Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
18 Август 2021, 13:17

Башҡорттоң абруйлы ғалим-педагогы

Уҡыусылары лайыҡлы хеҙмәт итә.

Төхвәт Хәлим улы Аслаев Башҡортостанда өҙлөкһөҙ (развивающий) белем биреү системаһына нигеҙ һалып, уны фәнни-методик яҡтан нығытыусыларҙың береһе булды. Егерменсе быуаттың 60–70-се йылдарында республикабыҙҙа уны белмәгән уҡытыусы йәки тәрбиәсе булдымы икән?

 

Сабыр ир булып ҡалды

 

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында, бөтә Рәсәй менән бергә Башҡортостан мәктәптәре дөйөм башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреүгә күскән осорҙа, республикала белемле уҡытыусы кадрҙар етешмәүе үҙен ныҡ һиҙҙерә. Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумы республика райондарынан йөрөүгә уңайһыҙ, арыу уҡ арала ятҡанлыҡтан, унда һәр кемдең барып уҡыу мөмкинлеге булмай. Ошо сәбәпле Башҡортостан Хөкүмәте РСФСР Халыҡ мәғарифы комиссариатынан Ырымбур педагогия техникумын Башҡортостандың Көньяҡ Урал райондарына яҡын ергә күсереүҙе юллай һәм ул, ҡыйынлыҡ менән булһа ла, ыңғай хәл ителә.

Төхвәт Хәлим улы Аслаев 1922 йылдың 15 июлендә Баймаҡ районының Ирәндек ҡуйынына һыйынып ятҡан Иҫән ауылында тыуып, Көньяҡ Урал ынйыһы – Талҡаҫ һыуын эсеп үҫә. Хеҙмәт юлын 1939 йылда Салауат районының Арҡауыл мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Шунан алып ярты быуаттан ашыу ғүмерен ул республика мәғарифын үҫтереү эшенә арнай. 1944 йылда ул К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм юллама буйынса төбәктә дан яулай башлаған Темәс педагогия училищеһына эшкә ҡайта. Үҙ фәнен төплө белеүе, талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм кеселекле, кәрәк саҡта яҡшы кәңәшсе лә була белеүе уны шул йылдарҙа уҡ абруйлы мәғрифәтсе итеп таныта.

“Ҡартатайым Төхвәт Хәлим улының архивын барлап ултырғанда, ихлас йөкмәткеле бер яҙмаға юлыҡтым. Изгелектең ҡәҙерен белгән уҡыусы­һының рәхмәт тойғолары сағыла унда. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың хәтирәһе булып сыҡты ул, – тип яҙа ғалимдың ейәнсәре, уҡытыусы Римма Аҡбула­това. – “...бала саҡтарымда тәүге уҡытыусым миңә тылсымлы хәреф­тәрҙе танырға, яҙырға, уҡырға өйрәтһә, инде үҫмер йылдарымда Төхвәт ағай матур әҙәбиәтте ихлас яратырға күңелемдә дәрт осҡондары ҡабыҙған, шиғриәт тигән серле офоҡтарға талпынырға ҡанат ҡуйған мәрхәмәтле уҡытыусым булды.

Һөйөклө уҡытыусым Аслаев ағай рухыма бик яҡын шәхестәрҙең береһе ине. Саҡ ҡына ла арттырып әйтмәйем, Төхвәт Хәлим улы Аслаев әҙәбиәт дәрестәре уҙғарған мәлдәрҙә әллә ниндәй тәрән хистәргә күмелеп, хатта һыуыҡ бүлмәлә ултырыуымды ла онота торғайным. Бәлки, ихтирам иткән, яратҡан уҡытыусымдың йор, ялҡынлы һүҙҙәре баҙрап янған ҡуҙлы ут шикелле минең өшөгән йөрәгемде йылытҡандыр. Һәр хәлдә, беҙ, бөтә һабаҡташтар ҙа, Аслаев ағайҙың дәрестәрен йотлоғоп-зауыҡланып тыңлай торғайныҡ.

Беҙҙе уҡытҡан осорҙа әле хөрмәтле уҡытыусыбыҙ ғаилә ҡормаған ут сәсеп торған егет ине. Темәс педагогия училищеһының уҡытыусылары ара­һында, ихтимал, иң йәше булғандыр ул. Ул бер ҡасан да үҙенең шәкерттәренә, дуҫ- иштәренә, ҡәрҙәштәренә битараф булманы, дәрәжәләр артынан ҡыуманы. Яҙмышының боролмалы һуҡмаҡтарында үҙәктәргә үтерлек тетрәнеүҙәр кисергәндә лә, түҙә алмаҫлыҡ нахаҡтарҙан интеккәндә лә уфтанып ҡалтыраманы. Ата-бабалар­ҙың ғорур холҡон, әсә һөтө менән бирелгән сая рухын күңелендә ҡурсып йөрөткән сәмсел, сыҙамлы, сабыр ир булып ҡалды. Һәм ул, ниндәй генә вазифала эшләһә лә, ниндәй генә эштәр башҡарһа ла, һәр ваҡыт эске бер ялҡын менән янды.

 

Фиҙакәр шәхестәр тәрбиәләне

 

1952 йылда Төхвәт Хәлим улын Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылына мәктәп директоры итеп ҡуялар. Унда эшләү осоронда Төхвәт Хәлим улының педагогик таланты, ойоштороу һәләте тағы ла ныҡлап асыла төшә. Юғары квалификациялы уҡытыусылар туплау, уларҙың педагогик эшмәкәрлеген ойоштороу һәм алдынғы алымдарҙы урында һәм районда киң таратыу, балаларҙың өлгәшеп уҡыуын һәм уларға уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу өсөн күпме ихтыяр көсө һәм ойоштороу һәләте талап ителгәндер унан. Халыҡ араһында өгөт-нәсихәт, клубта һәм күрше ауылдарҙа концерт йәки пьесалар менән сығыш яһау, колхоз баҫыуҙарына тиреҫ сығарыу, ҡош тиҙәге һәм көл йыйыу, башҡа бихисап эштәрҙе ойошторорға тура килә йәш директорға. Ә мәктәп яны баҡсаһын тәрбиәләү, йәнле мөйөштә тауыҡ себешенән башлап йорт хайуандарына тиклем тәрбиәләп үҫтереү – барыһы ла тейешле кимәлдә тормошҡа ашырыла. Ауылда һәм районда абруй ҡаҙанған Төхвәт Хәлим улын 1955 йылда Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Был йылдарҙа Т.Х. Аслаев районда яңы мәктәптәр төҙөү, уҡытыусыларҙың белем кимәлен күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәктәптәрҙә уҡытыу сифаты яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Тиҙҙән уны район советы рәйесе итеп үрләтәләр.

Инициативалы ойоштороусы-педагог Төхвәт Аслаев 1960 йылда Өфөгә саҡырылып, 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатына директор итеп ебәрелә.

Уның һүҙҙәре уҡыусы аңында ла, педагог йөрәгендә лә тотҡарлыҡһыҙ тура юлдар таба. Ғалим-педагогтың эшкә аҡыллы, талапсан мөнәсәбәте хеҙмәт мөхите тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Бергә эшләгән дуҫтары: “Төхвәт Хәлим улы үҙе таңдан алып кискә тиклем эшкә сума, коллегаларынан да шуны талап итә ине. Эшенә яуапһыҙ ҡараған, ижади осҡоно булмаған кешенең урыны балалар эргәһендә түгел, тип һанай ине ул”, – тигән фекер менән иҫкә алалар.

Төхвәт Хәлим улы Аслаев етәк­селек иткән осорҙа 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатының республика кимәлендә лә, бөтә Рәсәй кимәлендә лә абруйы арта. Унда тәрбиәләнгән балалар үҙҙәренең тормошҡа, уҡыуға ҡарашы, заманса фекерләүе, төплө белеме менән айырылып тора. Тап ошо осорҙа, интернат биргән белем – юғары сифат билдәһе, тигән фекер нығынып ҡалды ла инде. Замандаштары, коллегалары Төхвәт Хәлим улының талапсанлығын, уҡы­тыу-тәрбиә эшенә ихлас бирел­гәнле­ген һәм һәр баланың яҙмышына үтә лә ныҡ иғтибарлы булыуын хәтерләй.

Ул үҙе ишле ғаиләлә үҫә. Атаһы Хәлим Аслаев батша армияһында өлгөлө хәрби хеҙмәткәр була, ике “Алтын крест” кавалеры. Ҡартайғас та әле ул һыбай сабып барғанда ҡылысы менән беләк йыуанлығы ағасты сабып өҙә ала. Әлбиттә, Хәлим ағай, улдарын да физик яҡтан сыныҡтырып, белемгә ынтылышлы, алдынғы ҡарашлы, халҡының, иленең фиҙакәр шәхестәре итеп тәрбиәләй. Төхвәт Хәлим улының ике ағаһы ла уҡытыусы булып эшләй, икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Төхвәт Хәлим улы, ағайҙары юлынан китеп, педагогик маһирлыҡтың юғары үрҙәрен яулай. Уҡытыусы, ғалим Төхвәт улы Аслаевты бөгөн республикабыҙҙың йәмәғәтсе­леге яҡшы белә, хөрмәтләй, уның хеҙмәттәрен өйрәнә.

1969 йылда ул Ҡазан университетында педагогия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Артабан фән юлына ныҡлы аяҡ баҫҡан ғалим-педагог үҙ эшмәкәр­леген Өфөләге милли мәктәптәр инс­титуты менән бәйләй. Унда доцент, өлкән фән хеҙмәткәре вазифаларын башҡара. Тиҫтә йылдан ашыу дәүерҙә ул Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, милли мәғрифәттең актуаль проблемалары буйынса фәнни эшмәкәрлеген дауам итә.

 

Яҡты эҙе – эш ғәмәлдәрендә

 

Педагогия фәне, мәғрифәт өлкәһен­дә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Төхвәт Хәлим улы Аслаев “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ”, “Почет Билдәһе” ордендарына, бик күп миҙалға һәм Почет грамоталарына лайыҡ булған. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Төхвәт Хәлим улы үҙенең ғаиләһендә лә үрнәк алырлыҡ тәрбиәсе атай һәм олатай булды. Ҡатыны – абруйлы уҡытыусы Сайра Фәрих ҡыҙы менән биш бала үҫтерҙеләр. Бөтәһенә лә юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Оло улы Фаил – Липецк ҡалаһында әйҙәүсе инженер, “Бранд компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Гөлгөнә химик-технолог һөнәрен һайлай, Өфө ҡалаһының “Чародейка” косметика фабрикаһының директор урынбаҫары булып эшләне. Рәйсә Төхвәт ҡыҙы – юғары категориялы врач-педиатр, Башҡортос­тандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Утыҙ йылдан ашыу поликлиника мөдире булып эшләне. Наил һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе, БДУ-ның Хоҡуҡ институты директорының социаль һәм хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары. Уҡытыусыбыҙҙың иң кесе улы Сәғит – Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы мөдире. Профессор Төхвәт Хәлим улының юлын дауам иткән Сәғит Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәй Федерацияһының профессиональ белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булды. Егерме йылдан ашыу Өфө һәм Баймаҡ ҡалаларында ғалим һәм педагог Төхвәт Аслаевтың яҡты иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика бәйгеләре үткәрелеп килә икән, бында, һис шикһеҙ, Сәғит Төхвәт улының роле ҙур.

Т.Х. Аслаев 1995 йылдың 29 ок­тябрендә беҙҙең менән мәңгелеккә хушлашты. Ул тыуып үҫкән ерендә, Баймаҡ районының Иҫән ауылының күк Ирәндек итәгендә урынлашҡан зыяратында ерләнгән. Тыуған ауылын­дағы бер урам һәм мәктәп уның исемен йөрөтә. Баймаҡ ҡалаһындағы яңы төҙөлгән бер урамға ла абруйлы яҡташыбыҙҙың исеме бирелгән.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти башҡорт халҡы. Күренекле ғалим һәм педагог Төхвәт Аслаевтың үҙ балалары ла, меңдәрсә уҡыусылары ла тырышып эшләй, үҙ өлкәләрендә лайыҡлы хеҙмәт итә. Ғалимдың яҡты эҙен күңелдәрендә лә, эш ғәмәлдәрендә лә һаҡлай.

 

Фәрит ӘХМӘРОВ,

Өфө ҡалаһы 1-се башҡорт мәктәп-интернатының 1969 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.

Т.Х. Аслаев (беренсе рәттә уң яҡтан өсөнсө) етәкселек иткән осорҙағы уҡытыусылар коллективы.
Т.Х. Аслаев (беренсе рәттә уң яҡтан өсөнсө) етәкселек иткән осорҙағы уҡытыусылар коллективы.
Читайте нас: