Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
26 Август 2021, 21:00

"Мине ауылда “ҡыйыу Зөһрә” тип әйтә торғайнылар"

Бөгөн Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотлауҙар ҡабул итә. 

"Мине ауылда “ҡыйыу Зөһрә” тип әйтә торғайнылар"
"Мине ауылда “ҡыйыу Зөһрә” тип әйтә торғайнылар"

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, II дәрәжә “Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн”орденының миҙалы кавалеры Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина бөгөн үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән ябай башҡорт ҡыҙы үҙенең тырышлығы менән юғары үрҙәр яулауға, яуаплы вазифаларҙа эшләүгә өлгәшә. Ул 2004–2006 йылдарҙа – Башҡортостандың мәғариф министры, 2010–2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, 2011 йылдан – Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, милли эштәр буйынса комитет ағзаһы,  2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе булып тора. 

"Күп балалы ғаиләлә үҫтем. Ете бала булдыҡ: өс ҡыҙ, дүрт малай. Мин өсөнсө бала, минән алда ике оло ағайым бар. Бала саҡта уларға берҙә баш бирмәй үҫтем, ҡапма-ҡаршы тора инем. Шундай ҡыйыу булғанға, мине ауылда “ҡыйыу Зөһрә” тип әйтә торғайнылар. Бер нәмәнән дә ҡурҡмай, үҙемде бер ҡасан да йәберләргә бирмәнем. 

Атайым зәңгәр күҙле булды, ул беҙгә, малайҙарына ла, ҡыҙҙарына ла, бер ҡасан да бармаҡ менән дә сиртмәне. Шундай уҫал итеп ҡарай ине, уның шул ҡарашынан уҡ уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа торғайныҡ. Әсәйем беҙгә ғүмер буйына: “Атай һуҡҡан бала бәхетһеҙ була”, – тип әйтте. Шуға ла атайым беҙгә һуҡмағандыр...  

Беҙҙең ата-әсәйебеҙ һәр ваҡытта ла: “Эштән береһе лә үлмәй. Бала эшләп үҫергә тейеш”, – тип әйтә торғайны", - тип уртаҡлашты ул "Башҡортостан" гәзитенә биргән әңгәмәһендә. Был әңгәмә менән гәзиттең алдағы һандарында танышырһығыҙ.

Зөһрә Йыһанур ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Фото: З.Й. Рәхмәтуллинаның ғаилә архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: