

Учалы районының Наурыҙ урта мәктәбе республикабыҙға ғына түгел, бүтән төбәктәр өсөн дә тәрән белемле уҡыусылар әҙерләгән, оло тормош юлына сығарыуҙа дан алған белем мәккәһе булды. Уларҙың ҡайһылары фән, мәғариф, мәҙәниәт юлын һайланы, күптәре яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләне, бынамын тигән ойоштороусылар, оҫта етәкселәр үҫеп сыҡты. Улар араһында филология фәндәре кандидаты Рәүеф Вәли улы Шаһиев тә бар.
Оло шәхестәр төбәге ул Наурыҙ
Әйткәндәрҙе ҡеүәтләр өсөн ошо төбәктән сыҡҡан тағы ла бер нисәһенең исем-шәрифен йәш быуын күңеленә еткереү урынлы булыр, моғайын. Ғалим-педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, биш тиҫтәнән ашыу ғилми-методик хеҙмәт авторы, шағир Ишмөхәмәт Шарапов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Зөһрә Бүләкова, Мәнфүсә Шакирова (Ҡыҙырғәлина), Гөлшат Ишҡыуатова, Алик Байғарин, философия фәндәре докторы, профессор Фәниә Дәминдәрова, физика-математика фәндәре кандидаты Кинйәбаныу Дауытова, педагогия фәндәре кандидаты Туғыҙаҡ Йәһүҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре Фәйез Ғибәҙәтов, Фәрмүт Наурызов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нажиә Аллаярова, күренекле композитор Абрар Ғабдрахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры Илгиз Сафуанов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Жәүәт Хәйретдинов һәм башҡаларҙың исеме һәр учалының күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Шул шәхестәр сафында үҙенең тыйнаҡлығы, талымһыҙлығы, иҫ китмәле ныҡышмалылығы, әйтергә кәрәк, һәр кемгә эскерһеҙ ярҙамсыллығы менән айырылып торған, туған телгә, әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә, ғөмүми атайсалына йөрәге менән бирелгән Рәүеф Вәли улы Шаһиевте айырым күрһәтер инем. Ул да тыуған ауылы Ташҡыя башланғыс, Наурыҙ урта мәктәптәрен тамамлаған ябай ауыл егете. Бала сағын, уҡыу йылдарын, студент тормошон күптән артта ҡалдырған. Ошо йылдар арауығында үҙ һуҡмағын тапҡан, һуңынан белем биреү һәм ижад тигән оло юлға сыҡҡан.
Мин Рәүеф Шаһиевте ваҡытында оҫта ойоштороусы, етәксе, тынғыһыҙ мәктәп директоры, ауыл советы рәйесе, хакимиәт башлығы, “Өлкәр” төбәк журналының баш мөхәррире вазифаларынан һуң, айырата, һуңғы 20 йыл самаһы дәүерҙә егәрле ижадсы булараҡ нығыраҡ беләм, шуға ошо хаҡта күберәк һөйләргә уйым.
Рәүеф Шаһиев Башҡорт дәүләт университетында белем алған йылдарында уҡ Наурыҙ мәктәбендә еңел атлетика, саңғы күнекмәләрен ныҡлап үҙләштергәйне, юғары уҡыу йортонда ике-өс йыл самаһы спорт менән шөғөлләнеүен дауам итте, бокс буйынса республика уҡыу йорттарында үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындарҙан ҡалмай ине. Үҙенең яҙышыу эшмәкәрлеген ҡәҙимге алып барҙы, студент йылдарында уҡ башҡорт әҙиптәренең, ғалимдарының китаптарына теоретик һәм методик йүнәлештәге тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар яҙҙы.
Хәтерҙә, “Ленинсы” (хәҙер “Йәшлек”) гәзитендә һәм башҡа матбуғатта үҙенең уҡытыусыһы Әсмә апай Мөслимова хаҡында һүрәтләмәһе, Фәрит Иҫәнғоловтың “Батырҙар утрауы”, Барый Ноғомановтың “Йылбай һәм сәғәттәр”, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йондоҙ төҫө”, Динис Бүләковтың “Ҡояш ярсығы” һәм башҡа китаптарға яҙған рецензиялары баҫылды. Был ыҡсым ғына фекерле мәҡәләләр шәлкеме БДУ уҡытыусыһы, ул мәлдә үк билдәле әҙәби тәнҡитсе, фольклорсы Марат Минһажетдинов тарафынан юғары баһа алды.
...Тыуған яҡтары тартҡандыр шул егетте: ул Учалыһына уҡытырға ҡайтты. Оҙон-оҙаҡ йылдар исем-шәрифе матбуғатта күренмәй торҙо. Уҡытыусы, завуч, мәктәп директоры, ауыл советы рәйесе, Учалы ҡалаһында донъя күргән “Өлкәр” журналының баш мөхәррире булып эшләне. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, 80-се йылдарҙың икенсе яртыһынан алып “Рәүеф Шаһиев” имзаһы менән көндәлек матбуғатта төрлө проблемаларға йүнәлтелгән сығыштар йышайҙы.
Рәүеф Шаһиевтең геройҙары – күбеһенсә ябай хеҙмәт кешеләре. Әсе тир түгеп хәләл икмәк үҫтереүселәр, кешеләргә матди һәм рухи аҙыҡ өләшеүселәр тураһындағы мәҡәләләре уҡымлы, яҡтылыҡҡа, изгелеккә, һәр кемде иманына саҡырып тора. Тәнҡитсе булараҡ, нәфис әҙәбиәтте уҡыусы күңеленә тиҙерәк еткереү маҡсатында әҫәрҙәргә, донъя күргән әҙәби журналдарға йыллыҡ күҙәтеүҙәр яһаны һәм уларҙы “Ағиҙел” журналы, гәзиттәр аша даими алып барыусылар рәтенә баҫты.
Халҡыбыҙҙы ғәфләт йоҡоһонан арындырырға, был ауыр заманда, айырыуса йәш быуынды интернеттағы йышайған күңел-аң зәғифлегенә килтергән хөрәсән өгөт-нәсихәттәр, күренештәр йоғонтоһонан йолоп алып ҡалыуға, кешелек рухына йән өрөүҙә, бөгөнгө әҙәбиәттең нәфислеген, матурлығын, төпкөл асылын, геройҙары булмышын уҡыусыға еткереүҙә заман ихтыяждарынан, күңел талабынан, сарсауынан сығып эшләүе уның ижади маҡсаты булып әйләнгән дә инде. Авторҙың әҙәби тәнҡит өлкәһендәге етеҙлеге 2002 йылда “Ағиҙел” журналының йыллыҡ премияһы менән билдәләнеүе лә күпте һөйләй.
Тырышлығына хайран ҡалырлыҡ
Рәүеф Шаһиевтең тағы бер әүҙемлеге хуплауға лайыҡ. Ул үҙенең университет йылдары уҡытыусыһы, нәфис әҙәбиәттең милли үҙенсәлеген системалы аңларға өйрәткән, аныҡ йүнәлеш биргән ғалим-педагог, күренекле фольклорсы, райондашы Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап “Ижад маһирлығы”, рус телендә “Светлая память”, 85 йәшенә “Яҡты хәтер” китаптарын нәшер итте, ғалим-педагогтың хәтер кисәләрен ойошторҙо, буклеттар сығарҙы, гәзит-журналдарға хәтһеҙ мәҡәләләр яҙҙы. Тыуған ауылы мәктәбендә музей асыу, урамына исем биреү, өйөнә таҡтаташ ҡуйыу, Учалы ҡалаһының Бурансы ҡасабаһында бер урамға исемен биреү ҙә Рәүеф Шаһиевтең әүҙем ҡатнашлығында барҙы.
Рәүеф Шаһиев тыуған төбәгенә арналған “Алтын бишегем – Учалы” тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн ҡыҫҡаса энциклопедияһын (2002) туплап сығарыуға өлгәште. Уның сығыуы айҡанлы билдәле яҙыусы һәм журналист Рәүеф Хәй улы Насиров ҙур күләмле мәҡәлә менән “Башҡортостан” гәзитендә сығыш яһағайны, аҙаш райондашының өлгөрлөгөнә хайран ҡалып яҙғаны һаман да хәтерҙә. Авторҙың был хеҙмәте үҙенең концепцияһы, тырышлығы, документаллеге, төпсөн йөкмәткеһе, әйтергә кәрәк, ҡөҙрәтле һүҙҙең ихласлығы, күркәм биҙәлеше, исеменә есеме тура килеүе менән уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғөмүмән, тыуған яҡ тауышы, шәхестәре, мәғарифы, мәҙәниәте һәм тирә-яҡ мөхиттең байлығы, уны ҡурсалау һәм башҡалар хаҡында ҡыҙыҡһыныусыларға алыштырғыһыҙ өҫтәл китабына әйләнде ул. Энциклопедиянан һуң Рәүеф Шаһиевтең башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған “Күңел көҙгөһө” исемле китабы Марат Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналды һәм мәктәптәргә таратылды.
1999 йылда Рәүеф Шаһиев филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов етәкселегендә “Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы һәм филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булды. Ғилми дәрәжә алғас та ул быға тиклемге донъя күргән мәҡәләләрен, рецензияларын, очерктарын туплап китап нәшер итеүгә үҙенә маҡсат та ҡуйҙы.
Ул бөгөн – 16 китап авторы. Улар араһында “Хәҙерге башҡорт прозаһында герой орбитаһы”, “Мәғариф баҫҡыстары буйлап”, “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Муса Мортазин көндәлек матбуғатта, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә”, “Сәләмәт рух һағында”, “Ал да нур сәс халҡыңа!”, “Бригадирҙың яҡты юлы”, “Тырыш хеҙмәт хөрмәте”, “Йөҙөк ҡашы Әсмә апай”, “Зөмәрә апай балҡышы”, “Халыҡ улы Муса Мортазин” һәм башҡа йыйынтыҡтарын күрһәтергә мөмкин. Әле лә байтаҡ китаптары йә нәшриәттәрҙә, йә эш өҫтәлендә үҙ сиратын көтә. Рәүеф Шаһиевтең әүҙем эшләүенә, улай ғына түгел, ижади сапсанлығына, әйтер инем, ҡара тырышлығына хайран ҡалырлыҡ.
Педагог-ғалим, журналист-яҙыусы Рәүеф Шаһиев – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, юбилей миҙалы кавалеры, Учалы районы хакимиәтенең М.Х. Минһажетдинов, М.Л. Мортазин исемендәге һәм “Ағиҙел” журналы (2002), “Башҡортостан” гәзитенең (2020) премиялары лауреаты.
Ә ижад дауам итә, уның сиге юҡ. Ғаилә берлеге, бер-береңде аңлау, ихтирам итеү ижадҡа ла бермә-бер ыңғай йоғонто яһай. Тормош иптәше, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зәйтүнә Зәйнулла ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтереп, юғары юридик белем биреп, үҙаллы тормошҡа сығарҙылар. Оло улдары Айҙарҙың, уртансыһы Айтуғандың, кеселәре Айнурҙың үҙ ғаиләләре, улдары-ҡыҙҙары уҡып йөрөй. Шаһиевтәр династияһы дауам итә, тимәк, был донъяла юҡҡа йәшәлмәгән, изге ынтылыш киләсәккә илтә.
Әхәт ВИЛДАНОВ, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, яҙыусы.