Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
7 Сентябрь 2021, 12:03

Рух һағында

“Киләсәктә лә нәфис һүҙгә ихтыяж булыр...”

Арҙаҡлы шәхес, шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбаевтың исеме бөтәбеҙгә лә таныш.

Күңелде елкендерерҙәй шиғырҙар, тәрән йөкмәткеле поэмалар тыуҙырған шағир бер әҫәрендә шулай тип яҙа:

Әсәм, халҡым, телем, ерем менән

Мин ырыҫлы, рухлы һәм утлы!

Эйе, ул – ижадында ла, тормошта ла ошо мөҡәддәс бурысына – рухты һаҡлау юлына тоғро уҙамандарҙың береһе. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән күренекле әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бихисап әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Әбделғәлим улы АРАЛБАЕВ менән әңгәмәбеҙ яҙмыш, ижад, шиғриәткә ҡағылышлы. Һәм ул хаҡта ғына ла түгел.

– Ҡәҙим Әбделғәлим улы, һеҙҙең быуындың бала сағы илебеҙ, халҡыбыҙ кисергән иң ауыр, иң ғәрәсәтле йылдарға тура килгән. Һуғыш ваҡытын иҫләй­һегеҙме?

– Һуғыш тамамланғанда миңә ни бары дүрт йәш ине. Өлкән ағай-апайҙарымдың, урамдан йүгереп ҡайтып: “Һуғыш бөттө! Беҙ еңдек!” – тигән һөрәндәре ҡолағыма салынып ҡалған. Һуғыш бөткән йылда йәйгеһен йә көҙгә ҡарай ауылға ҡайһы бер яугирҙәрҙең ҡайтҡанын тоноҡ ҡына иҫләйем. Мәҫәлән, һалдат кейемендә ҡайтып килгән ауылдашыбыҙ Сәмиғулла ағайҙы Таналыҡ кисеүендә балыҡ һөҙөп йөрөгән малайҙар күмәкләп ҡаршы алғаныбыҙ хәтеремдә. Йәнә бер хәл: атайымдың бер туған ҡустыһы Әхмәҙулла ағайҙың туп-тура беҙҙең өйгә ҡайтҡаны, уның бик ҡупшы офицер кейеменә һоҡланып йөрөүебеҙ иҫтә...

Атайыбыҙ тураһында “ҡара ҡағыҙ” килеүенә һаман да ышанырға теләмәгән әсәйемдең: “Атайығыҙ ҙа ҡайтыр әле!” – тип беҙҙе йыуатҡаны, үҙенең дә оҙаҡ йылдар мөғжизәнән өмөтөн өҙмәгәне күҙ алдында тора...

– Әсәйегеҙ хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ?

– Әсәйем тураһында күп тапҡыр поэмалар, шиғырҙар яҙҙым, әммә һаман да әллә күпме яҙырлыҡ хәтирәләрем бар. Һуғыш башланғанда уға ни бары 30 йәш була! Ғаиләлә алтынсы бала булып 1941 йылдың 1 сентябрендә мин тыуғас, ире фронтта йөрөгән йәш ҡатынға күмәк балалары менән донъя көткәнендә иңдәренә ниндәй ауырлыҡтар ишелеп төшкәнен һөйләп кенә аңлатырлыҡмы?!

Ә әсәйебеҙ ныҡ булған барыбер ҙә. Бөгөлөп төшмәгән. Төшмәне лә, бирешмәне лә. Кәрәк урында (колхоз эшендә лә, өйҙә лә) ҡаты ла була белде. Шулай булмаһа, алты баланы үҫтереүе, әҙәм итеүе бер үҙенә еңел эшме?!

Бәләкәй булһам да, хатта мин дә, зирәклегемә барыптыр инде, өйҙәге ауырлыҡтарҙы тоя, аңлай инем. Шуғалыр ҙа беҙҙең бала саҡ ғәмһеҙ булманы. Күңелле мәлдәрҙе, шау-шыулы ғаилә байрамдарын хәтерләмәйем.

Әсәйемдең яңғыҙ ҡалған саҡтарында һирәк кенә булһа ла йырлағанын иҫләйем. Әммә үҫмер сағымда, йырлағанымды ишеткәс, үҙе үк мине йырлауҙан тыйғайны: “Буҙлама! Йырлаған бала зарлы була!”

Күп ейән-ейәнсәрҙәргә ҡартәсәй (өләсәй) булғас инде, үҙ башынан үткәндәрҙе, күргән-кисергәндәрҙе, аяныслы тормош хәлдәрен кинотаҫмалағыса теҙер ине. Бала сағында ололарҙан отоп алған бәйет, мөнәжәттәрҙе көйләп ишеттерҙе бер нисә ҡайтҡанымда.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе, тапҡыр һүҙҙәрҙе күп белде. Бына уның көндәлек тормошта ҡулланған мәҡәлдәренән бер нисәүһе:

“Ағайҙың өйө – аҡ йәйләү, эненең өйө – өң төбө”, “Туғандың аҙары булһа ла, биҙәре булмай”, “Йыл да – ҡолон, йыл да – тай”, “Ураҙлының балаһы ун бишендә лә башмын, тиер, сирленең балаһы егерме бишендә лә йәшмен, тиер”, “Тәңре тере иткән бәндәһен ҡоро итмәҫ”. “Уланлы өйҙөң ороһо ятмаҫ”, “Яңғыҙҙың балаһы ялмандай булһын” һ.б.

Уның телмәрендә башҡорт, ҡаҙаҡ, татар халыҡтарының, төрөк, фарсы, ғәрәп телдәренең лексик байлығы ҡатнашҡан ине. Әсәйем, ғөмүмән, сәсән телле ҡатын, ағинәй, ил инәһе булды. Алты балаһынан тыуып үҫеп еткән, донъя көткән ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре, тыуа-тыуасарҙары хәҙер инде йөҙгә яҡындыр. Һанағаным ғына юҡ.

– Үҫмер саҡта кем булырға хыялландығыҙ?

– Хыялдар күп ине. Беҙ, ауыл малайҙары, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуғандар, күбе­рәк “һуғыш” уйындары менән мауыҡ­ҡанғамы, бер дуҫым менән хәрби училищеға барырға тип тә уйлап йөрөгәйнек. Ә үҫә төшкәс, донъяны яңы яҡтарынан да аса башлағас, “кем булырға” тигән хыялдарыбыҙ ҙа үҙгәрә торҙо.

– Әгәр Өфөгә килмәй, ауылда ҡалған булһағыҙ, ниндәй һөнәр алыр инегеҙ?

– БДУ-ла уҡып, уҡытыусы һөнә­ренә эйә булғас, мәктәптә эшләнем. Биш йыллыҡ педагогик стажым бар. Өфөгә килмәй, ауылда ҡалған булһам, шул эшемде дауам итер инем.

– Әҙәбиәткә юл ҡасан башланды? Ижади ҡомарға нимә этәргес булды?

– Аҡъяр урта мәктәбендә уҡығанда беҙ һабаҡташым Ҡадир Әлибаев менән шиғыр яҙа инек (аҙаҡ ул балалар шағиры булып етеште). Яҙғандарыбыҙ мәктәп стена гәзиттәрендә, һуңыраҡ райондыҡында ла сыҡты. Шул яҙышыу теләге (һеҙ әйткәнсә, ижад ҡомары) артабан да һүрелмәне: әрме хеҙмәтендә лә (1961 – 1963) шиғыр яҙыуҙы дауам иттем. Һалдатта саҡта, мәҫәлән, республиканың йәштәр гәзите “Ленинсы”ла тәүге шиғырҙарым ике тапҡыр баҫылды. Әҫәрҙәремдең ташҡа баҫылып сығыуы күңелгә ҡанат ҡуйҙы, дәрт өҫтәне.

– Әҫәрҙәрегеҙ өсөн материалды ҡайҙан алаһығыҙ?

– Тормоштан, әлбиттә.

– Документтарға мөрәжәғәт итә инегеҙме? Реаль прототиптары булған әҫәрҙәрегеҙ бармы? Берәйһенең яҙылыу тарихын һөйләһәгеҙ ине?

– Ҡайһы бер поэмаларымды яҙғанда тарихи документтарға мөрәжәғәт итергә тура килде. Тарихи дөрөҫлөккә хилафлыҡ килтерергә ярамай. Әйтәйек, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың Крәҫ­тиәндәр һуғышында батша ғәскәрҙәренә ҡаршы тороуын тасуирлағанда (“Батыр яраһы”, 1980); украин халҡының бөйөк кобзары (шағиры) Тарас Шевченконың ун йылға һалдат хеҙмәтенә хөкөм ителгәндә Яйыҡ, Гөбөрлө йылғалары буйында, Орск ҡәлғәһендә, башҡорт далаларында уҙған ғүмерен бәйән иткәндә (“Тарас менән Ҡарас”, 1984 – 1988); 1812 – 1814 йылдарҙа француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта “төньяҡ амурҙары” исеме менән тарихҡа ингән данлы 28 башҡорт полкының тиңһеҙ ҡаһарманлығын поэтик дөйөмләштергәндә (“Атлы башҡорт”, 2012 – 2013) күп кенә архив сығанаҡтары ярҙамға килде. Шунһыҙ булмай. Тарихи ерлектә ышаныслыраҡ бит.

Ә инде халҡыбыҙҙың ике арҙаҡлы шәхесенә – шағир Рәми Ғарипов менән йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа ар­налған поэмаларымда ла (“Ҡаратау тотҡоно”, 1997 – 1998; “Йыраусы”, 2005 – 2010) заманыбыҙ асылына, тормоштоң аяуһыҙ реаль ваҡиғаларына (мәҫәлән, сәйәси золом) мөрәжәғәт ителде, йәғни уйҙырмаға ҙур урын ҡалманы. Ә бына геройҙарымдың эске донъяһын, холоҡ һыҙаттарын биреүҙә художество алымдары тәбиғәт күренештәре аша асылды. Шағир менән Йыраусы образы тормоштағы Рәми һәм Мөхәмәтйән ағайҙарҙың интеллектуаль юғарылығынан көс алды. Ҡыҫҡаса шулай.

– Йөрәк ярып сыҡҡан бала кеүек, һәр әҫәр яҡын. Шулай ҙа араларында үҙегеҙгә ныҡ ҡәҙерлеһе бармы?

– Дөрөҫ, һәр әҫәрең яҡын, үҙ. Шулай ҙа поэмаларым араһында иң ныҡ ҡәҙерле әҫәрем тип 1981–1982 йылдарҙа яҙылған “Аҡ тирмә” поэмаһын атарға булалыр. Поэма тураһында үҙ ваҡытында күп яҙҙылар. Ҙур рәхмәт ҡәләмдәш­тәремә, ғалимдарға. Ер йөҙөнән юҡ ителгән йөҙләгән ауыл­дарҙың әсе яҙмышын сағылдырған Таңатар – минең тыуған төйәгем. Хыялымдағы “аҡ тирмәм”...

– Хәҙерге йәш яҙыусыларға ҡарата ниндәй фекерҙәрегеҙ бар? Яңы исемдәр астығыҙмы? Ғөмү­мән, йәштәрҙең ҡайһы сифаттары оҡшай һәм оҡшамай?

– Йәштәргәме? Эҙләнеүҙә, ижадта ҡыйыуыраҡ булһындар ине. Уҙған 2020 йылда йәш ижадсыларҙың “Ҡәләм һынау” (“Проба пера”) әҙәби конкурсы уҙғарыл­ғайны. Ҡатнашыусылар (305 кеше!) араһында 114 автор шиғыр яҙа. Был аҙ түгел. Шиғырҙар бар, ә асыш булырлыҡ йәш таланттарҙы табыуы ҡыйын. Милли һыҙатты (характер), милли төҫтө, биҙәкте, халыҡсан моңдо балҡытырлыҡ әҫәрҙәр тыуҙырһын беҙҙең йәш ҡәләм эйәләре. Теләгем шул.

– Интернет һәм мәғлүмәт донъяһында әҙәбиәт ниндәй юлдан барыр икән?

– “Интернетта хәҙер бөтә нәмәне лә табып була”, – тиҙәр. Шулайҙыр. Әммә кәрәк “нәмә” иң тәүҙә үҙеңдең башыңда тыуһын ине, сөнки интернет селтәрендәге мәғлүмәт бүтәндеке, ситтеке. Интернет ҡоло булырға ярамай. Унан алынған “мал” инкубаторҙан сыҡҡан себештәр ише – бер иш. Китаптар ҙа бер ҡалыпта (стилдә), геройҙары ла бер һында (штамповка) булмаһын ине.

Ниндәй генә замандарҙа ла әҙәбиәт булған, йәшәгән, кешелеккә хеҙмәт иткән, рухын күтәргән. Мин киләсәктә лә нәфис һүҙгә, поэтик образға һәм фекергә ихтыяж булырына ышанам.

– Хеҙмәт юлығыҙ төрлө вази­фа­ларға бәйле. Шул эшмәкәр­ле­гегеҙ хаҡында бәйән итһәгеҙ ине...

– Төрлө вазифала, төрлө тармаҡта эшләү насип булды: мәғариф (мәктәптәрҙә биш йыл уҡыттым), матбуғат (“Ағиҙел” журналында, “Китап” нәшриәтендә), мәҙәниәт (Яҙыусылар берлегендә, өлкә комитеттың мәҙәниәт бүлегендә)... Төрлө тиһәк тә, төрлө түгел дә һымаҡ. Гуманитар өлкәгә – рухи донъябыҙға – ҡайтып ҡала асылда. Бына ошо рухиәтебеҙҙең өс төп йүнә­лешендә (мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат) етмеш йәшемәсә хеҙмәт иттем. Пенсияға сыҡҡас та, 2002 – 2009 йылдарҙа, йәмәғәт ойошмаларында (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында) ла эшләп алырға тура килде.

Хеҙмәттәштәрең ме­нән көн дә аралашыу, төрлө яҙмышлы кеше­ләр менән осрашыу, көтөлмәгән сетерекле хәлдәргә юлы­ғыу, камил­лыҡ­тан алыҫ көнкүреш проблемалары, мохтаждарға булдыра алғаныңса ярҙамлашыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош һынауҙары етәксе өсөн ғәҙәти хәл дә булып тойолалыр. Улар, ижади эш булыуҙан бигерәк, вазифалыҡ бурыстарына ҡарай торғандыр. Иллә-мәгәр тап ана шул хәлдәрҙә кеше һынала, тормош тәжрибәһе туплай ҙа инде. Бер эштән дә ҡурҡырға ярамай.

1977 йылда Башҡортостан Яҙыу­сылар союзына яуаплы секретарь вазифаһына эшкә тәғәйен­ләнгәндә, 35 йәштә инем. Ул заманда ҙур абруйлы ижади ойошмала эшләү үҙе үк бик яуаплы ла, ауыр ҙа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт менән иҫәп­ләшмәй, йәшлек дәрте һәм ихласлыҡ менән тотонолдо был эшкә. Союзда ижади йәштәр менән эшләүгә иғтибар бирҙек. Ул ваҡыт­тағы әҙәби консультант Рәшит Солтангәрәев Башҡортостан Яҙыусылар союзының Йәштәр менән эшләү комиссияһы рәйесе итеп ҡуйылды. Ул осорҙа ижади йәштәр конференциялары, семинарҙар йыш үткәрелде. “Йәш көстәр” альманахы йыл һайын тиерлек сығарылды.

– Бөгөн совет осорон юҡһыныусылар ҙа күп. Ә һеҙ был дәүерҙе һағына­һығыҙмы?

– Һәр дәүерҙең ыңғай һәм кире яҡтары бар. Йәмғиәт үҫешендә тотош формация алмашынды бит. Совет ҡоролошон шәхси милекселек һәм капиталистик мөнәсәбәттәр алыштырҙы. Шунан бер нәмә оттоҡмо? Юғалтыуҙарыбыҙ күберәктер. Бөтә нәмә ҡыҫҡартыла, юҡҡа сығарыла, ҡулай­лашты­рыла, хосусилаштырыла, йәғни шәхси милексе ҡулына күсә. Ә коллективлашыуға өйрәнгән беҙҙең халыҡ бындай үҙгәреш­тәргә әҙер булмай сыҡты. Яңы өйрәнә башланыҡ.

Совет осоронда тәртип бар ине. Эшлә­мәгән кеше әрәмтамаҡ тип һаналды. Ә бөгөн бәғзе бәндәләр эшләмәй ҙә йәшәй. Йәнәһе, үҙ алдына донъя көтә. Йәмғиәтең дә кәрәкмәй уларға.

– Һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт нин­дәйҙер эш менән мәшғүлһегеҙ. Үҙеңде формала тотоуҙың берәй серҙәре бармы?

– Бер ниндәй ҙә сере юҡ.

– Тормошоғоҙҙа рухташ, дуҫ булған кешеләрҙән кемдәрҙе билдәләй ала­һығыҙ?

– Рухташтарым күп, Аллаға шөкөр. Эйәрҙәш килгән дуҫтарым, ҡорҙаштарым ғына, үҙегеҙ ҙә шаһит, кәмей бара. Бер нәмә күңелде йыуата: мине аңлаған, фекер алышҡандай йәш ҡәләмдәш дуҫтарым арта.

– Үкенгән ваҡыттарығыҙ бармы?

– Була инде ундай саҡтар ҙа. Донъя бит. Элегерәк бер шиғырымда ла уйланып ҡуйғаным булды был хаҡта:

Эй үкенес... Үтте был ғүмер!

Яндым-янманыммы?

Бер күмер.

Кемдәр килер, китер – барыбер.

Уларҙы ла тулҡын бер күмер...

Уйлан, егет, уйлан иртәрәк! –

Илгә үкенмәҫтәй ир кәрәк.

– Ғаиләгеҙ хаҡын­да ла кәлимә һүҙ.

– Ғаиләм – тор­мошомдоң нәғеҙ үҙәге. Ғүмеремдең был үре­нә күтәрелә алғанмын икән, тимәк, ғаиләм ныҡ булған, Аллаға шөкөр. Ул – йәшә­үемдең йәне лә, йәме лә, көйө лә, моңо ла. Мин шуның менән бәхет­лемен.

– Үҙегеҙҙе иң бәхетле итеп тойған мәлегеҙ?

– Ғүмер эсендә бәхетле мәлдәр берәү генә булмағандыр. Балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде тәүге тапҡыр ҡулыңа алып һөйөү бәхете, беренсе китабың сығыу ҡыуанысы, ҡәҙерле кешеләреңде имен­лектә, сәләмәтлектә күреү – үҙе бәхет.

– Балаларығыҙ һеҙҙең ижадығыҙ менән ҡыҙыҡһынамы?

– Ҡыҙыҡһынмаған ҡайҙа! Һәр яңы әҫәрем йә китабым менән иң тәүҙә улар танышып сыға. Беҙҙең балаларҙың бөтәһе лә йыр, музыка, һынлы сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, журналистика, театр, хореография өлкә­ләрендә үҙҙәрен иркен тоя. Маҡтана тип уйламағыҙ, ысыны шулай.

– Бөгөнгө заманда ниндәй күренештәр һеҙҙе борсоуға һала?

– Борсоған нәмәләр күп тә ул, әммә бөтәһе хаҡында ла бер юлы әйтеп буламы?.. Йәш быуындың туған телен һанға һуҡмауы, балаларҙың рус теленә күсә барыуы – мине һәм оло йәштәге ватандаштарымды иң ныҡ борсоған күренеш.

– Тыуған яҡтарығыҙға ҡайтҡанығыҙ бармы?

– Бер йыл-йыл ярым самаһы ваҡыт тыуған яҡҡа ҡайтып булманы. Сәбәптәре билдәле – пандемия шарттарында тығыҙ аралашырға ярамай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, быйыл июнь башында район һабантуйына ҡайтып килдем. Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт булды.

– Ғәҙәттә, юбилейҙарҙа бигерәк тә үткәндәргә йомғаҡ яһарға, киләсәккә ниәттәр билдәләргә күнеккәнбеҙ. Күркәм ғүмер байрамын ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?

– Бар илдә, донъя күләмендә зәхмәтле сир барғанда, Башҡортостаныбыҙҙы, шул иҫәптән тыуған яғымды ла, әленән-әле ялҡын ялмап торғанда, ниндәй байрам кәйефе булһын инде?! Луиза һылыу, һин уны үҙең дә бик яҡшы аңлайһың.

Ә былай, 80 йәшемде З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан яңы китабым менән өйҙә генә ҡаршылайым. “Тамырҙар һәм олон” китабына 1965 – 2020 йылдарҙа яҙған публицистик әҫәрҙәремдең бер аҙы инде. Ижади портреттарҙан, ғилми яҙмаларҙан, мәҡәләләрҙән, иҫтәлектәрҙән, хикәйәләрҙән тупланған был китабымды Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең – әҙәбиәтебеҙҙе яңы бейеклектәргә күтәргән оло ҡәләмдәштәребеҙҙең – яҡты иҫтәлегенә бағышланым.

– Ҡәҙим Әбделғәлим улы, һеҙҙең кеүек рух һағында торған, ил хәстәре менән йәшәгән әҙиптәре булған ха­лыҡтың киләсәге яҡты булырға тейеш. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар насип булһын!

 

Луиза КИРӘЕВА әңгәмәләште.

“Йылдарҙан йырҙар ҡала”

Кендегемде ураҡ киҫкән ер

Әсәй мине иген баҫыуында

Табып алған көлтә төбөнән.

Ҡысҡырырға иткән табышына,

Тик шатлыҡтан яҙған теленән.

 

Кендегемде ураҡ менән киҫкән

Күрше инәй – уңған Төңөлдөк.

– Малайың бар, Фәрхиямал килен,

Ярҙамсылар тыуа, шөкөр, һөйөн!

Бирһен Хоҙай алда еңеллек.

 

«Ярҙамсы»һын әсәй ҡыҫып тотоп,

Ҡайтып киткән, көлтә бәйләмәй.

«Ушиб» тигән үгеҙ арба тартҡан,

Яңы кешене лә шәйләмәй.

 

Туҡ башаҡтар ғына юл ситендә

Баш эйгәндәр, емгә тулышып.

«Сынығып үҫ, балам!» – тиеп далам

Өргән миңә эҫе һулышын.

 

Ҡайнар ҡояш,

Ҡылтыр арба, көлтә –

Тәүге бүләк тыуған көнөмә,

Минең һөрән ҡырҙы яңғыратҡан,

Йомрандарҙы ҡыуған өңөнә.

 

Ер тәғәмен ейһен, тиеп, әсәм

Сәйнәп бойҙай һуты ҡаптырған.

Үҙ ризығым –

Көлтә бойҙай менән

Яҙған миңә өйгә ҡайтырға.

 

Сепрәк аша бойҙай һутын һурып,

Илай-йырлай арба көйөнә,

Ҡайтҡанмын мин!

Бер ир бала артҡан

Алмашҡа тип һалдат өйөндә...

 

Көлтәләрем – тыуған көндәремме? –

Күҙ алдымдан үтә – иҫкән ел.

Башҡайымды эйәм,

Эй бағыусым, –

Кендегемде ураҡ киҫкән ер!

 

Хәйбулла

 

Ул далалар иркенлеге,

Ҡырҙарының киңлеге!..

Еренең киңлеге  менән

Бер дәүләткә тиңлеге.

Ул күк әрем, юшан еҫе,

Бал ташыған күстәре...

Убаларҙа аҡ ҡылғандар –

Сал тарихтың сәстәре.

Ул Һаҡмары – көмөш йүгән

Урманда айыуҙарға,

Таналығы – ебәк ҡороҡ

Баш бирмәҫ айғырҙарға.

Ул  тәбиғәт ҡырыҫлығы –

Кешеләре йөҙөндә,

Шишмәләр сыңы – ҡурайҙа,

Шоңҡар ҡараш – күҙендә.

 

Көнгә ҡарап, айға бағып,

Афәттәрҙән өтөлөп,

Йәшәһә лә иманына,

Һаҡлай алған өмөтөн.

Ул халҡының ихласлығы,

Йомартлығы, әҙәбе –

Барыһы ла үҙ еренән

Һеңгән-күскән ғәҙәте.

Иген иле, тип, даланы

Әйтмәйҙәр бит тикмәгә,

Өҫтәлдәрҙә иң тос өлөш –

Хәйбуллалар икмәге.

Тупраҡ – зиннәт кенә түгел,

Алтын – ерҙең аҫты ла,

Мәғдәнен ала белгәнгә

Ҡуйынын ер асты ла...

 

«Ул әкиәт донъяһымы?

Шағир хыялбай була...» –

Тиһәләр ҙә

Беҙгә ожмах –

Йәнтөйәгем Хәйбулла!..

 

Йомабай ҡурайы

 

Урал ғына тауҙың көн битендә

Үҫә генә булыр бер ҡурай.

Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,

Моңо Урал тауын бер урай...

Ҡурай тарта егет. Эй һыҙҙыра!..

Ҡайҙан ғына сыға был тауыш?!

Ярһыу хисе, моңһоу наҙы менән

Йөрәктәрҙе һыға был һағыш...

Хас дошмандар күпме тырышҡандар

Ҡурайсының өнөн тығырға,

Фарман булған тиҙәр шул үләндең

Үҫеүен дә бермә тыйырға.

Әммә мәғрур Урал, шуны тойоп,

Иткән икән үҙе булышлыҡ:

Ҡурай тағы тупраҡ тишеп сыҡҡан,

Күкрәгендә моңға тулышып.

Йомабайҙы – ябай башҡорт улын –

Моңло-зарлы халҡы тыуҙырған

Һәм йәлләмәй зирәк күңеленә

Мөлдөрәмә хис-моң һыйҙырған...

Урал ғына тауҙың көн битендә

Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай,

Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,

Моңо донъяларҙы бер урай.

Мәңге йәшәр ҠУРАЙ.

Ул – үлемһеҙ:

Ул башҡорттоң йәшәй аңында,

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..

 

Аҡмулланың шиғри шишмәһе

 

Сыңлай шишмә, һуғылып аҡ таштарға,

Көмөш сыңы алыҫ тарала.

Ер ҡуйынын тишеп урғый аҡ нур,

Шул сыңдарҙан йырҙар ярала.

 

Йыр ул – шишмә ише, үҙ юлында

Ниндәй генә ғазап кисмәне?!

Башҡорт йөрәгенән бәреп сыҡҡан

Аҡмулланың шиғри шишмәһе!

Сыңлай шишмә. Тыңлай уны донъя.

Йырлай күңел, тулай шатлыҡтан.

Тынмай ағыр шишмә, сафлыҡ ташыр,

Аҡмулланан алған аҡлыҡтан.

 

Аҡмулланың шиғри шишмәләре

Мең-мең күңелдәрҙе һуғара,

Сарсауҙарҙы баҫып, ярһып, ташып,

Рухыбыҙҙы сөйә юғары.

 

Сыңлай шишмә, сорнай ерҙе моңға.

Тынмаҫ, шиңмәҫ изге аҡлыҡта.

Нурланайыҡ, пакланайыҡ тағы

Аҡмулланан мираҫ хаҡлыҡҡа.

 

Уралымда – рухи шишмә башы,

Урал тупрағынан һут ала.

Аҡмулланың ҡотло шишмәһе лә

Башҡорт йөрәгенән ут ала.

 

Тел шишмәһе илдә мәңге шиңмәҫ,

Дауылдарҙы күпме үткәрҙе.

Ынйыларҙан шағир йәдкәр ҡойҙо,

Һәйкәл итеп халҡы күтәрҙе.

 

Аҡмулланы күреп әүлиәләй,

Йыш бағырбыҙ уға әйләнеп.

Моң өҙөлмәҫ шиғыр шишмәһендә,

Юл өҙөлмәҫ шағир һәйкәленә,

Йөрәктәргә йөрәк бәйләнеп…

 

Шәйехзада Бабичҡа

 

Баш ҡалабыҙ Өфөлә һәйкәле ҡуйылыу айҡанлы.

 

Башҡортостан өсөн булды Бабич –

Булат ҡылыс ҡындан һурылыр!

Ҡай төбәктә йырлаһа ла шағир,

Халҡы күңелендә урыны.

 

Ҡайһы сафҡа ҡуйһалар ҙа, Бабич –

Халҡының иң тоғро һалдаты.

Шиғырында ялған булмағандай,

Бабичты ла булмай алдатып!

 

Әҙәбиәт тигән оркестрҙың

Бабич – иң үҙ, иң саф тауышы.

Шул тауышты тыңлап фәһем ал да,

Күтәрелһен рухың, зауығың.

 

Хорҙа йырлар тауыш түгел Бабич,

Йән йырсыһы моңло халҡының.

Уның йыры ишетелеү менән,

Урал тауы ҡуя ҡалҡынып!

 

Иле, теле, ирке өсөн биргән

Бер ғүмере – меңгә торорлоҡ.

Ҡайҙа ғына ҡуйһалар ҙа уны,

Халҡы хәтерендә урыны.

 

Шағир булыр инеме ни Бабич,

Йәшәмәһә йәне ҡурылып?!

Ҡайҙа ғына ҡуйһалар ҙа уны –

Халҡы йөрәгендә урыны!

Халҡым йөрәгендә урыны!

 

Сәхнәбеҙ Салауаты

СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковты юҡһынып.

 

Сәхнәбеҙҙең Салауаты –

Арыҫлан Мөбәрәков.

Күтәрҙе башҡорт сәнғәтен

Илдә бер мөбәрәк ир.

 

Күпме ролдәргә инһә лә,

Үҙ йөҙөн гел һаҡланы.

Сәхнәлә битлек кейһә лә,

Намыҫын һис һатманы.

 

Ул килеп инһә сәхнәгә,

Сәхнәләр тулыр ине.

Киңәйтте башҡорт сәхнәһен –

Бар донъя һыйыр ине...

 

«Сәхнә арыҫланы» тиҙәр,

Арыҫландай булғандыр.

Зарын тышҡа сығарманы –

Йөрәгенә йыйғандыр.

 

Сәхнәбеҙҙең Салауаты –

Арыҫлан Мөбәрәков.

Башҡорт сәнғәтен күтәрҙе

Илдә бер мөбәрәк ир.

 

Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле

 

Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,

Бар Ватанға тора күренеп.

Яҡты моңға,

Наҙ-һағышҡа тулы

Аҡ тирмәле халҡым күңеле.

Мең ғазаплы халҡым,

Күпме ялҡын

Йөрәгеңде өтөп ҡупҡанда,

Аҡ тирмәңде, аманатың итеп,

Һаҡлағанһың, ҡалҡып ҡалҡандай!

Күтәргәнһең ерҙә аҡ тирмәңде –

Өмөтөңдө – ҡорап йөҙ йөйҙән.

Йөрәк майың һыҙып яҡтыртҡанһың

Юлдарыңды ҡара төндәрҙә.

Аҡ кейеҙҙән булған өсөн генә

Әйтмәгәндәр бит аҡ тирмә тип,

Биләү итеп башҡорт аҡ күңелен,

Хаҡ яҙмышын тапҡан тирбәтеп...

Күккә ашҡан мәғрур күк Уралдан

Алған башҡорт сая ғорурлыҡ,

Быуат-быуат яуға күтәрелгән

Даулап ирек, яҡлап хозурлыҡ.

Уралына тамыр йәйгәнгә лә

Йәшәмәгән халҡым төңөлөп,

Аҡ тирмәне күргән хыялында

Һәм бағлаған уға өмөтөн.

Урал батыр кейгән еләнкәйҙең

Сабыуына баҫҡан аҡыҡтай

Баҙрап ята бөгөн ауылдарым,

Тәҙрә асып иман-хаҡлыҡҡа...

Аҡ тирмә – ул беҙгә дәүернамә,

Күңелдәрҙе нурлар аҡ китап.

Намыҫына кер ҡунмаған халыҡ

Тарихына бирер хаҡ хисап.

 

Читайте нас: