйтте­рәләр, иҫ-аҡыл китә бит, әй! Сәкән һуҡҡанды ҡарайбыҙ, илле бер миллиард түләп” (“Әйтмәҫ һүҙҙе әйттерәләр”); “Илем тулы музей, һәйкәл: ҡайҙа ҡарама – бөйөк. Шул бөйөктәрҙе күрергә барабыҙ башты эйеп...” (“Бөйөктәр”); Маҡталыуға ныҡ күнекте кеше, эше – төймә ҙурлыҡ, һүҙе – дөйә. Хатта олпат-олпат ағайҙар ҙа, айыу булып, төлкө туны кейә” (“Маҡталыуға ныҡ күнекте кеше”) тигән юлдарҙа ла шағир маҡтау-яһауҙарҙы, булмағанды бишкә арттырып һөйләп, халыҡтың уяулығын юғалтырға һәм йоҡла­тырға тырышыуҙарҙы фашлай, бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә сәскә атҡан урынһыҙ маҡтау-шапырыныу­ҙарҙы тәнҡитләй.

...Элек, исмаһам, биш йыллыҡ уңыштары менән маҡтана торғай­нылар, хәҙер иһә булмағанды ҡушып һөйләйҙәр, әммә маҡтансыҡлыҡ, алдаҡсылыҡ, күҙ буяу кеүек йәмһеҙ күренештәр тәнҡит­ләнмәй, сөнки шағир һүҙҙәре менән әйткәндә: “Кеше битлек менән йәшәй”. Ә һуң ихлас дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамсыллыҡ кеүек матур сифаттарыбыҙ ҡайҙа булған? Ҡайһы арала уларҙы дан һәм малға, дәрәжәләргә һәм аҡсалы вазифаларға алмаштырып бөттөк? Бына ниндәй һорауҙар ҡуя шағир!

Был кешеләр битлектәрҙе

Көнөнә йөҙ алмаштыра.

Кемдәрҙелер алдайым тип,

Үҙ-үҙҙәрен алдаштыра.

Кеше шулай был донъяла

Битлек кейеп ғүмер итә.

Йәл: үҙенең матур йөҙөн

Күрмәйенсә үлеп китә”

(“Битлек”).

Күренеүенсә, шағир ҡәҙимге әҙәм балаһының тәбиғәттә булмағанса яһалма битлек кейеп йәшәргә тырышыуына, яһалмалыҡҡа ынтылыуына әсенә, түрә-ҡараға тәрилкә тотоп дәрәжәләр алыусыларҙы фашлай, ғәҙеллекте яҡларға, дөрөҫлөккә тура ҡарарға саҡыра.

Хәйерселеккә лә йәне илай шағирҙың, быны уның “Хәйерсе” поэмаһында асыҡ тоябыҙ. Әҫәрҙе уҡый башлағанда шағир битлекһеҙ йәшәгән хәйерселәр йәки, Мәжит Ғафури теле менән әйткәндә, “тыштан керле, эстән – таҙа” ябай, ярлы халыҡ хаҡында яҙа, тип уйлайһың, сөнки әҫәрҙең башында ул ярлылыҡ тураһында һөйләй. Әммә яйлап элекке хәйерсенең бөгөнгө хәйерсе менән уртаҡлығы булмауын төшөнәһең. Был турала шағир үҙе лә: “Элек беҙҙә бер хәйерсе бар ине, өй беренсә тәғәм ризыҡ һорар ине” тип аңғартып ҡуя һәм һүҙҙе әйләнә-тирәбеҙҙә хәйерсе роленә инеп сабатаһын түргә элгәндәргә күсерә.

 Башҡорт шиғриәтенең маяғы

 Салауат Әбүзәрҙең халҡының бөгөнгө хәле һәм яҙмышын ҡайғыртып яҙған бына ошондай әҫәрҙәре бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың халыҡ, тел, милләт азатлығы өсөн янып-көйөп яҙған әҫәрҙәренә ауаздаш. Уның “Бабичҡа эйәреп” тип исемләнгән “Ҡоролтайға көйлө хитап” шиғырында ла ошо тема үҫтерелә. Бер өҙөгөн уҡып китәйек:

Ирек өсөн, азат илкәй өсөн

Борондан уҡ килдек ҡырылып.

Уландарҙың ҡылған батырлығы

Милләтемә ҡайтты йыр булып.

Ә үҙебеҙ нимә эшләнек һуң?

Һүҙ һөйләйбеҙ ауыҙ тултырып,

“Халҡым” тиеп тамаҡ яра-яра,

Йомшаҡ креслоларға ултырып.

Йыйып әйткәндә, Салауат рухлы Салауат Әбүзәр ижады беҙгә, уҡыусыларға, халҡым тип өҙөлөп тороуы, үҙ милләтен батыр, матур, аҡыллы һәм бөйөк итеп күрергә ынтылыуы менән яҡын. Әммә, Бабичтан айырмалы, Салауат ерҙәге ауырлыҡтарҙы һәм ғәҙелһеҙ­лектәрҙе күргәндә ҡарашын айға, йондоҙҙарға йүнәлтмәй, кире­һенсә, фәһем алырлыҡ заман күренештәре аша етешһеҙлек­тәрҙе тәнҡитләй.

Халыҡтың бар нәмәһен тартып ал – ул барыбер йәшәй, ә бына ерен, телен тартып алһаң, ул үләсәк. Салауат был тәңгәлдә лә иҫкәртергә онотмай, тел мәсьәләһендә һаҡ булырға, туған телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡыра.

Салауат Әбүзәр ижадында Башҡортостан яҙмышы ла үҙәк урында тора. Шағир өсөн “ғәзиз ере – һутлы кәрәҙ, ынйыға бай, йомарт та. Халҡы, гүйә, егәрле күс, ә Ватаны – умарта” (“Умарта”). Шунан да яҡшыраҡ әйтеү мөмкинме һуң?!

Салауат Әбүзәрҙең әҫәрҙәре – барлыҡ ҡатламдарға ла аңлайышлы төплө, мәғәнәле, уйландырғыс ижад. Ул күләм менән түгел, артыҡ һүҙҙәр ҡулланмайынса ла фекерен сәпкә төбәп әйтә белә. Уның шиғри һүҙе “мөхәббәт кеүек һәм күҙгә эркелгән йәштәй” халҡына төбәлгән: һәр әйткән һүҙе ипле-имле уның: “Ҡаға-ҡаға йөрәгемде мин дә күктәргә менәм: яҙыр өсөн йырҙарымды ҡауырый ҡәләм менән” (“Ҡыл”); “Бар ғүмерем йылы эҙләп үтә, йылы эҙләп үтә кешенән. Күңел болотонан йән өшөгән, күҙҙәрҙәге көҙҙән күшегәм” (“Шағирҙар”); “Бешкән емеш йыям күңелемә төндәр буйы шулай кем өсөн?! Кешеләргә мин таратып бирәм, тәмләһендәр Йыһан емешен” (“Хоҙай бүләге”).

Нескә һүҙ оҫтаһы, һутлы башҡорт телендә ижад итеүсе шағир, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр ижады – башҡорт шиғриәтенең маяғы һәм ғорурлығы ул. Аллаһ Тәғәлә уға оҙон һәм емешле ижад насип итһен.

Салауат ӘБҮЗӘР

 Ҡыҙҙарыма

 

Мең-мең ғазап сигеп,

Теҙ сүкмәгән

Милләтемдең ике

Ҡыҙы һеҙ.

Салауаттар тоҡандырған

Уттың

Һүнмәйенсә ҡалған

Ҡуҙы һеҙ.

Нәфис заттан,

Ләкин һеҙ халҡымдың

Төҫө генә түгел,

Көсө лә:

Әле кескәй бөрө

Булһағыҙ  ҙа,  –

Урман һыя

Бөрө эсенә…

Мәгәр онотмағыҙ:

Тамыр йәйә

Үҙ ерендә булһа

Ул орлоҡ!..

Бында бары

Салауат батыр ғына

Тыуған өсөн

Башҡорт булырлыҡ!

 

Атай ҡайышы

 

Иртә китте атай.

Малайҙары

Төшөнһөн тип

Донъя айышын,

Ҡырыҫ йөҙлө

Яҙмыш ҡулдарына

Ул ҡалдырып киткән

Ҡайышын.

Тормош һуҡмағынан тая-тая,

Арыҡ иңдәр йөктө

Тартҡанда,

Ҡыйыш баҫҡан һайын

Ошо ҡайыш

“Һөйөү”ен мин тойҙом

Арҡамда.

Тел осонда тора

Шәрбәт түгел,

Маңлайҙарҙан аҡҡан

Тир тәме.

Ҡояштан да

Алданыраҡ тороп

Ҡаршыланыҡ

Һәр бер иртәне.

Йөк өҫтәлгән һайын

Быуын ҡата –

Арыҡ атҡа йөктө

Һалмайҙар.

Ерҙең үҙен

Һөйрәп бара кеүек

Шул атайһыҙ үҫкән

Малайҙар.

 

Дин

 

Намаҙлығым –

Ап-аҡ ҡағыҙ,

Йырҙарым –

Доға минең.

Табынғаным –

Әҙәбиәт,

Шиғриәт –

Тотҡан динем.

Мулла булырға

Самам юҡ,

Суфый ҙа

Булалманым.

Ябай ғына

Бер ҡоло мин

Ижад тигән

Алланың.

Ҡиәмәттә

Яуап биреп,

Үҙемде

Йәлләтмәмен.

Йырлы донъя –

Нурлы донъя, –

Былай ҙа

Йәннәттәмен.

 - Миләүшә ГОДБОДЬ.

Читайте нас: