Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
30 Июль 2021, 12:41

Саф булмышы күңел моңо аша сағылды

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, танылған үҙешмәкәр композитор, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев, Баймаҡ районының Хөсәйен Әхмәтов, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялары лауреаты Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның тыуыуына – 75 йыл.

Атай-әсәй – алтын ҡанат

 Зөһрә Хәдит ҡыҙы 1946 йылда уҡытыусы Фәттәховтар ғаиләһендә донъяға килә.

Туптар тынып, бер йыл үткәс,

Мин тыуғанмын был донъяға.

Һөйләнеләр: мине күреп,

Атайым, ти, эй, ҡыуанған.

Шатлығынан сөймәк булған

Ул юғары йондоҙҙарға.

Исемде лә йондоҙҙарҙан

Ҡушыр булған ул ҡыҙҙарға, – тип шиғыр юлдарына һаласаҡ әле әҙибә үҙенең тыуған мәлен. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы, күрше Ҡырҙаста ете класты тамамлағас, Темәс мәктәп-интернатында, һуңынан Асҡарҙа уҡыуын дауам итә.

– Үҙемде белә-белгәндән ҡулымдан китап төшмәне, – тип хәтерләй торғайны Зөһрә апай. Уҡырға өйрәнеп алғас, биш ҡустыһын да китап донъяһында тәрбиәләшә ул. Әле Ҡырҙас мәктәбендә уҡыған сағында уҡ Зөһрә апай шиғырҙар яҙып, иптәштәрен көнләштерер була. Уның тәүге ижад емештәре “Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре биттәрендә донъя күрә.

Фәттәховтар үҙ заманының мәҙәниәтле, халыҡ йырҙарын, легендаларын белгән кешеләре була. Әсәһе Яңылбикә Хәлил ҡыҙы – география, атаһы Хәдит Закир улы тарих фәненән уҡыта, мәктәп директоры вазифаһын да башҡара. Шулай уҡ ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Атаһы, әсәһе тураһында Зөһрә апай оло ихтирам менән һөйләр ине. “Фашистарҙан Ватанын һаҡлап, ауыр яралар алып, яу ҡырында һыңар ҡулын ҡалдырҙы атайым. Яуҙан ҡайтҡас та комсомол тормошонда ҡайнаны. Артабан ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем йәш быуынға белем, тәрбиә биреү менән янды, мәктәп төҙөттө, уҡытыусыларға фатирҙар йүнләне. Ситтән тороп ике институтта белем алырға ла өлгөрҙө. Әсәйем Яңылбикә Хәлим ҡыҙы менән тормош ҡороп, алты балаға ғүмер бирҙеләр. Атайым һәр саҡ ауылдаштары араһында ҡайнаны. Үтә ярҙамсыл, ғәҙел, ҡыйыу, тура һүҙле, егәрле, кеше йәнле булғаны өсөн уны барыһы ла ихтирам итә ине.

Атайым йәшләй вафат булғас, әсәйебеҙ миңә һәм биш ҡустыма үҙебеҙ һайлаған һөнәр буйынса белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына оҙатты. Ул бер ваҡытта ла сәбәләнмәне, тормоштоң төрлө саҡтарында ла һыр бирмәй йәшәне. Беҙгә оҙон-оҙаҡ нотоҡ та һөйләп ултырманы, нисек йәшәргә кәрәк икәнлекте үҙ миҫалында күрһәтте. Әсәйемә йәш сағында уҡ ҡәйнештәре “Политика еңгәй” тигән ҡушамат биргән ине. Намыҫлы, бер һүҙле, тәүәккәл, әүҙем, үҙ заманына күрә белемле, алдынғы ҡарашлы булды, һәр кем менән уртаҡ тел таба ала ине ул...”

 Сәхнәгә ғашиҡ уҡытыусы булды

 Зөһрә апай, урта мәктәпте тамамлағас, атай-әсәй һүҙен йыҡмайым тип, Өфөгә, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бейеү, әҙәби, драма түңәрәктәренә йөрөп, үҙен артист итеп аса ул. Курсташтарының уны “артист Зөһрә”, “бейеүсе Зөһрә” тип кенә йөрөтөүе юҡҡа түгел.

– Драма түңәрәген бик яраттым. Бер ваҡыт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғата Арыҫланов беҙҙең менән Мостай Кәримдең “Айгөл иле”н ҡуйҙы. Мин унда хатта ике роль башҡарҙым. Ғата ағайҙың оҫталығына һоҡланып, мин дә, киләсәктә шундай артист була­саҡмын, тип хыяллана инем, – тип хәтирәләргә бирелә торғайны Зөһрә апай.

“Айгөл иле”… Был спектаклде мин тәү тапҡыр Сибай мәктәп-интернатында күрҙем. Туғыҙ ғына йәштәмен. Ниндәйҙер бер кисәлә уҡытыусыларыбыҙ Мостай Кәримдең “Айгөл иле”н сәхнәләштерҙе. Зөлхәбирәнең ирен күрергә килгән ауыл ҡатындары күңелемә ныҡ уйылып ҡалған. Араларында кәүҙәгә иң бәләкәйе, күҙгә ташланып бармағаны – Банат иғтибарымды йәлеп итеп кенә ҡалманы, бөгөнгәсә йылы ҡараштары менән мине тормош юлымда оҙатып килә һымаҡ. Уның үкһеп-үкһеп илауы йыр кеүек ине... Банат образын тыуҙырған “актриса” рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина ине.

Ошондай эскерһеҙ ихласлығы менән Зөһрә апай бергә эшләгән коллегаларының ғына түгел, мәктәп-интернатта белем алған һәр уҡыусыһының күңелен яулап ала ине. Сәхнәгә ғашиҡ уҡытыусы “Ҡурсаҡ театры” түңәрәге алып барырға ла, йырлап торған күңеленең моңдарын ноталарға һалырға ла өлгөрҙө. Хәтирәләргә бирелгән һайын Зөһрә Хәдит ҡыҙы менән булған ҡыҙыҡлы, ҡайһы саҡта сәйер ҙә күренгән ваҡиғалар иҫкә төшә. Дүртенсе класта уҡығанда, музыка дәресендә ултырабыҙ. Ҡапыл Зөһрә апай йүгереп килеп инде лә, беҙҙән ғәфү үтенеп, уҡытыусыбыҙға өндәште: “Мөслимә Рамаҙановна, күңелемдә яңы йыр тыуҙы, шуны нотаға һалырға ярҙам итмәҫһегеҙме?” Үҙе түҙемһеҙләнеп, көйләп тә ебәрҙе. Һәммәбеҙгә лә оҡшаны был йыр, уҡытыусыбыҙ дәресте бүлеп, авторҙың моң тулҡынына буй­һондо…

Ә “Мәктәп вальсы” һуң?! Ул да ошо белем усағында, балалар араһында яҙылған йыр бит! “Сығарылыш класының етәксеһе инем. Балалар менән айырылыу һағышы вальс булып тыуҙы”, – тип май һайын хәтерләп ала ине апайыбыҙ. Эйе, ул Сибай интернатында уҡыған һәр кемдең үҙ күргән апаһы булды. Уның янында һәр ваҡыт йылы, тыныс, ышаныслы. Аҡыллы кәңәштәрен биргән оло апай ҙа, серҙәреңде тыңлай, аңлай белгән әхирәт тә, балалар менән ихлас әңгәмә ҡора алған өләсәй ҙә ине.

1996 йылда эшһөйәр белгесте Сибай педагогия колледжына эшкә саҡыралар. Унда ла Зөһрә Хәдит ҡыҙы ең һыҙғанып буласаҡ уҡытыусыларға тел, әҙәбиәт серҙәрен асты. Хөкүмәтебеҙ талантлы педагогтың тынғыһыҙ хеҙмәтен “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланы.

Бер аҙҙан Зөһрә Хәдит ҡыҙын “Атайсал” төбәк гәзитенә баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеләр. Шул мәлдә Башҡортостандың Журналистар союзына алынды. Ул өлкәлә лә бик ихлас хеҙмәт итте ул. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Артабан Зөһрә апай “Сулпан” дәүләт балалар театрында әҙәби бүлекте етәкләне.

 Йөрәк йылыһын йәлләмәне

 Сибайҙа уҙғарылған “Ирәндек моңдары” республика халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, Сибай филармонияһы концерт программаларының күбеһенең авторы, республикала уҙғарыла килгән бихисап оло сараларҙың сценарий авторы ла Зөһрә Фәйзуллина булыуы бер кемгә лә сер түгел. “Мин яҙҙарҙан ниҙер көтәм” тигән исем менән байтаҡ сценарийҙары тупланып, китап булып баҫылып сыҡты. Кескәйҙәр һәм ололар өсөн дә төрлө жанрҙарҙа ижад итте. Уның “Илекле ҡыр” (1993), “Тыуған ерем бер генә” (1996), “Сибай – йәшлек ҡалаһы” (2005) тигән йырҙар китаптары, “Етегән йондоҙ” (2007) исемле пьесалар йыйынтығы, “Олатай аманаты” (2004), “Йәйғор төҫө” (2008) исемле альманахта шиғырҙары, “Халҡымдың байрамдары” (2006) тигән сценарийҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Шулай уҡ “Ишектәрем асыҡ дуҫтарға”, “Тәңкә һалдым”, “Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы”, “Изгелек” исемдәре аҫтында музыкаль дисктар сығарҙы. 2016 йылда “Китап” нәшриәтендә балалар өсөн “Үҫеп етербеҙ әле!” китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡтағы күп кенә шиғырҙарға Зөһрә Фәйзуллина үҙе көй яҙҙы. Балалар драматургияһында ла ярайһы уҡ әүҙем эшләне Зөһрә апай. Сибай “Сулпан” балалар театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры пьесаларын һаман сәхнәләштерә.

Композитор Зөһрә Фәйзуллинаның юбилейҙары айҡанлы баш ҡалала зал тултырып концерттары үтә торғайны. “Ишектәрем асыҡ дуҫтарға”, “Йөрәгемдә сыңлар бер моң”, “Моң бүлешеп йәшәйек”, “Йырҙарымда – асылым” исемле байрамдар бары Зөһрә апайҙың йырҙарынан төҙөлөп, уның моң илендә кинәндерә ине. Эйе, ысынында ла моң илсеһе ине апайыбыҙ. Уның булмышы, йәшәйешкә ҡарашы, холоҡ-фиғеле күңел моңо аша сағылды. Ошо моң, саф шишмә һыуы кеүек, талғын ғына тиртеп сыға ла башҡа күңелдәргә инеп тула.

Зөһрә апай әүлиәләр затын дауам иткән ағинәй ҙә ине. Нәҫелдән бирелгән дауалау, имләү һәләте бар ине уның. Өшкөрөү, ҡот ҡойоу, тел-теш ҡырҡыу ғәмәлдәрен дә һорап килеүселәр өсөн бик ихлас башҡарҙы. Ғүмерен файҙаға үткәргән кеше бер ваҡытта ла зарланмай, тиҙәр. Ул да шундай бәхетлеләрҙең береһе булды. Бер ҡайҙа ла ашыҡмай, һәр яңы көнгә, сыуаҡ ҡояшҡа ҡыуанып, йырлай-йырлай ижад итеп, изгелектәр ҡылып йәшәне.

Донъяны, халҡын, тыуған илен шул тиклем яратҡан, булғанына шөкөр итә белгән, беҙҙе лә шуға өйрәткән, илһам ҡанаттарын үҫтергән оло йөрәкле остазыбыҙҙың мәңгелеккә күсеүе һағыштарға күмде. Уның менән бергә йәмгә ҡойоноп йәшәгән донъябыҙ бушап, етемһерәп ҡалды. Әллә күпме уҡыусы-тәрбиәләнеүселәре уның менән яҡындан аралашып йәшәүгә күнеккәс, ҡапыл баҙап ҡалғандай булды. Бер ваҡытта ла бер кемдең күңелен ҡыймаҫ, һәр береһенә йылы ҡарашын, иғтибарын, моңон, йөрәк йылыһын өләшеп йәшәгән оло шәхес арабыҙҙан китһә лә, йөрәгебеҙ түрендә ҡалды. Уның саф шишмә һыуы кеүек сихри һәм мөғжизәле моңо, ижады, аҡыллы кәңәштәре мотлаҡ киләсәк быуынға ла етер.

 - Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА, журналист, яҙыусы.

Читайте нас: