Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Июль 2021, 12:23

“Мырҙабыҙ уҡытыусы булыр...”

Бөгөн дә әүҙем тормошта йәшәй.

Үрген ауылында тыуған Ғәлийән Ҡаһармановтың балалыҡ осоро һуғыштан һуңғы өҫ – кейемгә, тамаҡ ашҡа туймаған ауыр йылдарға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһы менән тыл хеҙмәткәре булған әсәһе иртә таңдан ҡара кискәсә колхоз эшенән бушамай. Өлкән апаһы сит тарафтарҙа эштә йөрөй, абзыйы ер аяғы-ер башы Сахалинда хәрби хеҙмәт үтә.

  “Һабаҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай”

 Бәхетенән, эргәһендә ике яҡын кешеһе: биш йәшкә генә ҙур Әминә апаһы һәм өләсәһе бар, малайҙы улар ҡарай. Мәктәп йәшендәге апайҙың ҡысҡырып китап-гәзит уҡыуына, шиғыр ятлауына, яҙыуына мыртыйы эйәреп маташа, артабан уҡып китер өсөн көслө этәргес була ул.

Малай тирә-йүндәге берҙән-бер Үрген башҡорт урта мәктә­бендә белем-тәрбиә ала. 1963 йылда иһә сығарылыш класы өсөн һуңғы ҡыңғырау! Шундай тулҡынландырғыс һәм ҡабат­ланмаҫ мәлдә класташтары исеменән үҫмергә мәктәп менән хушлашыу, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙе әйтеү мөмкинлеге бирелә. Ул саҡтағы мәктәп директоры Хөрмәт Фәхретдинов сығарылыш уҡыусыларының һәр береһенә изге теләк һүҙҙәре менән китап-бүләк әҙерләгән. В.И. Лениндың ҡалын биография томы егет өсөн иң ҡәҙерле бүләк була. Ул ғына түгел, класташ ике дуҫ – Ирек менән Ғәлийәнгә, уларҙың күҙ алдында яҙыу машинкаһында үҙе баҫып, характеристика-рекомендация, юғары уҡыу йортона фатиха бирә. Тормошта бөтә нәмә лә беҙ теләгәнсә генә булмай шул: иптәштәренең яртыһы тип әйтерлек юғары уҡыу йортона һынау тотоп ҡараһа ла, был юлы береһе лә конкурстан үтә алмай. Уҡырға инер өсөн балл йыйыу ғына етмәй, эш стажы ла кәрәк.

Ғәлийән Ҡаһарманов Күгәр­сен (ул саҡта – Ейәнсура) райо­нының Үрге Сирбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетына ҡабатлап һынау тота. Ҡыҫҡаһы, был юлы өс класташ университетҡа уҡырға ҡабул ителә: Ирек Аблаев – физика-математика, Рәхим Ильясов менән Ғәлийән Ҡаһарманов филология факультетына юл тота.

Йәйге сессияны уңышлы та­мамлағас, студенттар хеҙмәт семестрында теләп һәм ихлас ҡатнаша. Ғәлийәнгә Ирек Аблаев менән Башҡортостан вуздары студенттарының йыйылма төҙөлөш отряды составында Бохара – Урал газ үткәргесе төҙөлөшөндә ҡатнашыу бәхете тейә. Эш һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән слетта ВЛКСМ Үҙәк Ко­митетының “Химияның удар төҙөлөшө алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнеүселәр ара­һында II курс студенты Ғ. Ҡаһармановтың исеме лә була.

Тырыш егет студент йылдарында уҡ тел буйынса махсуслашып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, факультетта студенттарҙың ғилми йәмғиәте эшен ойоштора, тәүге ғилми эшен – рецензия баҫтырып сығара, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай. Конференцияның тел секцияһына атаҡлы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Кейекбаев етәкселек итә.

Студент Ҡаһарманов диплом эшен “50 йыл эсендә башҡорт тел ғилеме” темаһына яҙа, башта Жәлил Ғиниәт улы уның диплом алды эшенең ғилми етәксеһе була. Университетты уңыш­лы тамамлаған йәш белгесте Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына эшкә ҡабул итәләр. Етәкселеккә кандидатураһын был эшкә тәҡдим иткән БДУ доценты Вәли Псәнчинға һәм СДПИ-ла факультет деканы һәм кафедра мөдире Харрас Йосоповҡа яҡташым бөгөн дә рәхмәтле. Шулай итеп, уға студент эскәмйәһенән тура юғары уҡыу йорто трибунаһына күсеүгә юл асыла.

Шәхси тормошонда ла мөһим үҙгәреш оҙаҡ көттөрмәй: Мәрйәм Шәйхислам ҡыҙы менән өйләнешеп, яңы эш урынына йәш ғаилә булып киләләр.

Профессор Жәлил Ғиниәтович Кейекбаевтың өлгөлө лингвистик мәктәбен үтеү, тәжрибәле коллегаларынан күп нәмәгә өйрәнеү тейешле һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай.

 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт яҙған

 Өлкән уҡытыусы булараҡ, ҡатмарлы “Хәҙерге башҡорт теле”, “Тел ғилеменә инеш” курстары Ғәлийән Ғәйнетдин улының иңенә ята. Шул рәүешле уҡыу-уҡытыу тармағында биш йыл көсөргәнешле эшләп, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына ситтән тороп уҡырға инә һәм филология фәндәре докторы, професссор Зиннур Ураҡсиндың аспиранты була. Ғилми етәксе булараҡ, Зиннур Ғәзиз улы электән күҙ һалып йөрөгән аспирантына башҡорт терминологияһы буйынса тема тәҡдим итеп, хатта буласаҡ эштең йөкмәтке-планын да билдәләп бирә. БДУ-ла филология буйынса махсуслашты­рылған совет асылып, унда “Башҡорт әҙәби теленең ижти­мағи-сәйәси терминологияһының формалашыуы һәм үҫеше” тигән темаға кандидатлыҡ диссер­тацияһы яҡлай. Яңы советта яҡланған тәүге, башҡорт тер­минологияһы буйынса ла беренсе хеҙмәт була ул.

Доцент Ҡаһарманов – 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Улар араһында ике монография, урта һәм юғары мәктәп өсөн ете дәреслек, дүрт русса-башҡортса, русса-башҡортса-төрөксә һөйләшеү ҡулланмаһы (разговорник), 18 уҡыу әсбабы, 200-ҙән ашыу ғилми-методик, публицистик мәҡәлә бар. Түңәрәксе-дипломсы студенттар менән авторҙашлыҡта ла 60-тан ашыу публикация әҙерләнгән.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында башҡорт телен өйрәнеү-өйрәтеүгә теләк һәм ихтыяж бермә-бер артҡайны. “Башҡортса-русса һөйләшеү ҡуллан­маһы”нда дөйөмләштерелеп, “Китап” нәшриәте уны Ғ. Ҡа­һар­манов авторҙашлығында ҡуйын дәфтәре форматында иллюстрациялар менән өс тапҡыр нәшерләй.

Ғалимдың төп тикшере­неү­ҙәре, хатта төп китабы тип тә әйтергә булалыр, лексикология һәм лексикографияға, термин ғилеменә бағышланғайны. Ғилми йәмәғәтселек тарафынан “Баш­ҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы” исемле уҡыу әсбабы авторҙың ҙур ҡаҙанышы тип баһаланды. Монографиялары иһә авторҙы терминолог, башҡорт терминология ғилеме­нең билдәле вәкиле итеп танытты.

Ғәлийән Ғәйнетдин улы “Башҡорт энциклопедияһы” менән хеҙмәттәшлек итеп, ете томлыҡ энциклопедияның тәүге русса баҫмаһында башҡорт лексикологияһы, фразеологияһы һәм терминология ғилеме буйынса 10 мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Артабан энциклопедияның башҡортса баҫмаһы ла нәшер ителде. Үҙ ваҡытында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспиранты булараҡ башланған бәйләнеш артабан да дауам итте: 10 томлыҡ “Башҡорт теле­нең академик һүҙлеге”нең тәүге ете томын рецензиялап, баш­ҡорт тел ғилеменең йөҙөн бил­дәләгән, көткәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ ижад ителгән был хеҙмәт хаҡында даими сығыш яһарға ла, студенттар аудиторияһында уны тәүгеләрҙән булып фәнни-ғәмәли ҡулланылышҡа индерергә лә мөмкинлек булды танылған белгескә.

Педагогик юғары уҡыу йорто планында студентты ғилми эшкә йәлеп итеүҙең төҙөк бер системаһы йәшәп килә. Ғәлийән Ҡаһарманов етәкселегендә эшләгән “Башҡорт теле тарихы” түңәрәгенең, мәҫәлән, 40 йыллап тарихы булды. Ғәҙәттә, бер үк студент түңәрәккә лә, махсус семинарға ла йөрөй. Барыһы ла курс эшенә күмелгән, студенттарҙың ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашалар, күптәре диплом эше яҙа. Ғалим 112 дипломсының ғилми етәксеһе була, һәр йылға уртаса дүрт диплом эше тура килә. Улар араһынан 39 студент ҡыҙыл диплом алып сыҡҡан, етеһе башҡорт филологияһы буйынса ғилми дәрәжәгә эйә булған, бишеһе – фән кандидаттары. Г.А. Иҫәнғолова – филология фәндәре докторы, БДУ доценты, филология фәндәре докторы Л.М. Хөсәйенова БДПУ профессоры, факультет деканы булып эшләй. Билдәле, бөтә вуз тамамлаусыларҙың барыһы ла ғалим булып китмәй. Шуныһы мөһим – уларҙың күпселеге мә­ғариф өлкәһендә һәм йәмғиәттең башҡа тармаҡтарында уңышлы хеҙмәт итә.

 “Күктән төшкән бәхет”

 Шуларҙың береһе, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика конкурсында “Йыл уҡытыусыһы-1996” исеменә лайыҡ булған, билдәле шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмә­кәре Азамат Юлдашбаевтың хәтирәләренән өҙөк. “Фәнни эҙләнеүҙәр менән бик төплө белемле һәм талапсан педагог, доцент Ғ. Ҡаһарманов етәкселегендә шөғөлләндем. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙағы сығышта­рым һәр ваҡыт юғары баһа алды. Дүртенсе курста уҡығанда Өфө­лә Бөтә Рәсәй конференцияһында доклад менән сығыш яһап, беренсе урынға лайыҡ булдым”.

Үткән быуаттың 80-се һәм артабанғы йылдарында Ҡаһармановҡа институт күләмендә береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифалар йөкмәтелә. Был институттың ул саҡтағы ректоры Рәшит  Әлмөхәмәтовтың ҙур ышаныс күрһәтеүе ине. Эйе, райондашыбыҙ Рәшит Вәлиәхмәт улы үҙенең ҡулы аҫтын­дағыларҙы эшләтә лә, тырыш­тарҙы күреп, ваҡытында баһалай ҙа белде. Йәш ғалим бер нисә йыл институттың ҡабул итеү комиссияһында яуаплы секретарь була. Яуаплы һәм бик мәшәҡәтле эштәрҙең икенсеһе – йәмәғәт башланғысында институт уҡытыусылары һәм хеҙ­мәткәрҙәре профкомы рәйесе вазифаһын башҡарыу. Ул осорҙағы эште хәҙерге профсоюз тормошо менән сағыштырыу мөмкин түгел. 1980 йылда ректорат Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына һәм планына ярашлы институт уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн Ленинград проекты буйынса 35 фатирлы йорт һалдыра. Профком төҙөлөш эштәренән дә ситтә ҡалмай, фатирҙарҙы ғәҙел итеп бүлеүҙе лә ойоштора. Бушай барған фатирҙар ҙа институт ҡарамағында ҡалдырыла. Бындай хәл институт тарихында берҙән-бер “күктән төшкән бәхет” була.

Абруйлы уҡытыусы республи­кабыҙҙың ҡаларайондарының ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Салауат педагогия колледжында тел ғилеменән дәрес биреп, унда һәм БДУ-ның Сибай институтында дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе эшен уңышлы башҡарҙы. Терминолог булараҡ, оҙаҡ йылдар институт һәм ҡала кимәлендә генә түгел, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәтендә лә эшләргә тура килә уға.

Ҡаһармановтар ғаиләһе ғилми дәрәжәле уҡытыусыларҙан тора: атай-әсәй – филология фәндәре кандидаты, а ҡыҙҙары Гүзәл – педагогия фәндәре кандидаты, доценттар. Вуз уҡытыусыһы булараҡ, Мәрйәм Шәйхислам ҡыҙының төп һәм берҙән-бер 40 йыллыҡ эш урыны Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультеты, рус әҙәбиәте кафедраһы. Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына, “РФ-тың почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Мәрйәм Ҡаһарманова тиҫтәләрсә йыл башҡорт филологияһы факуль­тетының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек итә.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсә­нән күргән – тун бескән, тигәндәй, ҡыҙҙары Гүзәл дә педагогик фән-ғилем юлын һайлаған, ун йылдан ашыу вузда педагогик дисциплиналарҙан уҡытты. Хәҙер ғаиләһе менән Татарстанда йәшәй һәм фортепиано класы буйынса белем бирә. Әсәләре Мәрйәм һәм ҡыҙҙары Гүзәл хаҡында “Сто женских имен города Стерлитамака” китабында бай мәғлүмәт тупланған.

Мәрйәм менән Ғәлийән Ҡа­һар­мановтар – күптән инде олатай һәм өләсәй. Ейәнсәрҙәре Айгөл менән кейәүҙәре Руслан­дың ғаиләһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр һәм уларға дүртенсе быуын вәкилен – бүләсәрҙәрен күрергә насип булған икән!

Фән кандидаты, доцент, вузда 45 йыл стажы булған педагогия хеҙмәте ветераны, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” Ғәлийән Ғәйнетдин улы бөгөн дә имен-аман донъя көтә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Аҡыл хеҙмәтенән бигерәк, физик эш менән булырға ярата.

Ғ. Ғ. Ҡаһармановтың хаҡлы ялға китеүенә әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – ете йыл ғүмер үткән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы Ғәлийән Ҡаһармановтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бай мәғлүмәтле, күләмле генә китап – биобиблиографик күрһәт­кес нәшер итте.

Үрген мәктәбенең юғары кластарында уҡып йөрөгән саҡта яҡын туғандары – абзый-апайҙары, дәртләндерепме икән, “мырҙабыҙ уҡытыусы булыр ул” тип әйткән. Эйе, ни тиклем хаҡлы булған улар, әйтерһең, юрағандары юш килгән. Нәҫел-нәсәбендә профессиональ уҡытыусы һөнәрле кеше булмаһа ла, Ғәлийән Ғәйнетдин улына үҙ хәләл көсө һәм тырышлығы менән уҡытыусыларҙың уҡытыу­сыһы булырға яҙған, һәм ул ғүмерлек һөнәргә әйләнгән.

 Юлай СОЛТАНБАЕВ.

 Ейәнсура районы.

Читайте нас: