Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Сентябрь 2021, 09:56

“Әтнәкә”ле” талмаҫ Мәмбәт дуҫым

Һаман юлда – тормош юлында.

Болот шаршауын ҡорһа ла,

Ҡояшһыҙ тыумай иртә!

Шатлыҡҡа сиктәр ҡуйылмай,

Бәхеткә булмай кәртә!

Күңел күгегеҙ аяҙ булһын!

 

(2021 йылдың 17 июнендә килгән смс-хәбәр).

 

Бер мәл йоҡом менән әллә нимә булды. Кеҫә телефонымды һүндереп ятмаһам, иртүк телефон шылтырауы уята. Иртүк тигәнем, төн буйы әйләнеп-тулғанып йоҡлай алмай, таңға табан ғына күҙем йомған кешегә сәғәт 7-ләр тирәһе булалыр инде. “Ай, Аллам, мин, пенсионер кеше, кемгә таңдан кәрәк булдым икән?” – тип ризаһыҙлыҡ менән телефонды асам. Унда – Миҙхәт дуҫымдың хәбәре. Түгел, теләктәре. Яҡты ҡояш, күпергән болоттар, уңдырышлы ямғыр, еләҫ ел, йылы икмәк, күңел бөтөнлөгө, ихлас йылмайыу, һаулыҡ-сәләмәтлек, итәғәт-иман, ил-көн именлеген теләү, бүләк итеү. Фәһемле шиғырҙар, ғибрәтле хәлдәр.

 

Һәләтле егеткә – мул өлөш

 

Заманында Мостай Кәрим “...Бөгөн таңдан алып күкрәгемдән ҡоштар осорам” тип бар ғаләмде сәләмләй ине. Арҙаҡлы әҙибебеҙҙең был юлдарын ятҡа бикләп, ихлас һөйләгән Миҙхәт уҙаманыбыҙ заманыбыҙҙа һәр иртә минең (минең генә түгел, бик күптәрҙең – беҙҙең) күңелде һуғарып, мәртәбәне арттырып, кәйефте күтәреп, донъя матурлығын күрһәтеп ҡыуандыра. Изгелекле дуҫым, яҡшы хәбәрҙе таңдан еткерергә кәрәк икәнен белгәнгә, смс-тарын һис тә һуңлатмай. Әллә ни булды йоҡома. Хәҙер Миҙхәттең күңел ҡоштары ваҡытында килеп етмәһә, шунда уҡ күҙем асыла, һикереп тора һалам. Көтәм унан хәбәр, көтөп алам. Хәбәр килеүе уның да, шөкөр, иҫән-һау икәнен белдерә. Көтмәҫлек дуҫ түгел бит.

Миҙхәт менән танышыуым университетта булды. Мин икенсе курсҡа уҡырға барғас, вуз аудиторияларында интернатташ дуҫым – Күгәрсен районы егете Вәли Байморатовты күреп ҡыуанғайным. Төрлө курста булғас, һирәгерәк осрашабыҙ, ә уның янында йыш ҡына ҡыҫыҡ күҙле, мөләйем, йылмаяҡ егет күренә. Ғәҙәттә, юғарыраҡ класта уҡыған студенттар кесе курс егет-ҡыҙҙарын тиҙ генә танып бөтмәй, киреһенсә, улар тәүҙә таный. Әммә был еңел, һығылмалы кәүҙәле, һомғол егет үҙен тиҙ танытты. Сәхнәгә сығып, университеттың бейеү ансамбле солисы булараҡ бер-ике хәрәкәт күрһәткәйне, бар университет, өлкән курс студенттары ла, уны “Хәйбулла районынан бейеүсе Миҙхәт Мәмбәтов” тип үҙ итте.

Бик көслө төркөмгә эләкте ул. Күп тә үтмәҫ, унда уҡығандар: “Ҡарағыҙ, мин һеҙгә республиканың интеллектуаль-ғилми кимәлен билдәләрҙәй, уның йөҙө, ғорурлығы булырҙай шәхестәрҙе үҫтереп бирҙем. Академик Әхмәт Сөләймәновты, фән докторҙары Данис Тикеев, Борис Әхмәтшин, Тимерғәле Килмөхәмәтовты (өҫтәүенә – яҙыусы), фән кандидаттары Миҙхәт Мәмбәтов (дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре), Миңдейәр Дилмөхәмәтовты, шағирҙар, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовты, Вафа Әхмәҙиевте (өҫтәүенә – фән кандидаты), Риф Мифтаховты”, – тип әйтә алыр. Ниндәй йондоҙлоҡ!

Ошо йондоҙлоҡтоң сағыу йондоҙона әйләнгәне, йәғни Миҙхәт Мәмбәтов, университетты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса үҙенең тыуған яғына ҡайта, мәктәп директоры, район хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор булып эшләй. Уның араһында әрмелә лә хеҙмәт итеп өлгөрә. Һай, тыуған ер, һай, изге төйәк! Шул тиклем дә тартып торорһоң икән! 40-лы кәтүк еп тә ҡапларлыҡ ҡыҫыҡ күҙен тағы ла ҡыҫыбыраҡ далаларҙы байҡағанда, ҡараштары алыҫ-алыҫта сал даланың мәңгелек ер менән ҡушылған урыны – һыҙыҡ-нөктәләренә төбәп, тормош офоҡтарын да күҙаллай, үткәндәрен дә күҙенән үткәрә.

Ҡасандыр, 1700 йылдарҙа, Һары Арҡа далаларында мал эңерләтеп йөрөгән ҡаҙаҡ үҫмере Йәнһарыны ла уларҙың көтөү йылҡыларын ҡыуып алып киткән игитәктәр (башҡорттар) бергә Баш­ҡортостанға алып ҡайта. Һабыр тигән Түңгәүер ҡарты йоҡлап ятҡан Йәнһарыны барып ҡараһа, уның өҫтөндә нур хасил булғанын күреп, шаҡ ҡата. Муллалар саҡырып, был изге күренгән балаға Мәмбәт тип исем ҡуштырып, нәҫелең күп булһын, тип теләй.

Батырҙары нисәмә быуат дуҫ булып йәшәгән ҡәрҙәш халыҡ, күрше дәүләт тупрағына барып тоташҡан башҡорт риүәйәттәре геройы Мәмбәт затынан бит ул да. Тамырында ике ҡәүем ҡаны аға, йөрәгендә – күпме халыҡ яҙмышы. Юҡҡа ғына Миҙхәт уҙаманды “толерантлы, кеше хәленә инә белә” тимәйҙәр. Мәмбәт олатаһын күмгән нур уның тоҡомона, шул иҫәптән беҙҙең геройыбыҙға ла, мул тейгән. Ана шул һүнмәҫ нур аҫтында, ҡулға-ҡул тотоношоп атлай был тормошта дуҫым, шул нур менән изгелекле кеше тигән исем дә алды. Уның күңеле лә киң дала кеүек. Ғөмүмән, өйрәнмәгән күҙгә һәр саҡ тын ғына, һил күренеп ятҡан дала, ә унда бер туҡтауһыҙ төрлө рәүештә, төрлө ҡиәфәт-сүрәттә, төрлө бейеклек-киңлектә тормош ҡайнап тора – үҙ булмышынан, халәтенән, байлығынан, холҡонан һәләтле егеткә мул өлөш сығарған. Сығарған да донъяға осорған.

Комсомолдың Ишембай ҡала комитетында беренсе секретарь булып эшлә­гәндә Өлкә комитетҡа килеп, пропаганда һәм агитация бүлегенә инһәм, үтә лә таныш йөҙҙө күрәм: дүрт-биш йыл күрмәгән Миҙхәт Мәмбәтов Хәйбулла РОНО-һынан бында мәҙәни-ағартыу секторы мөдире булып эшләргә саҡырылған. Рәхәтләнеп һөйләшкәндә, тиҙҙән бер бүлектә эшләрбеҙ тип башыбыҙға ла килмәне.

 

Йөрәгенә ятҡан өлкә

 

1969 йылда мине ошо бүлек етәксеһе итеп саҡырғастар, рәхәтләнеп бергә эшләнек. Быға тиклем һабаҡташым Н.С. Хрущев заманында илгә килгән “оттепелде”, ул биргән форсаттарҙы дөрөҫ ижади ҡулланып, республиканың ижади йәштәре өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге Башҡортостан комсомолы премияһын булдырыуҙа, онотторолоп килгән атаҡлы композиторыбыҙ, йырсыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсын республика сәхнәһенә сыға­рыуҙа әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ күр­һәтеп, ижади көстәр, зыялылар араһында абруй ҙа яулап алғайны.

Ғүмерле булды Миҙхәт ойошторошҡан был саралар. Йәш ижади көстәргә тәғәйенләнгән Ғ. Сәләм исемендәге премия хәҙер Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән тос, республиканың ҡиммәтле бүләге һанала. Ғ. Әлмөхәмәтов конкурсы ла ваҡыт-ваҡыт ял итеп алһа ла, бөгөн дә – йәш башҡарыусыларҙың көтөп алған оло бәйгеһе. Мәҙәниәт донъяһына тамам эҫенә башланымы, мәсләктәшем ГИТИС эргәһендәге юғары режиссерҙар курсында театр учреждениеһы етәксеһе һөнәренә уҡып ҡайтты. Уға бер генә театр учреж­дениеһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелмәне. Әллә күпме мәҙәниәт усағы – һарайҙары, йорттары, клубтары, китапханалары булған химия һәм нефть сәнәғәте эшселәренең Башҡортостан өлкә профсоюздарында бүлек мөдире итеп раҫланылар.

Ир баланың күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигәндәй, тынғыһыҙ эшмәкәрҙең күңелендә, күрәһең, тағы бер аты булған. Профсоюздағы эшен ҡалдырып, ул фәнгә – аспирантураға юлланды, унан үҙенең “альма-матер”ына – университетҡа уҡытырға китте. Унда байтаҡ йылдар өлкән уҡытыусы, декан урынбаҫары булып эшләгәс, доцент Мәмбәтов, яҙмышын бер аҙ үҙгәртеп, Стәрлетамаҡ педагогия институтына күсте. Күрәһең, был ғалим, педагог, эҙләнә торғас, был донъяла үҙ урынын тапты, ең һыҙғанып эшләп йөрөй, тип уйланылды. Үҙ-ара аралашыу бөтөнләй тиерлек һүнде.

1990 йыл башында мин КПСС Өлкә комитетының идеология бүлеге мөдире булып эшләгәндә бүлмәмә Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина килеп инде лә: “Бына халыҡ мәғарифы һәм мәҙәниәте бүлегенә мөдир кандидатураһын килтер­ҙем. Нисек ҡарайһың?” – тип өҫтәлгә “Личный листок учета кадров” һалды. “Кем?” “Миҙхәт Мәмбәтов”. “Беҙҙең Миҙ­хәтме? Әлбиттә, риза, ҡуш ҡуллап (ул замандарҙа юғары вазифаларға тәғә­йенләнер өсөн мотлаҡ Өлкә комитет фатихаһы кәрәк ине). Хөкүмәт башлығы нисек ҡарар һуң?” “Уның менән һөй­ләшелгән”, – тине Вазифа Хәмит ҡыҙы.

Шулай итеп, һабаҡташым, күңел­дәшем, дуҫым Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов 1990 йылда яҙмышының өр-яңы битен асты, йәмәғәт эшмәкәрлегенә, дәүләт хеҙмәтенә аяҡ баҫты. Икебеҙ ҙә бер үк ижтимағи-сәйәси майҙанда көс түккәс, күп мөһим эштәрҙе бергә башҡарырға тура килә, аралар тағы ла яҡыная, ихтирам да арта, дуҫлыҡ хисе лә көсәйә бара.

Дүрт йыл матур итеп эшләгәндән һуң, дуҫыма яңы тәҡдим яһала. Бер нисә тапҡыр Ҡоролтай раҫламағас, премьер-министр урынбаҫары М.Ә. өсөн яңы – Башҡортостандың дәүләт секретары вазифаһын индерәләр. Миҙхәт иһә премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Ҡорҙашым күңеленән нисек ҡабул иткәндер был үҙгәреште, әммә “в.б. – вазифаһын башҡарыусы” ҡушымтаһы ҡыуаныс хисенә ниндәйҙер аптырау ҙа өҫтәгәндер. Иң юғары вазифаларҙың береһенә ҡушым­таһыҙ ҡуйырлыҡ кадр табылмағанмы? Әгәр ҙә кисәге бүлек мөдирендә юғары вазифа бурыстарын йөкмәтерлек һәләт, булдыҡлылыҡ, әҙәп, ныҡышмалылыҡ күргәс, ниңә “башҡарыусы”, ә “атҡарыусы”, түгел?

Күҙгә салынған яңы кешене бөгөн килтереп ҡуйһаҡ, бер йылдан уҙғарыласаҡ тарихи I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын тейешле кимәлдә ойоштороп үткәрергә көсө, белеме, тәжрибәһе етерме? Ә был үҙебеҙҙең йөк һөйрәүсе атыбыҙ бураҙнаны боҙмаҫ, тигәндәрҙер. Был уйланыуҙарҙың нигеҙле булғаны бер йылдан асыҡ күренде. Халыҡ-ара әһәмиәттәге сараны – тәрән сәйәси мәғәнә һалынған милләт һабантуйын – юғары кимәлдә үткәргәс, дәрәжәле замандашым яңы эшкә күсеү зарурлығында ҡалды...

Беҙ дуҫым менән кәңәшләшеп йәшәргә, эшләргә лә өйрәнеп киттек. Бер саҡ ул минең яныма килде лә: “Талғат (ул бөгөн дә минең исемде Урал аръяғы милләт­тәштәрем кеүек ҡаты итеп, “а”ға баҫым яһап әйтә), миңә ике вазифа тәҡдим итәләр. Береһе – Өфө сәнғәт инс­титуты ректоры, икенсеһе – Өфө ҡалаһы хаки­миәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Нисек уйлайһың? Ҡайһыһын һайлайым?”

Уйлашып ултыра торғас, мин: “Ректорға ризалашыу дөрөҫ булмаҫмы? Институт яңы импульсҡа бик мохтаж”, – тинем. Йәштәшем башҡасараҡ фекерҙә булып сыҡты. Үҙ мөмкинлектәрен самалап, көсөн, белемен, күҙаллау маһирлығын, ҡоласы киңлеген, тәжрибәһен бизмәнгә һалып, ҡаланы һайланы. Өҫтәүенә, был дүрт миллион халҡы булған республика Хөкүмәтендә башҡарған эшенең дауамы ла була. Бер миллион халҡы булған – күп кенә өлкәләрҙән ҙурыраҡ, ҡеүәтлерәк булған баш ҡалала. Дөрөҫ уйлаған, дөрөҫ һайлаған ҙур тәжрибә туплаған эшмәкәр. Сәнғәткә, мәҙәниәткә яҡынайып-яҡынайып, уның төрлө ишеген асып ҡараһа ла, уртаһында ҡайнап, түрендә йөрөһә лә, күп яҡлы, дөйөм гуманитар өлкәлә, ошо мөхиттә эшләү уның йөрәгенә нығыраҡ ятҡандыр.

Йәштәрҙе уйланырға өйрәтә

 

Мэрияға эшкә күскәс, Миҙхәт Әхмәтхан улы Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт рухын йәнләндереүгә, башҡорт йөҙөн, төҫөн индереүгә, милли республика баш ҡалаһына милли кейем кейҙереүгә ынтылышты көсәйтеүгә, уны биҙәүҙә, ылыҡтырғыс, һөйкөмлө итеүҙә милли элементтар, орнаменттар ҡулланыуҙы арттырыуға ҙур тырышлыҡ һалды. Республика етәкселегенең күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең милли йүнәлешенә иғтибары артыуын, уны хуплауын, яҡлауын тойған осҡор ҙа, отҡор ҙа, өлгөр ҙә уҙаман профессиональ сәнғәтте үҫтереүҙе лә, художестволы үҙешмә­кәрлекте киңерәк йәйелдереүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Өфө һарайҙа­рында, мәҙәниәт йорттарында, клуб, парк сәхнәләрендә, һәр коллективта ҡала башлығы урынбаҫарының тырышлығы менән ойошторолоп, ҡала бюджеты иҫәбенә тотолған “Мираҫ” фольклор йыр-бейеү ансамбле сығыштары танылыу таба, ҙур уңыш менән үтә. Ансамбль үҙешмәкәрлеге сиктәрен киңәйтеп, бөгөн илебеҙҙә, халыҡ-ара ареналарҙа – гастролдәр, фестивалдәр, конкурстарҙа Башҡорт иле, уның баш ҡалаһы Өфө хаҡында үҙенсәлекле йыр-моңо, сағыу биҙәкле костюмдары, дәрте, оҫта башҡарыуҙары менән һөйләй, уның мәртәбәһен күтәрә.

Башҡорт балалар баҡсалары, милли мәктәптәр һаны ишәйә башланы. Бөтә донъя башҡорттарының I Ҡоролтайын уңышлы үткәргән эшмәкәр Өфө ҡала­һының 425 йыллығы тантанаһын тейешле кимәлдә ойошторор өсөн дә бар тәжрибәһен ҡулланды. Баш ҡала урамдарына башҡорттоң арҙаҡлы улдары, тарихи шәхестәре, ҡаһармандары, зыялылары исемдәрен биреү ҙә урынынан ҡуҙғалды. Өфө тирәләй сәселгән биҫ­тәләрҙә яңы урамдар күпләп сафҡа баҫҡас, бөгөнгөгә ҡайтарылған, халҡы­быҙҙы данлаған шәхес исемдәре күберәк унда бирелә. Урам исемдәренә ҡарағанда, “Башҡортостандың төп ҡалаһы Өфөнөң баш ҡалаһы Нагаево икән”, тип мәрә­кәләгәндәрҙең шаяртырға урыны ла бар кеүек шул...

Киң ҡарашлы, әҙәпле, иманлы, төплө замандашым, рухташым, халҡы өсөн янған шәхесте мин Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ағзаһы итеп раҫлаттым. Был сифатта ла ул күп нәмәгә өлгөрә ине. Министрлыҡ ойошторған төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале булһынмы, ТӨРКСОЙ-ҙың Өфөләге сираттағы ултырышымы, скульпторҙарҙың халыҡ-ара плэнерымы, “Мең йыллыҡтар артылышында” республика фестивалеме – һәр береһендә әүҙем ҡатнаша, ярҙам итә. Мәҙәниәт министрлығы делегацияһы ағзаһы булараҡ, ул Баҡы ҡалаһында ТӨРКСОЙ-ҙың азербайжан халҡының бөтә донъяға билдәле шағиры Низами Ғәмджәһиҙең юбилейына арналған ултырышында ҡатнашты. Унда Төркиә Президенты Сөләймән Демирель менән дә осрашты.

Миҙхәт Әхмәтхан улы Башҡортостан яҙмышын үҙ ҡулына алыр киләсәкте ҡайғыртыуҙы – яңы һулыш бирерҙәй йәш кадрҙар әҙерләүҙе, тәрбиәләүҙе төп эштәренең береһе тип һанай ине. “Мәмбәтов мәктәбе”н үткәндәр – Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Сания Шәһәрова, Сынтимер Баязитов, Камилә Дәүләтова, Салауат Сәғитов, Милана Скоробогатова, Ришат Сабитов, Елена Родина һәм башҡа байтаҡ шәхестәребеҙ, республика органдарында төрлө юғары вазифала эшләп, уның үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе. Уҡытыусыларын ныҡ хөрмәт иткән шәкерттәре: “Остазыбыҙ һис тә уйламай һөйләмәҫ, ҡарар ҡабул итмәҫ ине”, – ти.

Бәғзеләргә ул оҙаҡ уйлаған-уйланған һымаҡ тойолғандыр, әммә ул мәсьәләнең айышына төшөнмәйенсә, төбөнә етмә­йенсә туҡтамаҫ, шуға ла яңылышмаҫ. Берәй буласаҡ сараның планын, сценарийын ҡарағанда ул, бер аҙ уйланып ултырғас, “Әтнәкәһе нимә?”, “Где, в чем изюминка?” тип һорай. Яңы ғына эшләй башлағандар аптырай, бер-береһенә ҡараша: “Ниндәй “әтнәкә”, ниндәй “изюминка”? Ә дуҫымдың дәрестәрен байтаҡтан үҙләштереп килгәндәр белә. Шул һорау-талаптары менән етәксе йәштәрҙе уйларға өйрәтә, яңылыҡ эҙләүгә йүнәлтә, һанһыҙ сараларҙың береһе икенсеһенән ниндәйҙер иҫтә ҡалырҙай үҙенсәлектәре менән айырылып торорға тейешен һеңдерә.

 

Хыялында киләсәген самалай

 

Өфөлә эшкә сумған Миҙхәт тыуған яғын һис тә онотмай – мотлаҡ йылына бер нисә рәт ҡайтып әйләнә. Һуғышта һәләк булған атаһы политрук Әхмәтхан Мәмбәтовтың (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайҙа ер ҡуйынына бирелгәне әлегә асыҡ­ланмаған)  иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлап, йыл һайын Еңеү көнөнә Өфөнән ауылына артистар алып ҡайтып, ауылдаштарының хәтерен яңырта, концерт ҡуйҙырып шатландыра. Ауылындағы туйҙарға, балалар ҡотлауға, әруахтар рухына аят уҡытыуға – береһенә лә ҡайтмай ҡалмай туған йәнле, кешелекле, ярҙамсыл дуҫым.

Әлеге көндә лә ул – инде 80-гә баҫҡан ир (бабай түгел бит инде) – рулгә ултыра ла хәләл ефете Нәфисә менән Өфөнән 600 саҡрымда ятҡан ауылына саба, икенсе ҡарағанда, Нәфисәнең  500-гә яҡын саҡрым алыҫлыҡтағы ауылына – Учалы тарафтарына елдерә.

Ә уҙамандың нәҫеле ҡалын ғына. Был яҙма башында иғтибар күберәк Миҙхәттең ирҙәр быуынына бүленде. Ә әсәләренең нәҫеле хаҡында (әйткәндәй, улар ғүмерле нәҫел: дуҫымдың әсәһе Вазифа инәй 100 йәштән уҙып баҡыйлыҡҡа күсте) шәхе­себеҙ үҙ юбилейына үҙе әҙерләгән бүләге – “Ағиҙел” журналының быйылғы 5-се һанында баҫылған “Ҡаға-һуға һынағаны яҙмыштың йәки ҡартатайымдың Мөжәүир хәҙрәт менән дуҫлығы” эссеһында фәһем алырлыҡ итеп һөйләп бирә.

Уның дуҫлыҡҡа тоғролоғона күп миҫал килтерергә була. Шулай ҙа үҙемә ҡағылғанын һөйләп үтәм. Эштән ҡапыл ғына, йәшем дә тулмаҫтан, үҙем дә көтмәгәндә киттем. Указда әйтелгәнсә, пенсияға. Был көтөлмәгәнлек әйләнә-тирәмдәге таныштарҙың, мәсләктәш­тәрҙең, хеҙмәттәштәрҙең, дуҫ-иштәрҙең, хатта туған-тыумасаның бәғзеләрен һағайтты. “Был ни хәл? Үҙе теләп киттеме? Ебәрҙеләрме? Хәҙер уның менән ниндәй мөнәсәбәт ҡорорға?” “Уның менән яҡшы мөнәсәбәттә ҡалһам, түрәләрҙән һүҙ теймәҫме, үҙемә зыян килмәҫме?” тигән һорауға яуап эҙләне улар.

Ул көндә беҙ баҡсаға киттек, ҡараңғы төшкәс, ҡапҡаны бикләргә тип сыҡһам, ҡойма аръяғында бер кеше күренә: Миҙхәт! Бик һаҡ кеше тип беләм уны. Ә ул һорауҙарына әллә ҡайҙан яуап эҙләп маташмаған, уйламайынса эшләмәй торған фекерҙәшем, оло түрә-ғараның уның был аҙымы хаҡында ни әйтерен уйлап та бирмәй, дуҫының хәлен белергә килеп тә еткән. Башҡа һүҙ өҫтәмәһәм дә, тойғоларым, хәл-торошом, рәхмәт хисем аңлашылалыр. Был хәлдә ҡайһы берәүҙәр менән бәйләп торған ептәр өҙөлһә лә, Миҙхәт менән ул ҡалыная, нығый ғына бара.

Инде пенсия йәшен үткәс тә эшләп йөрөгән Миҙхәт Мәмбәтовты яңы үрҙәр көтөп торған булып сыҡты. Тәжрибәле ир-азаматты 2005 йылда Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы итеп тәғәйен­ләйҙәр. Был эште энәһенән-ебенә тиклем үҙләштергән Урал Насир улы Бакировтан һуң унда эшләү рәхәт булмағандыр, әммә яңы ярҙамсы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтер­мәне. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләргә әҙерләнгәндә ҡалала эштәр тығынайып китте. Тәжрибәле етәксене яңынан ҡалаға ҡайтарыу зарурлығы тыуҙы – инде ҡала башлығының кәңәшсеһе итеп.

Хәҙер инде тынғыһыҙ, арыу-талыуҙы белмәгән дуҫым күптән хаҡлы ялда. Аҡъяр, Учалы яҡтарына саба, балала­рының хәлен дә белеп әйләнә, ейән-ейәнсәрҙәре менән дә аралашып, уйнап өлгөрә. Уй-хәтерендә үткәндәренә лә ҡайта, хыялында киләсәген дә самалай. Һаман рулен ныҡ тотоп, юлда – тормош юлында.

 

Тәлғәт СӘҒИТОВ,

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Читайте нас: