Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
28 Сентябрь 2021, 11:43

Хеҙмәтте һәм хеҙмәт кешеһен данланы…

25 сентябрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Тормош һәм хеҙмәт биографияһы бик бай уның. Тәүге һөнәре – уҡытыусы, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында завуч, мәктәп директоры булып эшләй. Шул йылдарҙа ул үҙен әүҙем хәбәрсе итеп таныта. Мәктәп тормошон яҡтыртҡан проблемалы мәҡәләләре респуб­ликаның матбуғат баҫмаларында донъя күрә.

1981 йылда Шәйхелислам Айсыуаҡовты “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына үҙ хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Ул тәүгеләрҙән булып Нефтекама ҡалаһында ойошторолған хәбәрселәр пунктына етәкселек итә, гәзит уҡыусыларҙы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары тормошо, алдынғы нефтселәр, машина эшләүселәр менән таныштыра. Тәжрибәле журналист Сибай ҡала­һына эшкә күсерелгәс, ең һыҙғанып рес­публиканың Көньяҡ Урал төбәге тормошон яҡтырта.

1973 йылда ҡәләме шаҡтай шымарған Шәйхелислам Ғәҙелша улын "Башҡортостан пионеры” гәзитенә өлкән әҙәби хеҙмәткәр итеп алалар. Бер йыл үтеүгә, СССР Фәндәр академияһы Өфө филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына эшкә күсә. Бындағы хеҙмәтенең төп иҫтәлеге булып Шәйхелислам ағайҙың архивында күптән инде ҡағыҙҙары һарғайған, яҙылып бөтмәгән диссертацияһы һаҡлана.

Яҙмаларында ябай халыҡтың тырышлығы, оҫталығы, күңел матурлығы бар тулылығында сағылдырыла. Шулай уҡ хәбәрсе күтәргән мәсьәләләр, тәнҡит материалдары ҡайһы бер түрәләргә оҡшамаһа ла, мәҡәләләр бер-бер артлы сығып ҡына тора. Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге тормошон яҡтыртыуға күскәс, Шәйхелислам Айсыуаҡов тағы ла дәртләнеберәк ижадҡа тотона. Ни тиһәң дә, тыуған яғында насар эшләү килешмәй. Ул яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡәләм көсөн, егәрлелеген ҡуллана, байтаҡ йылдар дауамында йәнгә тейгән проблема­ларҙың сиселеүенә булышлыҡ итә.

“Совет Башҡортостаны” гәзите редак­ция­һында 28 йыл эшләү дәүерендә Шәйхелислам Айсыуаҡов, төрлө һөнәр кешеләре менән осрашып,  улар хаҡында илһамланып яҙҙы. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртып, гәзит уҡыусыларҙың, коллегаларының ихтирамын яуланы... Бәхил бул, ҡәләмдәшебеҙ! Ижади өлгөләрең, кешелеклелек сифаттарың бер ҡасан да онотолмаҫ.

“Башҡортостан”дар.

Читайте нас: