Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
9 Август 2021, 18:30

“Беҙҙә төҙөүселәрҙең көслө командаһы эшләй”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Төҙөүселәр көнө айҡанлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Улар – беҙгә уңайлы йорттар, комфортлы һәм хәүефһеҙ юлдар, Башҡортостан халҡының ғүмерен ҡотҡарған дауаханалар, балаларыбыҙ уҡыһын өсөн мәктәптәр төҙөгән кешеләр”, – тип яҙа ул.

 Радий Фәрит улы тармаҡ ветераны Юрий Георгиевич Тыщенко, ярты быуат тиерлек төҙөлөштә эшләгән кран машинисы Мәфтуха Әсфәндиәр ҡыҙы Ҡунысбаева һәм башҡаларҙың исемен ҙур хөрмәт менән телгә ала.

“Мин төҙөлөш тармағында эшләгән йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә кешене маҡтар инем. Беҙҙә төҙөүселәрҙең көслө командаһы эшләй”, – ти республика етәксеһе.

Фото:  vk.com/radiyhabirov.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: