Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Август 2021, 12:40

Беҙҙең Фәйзи

Кешеләрҙе гел үҙенә ылыҡтыра ине...

2005 йылдың башында “Башҡортостан” гәзите сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәре хаҡында кескәй генә (заманында академик Зиннур Ураҡсин үҙенең кескәй хикәйәләрен “уймаҡ хикәйәләр” ти торғайны) уймаҡ хикәйәләр биреп алды. “Уйынлы-ысынлы” рубрикаһында бирелгән “Лулумбаны үлтергәндәр бит...” яҙмаһында автор ике-өс һүҙ менән генә филармония ҡурайсылары Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, ҡурайсы, композитор Абдулла Хәлфетдинов, баянсы Әлфәрит Солтанов, мәшһүр Фәйзи Ғәскәровҡа тос, дөрөҫ ҡылыҡһырлама бирә.

Шунан һорап ҡуя: “Ә Лулумбаның бында ниндәй ҡыҫылышы бар?” Аңлата: Әлфәрит ағай “тамағын йомшартыуҙан” бик үк тартынмаған. Йыйылышта һөйләшкәндә, бүтән улай булмаҫ, тип һүҙ биргән. Тик иртәгәһенә баянсы тағы уйнай алмаҫлыҡ булып ултыра икән. “Ниңә улай?” тигәс, ағайыбыҙ – артабан автор һүҙе: “Нисек эсмәйһең, Лулумбаны үлтергәндәр бит” (ул ваҡытта СССР менән дуҫ булған Африка иле Конгоның президенты Патрис Лумумба – Ф.Я.), ти һәм тағы ла буҫлығыбыраҡ илай.

Дөрөҫ фекер төйнәгән инсан 

 Бер нисә кинәйәле һүҙ менән генә әллә ҡасанғы сәнғәт, мәҙәниәт тормошо картинаһын шулай оҫта күҙ алдына баҫтырған кеше кем икән тиһәм, “Фәйзрахман Ярышев” тип яҙылған. Бәй, был бит беҙҙең Фәйзи, Фәйзрахман. Ғаиләләребеҙ менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Фәйзи. Ҡыҙыҡ, уның ҡулы оҫта икәнен дә беләбеҙ, ә ҡәләменең дә барлығы, етмәһә, ярайһы ғына шыма ла булыуы – беҙҙең өсөн асыш.

Элекке Йомағужа (хәҙер Мәләүез) районының Апас ауылы егете мәктәпте бөткәс, Стәрлетамаҡта зооветтехникумда уҡый, унан һуң армияға алына, флотта хеҙмәт итә. Унда хеҙмәт иткәненә аптырай биреп ҡуйған саҡ та булғыланы: киноларҙа күргәнсә, палубаларҙа сафҡа теҙелгәндәрҙең һәр береһе һомғол, шәм кеүек төп-төҙ. Ә Фәйзрахмандың ҡупшы һыны еңелсә иҫкән елгә осо әҙ генә һығыла биреп ҡуйған һуйылға оҡшап ҡуя ине. Башҡорт егетенең матур тауышы уны флот сәхнәһенә алып менә, артабанғы яҙмышын да үҙгәртә.

“Гражданка”ға ҡайтҡас, ул Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Бар донъяны һыйҙырған оло күҙҙәр, тирә-йүнде яҡтыртып ебәрерҙәй киң, һөйкөмлө йылмайыу, яҡшы итәғәт, мөғәмәлә, һәр саҡ көр күңел, шаянлыҡ, шуҡлыҡ кешеләрҙе гел үҙенә тартып тора ине.

Ярышев торған сәнғәт училищеһы ятағына – ул әлеге университет аръяғында Ағиҙел ярында иҫкереп бөткән ике ҡатлы ағас бинала ине – күршеләге шундай уҡ ике ҡатлы ике ятаҡтағы ауыл хужалығы институты студенттары, эргәләге университет егеттәре лә йыш йөрөй ине. Ни тиһәң дә, был үҙенсәлекле уҡыу йорто ҡыҙҙары – матурыраҡ та, серлерәк тә, ҡылансығыраҡ та, буталсығыраҡ та, ылыҡтырғыс та, аңлашылмаҫлыҡ та сәнғәт донъяһынан. Уға күңел ситең менән булһа ла ҡағылыу, һауаһын һулау, хәстәрҙәрен аңлау, улар янында яҡын булыу үҙе бер мәртәбә һаналғандыр. Ә ул ятаҡта төн буйы коридорҙарҙа тартыныуһыҙ хакимлыҡ итеп ҡомаҡтар йөрөгәнен яттар белмәй. Фәйзрахмандарҙың, үҙе һөйләгәнсә, уларҙы тотоп, “смерть оккупантам” тигән яҙыу тағып, ҡойроҡтарынан өрлөккә аҫып, беҙ ымһынып йөрөгән ҡыҙҙарҙы ҡурҡытҡандары тураһында ла ишетмәгәнбеҙ.

Арыу уҡ донъя күргән, әрме һурпаһын эскән, тәжрибәле Апас егете һымаҡ студенттар ныҡ һаҡлай ине ҡыҙҙарын. Фәйзрахмандың һөйләгәне әле лә хәтерҙә: “Яттарҙан берәйһе күренһә, егеттәр менән сығып, бәргесләп ҡайтарабыҙ. Университет егеттәренә йыш та, күп тә эләгә ине. Ҡайһы ваҡыт һағалап торабыҙ”. Шунан бөгөн билдәле шәхестәргә әйләнгән ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар исемен атап китә ине (мин инде билдәләп тормам). Шунан миңә ҡарап: “Ҡара әле, һиңә генә теймәгәнбеҙ. Әллә беҙҙең министр булырыңды һиҙҙекме икән?” – тип мәрәкәләп алыр ине.

Оҡшаған авторҙың икенсе яҙмаһын көтөп алдыҡ. Шул уҡ “Уйынлы-ысынлы” рубрикаһында урынлаштырылған “Фәйзи ағай хаҡында” һүрәтләмәһе атаҡлы Фәйзи Ғәскәров яҙмышының бер генә кадрын күрһәтә. Тик унда “уйын”ға ла урын юҡ, “ысынлығына” ла ышаныу ауыр ҙа, хатта мөмкин дә түгел кеүек. Тора-бара аңлашыла: беҙҙең Фәйзрахман шаян, шуҡ, тормош менән еңелсә генә мөнәсәбәт ҡорған кеше кеүек күренһә лә, донъяға бик етди ҡараған, иғтибарлы күҙәткән, һәр нәмәнең һәр детален, һәр нюансын күҙенә элеп барған, дөрөҫ фекер төйнәгән инсан икән. Дөрөҫлөккә башлыса тап килгән күреүен үҙенсәлекле юл менән, оҫта итеп халыҡҡа еткерә лә белә икән.

Беҙҙең юлдар киҫешкәндә

 Тамам ҡыҙыҡһыныу менән яңы, өмөтлө авторҙың өсөнсө мәҡәләһен көтәбеҙ. Килде. Ике-өс аҙна ла үтмәне, өсөнсөһө килде. Мәүлетбай Ғәйнетдинов хаҡында. Тик мәҡәләнең алдында – ҙур ғына кәрзин (журналистар яҙмалағы баш һүҙҙе шулай тип атай) һәм авторҙың исем-фамилияһы ҡайғылы рамка эсенә ҡуйылғайны... Кәрзиндә шундай юлдар ҙа бар: “Фәйзрахман ағай бик шатланды: “Илһамланып китһәм, ҡалған яҙмаларымды ошо көндәрҙә редакцияға индереп сығырмын”, – тип вәғәҙә итте. Йор һүҙле, алсаҡ, күңелсәк ағай менән ошо һөйләшеү һуңғыһы булыр тип кем уйлаған”.

Эйе, кем уйлаған? 64 йәш тә тулмағайны бит әле уға. Алдараҡ килтергән мәҡәләләре – баянсыбыҙ Миңләхмәт һәм бейеүсебеҙ Мәүсилә Ғәйнетдиновтар, йырсыбыҙ Ғәли Хәмзин һәм композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев, шағирыбыҙ Әнғәм Атнабаев, композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов һәм Рәүеф Мортазин ағайҙар хаҡындағылары донъя күрҙе, халыҡҡа еткерелде. Ә еткерелмәй ҡалғаны күпме булыр ине?

...Сәнғәт училищеһын тамамлағас, маҡсатлы егет, белемен арттырырға ниәтләп, Мәскәү ҡалаһына сығып китә. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтында уҡып, “музыка театры режиссеры” тигән һөнәр алып ҡайта. Бер аҙға күҙҙән яҙҙыра яҙып ҡалдым: ул Мәскәүҙә, мин иһә Ишембайыма эшкә ҡайтҡайным.

Бер мәл комсомол билетын алыштырыу эше менән ҡышҡы буранлап торған көндә ҡаланан 80 саҡрымда ятҡан Ҡолғона тигән ауылға киттек. Өфөнән артистар килгәнен ишеткәс, мин дә барып күрергә булдым. Клуб ишеген асып өлгөрмәнем, күҙҙе сәхнәгә төбәнем. Унда күптән күрмәгән Фәйзрахман Ярышев рәхәтләнеп “Ирәндек”те йырлап тора. Минең уны ишеткәнем юҡ ине әле. Был һөймәлекле буйсан егеттең тауышы һәләк матур икән, иркен йырлай, дикцияһы ла шәп.

Концерттан һуң бер аҙ әңгәмә­ләшеп торҙоҡ. Ул саҡта ике йылдан – 1968 йылда институттан һуң был сәнғәт эшмәкәренең  С.М. Киров исемендәге Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайына художество етәксеһе булып килерен уйламағанбыҙҙыр. Тик ҡалала бергә эшләргә яҙманы, мине эшкә Өфөгә күсерҙеләр.

Ул да Ишембайҙа алған стартын дауам итте. 1971 йылда уны Башҡорт опера театры режиссеры итеп ҡуйҙылар, 1978-ҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе ҡамытын кейҙерҙеләр, ә 1983 йылда яңынан опера театрына ҡайтарҙылар – инде баш режиссер вазифаһына.

Мине 1986 йылда мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләгәс, беҙҙең юлдар ҙа киҫеште. Ауыр заманда эшләргә тура килде замандашыма. Театр ремонтҡа ябылған. Артистарға шөғөлләнер урындар юҡ. Булған репертуарҙы күрһәтер өсөн ҡулайлы (ҡайҙан ҡулайлы, әҙерәк ярарлыҡ) залдар ҙа юҡ, булғандарын ҡуртымға алыу ҙа үҙе бер проблема. Йүнле баш дирижер ҙа юҡ. Театр директоры Ирек Әхмәҙиевтең дә һиҙелерлек ярҙамы күренмәй. Коллективҡа өмөтһөҙлөк тә үрмәләй башлауы мөмкин. Шундай ауыр хәлдә Фәйзрахман Абдрахман улы 1984 йылда – Джакомо Пуччиниҙың “Чио-чио-сан” операһын, 1986 йылда Хөсәйен Әхмәтовтың “Замандаштар” операһын сәхнәләштерә.

Әммә уның театр директоры менән борсағы бешмәй, улар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ юғары нөктәгә етә башланы. Көсөргәнешлектән ҡотолорға кәрәк ине: был ике шәхес артабан бергә эшләй алмаҫ. Ирек Нуретдин улы “башҡа таныш төбәк­тәрҙе байҡап ҡайтайым әле” тип Өфөнән китте. Фәйзрахман Абдрахман улын Өфө сәнғәт училищеһына уҡытырға ебәрҙек.

Унда барыуы уҡыу йорто өсөн таман булды. Үҙе лә шунда ныҡ берегеп, ғүмере буйы эшләне. Араһында сәнғәт институтында ла хеҙмәт ҡылды. Шул уҡ ваҡытта ижтимағи-мәҙәни тормоштан да ситләшмәне, киреһенсә, әүҙемлек күрһәтеүен дауам итте.

Шағир Әнғәм Атнабаев менән “Ҡаҙ өмәһе” тигән йола-тамаша сценарийын яҙып, уны ҙур байрамға әйлән­дереп, халыҡҡа ҡайтарҙы. Башҡорт­останда Мәҙәниәт министр­лығы ойошторған ике йыл буйы дауам иткән “Меңйыллыҡтар артылышында” рухи-мәҙәни эстафетаны ҡабул итеп, яңы меңйыллыҡты башлаған “Һаумы, ХХI быуат!” фестиваленә старт биргән тантананың режиссеры ла булды арҡаҙашыбыҙ. Милли сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙгә халыҡ исеменән фатиха биреп, уларҙы киләсәккә оҙатты. Был яуаплы эштәр юҡҡа ғына уға йөкмәтелмәгән 1998 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булған оло ижади, сәнғәти шәхескә, халҡыбыҙ улы Фәй­зрахман Абдрахман улы Ярышевҡа.

Үҙ сәғәтенә иғтибары етмәне...

 Фәйзрахман училищела эшләй башлағас, беҙ нисектер тиҙ яҡыная башланыҡ. Бәлки, хәләл ефетем, уның һабаҡташы Фәрзәнә менән бергә эшләгәнгәлер, бәлки, тормош тыу­ҙырған проблемаларҙың байтағынан арынғанғалыр, беҙҙең ғаиләләр менән аралашыу йышая башланы.

Көтөп алған һәр осрашыу байрам була ине. Һәр табында беҙ уны йырлата, бигерәк тә иҫ киткес матур башҡарған “Зәлифәкәй”ҙе һорай инек. Кем белә, бәлки, икенсе ейәнсәре­беҙгә ошо исемде ҡушыуҙа уның йырлауының да тәьҫире булғандыр.

Дуҫым иҫ киткес пародия оҫтаһы ине. Билдәле йырсыбыҙ Нәзир Әбдиевте һынландырғанында көлөп хәл бөтә торғайны. Ә инде данлыҡлы йырсыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы, ойошторолған мәленән опера театры солисы, Салауат Юлаев арияһын Мәскәүҙә беренселәрҙән булып башҡарған Хәбир ағай Ғәлимовты пародиялай башлаһа?! Башҡорт мөхитендә, йыры-моңо, сәнғәте-мәҙәниәте солғанышында үҫкән талант Көнбайыштың, рустарҙың классик арияларын йырлағанда милли башҡарыу үҙенсәлектәре лә ҡушылып киткәндер, логик баҫымдар ҙа үҙебеҙҙең тел ҡанундарынан сығып яһалғандыр, көй биҙәктәре, бөгөлдәре лә миллирәк яңғыраш алғандыр, йыр интонацияһы ла ялтанғылап ҡалғандыр, стиле лә икенсерәк тойолғандыр. Был тәбиғи ҙә. Тик Фәйзи пародиялаһа – үҙе бер тамаша. Шунан аңлатып та бирә: “Был Джакомо Пуччиниҙың “Тоска” операһынан Каварадосси арияһын Заһир Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһындағы Салауаттың “Хуш, Уралым” арияһын башҡарыу ҡалыбына һалған кеүек була. Тағы ла ябайыраҡ әйткәндә, А. Алябьевтың “Соловей”ын – “Ҡара юрға” ҡалыбына”, – тип мәрәкәләр ине.

Фәйзрахман дуҫым күп нәмә менән мауыға ине. Иң яратҡан шөғөлө, бөгөнгөсә әйткәндә, хоббийы, сәғәт төҙәтеү ине. Кемдәргә генә, ниндәй генә маркалы, фасонлы сәғәттәр төҙәтмәгән икән ул?! Беҙгә лә әҙ төҙәтмәне, дөрөҫләмәне. Улар бөгөн дә сафта, һаман эшләй әле. Тик үҙ сәғәтенә генә иғтибары етмәгән – дөрөҫ ҡуймаған булып сыҡты. Көтмәгәндә туҡтаны сәғәте. Иртәләне...

 Тәлғәт СӘҒИТОВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Читайте нас: