Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Август 2021, 11:16

Ат уйнатып алдан бара...

Документтар яңы дәлилдәрҙе асыҡларға ярҙам итә.

А. Баһаутдиновтың шәхси архивынан.
Фото:А. Баһаутдиновтың шәхси архивынан.

Бөйөк Ватан һуғышы темаһын өйрәнгән тарихсы, философия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм политология кафедраһы доценты Айрат Марат улы БАҺАУТДИНОВ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яҙмышы менән күптән ҡыҙыҡһына. Ул немецтарҙың архивында өйрәнгән яңы мәғлүмәттәр беҙҙә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.  

 – Айрат Марат улы, Миң­ле­ғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы тигән маҡтаулы исемде биреү ошо йүнәлештә эҙләнеү­ҙәргә йоғонто яһанымы? 

– Эйе, яңы этәргес бирҙе. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының тарихына һәм Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышына бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар һәм монографиялар баҫылды. Шул иҫәптән Башҡорт дәүләт универ­ситетының нәшриәтендә “7-се гвардия кавалерия корпусының Де­баль­цевтағы рейды” моногра­фияһы донъя күрҙе.

– Мәғлүм булыуынса, һеҙ немецтарҙың документтарын өйрәнгәнһегеҙ...

– Шул документтарҙы өйрәнеү тарихсылар алдында ғилми эшмәкәрлек өсөн ҙур мөмкинлектәр аса, сөнки улар аша ҡулға алынған һәм немец теленә тәржемә ителгән совет хәрби документтары беҙгә ҡайта, шул иҫәптән Миңлеғәле Шайморатов ҡул ҡуйған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, 8-се кавалерия корпусының Хәрби бойороҡтары һәм башҡа документтар ҙа. Улар, шул осорҙоң мөхитенә сумып, совет ғәскәрҙәренең дошман тылындағы батырлығы, ҡаһарманлығы менән танышыу мөмкинлеген бирә. Вермахтың трофей документтары 8-се кавалерия корпусының Дебальцев рейды тарихын тулыландыра һәм хәрби алыш барышының һәр сәғәтен тиерлек һүрәтләү мөмкинлеген бирә. Алда телгә алған монография 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының хәрби юлы тарихына яңы мәғлүмәттәр индерә. 

– Был йәһәттән ниндәй дәлил­дәрҙе айырыуса билдәләр инегеҙ?

– Башҡорт кавалерия дивизия­һының сәйәси бүлеге начальнигы урынбаҫары С.Р. Ҡадировтың эш­мәкәрлеге һөҙөмтәһендә, һуғыштан һуң Башҡортостанда, Миңлеғәле Шайморатов Штеровка эргәһендә 7-се гвардия кавалерия корпусы штабы менән бергә һәләк булған, тигән фекер йәшәне. Яу урынына махсус дәүләт комиссияһы оҙатыла һәм, ҡайтанан ҡаҙып, генерал тип иҫәпләнгән кешене ерләйҙәр.

Һуғыштан һуң С.Р. Ҡадиров рәйеслегендәге  Шайморатовтың яҙмышын билдәләү буйынса комиссия “Штеровка ауылынан көньяҡҡа бер саҡрым алыҫлыҡта һәм Ивановка ауылынан төньяҡҡа табан дүрт саҡрымда үҙәндә сәғәт 8-9 араһында һәләк булған, уны немецтар билдәһеҙ генерал кәүҙәһе тип Романова ҡаяһы ҡаршыһындағы үҙәндә Петровский заводы эшселәре менән бергә ерләгән” тип һығымта сығара.

Әле беҙ немецтарҙың документтары менән танышҡас, С.Р. Ҡадировтың 1948 йылдың 19 октябрендәге актта күрһәткән мәғлүмәттәренең ҡаршылыҡлы булыуын һәм дөрөҫлөккә тап килмәүен билдәләй алабыҙ, сөнки 7-се гвардия кавалерия корпусы штабы һаҡсылары менән был районда тәүге булып килеп сыға һәм Берлин ваҡыты менән көндөҙ сәғәт 12-лә (Мәскәү ваҡыты менән – 14 сәғәттә) тар-мар ителә. 

– Немец документтары был фажиғәле ваҡиға хаҡында нимә һөйләй?

– Беҙ былтыр немец архивтарынан тарихи документтарҙы табып баҫтырҙыҡ. Ул Миңлеғәле Шайморатовтың үлеме тарихына һуңғы нөктә ҡуя. Немецтарҙың 1-се танк армияһының 1943 йылдың 25 февралендәге документында: “Штеровка эргәһендә /Красный Лучтан төньяҡҡа 20 саҡрым/ 7-се гвардия командиры урынбаҫары генерал Дудконың кәүҙәһе табылды”, – тип әйтелә. Уның шәхесен 14-се гвардия кавалерия дивизияһының әсирлеккә эләккән офицеры раҫ­лаған.

Шуныһы билдәле, 1943 йылдың 23 февралендәге алышта ҡат­нашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан майор Х.М. Ҡасимов Миңлеғәле Шайморатов вафат булған урынды күрһәткән – “Икенсе Юлино ауылынан 1,5 саҡрымдағы ялан”.

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы майоры К.Х. Ғәбитов 1948 йылдың 13 авгусындағы Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация секретары Шафиҡовҡа докладында ла Икенсе Юлино районында генерал-майорҙың кәүҙәһе табылыуы һәм уны бер полковник менән бергә ерләүҙәре тураһында хәбәр итә.

Немецтарҙың 302-се йәйәүле дивизияһының хәрби хәрәкәт журналында беренсе төркөмдөң, Икенсе Юлино эргәһенән үтеп, Широкий утарына урманға китеүе, ә икенсе төркөмдөң тулыһынса үтә алмауы тураһында теркәлгән.

1943 йылдың 23 февралендә 13.00 – 14.00 сәғәт арауығында 16-сы гвардия кавалерия диви­зияһы Икенсе Юлино ауылынан үтеп сыҡҡан саҡта  генерал-майор М.М. Шайморатов яу яланында ҡаһармандарса  һәләк була.

Немецтарҙың 1943 йылдың 27 февралендәге трофейҙар һәм ҡаршы яҡтың юғалтыуҙары тура­һын­дағы 302-се йәйәүле диви­зияһының йомғаҡлау отчетында полктарҙағы ике ҙур командирҙың вафат булыуы теркәлгән. Фамилиялары күрһәтелмәгән, әммә улар башҡа офицерҙарҙан һәм комис­сарҙарҙан айырып билдәләнгән. Һәләк булған ике ҙур командир һәм генерал – М.М. Шайморатов һәм С.И. Дудко. Шулай итеп, Миңлеғәле Шайморатов үҙенең дивизияһы менән һуңғы минутҡа тиклем көрәшеп, яу яланында вафат булған.

– Көслө техника менән ҡорал­ланған дошманға ҡаршы ҡылыс тотоп яу сапҡан ата-бабала­рыбыҙ немецтарҙы аптыратҡан. Ошо хаҡта документтар осранымы?

– 302-се йәйәүле дивизияның 572-се полкының 2-се батальоны командиры Эрстес Эйнрихтендың иҫтәлектәрен табыуға өлгәштек. Ул: “23 февралдә дошман атҡан саҡта ҡайҙандыр “Уҫал рух” килеп сыҡты. Арттан тауыш, һыбайлылар аттың муйынына ныҡ итеп һыйынған, ҡылыстарын һелтәп, үҙҙәренеке яғына сығыу өсөн рустарҙың 7-се гвардия кавалерия корпусының бөтә эскадроны һөжүм итте. Уларҙың килеп сығыуы фронтта аңлашылмаған ғауға тыуҙырҙы. Улар саба, ҡылыстары менән һелтәй һәм беҙҙең Штеровка команда пункты аша сығып төндә һөжүм итә. 24 февралдә генә “Һыбайлы рух” юғалды, кеше­ләрҙең һәм аттарҙың йөҙәрләгән кәүҙәһе Ивановка эргәһендәге ҡышҡы урындарҙы ҡапланы”, – тип яҙа. 

23 февралдә төнгө сәғәт 3-тә (Берлин ваҡыты) Фромандировкаға беренселәрҙән булып 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы һөжүм итә, ә 15-се дивизия яуға һуңыраҡ ҡушыла. Шуға ла немец офице­рының һүҙҙәре 16-сы дивизияға ҡағыла, йәғни немецтар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрен етеҙлеге һәм батыр­лығы өсөн “Уҫал рух” тип атаған.  

– Шул саҡта төшөрөлгән аэрофотоһүрәттәр нимә тура­һында һөйләй?

– Архивтарҙан 1943 йылдың 7 сентябрендә немец авиацияһының самолет-разведчигы төшөргән Беренсе Юлино, Икенсе Юлино, Штеровка, Фромандировка районда­рының аэрофотоһүрәттәрен та­быуға өлгәштек, йәғни ул ярты йыл үткәндән һуң төшөргән.

1943 йылдың сентябрь башында Ивановка ауылы эргәһендәге биләмә совет ғәскәрҙәре ҡулында була. Был һигеҙ саҡрым бейеклек­тән төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә Ивановка – Бәләкәй Николаевка юлының Икенсе Юлино ауылы эргәһендәге өлөшөндә бер урында көслө емереклектәр һәм мина, снаряд, авиабомба соҡорҙары урындары яҡшы күренә. Шулай итеп, 23 февралдә һәм алдағы көндәрҙә 15-се һәм 16-сы гвардия кавалерия дивизияларының йырып сығыу урыны Икенсе Юлино ауылына ҡар­шы бер саҡрымдағы юл билә­мәһе булған. Был аэрофотоһүрәтте анализлау күп мәғлүмәт бирә: Беренсе һәм Икенсе Юлино, Фромандировка ауылдарының көслө емереклектәре күренә. Икенсе Юлино ауылында бары һигеҙ йорт тороп ҡалған, ҡалған 30 йорттоң нигеҙҙәре генә һерәйеп ултыра. Беренсе Юлино ауылында ун йорт һаҡланған, ә ҡалған 40-ы ер менән тигеҙләнгән. Фромандировкала ла шул уҡ күренеш.

– Немец архивтарын өйрән­гәндә быға тиклем билдәһеҙ булған тағы ниндәй яңылыҡ­тарға юлыҡтығыҙ?  

– Документтарҙан күренеүенсә, генерал-майор М.М. Шайморатов 20 февралдә 17.30 сәғәттә ҡул ҡуйған бойороғо менән Красный Кут ауылындағы немецтарҙың 62-се йәйәүле дивизияның штабын тар-мар итергә ҡуша. Һөжүм барышында 16-сы һәм 15-се гвардия кавалерия дивизиялары частары дошмандың 62-се йәйәүле диви­зияның штабын юҡ итә. Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивында һаҡланған хәрби документ­тарҙа 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы немецтарҙың 62-се йәйәүле дивизияһын ҡыйратыуҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт юҡ, 15-се дивизия ғына күрһәтел­гән. Әммә Вермахтың документтарын өйрәнеү быға асыҡлыҡ индерҙе – генерал-майор Шайморатов етәкселегендәге 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы Красный Кут ауылындағы немецтарҙың 62-се йәйәүле дивизияһын ҡыйра­тыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Немец документтарында: “1943 йылдың 8 февралендә 112-се кавалерия дивизияһында – 2500 кеше. 14 февралгә полктарҙа – 300-ҙән 400-гә тиклем. 90 проценты башҡорт­тар...” тип яҙылған.

Ғөмүмән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы әле лә өйрәнеүҙе талап итә, сөнки тарихтың асылмаған биттәре күп.

– Айрат Марат улы, әңгәмә өсөн рәхмәт. Тағы ла яңы асыштар көтөп ҡалабыҙ.

 

- Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: