Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Июль 2021, 12:38

Бәхетле яҙмышлы оло шәхес

Тарихта исеме башҡорт урманы йырсыһы булып ҡалыр.

“Зәңгәр тауҙар” ҡуйынында

Бар әкиәт донъябыҙ.

Шунда тыуған, шунда үҫкән

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ.

“Ер биҙәге” урманды

Данлай әҫәрҙәрендә.

Ябай ғына урмансылар

Герой китаптарында.

“Һайлап алған яҙмыш”ына

Һис тә әҙип үкенмәй.

“Зәңгәртауҙа аҡ болан”ы

Һис кенә лә ташламай”.

 

 Тамырҙары тәрән киткән дәү ҡарағай

 Ошолай йырлай Ишембай райо­ны­ның Ҡолғона ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең күренекле яҡташы – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы, Башҡортостан Республи­каһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ордендары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарары менән милләтте туплауҙа, башҡорт телен, рухиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнгән, Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуы­ның аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, башҡорт әҙәбиәтенең тиҫтәнән ашыу эпик йөкмәткеле романдар, 30-ҙан ашыу үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусин тураһында.    Башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып танылыу алған башҡорт урмандары йырсыһы, ысынлап та, бәхетле яҙмышлы оло шәхес.

 Яҙмыш... Ошо биш кенә хәрефтән торған һүҙгә яҙыусының 90 йыл ғүмере һыйған. ХХ быуатта йәшәп, 70 йылдан ашыу ижад иткән әҙиптең башынан, күңел түренән ил, халыҡ тарихында булып үткән күпме хәл-ваҡиғалар, күпме кеше яҙмыштары үткән! “Мәңгелек урман” дилогия­һындағы ваҡиғалар сылбыры ХIХ быуаттан башланһа, башҡорт халҡының 1704–1711 йылдарҙағы ихтилал етәксеһе, Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәев тураһындағы «Шунда ята батыр һөйәге» романы ХVIII быуатҡа барып тоташа. Һәр әҫәренә күпме физик һәм йөрәк көсөн түкте икән әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы? Уны билдәләй торған үлсәмдәр юҡтыр! Ҡәләм оҫтаһының яҙмышы ил хәстәре, халыҡ яҙмышы, кеше һәм тәбиғәт араһындағы проблемалар менән тығыҙ бәйләнгән. Ижады халыҡсан, тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған. Һоҡландырғыс ижад! Барый Ноғоманов үҙенең бер шиғырында былай тип яҙҙы:

Тормош – һинең диңгеҙ,

Тулҡындарын көн дә ҡағаһың,

Аҫыл ынйыларын табаһың!

Ай-һай! Тормош диңгеҙендә аҫыл ынйыларҙы табыу еңелдән түгелдер ул! Ә яҙыусы эҙләгән, тапҡан! Уның һәр әҫәре – әҙәбиәтебеҙҙәге ҡабатланмаҫ, күҙҙең яуын алған аҫыл ынйы! Шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлогил­дина Ноғман Мусинды “әҙәбиәт донъяһында тамырҙары тәрән киткән дәү ҡарағай” менән сағыштыра. Тамырҙары Ер-әсәнән һут алған ҡарағай ел-дауылдарға бирешмә­йенсә, башын күккә сөйөп ғорур тора.

Башҡорт урманын, тәбиғәтен уның кеүек һүрәтләгән, уны һаҡлау проблемаларын ҡыйыу күтәргән башҡа яҙыусы юҡ, тиһәң дә була. Халыҡ яҙыусыһы: “Ер йөҙөндәге иң еңел файҙаланыла торған иң ҡиммәтле байлыҡ – урман. Шуға ла уның ҡәҙере юҡ”, – тип борсола. “Урман – кешегә кәсеп кенә түгел, бөтә ер йөҙөнә тормош биреүсе, йән өрөүсе, микроклимат тыуҙырыусы көс. Ҙур-ҙур урман массивтарын юҡҡа сығарыуыбыҙ тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Ошо арҡала күпме ваҡ йылғалар ҡорой, ҙурҙары күҙгә күренеп һайыға, климат та насар яҡҡа үҙгәрә.

Ошолар тураһында иң юғары трибуналарҙан күпме һөйләйҙәр, закондар ҡабул итәләр, яҙалар, бәхәсләшәләр, ә урманды ҡырҡыу һаман тәртипкә һалынмай”, – тип әсенеп һөйләй “Таң менән сыҡ юлдарға” романының геройы Ризуан Әхмәтшин. Был әҫәрен әҙип 1982–1986 йылдарҙа яҙа. 40 йыл ваҡыт үтеп киткән! Ошо ваҡыт эсендә урманды вәхшиҙәрсә ҡырыу дауам итә. Уны һаҡлау үҙ көйөнә тапшырылған. “Урманды рәхимһеҙ ҡырыуыбыҙҙың төҙәтеп булмаҫтай насар һөҙөм­тәләрен яҡын киләсәктә үк күрә­сәкбеҙ”, – тип киҫәтә автор. Күрәбеҙ бит! Кем ғәйепле?

 Тере энциклопедия

 Бер шиғыр минең күңелемдән китмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авторын белмәйем. Шул шиғыр юлдарынан яуапты табып була.

Ниңә йылғалар һайыға?

Ниңә ағастар ҡорой?

Йәшәгән һайын, ҡурҡытып,

Ҡайғыға һала был уй,

сөнки һайыға күңелдәр,

Йәнде ләм баҫып бара...

Улар бөтөнләй ҡороһа,

Донъянан нимә ҡала?

Ысынлап та, уйға һала был һорау. Рәхимһеҙлек, яуызлыҡ, тәбиғәт ҡанундарын һанға һуҡмау, кешеләр араһындағы дошманлыҡ... Донъябыҙ­ҙан нимә ҡалыр икән? “Беҙ һуңғы ваҡытта яуызлыҡты кисерергә өйрәнеп киттек, күптәр уға ҡаршы торорға ҡурҡа башланы. Шуға ла мәкер, күҙ буяу, уҫаллыҡ менән алдырып йәшәүселәр үрсей”, – тип бик дөрөҫ әйтә әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы. Тағы ла бер тапҡыр: “Урман яҙмышы – ул ер яҙмышы, ә ер яҙмышы – халыҡ яҙмышы. Бындай яҙмыштар менән шаярырға ярамай беҙгә!” – тип киҫәтеп ҡуя яҙыусы.

Һәр бер ҙур йылғаның башы – ул бәләкәй генә шишмә. Ил ағаһы Нөғәмәндең (әсәһе Вәсилә өләсәй уны яратып шулай тип йөрөтә торғайны) тормош һәм ижад юлы ла зәңгәр тауҙар, ҡуйы урмандар уратып алған, һауаһынан бал еҫе аңҡыған, сылтырап ағып ятҡан шишмәләренең һыуы эсеп туйғыһыҙ тәмле булған ғәжәп бер матур илдән – элекке Маҡар районының Ҡолғона ауылынан башлана.

Атаһы Муса улы Сөләймәнде ауылдаштары “һыу һөлөгө кеүек матур, ҡарағайҙай таҙа, изге күңелле кеше ине” тип хәтергә алыр булған. Белемле, рус, латин, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән, һәр эшкә оҫта, көслө, саф күңелле, шаян холоҡло атаһы буласаҡ яҙыусы өсөн “әҙәм балаһы ғүмер баҡый күккә ҡарап һоҡланған, ымһынған, тик бер ваҡытта ла буйы етмәгән иң яҡты йондоҙ” була. 31 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп барған атаһын юҡһыныу, үҙен атайлыларҙан кәм күреү тойғоһо яҙыусыны ғүмер буйы ташлап китмәй. Уға тормош әлифбаһын өйрәтеүсе, үҙенә һыйындырыусы, атаһын алмаштырған ҡәҙерле кешеһе олатаһы була.

Ғәзиз әсәһе һәм олатаһы биргән тормош һабаҡтары буласаҡ әҙипкә ғүмере буйына тоғро юлдаш булып ҡала. Өс ҡыҙын, бер бөртөк улы Нөғәмәнде ел-ямғырҙан, һыуыҡ­тарҙан, ыжғыр бурандарҙан ҡурсалап, ҡәҙерләп үҫтерә Вәсилә өләсәй. Заманалар нисек кенә ауыр булмаһын, һынмай, бөгөлмәй әсә! Ҡөрьәнде яттан белгән, бер ваҡытта ла биш намаҙын ҡалдырмаған, ураҙаһын тотҡан, ауырығандарҙы өшкөрөп шәбәйткән әсәнең ауылдаштары араһында абруйы көслө була. Белемле, сабыр холоҡло, көслө рухлы ҡатын атаһынан ике генә йәшендә етем ҡалған улының тормошта ҙур үрҙәр яулауын күреп, уға рәхмәтле булып, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлағанда ахирәткә күсте.

Шундай матур ғаиләлә тыуып үҫеүе менән дә бик бәхетле яҙыусы! Ауылында иң беренсе булып урта һәм юғары белем алған тырыш, сәмсел, ныҡыш, маҡсатына ынтылған, егәрле кеше булып та таныла ул. “Урманда төрлө ағастар бар: ҡартайғандары, сирлеләре, кәкреләре... Кешеләр ҙә шулай төрлө”, – тип әйтеп ҡуя яҙыусы. Һәм үҙенең балалар өсөн яҙған хикәйәләренең геройы Әбделнәғим бабай исеменән былай ти: “Кешенең дә, кейектең дә – һәр нәмәнең уғата матуры була”. 90 йәш­лек юбилейын билдәләгән башҡорт урманының йырсыһы Ноғман Мусин үҙе лә уғата матур кеше. Уның үҙен дә халыҡ тарихын, ил яҙмышын һаҡлаған тере энциклопедия тип атарға мөмкин. Йор һүҙле, шәп хәтерле, күҙҙәре янып торған, әле лә әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып, янып-көйөп йәшәгән ил ағаһына 90 йәште биреп тә булмай.

 Намыҫын юғалтмаған матур кеше

 Быйыл 1 апрелдә Ишембай райо­ны һәм ҡалаһы хакимиәтенең мәға­риф бүлеге уҡытыусылар ҡатнаш­лығында “Илем. Телем. Ерем” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үткәрҙе. Мин, ветеран уҡытыусы булараҡ, ошо матур сарала әҙиптең “Берҙән-бер моң” тигән һүрәтләмәһен яттан һөйләп, еңеүсе дипломына лайыҡ булдым. Әлбиттә, еңеүемә шатландым. Халыҡҡа яҙыусының туған тел хаҡындағы уйҙарын, кисереш-борсо­лоуҙарын, теле менән ғорурланыуын еткерә алғаныма ҡыуандым. “Минең телем – башҡорт теле, тип ғорур­ланыуҙан ҡурҡырға ярамай! Ағас һутты тамырҙары менән һура, әҙәм балаһына аҡыл әсә теле аша туплана. Һәр беребеҙҙә телебеҙгә оло ихтирам һәм мөхәббәт булғанда ғына, беҙ уны сәләмәтләндереп ебәрә, матур яҙмышлы итә алабыҙ. Туған тел кешеләргә йәшәү рухы өҫтәгән йыр кеүек, иң бөйөк берҙән-бер моң ул!” – ти һүҙ оҫтаһы.

Яҙыусының “Тормош. Яҙмыш. Булмыш” исемле документаль повесында олатаһы үҫмергә былай тип әйтә: “Тыуған ереңдәге һуҡмаҡтарҙы һағынып, уларҙы күрергә атлығып йәшәһәң, ғүмерең оҙон булыр...”. Йән биргән төйәген һағынып, ашҡынып ҡайта аҡһаҡал. Ауылдаштары, туғандары, уҡыусылары менән осрашып һөйләшеүҙәрҙән ҙур кинәнес алып, көс туплай ул тыуған ауылында. Тыуған нигеҙе лә туҙҙырылмаған. Был нигеҙҙә бер туған апаһы Нәфи­сәнең улы Ғәфүр матур итеп донъя көтә. Йәй һайын ҡайтып, зыяратҡа барып, ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең, яҡын туғандарының фатихаһын алып китә яҙыусы.

Бәхетле яҙмышлы оло шәхес ул Ноғман Мусин. Ринат Камал әйткәнсә, “Ноғман Мусин тарихта башҡорт урманы йырсыһы булып ҡалыр, әҙәбиәтебеҙгә башҡорт урмандары хазинаһын бүләк итеүсе булып хөрмәт ителер – һәр ваҡытта ла, һәр заманда ла!” Кешелеклелеген, намы­ҫын юғалтмаған, хәләл көс менән йәшәгән, донъяһында хәрәм малдың остоғо ла булмаған уғата матур кеше!

Ҡолғона ауылының иң матур урамдарының береһендә, Аллаһ йорто булған мәсет һәм мәҙәни үҙәк бинаһы эргәһендә, ҡунаҡсыл матур бер йорт ултыра. Ул – Ноғман Мусиндың йорт-музейы. Яҙыусыға Урман хужалығы министрлығы, урмансылар 70 йәшлек юбилейын үткәргән ваҡытта бүләк иткәйне. 2016 йылға тиклем был йорт яҙыусының ижад йорто тип йөрөтөлдө. Ноғман ағай ҡатыны Фәймә еңгә, ҡыҙҙары Фәрзәнә һәм Гөлшаттың көсө менән зауыҡлы итеп биҙәлгән күркәм өйгә әйләндерҙе. Экспонаттарҙы ғаилә Өфөнән килтерҙе, уларҙы матур итеп урынлаштырҙы. Бишенсе йыл был йорт Ҡолғона ауылы хакимиәтенең милке булып иҫәпләнә. Хакимиәт ошо ваҡыт эсендә күп кенә төҙөкләндереү эштәре алып барҙы. Түбәһе йылытылды, дүрт бүлмәгә ишектәр ҡуйылды, йылытыу системаһы яңыртылды. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған йорт-музейға әйләнде ул! Әҙәбиәт музейы, китаптар донъяһы!

Быйыл яҙыусының 90 йәшлек юбилейы айҡанлы бик күп эш башҡа­рылды. Һәр үткәрелгән сарала мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре, китапханасы, ағинәйҙәр ихлас ҡатнашты. Уларға рәхмәтем сикһеҙ! 6, 7, 8-се класс уҡыусылары менән әҙиптең “Бер түтәрәм икмәк” хикәйәһе буйынса асыҡ дәрес, “Һүҙ тураһында һүҙ” репликаһы буйынса фәнни-ғәмәли конференция, Ҡолғона ауылының рухын бөтә киң илебеҙ, көнсығыштағы һәм көнбайыштағы сит илдәр буйынса ла бысратмай йөрөткән, хәрби академия бөтөп, полковник дәрәжә­һенә еткән разведчик Әҙеһәм Теләпов тураһындағы “Тауҙар улы” очеркы буйынса 9-сы класс уҡыусы­лары менән “Батырлыҡ” дәресе, республика буйынса үткәрелгән иншалар конкурсында ҡатнашыу, яҡташы­быҙҙың балалар өсөн яҙылған “Ҡа­рағай башында бер төн”, “Төлкөнө алдап буламы?” тигән әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, “Мәңгелек урман” дилогияhы буйынса “Мәңгелек урман. Урман мәңгелекме?” тигән темаға “тү­ңәрәк өҫтәл”дә фекер алышыуҙар һ.б. Быйыл иһә Ҡолғона урта мәк­тәбенә яҙыусының исеме бирелде.

Донъялар имен, тыныс булһын! Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла сәлә­мәтлек насип итһен. Көҙгә яҙыу­сы­быҙҙың юбилейын гөрләтеп үткәрергә яҙһын! Ә инде май айынан музей ишектәре ябылмай! Районыбыҙҙың көслө мәктәптәренән иҫәпләнгән Әхмәр мәктәбе уҡытыусылары менән осраштыҡ. Музейҙы күреп, рәхмәт­тәрен әйтеп, тәьҫораттарын яҙып киттеләр. Беҙ ҙә уларҙың килеүенә шул тиклем ҡыуандыҡ! Эшегеҙҙә тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем, хөрмәтле уҡытыусылар! Маҡар, Ишәй, Биксән, Әптек, Иҫке Һәйет уҡыусылары ла Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижады менән ҡыҙыҡһынып, алыҫ араларҙы яҡын итеп, насар ғына юлдарыбыҙҙан ҡурҡмай экскурсияла булып китте. Ә Ҡолғона мәктәбе уҡыусылары менән бәйләнеш күптән инде нығынған.

 Лилиә МӨХӘМӘҘУЛЛИНА, Н. Мусиндың йорт-музейы хеҙмәткәре.

Читайте нас: