Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Сентябрь 2021, 09:47

Ҡыйыу Зөһрә

Дәүләт, ата-әсә һәм уҡытыусы ярҙамы – бөтәһе бергә телдең киләсәген хәл итә.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалының кавалеры Зөһрә Рәхмәтуллина ошо көндәрҙә 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән ябай башҡорт ҡыҙы үҙенең тырышлығы менән юғары үрҙәр яулауға, яуаплы вазифаларҙа эшләүгә өлгәшә. Ул – 2004 – 2006 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры, 2010 – 2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, 2011 йылдан – Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, милли эштәр буйынса комитет ағзаһы, 2015 йылдан – Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе.

 

– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, сы­ғыштарығыҙҙа һәр саҡ нәҫелегеҙ менән ғорурланыу хисе сағыла. Был һөйөү ҡайҙан килә?

– Күп балалы ғаиләлә үҫтем. Ете бала булдыҡ: өс ҡыҙ, дүрт егет. Мин – өсөнсө бала, минән ал­да ике оло ағайым бар. Бала саҡта уларға бер ҙә баш бирмәй үҫтем, ҡаршы тора инем. Шундай булғанға, мине ауылда “ҡыйыу Зөһрә” тип әйтә торғайнылар. Бер нимәнән дә ҡурҡманым, үҙемде бер ҡасан да йәберләргә форсат бирмәнем.

Атайым беҙгә, улдарына ла, ҡыҙ­ҙарына ла, бер ҡасан да бар­маҡ менән дә сиртмәне. Шундай уҫал итеп ҡарай ине, уның шул ҡа­рашынан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа торғайныҡ. Әсәйем беҙгә ғүмер буйы: “Атай һуҡҡан бала бәхетһеҙ була”, – тип әйтте. Шуға ла атайым беҙгә һуҡмағандыр. Әлбиттә, әсәйебеҙҙең сыбығы тәртипкә саҡырып, эленеп торҙо.

Беҙ бик татыу, етеш ғаиләлә үҫтек, сөнки ауыл ерендә тырыш­ҡан кеше матур йәшәй бит инде. Кәртә тулы мал-тыуар булды, умар­таларыбыҙ ҙа булды. Беҙ эшләп үҫтек. Ғаиләлә төп принцип – эш һәм уҡыу, сөнки эшһеҙ ҙә тороп булмай, ете баланы уҡытырға кәрәк бит. Һәр ваҡыт матур кейендек, йы­лы, тәмле аш ашаныҡ. Хеҙмәт тәрбиәһе шул хәтлем үҙеңде дөрөҫ ойоштороуға мөмкин­лек бирә. Ауылда ҡатын-ҡыҙ ниндәй бурыс­тарҙы үтәргә тейеш, шуларҙың бөтәһен лә өйрәнеп үҫтем. Атай-әсәйебеҙ һәр ваҡытта ла: “Эштән береһе лә үлмәй. Бала эшләп үҫергә тейеш”, – тип әйтә торғайны.

 

– Донъя мәшәҡәттәренән арынып, уҡырға ла өлгөргәнһегеҙ...

– Беҙҙең өйөбөҙҙә һәр ваҡыт уҡыу культы булды – уҡырға, уҡыр­ға һәм уҡырға! Әсәйебеҙ совхозда төрлө эштә йөрөнө, атайым етәксе вазифаларҙы башҡарҙы. Улар һәр ваҡыт: “Диплом – ҡағыҙ түгел, ә донъяға юл. Үҙегеҙҙе ашатырлыҡ, эсерерлек һөнәр һайлағыҙ”, – тип әйтә торғайны. Етебеҙ ҙә юғары уҡыу йорттарын тамамланыҡ. Шуға ла атайым менән әсәйемә рәхмәт. Ағайымдар ауыл хужалығын һайланы. Фәнил ағайым совхозда – баш агроном, хужалыҡ тарҡалғас, уҡытыусы, хакимиәттә ер үлсәүсе булып эшләне. Ғәзинур ағайым Си­ләбе өлкәһенең Минйәр ҡала­һында урман хужалығы ведомст­во­һын етәкләй. Фларис ҡустым совхозда баш зоотехник ине, һу­ңынан милицияла эшләне, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итте. Ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, бик иртә вафат булды. Таһир ҡустыбыҙ ветеринар һөнә­рен һайланы. Гөлнәфис һеңлем – табип-эмбриолог, пробиркала балалар эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре. Альбина туғаныбыҙ минең юлдан китте. Ул – философия фәндәре кандидаты, доцент. Барыбыҙ ҙа ғаиләле, бер-беребеҙгә терәк булып, бик татыу йәшәйбеҙ.

Ғаиләбеҙгә ҡағылған бөтә етди һорауҙарҙы атай-әсәйем, балалар менән бергә ултырып, кәңәш итә торғайны: ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр алырға һәм башҡа барлыҡ мәсьәләләр буйынса. Әле лә ошо тәжрибәне ғаиләмдә дауам итәбеҙ.

Атай менән әсәй беҙҙе йыуындырып, ҡойондорғанда һәр саҡ: “Уҡытыусы, табип, ветеринар, зоотехник, министр булығыҙ”, – тип теләк теләй ине. Барыһы ла шулай булды, юҡҡа ғына башҡорт халҡы ямғыр аҫтында теләк теләмәгән бит. Шуға ла һәр ваҡыт балаларҙың ҡолағына һеңдерерлек итеп: “Һин яҡшы уҡыясаҡһың!”, “Һин матур­һың!”, “Һинең ҡулыңдан бөтөн нимә лә килә!”, “Эшһөйәр бул!”, “Бәхетле-тәүфиҡлы бул!”, “Иҫән-һау бул!” тип донъяла матур теләктәрҙе әйтергә кәрәк. Мин ҡыҙымды шулай итеп үҫтерҙем, әле ейәнсәрҙәремә лә һәр саҡ шулай теләп торам.

 

– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, баш­ҡортса һөйләшәһегеҙ, ҡыҙы­ғыҙҙа ла, ейәнсәрҙәрегеҙҙә лә туған телгә һөйөү уятыуға өлгәшкәнһегеҙ. Һеҙҙеңсә, туған телгә һөйөү ҡайҙан башлана?

– 15 йәшемдә генә Салауат ҡалаһына уҡырға киттем. Рус төркөмөндә белем алдым. Башҡорт ҡыҙы дөйөм ятаҡта йәшәй. Шунда үҙемә: “Мин бер кемдән дә кәм түгел. Минең телем дә, ҡиәфәтем дә, ғөрөф-ғәҙәттәрем дә шул тиклем матур һәм үҙенсәлекле”, – тип уйлай торғайным. Һәр саҡ туған телем бер телдән дә кәм түгел, тип иҫәпләнем. Башҡорт телендә донъяға ҡарашым асылды. Лекциялар уҡығанда һәр саҡ: “Һин шәхес. Һине үҫтергән, тәрбиәләгән, тел, йыр, моң биргән милләтең бар”, – тип әйтә инем. Ҡыҙым Әлиәнең теле башҡортса асылды. Балалар баҡсаһына барғанда русса бөтөнләй белмәй ине, бер ай эсендә русса ла өйрәнеп алды. Өйҙә балалар, ейәнсәрҙәр менән башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Телдәрҙе ни тиклем күберәк беләһең, шунса ҡәҙәр байыйһың, хәтерең яҡшыра, һүҙ байлығы арта. Бер телдән икенсе телгә күсеү фекерләүҙе үҫтерә. Күптәр шуны аңламай. Ҡыҙым Әлиә бер рус һүҙен дә ҡушмайынса башҡортса һөйләшә. Инглиз телен дә камил белә. Телде өйрәнеүҙең ябай һәм һөҙөмтәле методикалары бар. Бөгөн ул, ошо алымдарҙы ҡулла­нып, француз, итальян телдәре дәрестәрен һөйләшеү кимәлендә бик матур алып бара. Әле испан теленә күсте. Ошо методикаға таянып, башҡорт телен өйрәнеү дәрес­тәрен әҙерләп, “Ютуб”ҡа ҡуйҙы.

Ике ейәнсәребеҙ бар: өлкәненә биш йәш, кескәйенең икеһе лә тулмаған. Уларҙың теле лә баш­ҡортса асылды. Шуға ла миңә бер кем дә: “Һинең балаларың башҡорт телен белмәй”, – тип әйтә алмай.

Телде өйрәнеүҙең асылы нимәлә? Ғаиләлә һөйләшергә кәрәк. Беҙ ейәнсәребеҙгә “русса белмәйбеҙ ҙә, аңламайбыҙ ҙа” тинек тә торҙоҡ. Хатта күрше рус ағайы менән олатаһының русса һөйләшкәнен ишеткәс, аптырап, әсәһенә “олатайым да русса белә икән” тип иҫе киткән. Бына шундай ябай алым! Баланы тиргәп, телгә ылыҡтырып булмай. Беҙ һәр саҡ еңелсә, сәбәптәр табып та, өйрәттек. Мәҫәлән, ейәнсәребеҙгә: “Һин ниндәй бай ҡыҙ, башҡортса ла беләһең!” – тип әйтеп, уны ҡанатландырып ебәрәбеҙ.

Ниндәй генә “алтын” мәктәп булмаһын, ул ғына баланы телгә өйрәтә алмай, мәктәп – уны өҫтәй, булған нигеҙҙе байыта. Телде йөҙөк ҡашы кеүек һаҡларға кәрәк. Беренсенән, уға нигеҙ ғаиләлә һалынһа ла, мәктәп, мәҙәниәт, сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары – улар ошо телде байытып тора. Икенсенән, телгә дәүләт ҡулы мотлаҡ, сөнки яҡшы алымдарҙы, матур һәм ҡыҙыҡлы китаптарҙы нәшерләп сығарыу өсөн аҡса кәрәк. Шуға күрә лә дәүләт, ата-әсә һәм уҡытыусы ярҙамы – бөтәһе лә бергә телдең киләсәген хәл итә.

 

– Туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса закон проектының тәүге вариантын ҡырҡа үҙгәртеүҙә һеҙ ҙә ҡатнаштығыҙ. Бында ниндәй принциптарға өҫтөнлөк бирелде?

– Туған телдәрҙе ирекле рәүеш­тә һайлау тураһында закон ҡабул ителде. Дөрөҫөн әйткәндә, бәхәс тыуҙырған ҡанундың беренсе вариантында туған телдәрҙе, дәүләт телдәрен уҡытыу пландарынан үҙгәрмәй торған өлөшөнән бөтөн­ләй сығарып, ирекле итеп ҡал­дырырға тәҡдим ителгәйне. Ошо закон проектын индереү менән республика хакимиәтендә беҙҙең эш төркөмө булдырылды. Унда де­путаттарҙан мин һәм Зариф Бай­ғусҡаров инде. Мәғариф министр­лығы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай менән берлектә тәҡдимдәр әҙерләнек. Уларҙың бөтәһе лә үтте. Татарстан һәм башҡа милли төбәктәр менән бергә ныҡлы эшләнек. Туған, дәүләт телдәрен уҡытыу пландарының инвариатив өлөшөн дә ҡалдырыуға өлгәштек. Башҡортостандан телде һайлау буйынса ғаризаны ата-әсә йыл һайын түгел, башланғыс кластарға уҡырға барғанда, төп белем биреү звеноһына һәм икенсе мәктәпкә күскәндә генә яҙа, тип тәҡдим ителде. Туған телдәрҙе уҡытыуҙың милли концепцияһы республикала мин министр  булған  саҡта   уҡ  яңыр­т­ылғайны, ә федераль кимәлдә ул юҡ. Шуның өсөн бер өлкә биш-алты сәғәт, бер өлкә бер сәғәт уҡытып килде. Бөтәһенә лә ярарлыҡ универсаль концепция юҡ ине. Ул тәҡдим дә Баш­ҡортостандан булды, хәҙер был федераль концепция бар. Беҙҙең өс тәҡдимебеҙ ҙә үтте. 

 

– Әйтергә кәрәк, тел тура­һында закон ҡабул итеүгә ҡарата бәхәстәр ҙә күп булды. Һеҙҙеңсә, уның өҫтөнлөктәре, ыңғай яҡтары нимәлә?

– Был законды ҡабул итеү милли мәғариф, телдәр өйрәнеү өлкәһендә системалы мәсьәлә­ләрҙе асты – төбәк кимәлендә лә, федераль кимәлдә лә. Беренсенән, балаларға туған телде биреүҙең ҡыҙыҡлы алымдарының юҡлығын билдәләне. Бигерәк тә ҡала мөхитендә үҫкән бала телде бөтөнләй белмәй бит. Баланы уйын формаһында ылыҡтырырға кәрәк, шул саҡта ғына яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Әйткәндәй, сит телдәрҙе өйрәнеү методикалары бар бөгөн, уларҙың принциптары универсаль. Шуларға таянырға була. Икенсенән, ҡыҙыҡлы, ябай телдә, сағыу китаптар аҙ. Шулай уҡ ижади фекерләүсе уҡытыусылар ҙа талап ителә.

Белеүебеҙсә, федераль китаптар теҙмәһе бар, әсбаптар шул реестрға инһә генә законлы нигеҙҙә был дәреслектәр буйынса уҡытырға мөмкин. Башҡортостан – көслө төбәк, беҙҙең башҡорт теленән китаптар был теҙмәгә ингән. Татарстан да көслө, ә башҡа төбәктәр өсөн шул тиклем ҙур сығым кәрәк. Шуға күрә лә ошо мәсьәлә асыҡланды. Бик күп милли телдәрҙән был реестрға ингән китаптар юҡ. Хәҙер федераль кимәлдә туған телдәргә ярҙам итә торған фонд төҙөлдө. Фондтың төп маҡсаттарының береһе – федераль бюджеттан милли телдәрҙәге китаптарҙы финанслау.

Был – объектив проблемалар. Шулай уҡ субъектив мәсьәләләр ҙә күҙалланды. Бөтәһе лә тел тиҙәр, ошо закон проекты ғәмәлгә ингәс, нимәләр генә яҙып бөтмә­неләр. Был кешеләрҙең күптәрен беләм, үҙҙәре лә, балалары ла туған телде белмәй, ә күкрәк киреп, телде яҡларға сыҡтылар. Был да ыңғай күренеш булды, сөнки беҙ ҡайһы ваҡыт телебеҙҙең ҡиммәт­легенә иғтибар итмәйбеҙ: тел бар, һөйләшһәк – һөйләшәбеҙ, һөйләш­мәһәк – юҡ. Баҡтиһәң, ул телгә ҡурҡыныс янай икән! Шуға күрә бына хәҙер күптәр, ошо уҡ һөйләш­мәгән тел яҡлаусылар, асылына ҡайта, балаларын өйрәтә башланы.

Был – беренсенән, икенсенән, тағы ла бер мәсьәлә: был законға ярашлы, хәҙер ата-әсә баланың ки­ләсәк тел яҙмышын хәл итә. Шул хәтле яуаплы булырға кәрәк, сөнки мин бик күптәрҙән: “Бына һеҙ шул тиклем матур һөйләшәһегеҙ, бала­ларығыҙ һөйләшә. Ә бына мине атайым менән әсәйем өйрәтмәгән. Мин уларҙан: “Ниңә өйрәтмәнегеҙ?” – тип һорайым. Улар: “Әллә...” – тиҙәр. “Мин үҙ телемдә һөйләшер инем. Шул тиклем туған телемдә йырлағым килә. Ә ваҡыт уҙған, өйрәнеү бик ҡыйын”, – тип әсенеп һөйләгәндәрен йыш ишетәм. Бөгөн ата-әсәләрҙең, туған телде өйрә­неү-өйрәнмәүгә бәйле ғаризала­рына ҡултамғаларын ҡуйып, балаларын матур киләсәктән, тел бәхетенән, моң бәхетенән мәхрүм итергә хоҡуғы юҡ. Телеңде белеү ул тәбиғәт, йәшәйеш ҡануны бу­лырға тейеш. Хатта һәр бер йәнлек, ҡош үҙенсә һайрай, үҙенсә йырлай, үҙенсә мөңрәй, уларҙы бутап булмай.

Тел – һинең визит картаң, милләтеңдең, рухыңдың, мин-мин­ле­геңдең айырылғыһыҙ бер һыҙаты. Тел – үҙе бер йәнле организм, ул да бөгөн, интернет заманында, ауырый, һаҡлауға, яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Телен ихтирам иткән кеше үҙен, милләтен ихтирам итә һәм башҡаларҙың да хөрмәте­нә лайыҡ буласаҡ. Үҙ телен белгән кеше башҡаларҙың теленә лә хөрмәт менән ҡараясаҡ.

 

– Һеҙҙең яҙмыш республика­ның сәйәси-ижтимағи тормошона айырылғыһыҙ булып үрелеп бара, ваҡиғалар уртаһында ҡайнайһығыҙ. Йәмәғәтсе, сәйә­сәтсе булырға нимә этәрҙе?

– Миндә ижади образлы фекер­ләү бала саҡтан булды. Мәктәптә үк яҙыша башланым. Училищела уҡығанда Салауат ҡалаһы гәзи­тендә штаттан тыш хәбәрсе булдым. Журналист булырға хыялландым. Университетҡа уҡырға ингәс, 1 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған тантаналы сарала бөтә студенттар алдында ике телдә матур итеп сығыш яһаным. Шунда күренеп ҡалған­мын, күрәһең. Аҙаҡ республика кимәлендә ниндәй сара була, мине саҡыра башланылар. Яҡшы уҡы­ным. Студент саҡтан уҡ ҡала комсомол комитеты бюроһына ағза, ҡала советына депутат итеп һайлап ҡуйҙылар, партияға алдылар. Шулай итеп, йәмәғәт тормошона ылығып киттем. Уҡып бөткәс, кейәүгә сыҡтым.

Артабан уҡыу мәсьәләһе тыуғас, философия фәндәрен һайлап, Дамир Вәлиевтең этика кафедра­һында аспирант булып киттем. Ошо кафедраға килеү минең өсөн фәнни бәхет булғандыр, сөнки ул саҡта бер кем дә ҡағылмаған, тапалмаған фән сиҙәменә барып индем. Ул – әҙәп, традициялар, милли рух, ғөрөф-ғәҙәт, мәҙәниәт. Дамир Жәүәт улының башҡорт халҡының әхлағы тураһында бер генә китабы бар ине. Халыҡ шул хәтлем һыуһаған икән – әҙәпкә, матурлыҡҡа, үҙ-үҙеңде нисек тоторға. Журналдарға яҙам, мине телевидениеға “Аҡ тирәк, күк тирәк” тапшырыуына эксперт итеп, төрлө райондарға лекциялар уҡырға саҡыра башланылар. Докторлыҡ диссертацияһын яҡланым. Ул заманда ғалимә кешенең, фәлсәфәүи темаға бер рус һүҙен ҡушмайынса, башҡортса сығыш яһауы һирәк күренеш булғандыр, бәлки.

2004 йылда көтмәгәндә мине Аҡ йортҡа сыҡырҙылар һәм мәғариф министры вазифаһын тәҡдим иттеләр. Бер нимә лә әйтмәнем, тиҙ генә ауылға ҡайтып киттем. Әсәйем күптән вафат ине, “Атай, миңә мәғариф министры вазифаһын тәҡдим итәләр. Мин бармайым”, – тип әйттем. Ул миңә етди итеп ҡараны ла: “Кеше эштән ҡурҡамы ни, ҡыҙым?!” – тине. Бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәне. Шулай ул фатихаһын бирҙе.

Тағы бер ғорурлығым бар – сәйәсәткә бөтә исемдәрем, дәрәжә­ләрем, профессор исемем менән килдем. Сәйәсәт республика өсөн яҡшы эштәр башҡарырға мөм­кинлектәр бирҙе.

Беҙҙең парламентта халыҡ-ара эшмәкәрлек өлкәһе бар. Ниндәй генә сит илдәргә барһам да, мин тел, милләт-ара татыулыҡ буйынса һәр ваҡыт Башҡортостанды миҫал итеп килтерә торғайным. Әйткән­дәй, республикала булған милли мәғариф тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә, бер илдә лә юҡ. Алты телдә уҡыт! 14 телде предмет булараҡ өйрән әле! Шуға күрә лә сәйәсәт һәр ваҡыт кешегә үҙ халҡыңды, ереңде, телеңде, илеңде данларға, башҡаларға күрһәтергә мөмкинлек бирә.

 

– Мәғариф өлкәһе уңышлы эшләһен өсөн иң тәүҙә нимә талап ителә?

– Мәғариф өлкәһендә иң беренсе сиратта тәрбиә, шунан ғына белем биреү мәсьәләһе тора. Бер мәл тик уҡытыуға, яңы техноло­гияларға, яңы алымдарға иғтибар биреп, тәрбиә проблемаһы бөтөн­ләй ситтә ҡалды. Әле беҙ шул тәрбиәне мәктәптәргә кире ҡайтар­ҙыҡ. Хатта Мәскәү беҙҙе ишетте. Шуға ла “Мәғариф” милли проек­тының бер йүнәлеше класс етәксе­ләренә яңы ҡараш, тәрбиәүи һорау­ҙарҙы күтәреү булды. Билдәле ға­лим Дмитрий Менделеев: “Тәрбиә­һеҙ белем – ул аҡы­лынан шашҡан кешенең ҡулындағы ҡылыс”, – тип әйткән, сөнки тәрбиәһеҙлек, уйламай тирә-яҡҡа сәселгән белем кешегә лә, мөхиткә лә, йәмғиәткә лә зарар килтереүе ихтимал. Әгәр һиндә илһөйәрлек, башҡаларға тигеҙ ҡараш юҡ икән, белемең тик үҙеңә, шәхси мин-минлегеңде үҫтереүгә генә, хатта насар эштәргә лә йүнәлтеләсәк. Мостай Кәрим: “Һәр бер кеше белергә тейеш: яҡшы эштәре менән ул тәү рәттә үҙен, шунан инде, насип булһа, милләтен данлай. Ә үҙенең шаҡшы эштәре менән ул тәү рәттә үҙенең милләтен, шунан ғына үҙен яманлай”, – тип бик аҡыллы һүҙҙәр әйткән.

Мәғариф өлкәһендә эшләгән ваҡыт – иң яҡты, һағынып һөйләй торған йылдарым. Башҡортостан мәғарифы ул ваҡыттарҙа һәр яҡлап та алдынғы урындарҙа ине. Өс йыл эшләргә насип булды – бер фажиғә лә булманы, бер уҡытыусы ла йөҙөмә тап төшөрмәне, шуға күрә барыһына ла рәхмәт.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары булғанда тағы ла ярты йыл мәғарифты етәкләнем. Ул да ҙур бәхет, сөнки яңы ҡараш, икенсе заман, ваҡыт. Яңы идеялар менән һуғарылып эшләргә тура килде.

 

– Һеҙ хыялланырға яратаһы­ғыҙмы?

– Студенттарыма: “Хыялдар ғүмергә аша, бер ҡасан да насар нәмә уйламағыҙ. Тик яҡшы теләк­тәр, уйҙар менән йәшәгеҙ”, – тип һәр ваҡыт әйтә инем. “Минең хыялым тормошҡа ашасаҡ, һүҙем үтә­сәк, ҡулымдан бар нимә лә килә” тип юрарға кәрәк. Салауатҡа уҡыр­ға йөрөгәндә Өфөлә трамвайҙа үткән һайын ҡала советының бинаһына ҡарап: “Бер генә тапҡыр ошо йортҡа инеп ҡараһам ине. Шул тиклем матур. Унда нимә эш­ләйҙәр икән?” – тип хыялландым. Йылдар үткәс, миңә унда депутат булып эшләргә яҙҙы. Уҡытып йө­рөгәндә Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы мине Дәүләт Думаһына канди­датлыҡҡа тәҡдим итте. Әлбиттә, ул ваҡытта үтмәнем. Был да бит ниндәйҙер башланғыс аҙым булған. Шуға ла һәр ваҡытта тик яҡшыны юрарға, яҡтыға ынтылырға, дөрөҫ хыялланырға кәрәк.

 

– Фәндә лә, сәйәсәттә лә ҡайнап, ғаиләгеҙгә лә ваҡыт бүлергә өлгөрәһегеҙ...

– Тормош иптәшем Динмөхәмәт Нурмөхәмәт улы менән икебеҙ ҙә Башҡорт дәүләт университетында уҡыныҡ. Мин – филолог-лирик, ул – физик. Студент саҡтан әүҙем инем, студенттар советында булдым. Беҙҙең 1-се ҡыҙҙар ятағына 4-се ятаҡтың физик егеттәре, заманса аппаратуралары менән килеп, дискотека ойоштора ине. Ул шундай олпат, ә мин бәләкәй генә. Уға ҡарайым да: “Эх, был егет миңә ҡарамаҫ инде, мин бәләкәй генә бит”, – тип уйлайым. Ә ул миңә ҡараған да: “Их, был ҡыҙ шундай бәхетле, күбәләк кеүек осоп йөрөй. Ул миңә ҡарамаҫ инде”, – тип уйлаған.

Шулай итеп, бер-беребеҙгә күҙ һалышып йөрөнөк, тик ул да, мин дә баҙнатсылыҡ итмәнек. Мин университетты бөткәндә, ул комсо­молдың өлкә комитетында эшләй ине. Шунда яңылыш ҡына урамда осраштыҡ, мөхәббәт хисе тоҡанды. Өйләнешкәс, икебеҙ ҙә аспиран­тураға барырға тейеш инек. Иптә­шем: “Әйҙә, һин уҡы, кәләш. Хәҙер фатир, машина алырға, донъя ҡарарға кәрәк, һин яҙыш”, – тине. Мин бер ниндәй ҙә нужа күрмәй, гел яҙышып ҡына ултырҙым. Ҡәйнәм йәш ярымдан ҡыҙымды алып ҡараны, һуңынан әсәйем ҡарашты. Рәхмәт инде уларға. Кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҙҙым. Ошо донъяла үрләгән үрҙәремдең, уңыш­та­рым­дың 99 проценты минең ғаиләм­дәндер. Әгәр ҙә аңлай торған ирем, ярҙам иткән ҡыҙым булмаһа, эшемде башҡара алмаҫ инем, тип уйлайым. Аҡыл булыу менән генә ағас киҫеп булмай, терәк-таяныс та кәрәк. Ҡыҙым да минең уҡы­уымды һәр саҡ аңлап ҡабул итте. Ул иҡтисад йүнәлешен һайланы, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, студенттарға белем бирә.

 

– Һеҙҙе сәйәсмән, ғалим ғына түгел, шағирә булараҡ та белә­беҙ. Ҡасан ижад итә башла­нығыҙ?

– Шиғырҙарҙы бәләкәйҙән яҙам, береһенә лә уҡытмай торғайным. Әле күпләп баҫыла башланы, сөнки самолетта үҙемде ни өсөндөр насар тоям, ҡурҡҡанмынмы ул, бөтә шиғырҙарым, биш повесым – бөтәһе лә самолетта тыуҙы. Телефонымда башҡорт шрифты бар, шунда рәхәтләнеп яҙам. Беренсе йырымды ҡыҙыма арнап сығар­ғанда 27 йәш ине. Шиғырҙарымды моңға һалыуҙың сәбәбе нимәлә? Бер ваҡыт йырсы Илшат Сибә­ғәтуллин менән осрашҡанда: “Бер йырымды биреп ҡарайым, һеҙҙең тауыш тап килергә тейеш”, – тинем. Бик матур йыр килеп сыҡты. Ул миңә шиғырҙарымды йырға, моңға һалырға тәҡдим итте. “Шиғырҙа­рығыҙ матур, тик уҡыйһың да онотола, ә йырҙар мәңгелек”, – тине. Музыкаль белемем бар, педагогия училищеһында өйрәттеләр. Хәҙер “Юлдаш”та 15-ләп йырым ҡайнай, бер 15-ләбе таратылған. Социаль селтәрҙәргә ҡуйыу мөмкинлеге булғас, мин дә ҡуя башланым. Йыйынтығым да сыҡты, әле повестар китабым донъя күрергә тейеш.

 

– Депутатлыҡ – һеҙҙең өсөн ниндәй вазифа ул?

– Депутатлыҡ – үтә яуаплы эш, закондар сығара торған ғына түгел, кеше яҙмышын хәл итә торған даирә. Ҡабул итеү көндәрендә бик күп кеше килә ине. Әлбиттә, ҡулдан килгәнсә ярҙам иттем. Бик күп һорауҙар хәл ителде, сөнки ун йыл ваҡыт – шул ҡәҙәр оҙон ғүмер. Ул ҡотҡарылған ғүмерҙәр, хәл ителгән мәсьәләләр. Төрлө социаль-ижади проекттар менән килеп, күптәре ғәмәлгә ашты. Командалағы яҡшы юрисым кәңәштәре менән ярҙам итте. Әлбиттә, төҙөү, газ үткәреү кеүек мәсьәләләр ваҡыт та, сығымдар ҙа талап итә. Ошондай ҙур һорауҙар ҡапыл ғына хәл ителмәй, улар күтәрелеп, төрлө ойошмалар етәкселегенә еткерелде. Әммә депутат бер үҙе бер нимә лә эшләй алмай. Командама, төрлө ведомство етәкселәренә, ҡала-район хакимиәттәренә рәхмәт, сөнки ниндәй генә һорау булмаһын, уларға мөрәжәғәт иттек. Республика өсөн дә матур эштәр башҡарылды. Меңләгән рәхмәт ишеткәнмендер.

Депутатлыҡ – ул системалы эш, катализатор, күп һорауҙарҙы хәл итеүҙе тиҙләткән механизм, ул закондар сығарыуға ғына ҡайтып ҡалмай бит. Республиканың, һиңә ышаныс белдергән һайлаусыла­рыңдың ихтыяждарын да күҙ уңында тота.

Һыйыр һауып йөрөгән ҡыҙҙың шундай үрҙәргә үрләүе – бәхет тә, оло яуаплылыҡ та, яҙмыш бүләге лә. Һәр милләттә ошондай дәрәжәләргә күтәрерлектәр бар, улар үҙенең милләте, рухы, әҙәбе, менталитеты менән көслө. Ошо үрҙәргә үрләгәндә башҡортомдоң тәртипле, миһырбанлы рухы мине кеше башын тапамаҫҡа, кеше яҙмыштарын боҙмаҫҡа, ғәҙел, яуап­лы булырға һәм матур юлдар менән маҡсаттарыңа өлгәшергә өйрәтте. Тормош – ҡуласа, шуға ла нисек кенә булмаһын, игелегең үҙеңә мең яҡшылыҡ булып ҡайта.

 

– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡот­лап, оҙон ғүмер, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

 

- Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: