Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
1 Октябрь 2021, 12:46

Ижад диңгеҙсеһе

“Журналист – ашығыс ярҙам күрһәтеүсе табип”

“Ваҡыт ҡәҙере”. Хәтерем яңылышмаһа, 80-се йылдар­ҙың тәүге яртыһында булһа кәрәк, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең беренсе битендә, баш мәҡәлә урынында, донъя күргән күләмле яҙма шулай атала ине. Элекке Советтар Союзында әллә ни баһаланып бармаған, әммә кешелек донъяһы өсөн ҙур ҡиммәт һаналған ваҡыт төшөнсәһе тураһында байтаҡ мәғлүмәтте туплаған һәм, әлбиттә, бай тел менән яҙылған мәҡәләнең авторына иғтибар ителде. Ул йылдарҙа гәзит-журналдарҙа авторҙың исеменең баш хәрефе һәм фамилияһы ғына ҡуйылһа, бында авторҙың исеме тулыһынса яҙылғайны: Марсель Ҡотлоғәлләмов.

 

Кем ул – ижад кешеһе?

 

1984 йылдың апрелендә “Совет Башҡортостаны” гәзите редакция­һының ауыл хужалығы бүлегендә эшләй башлағас, Марсель Әҡсән улының редактор урынбаҫары (ул саҡта “мөхәррир” тигән төшөнсә ҡулланылмай ине) вазифаһында икәнлеге мәғлүм булды. Ҡаҡса кәүҙәле һәм буйға ярайһы ҡалҡыу ағайҙың һүҙгә үтә лә һаран, әммә коллегаларына ҡарата ипле һәм ғәҙел кеше икәнлеге асыҡланды. Коридорға бик сығып күренмәгән һәм кабинеттар буйлап йөрөмәгән ағайҙың шулай уҡ тәмәке тарта торған алама ғәҙәте лә юҡ икән.

Кабинетына нисә кермә, ә бындай мохтажлыҡ бик һирәк тыуа торғайны, баш күтәрмәй яҙышып йәки хәбәрселәрҙең мәҡәләһен уҡып ултыра, планерка һәм летучкаларҙа ла бик һирәк һүҙгә ҡушыла, унда ла бер-ике һөйләм әйтеүҙән ары китмәй. Вазифаһы хоҡуҡ бирһә лә, аҡыл өйрәтмәй, тәнҡит менән дә мауыҡмай. Элекке коллегамдың быйыл “Ватандаш” журналының август сығары­лышында донъя күргән “Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан балаға етер” тип аталған яҙмаһы аша уның диплом эшенең етәксеһе Кирәй Мәргән булыуын белгәс, үҙенән-үҙе шундай һығымта яһалды: ә бит улар холоҡ-фиғеле менән бер-береһен ҡабатлай.

Элекке СССР-ҙа тарихҡа “үҙгәр­теп ҡороу” атамаһы менән инеп ҡалған хәл-күренештәр башланғас, миңә лә КПСС-та ағза булып тормаһам да, партия конференцияларын яҡтыртыу буйынса задание бирҙеләр. Юлға сығыр алдынан был темаға яҙылған мәҡә­ләләрҙе иғтибар менән уҡырға, үҙемә күрә конспект кеүек нәмә төҙөргә тура килде. Әлшәй районы коммунистары форумында ҡатна­шып, ҙур ғына мәҡәлә яҙып ташланым дә секретариатҡа тапшыр­ҙым. Ул саҡта модала булған тәнҡитте лә урап үтмәнем.

Гәзиттең сираттағы сығары­лышында урын аласаҡ мәҡәлә­ләрҙе ҡараған планеркала минең яҙма ла телгә алынды. Баш мөхәр­рир Абдулла Ғиниәт улы Исмә­ғилев һорай ҡуйҙы:

– Мәхмүттең ул тема буйынса яҙғаны юҡ ине бит әле, – тине ул, был һанды сығарыуҙа төп ролде башҡарған Марсель Әҡсән улына ҡараш ташлап. – Нисек яҙылған һуң?

– Һәйбәт яҙылған. – Ике һүҙ менән яуапланы Ҡотлоғәлләмов.

Мин еңел һулап ҡуйҙым. Ҡабат һүҙ ҡушыусы булманы, хатта ул саҡта редакцияның партия тормошо бүлеге мөдире Ризуан ағай Хажиев та һүҙ ҡатманы. Аҙаҡ ҡына шуны төшөндөм, “Совет Баш­ҡортостаны” гәзите редакцияһына тиклем КПСС өлкә комитетының пропаганда бүлегендә эшләп киткән Марсель ағай менән һүҙ көрәштерергә һәр кем батырсылыҡ итмәй икән. Тағы ла шул асыҡланды: урынбаҫарҙың йәш коллегаларының хеҙмәтенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдереп йөрөгәне ишетелмәне. Ошонан һуң байтаҡ йылдар үткәс, уның ауыҙынан:

– Хоҙай Тәғәлә бирмәһә, булмай инде, ҡустым, – тигәнен ишеткәс, шундай һығымта яһап ҡуйҙым: ижад кешеһенә баҫым яһап йәки аҡыл өйрәтеп, бер ни ҙә ҡылып булмай. Ҡулынан килә икән, яҙа, юҡ икән – биғәйбә!

“Журналист тәғәйен генә бер һөнәр түгел, һәм ундағы эште ниндәйҙер квалификация стандарттарына йәки тариф ставкаларына яраҡлаштырырға маташыу – урынһыҙ. Журналист – ижадсы, йәмғиәттең ашығыс ярҙам күрһәткән табибы, ҡот­ҡарыусыһы, мөғәллиме һәм һәр кемдең сер уртаҡлашыр кәңәш­сеһе. Ысын журналисты был мөхит бер ваҡытта ла ысҡын­дырмай һәм баҡый юлына ла журналист гәзиттән, журналдан, теле- һәм радиостудияһынан китә” тип яҙҙы ул үрҙә телгә алынған яҙмаһында. Тимәк, был Марсель Әҡсән улының һөнәргә ҡарашы ғына түгел, хатта бер кем һәм бер ниндәй хәл-ваҡиға ҡаҡшата алмаған инаныуы ла.

Ул үҙен белгәне бирле ҡолас ташлап публицистика тип аталған жанр диңгеҙендә йөҙҙө, белеүемсә, уға тоғролоҡ һаҡланы. Тормошобоҙҙағы ыңғай күренештәрҙе күрә һәм гәзит биттәрендә тәфсирләп, бай тел менән тасуирлау, әйтергә яраһа, “визит карточкаһы” булды. Әле лә шулай.

 

Беҙ баш мөхәрриргә бурыслы

 

Республика журналистарының күпселегенә бер телдә ижад итеү хас булһа, Марсель ағай ике – башҡорт һәм урыҫ телдәрендә иркен яҙыша ине, шуға күрә “Извес­тия Башкортостана” гәзите асыл­ғас, өр-яңы баҫманың баш мө­хәррире итеп тәғәйенләнеүе тәбиғи ине. Ике йылдан ашыу мин уның ҡулы аҫтында Октябрьский ҡалаһы тирәләй бер нисә райондың үҙ хәбәрсеһе булып эшләп алдым. Яңы, әйтергә кәрәк, яуаплыраҡ  вазифала ла Марсель Әҡсән улы элекке эш стилен үҙгәртмәне, нотоҡ уҡыу йәки тәнҡит менән мауығыу уға, күрәһең, тыумыштан ят ғәҙәт булған. Летучка һәм планеркаларҙы ул үтә лә ҡыҫҡа, кәрәккәнде һөйләп кенә үткәрер булды.

Коллектив өр-яңы булыуға, төрлө урындарҙан һәм төрлө вазифаларҙан йыйылған журналистар тупланыуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара низағлашып, тауыш ҡуптарып йөрөгән кеше күренмәне. Мин дә Марсель Әҡсән улының телефондан шылтыратып йәки Өфөгә килгәндә янына саҡыртып алып, “Ни эшләп быны яҙмайһың, ә быныһы һиңә нимәгә кәрәк булды?” тип мыжығанын хәтерлә­мәйем. Олоғая төшкәс, шул да асыҡланды: ә бит бындай холоҡ ир кешегә бөтөнләй ят сифат икән дә баһа!

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә “демократия” һәм “баҙар иҡтисады” тураһында фәлсәфәне мул һатҡан саҡ. Мин дә шул шауҡымға бирелеп, күрә­һең, капитализм шарттарына хас булған ойоштороу саралары ха­ҡында фекер йөрөтөп, элекке Рәсәй империяһында эш иткән өйәҙ-улыс системаһын тергеҙеү зарурлығы тураһында, үҙемә ҡал­һа, дәлилле генә итеп мәҡәлә яҙҙым да секретариатҡа тапшыр­ҙым. Баҫылып сығырына шик тә бар ине, сөнки бер нисә йыл элек “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында эшләгәндә, төньяҡ-көнсығыш райондар буйлап йөрөп ҡайтҡандан һуң, был яҡтарҙа иген культураларынан бигерәк техник культуралар сәсеү отошлораҡ, тигән фекер үткәрелгән яҙманы уҡыған етәксенең, кабинетына саҡыртып алып:

– Һин нимә, Обкомды нисек эшләргә өйрәтәһеңме? – тип теге юлдарҙы арҡыс-торҡос һыҙып ултырғаны хәтерҙән юйылып бөтмәгәйне әле.

Өйәҙ-улыс системаһын тергеҙеү тураһындағы яҙма гәзит биттәрен­дә шул килеш баҫылып сыҡҡас, бик ныҡ шатландым. Тимәк, Марсель Әҡсән улы идеяны хуплаған, был уның йәшерәк коллегаһына күрһәткән ышанысы ла ине. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, яҙма менән та­ныш­ҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Венир Сәми­ғуллин, телефондан шылтыратып, үҙ кабинетына саҡырһа ла, осрашыу килеп сыҡманы. Был иҡтисади үҙаллылыҡты үҫтереү буйынса хатта батша Рәсәйендә ҡулла­нылған алымға башҡаса иғтибар иткән кеше табылманы.

Редакция эшмәкәрлеген ойош­то­роуҙа күп мәсьәләләрҙең хәл ителеше матди тәьминәттән тороуын, тәү тапҡыр үҙаллы эшләүгә ҡарамаҫтан, Марсель Әҡсән улы яҡшы һиҙемләгән.  

– Мин эш көнөн Министрҙар Советына барып, теге йәки был проблемаларҙы хәл итеүҙән башлайым, – тигәйне ул бер саҡ.

Әлбиттә, буш урында коллектив туплап, ойоштороу техникаһын еткереү, финанс хәлен яҡшыртыу, гәзитте көн һайын сығарыу, уны алдырыусылар һанын арттырыу кеүек мәсьәләләрҙе “юғары”нан ярҙамһыҙ хәл итеү мөмкин дә түгел. Бөтә Рәсәйҙә мохтажлыҡ тигән шайтан ҡоторған ваҡыт. Бәхеткә күрә, беҙ, “Известия Башкортостана” гәзите редакцияһы хәбәрселәре, ундай мохтажлыҡ кисермәнек һәм, әлбиттә, бының менән баш мөхәрриргә бурыслы инек.

“Шөкөр, тормош дауам итә. Башҡортостан баҫмалары үҙ тарихы менән алға бара һәм ярҙа­рына һыймай алҡынған, сәсеү­лек­тәрҙе һуғарып, һәр тереклеккә йән биргән йылға шикелле ағыуын дауам итә. Уларға туҡтарға ла, һайығырға ла ярамай, сөнки туп­раҡ, дым, ҡояш шикелле, фекергә лә өҙөлөү мөмкин түгел. Күңелдә­геһен һүҙ еткерә барырға тейеш”. Был юлдар ҙа – “Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан балаға етер” тигән яҙманан. Һәм унда күптән түгел сираттағы юбилейын билдәләгән ҡәләмдәшем үҙе нисек бар, шулай сағылыш тапҡан.

 

- Мәхмүт ХУЖИН, ветеран-журналист.

Читайте нас: