Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
1 Октябрь 2021, 13:06

“Әҫәрҙәрегеҙҙе сиратҡа яҙылып уҡыныҡ...”

Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға – 90 йәш

Тыуған ерҙе бөйөк шәхестәр күтәрә. Улар күберәк булған һайын, илдең көс-ҡеүәте лә арта. Уҙған аҙнала Ишембай ерендә күренекле шәхестәребеҙҙең береһе, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейы уңайынан байрам саралары булды. Әҙипте ғүмер байрамы менән тәбрикләргә ҡәләмдәштәре, яҡташтары, туғандары, ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Ҡолғона мәктәбенә әҙиптең исеме бирелде

 

Саралар әҙиптең тыуған ауылы Ҡолғонала башланды. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән көтөп алды ҡәҙерле яҡташтарын ҡолғоналар. Яҙыусыға хөрмәт йөҙөнән Өфөнән байтаҡ ҡәләмдәшенең килеүе лә байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда ауыл мәҙәниәт үҙәгенең “Сыуаҡай” фольклор ансамбле йыр-моңонан Ҡолғо­на урамдары гөрләп торҙо, Ноғман Сөләймән улы үҙе лә түҙмәй егет­тәрсә баҫып бейергә төшөп китте.

Ҡолғона урта мәктәбенә яҡташ яҙыусы исемен биреү ауылдағы сараларҙың иң иҫтәлекле ваҡиғала­рының береһе булды. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа был көндө көтөп алды.

– Мәктәпкә Ноғман Мусиндың исеме бирелеүе – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ. Уға тап төшөрмәҫ өсөн хәҙер уҡыусылар тағы ла тырышыбыраҡ уҡыр, тип ышанам. Башҡорт теле һәм әҙәбиә­те кабинеты ла яҙыусының исемен йөрөтәсәк. Шулай уҡ беренсе рәттә әҙип ултырған партаны ла билдәләп ҡуйҙыҡ. Унда яҡшы уҡыған, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡыусы ултырырға лайыҡлы.

Ноғман Мусиндың ижадына арналған саралар мәктәптә даими үткәрелә. Балалар менән уның йорт музейына ла барабыҙ. Уҡыусылар бәләкәйҙән яҙыусы тураһында белеп, ғорурланып үҫә.

Ҡолғона мәктәбендә әлеге көндә 92 бала уҡый. Белем алыу өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Мәк­тәп­тә интернет бар, былтыр “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең асылыуы ла уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлек, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаш­ты мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Айгөл Иҫәнғолова.

Ҡолғоналағы тантаналы сара­ларҙа Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.

– Ноғман ағайҙың ауылдашы булыуыбыҙ – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ ҡына түгел, яуаплылыҡ та. Уны бик хөрмәт итәбеҙ һәм тыуған еребеҙҙә йышыраҡ күрергә теләй­беҙ. Әҫәр­ҙә­ре лә күңелдәребеҙгә яҡын, герой­ҙарында беҙҙең арала йәшәгән кеше­ләрҙең тормошон, уларҙың тойғоларын, донъяға ҡараштарын күрәбеҙ, – тине ул, әҙипте тәбрик­ләп.

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу гел булып тормай. Ҡолғона мәктәбе уҡыусылары ла был көндө оҙаҡ онотмаҫ, Ноғман Сөләймән улының һүҙҙәрен, теләк-кәңәштә­рен күңел­дә­ренә ғүмерлеккә һеңдерер.

– Кешенең ҙур тормошҡа юлы мәктәп тупһаһынан башлана. Мин тәүге тапҡыр бында 1938 йылдың 1 сентябрендә аяҡ баҫтым һәм ҙур тормошомдо шунан башланым тип иҫәпләйем. Миңә белем биргән уҡытыусыларым да онотолмай, ә бына тәүге уҡытыусым күңелемә бигерәк тә ныҡ уйылып ҡалған. Әкрәм Халиҡов исемле йәш кенә егет. Дәүләкән педагогия училище­һын тамамлап, беҙгә эшкә ебәрел­гәй­не. Ул беҙҙең өйҙә фатирҙа ла торҙо. Бының өсөн иптәштәрем араһында танауымды күтәреберәк йөрөгәнем дә  хәтерҙә, ләкин бер йыл эшләгәс, уҡытыусым армияға китте, аҙаҡ һуғышҡа алынды. Тәүге уҡытыусымдың миңә “Серле утрау” тигән башҡорт теленә тәржемә ителгән ҡалын бер китабы ҡалды. Шул китапты 2-се класта сағымда уҡып сыҡтым. Минең нәфис әҙә­биәт менән ҡыҙыҡһыныуым, әҫәр­ҙәр уҡыуға әүәҫлегем ана шул беренсе уҡытыусымдан тороп ҡалған китап арҡаһында ла булғандыр, – тип мәктәп йылдарын хәтергә алды Ноғман ағай һәм бөгөнгө уҡыусы­ларға теләктәрен еткерергә лә онотманы. – Уҡыусылар, һеҙ әле тор­мош­тоң башында ғына. Һеҙҙең алда белемле һәм заманға лайыҡлы кеше булырға тигән ҙур маҡсат торорға тейеш. Ҡайҙа ғына йөрө­һәгеҙ ҙә, белем – ул иң беренсе таянысығыҙ. Һеҙҙең өсөн уңайлы уҡыу шарттары тыуҙырыл­ған. Беҙҙең заманда мәктәп алты мөйөшлө ағас өйҙә ине, һуғыш ваҡытында класта өшөп, ҡара­ла­ры­быҙ туңып, яҙа алмай ултырһаҡ та, уҡырға тырыштыҡ, белем килә­сәк­кә яҡты юл асты. Матур ваҡытта йәшәүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тырышып уҡығыҙ. Үҙегеҙҙең мәктәбе­геҙҙе онотмағыҙ, һәр ерҙә уның менән ғорурланып йөрөгөҙ.

Мәктәпкә Ноғман Мусин исемен биреү тураһындағы алтаҡтаны тантаналы асыу байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле булды. Артабан ҡунаҡтар, уҡыусылар бинаға инеп, яҙыусының исемен йөрөтәсәк башҡорт теле кабинеты менән дә танышты. V класс уҡыусыһы Гөлиә Вәлиеваның өләсәһе Ноғман ағайға арнап ижад иткән шиғырҙы яттан һөйләп ишеттереүе лә сараны байытып ебәрҙе. Байрамға башҡа мәктәптәрҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла килгәй­не. Ноғман Сөләймән улы менән осрашыу тәьҫораттарын улар ҙа үҙҙәренең уҡыусыларына түкмәй-сәсмәй еткерер.

– Бөгөн көҙҙөң һалҡынлығы ла тойолмай, сөнки әлеге саранан күңелдәребеҙ ҡайнар. Билдәле яҡташыбыҙҙың матур юбилейын ҡаршылауыбыҙ менән бик тә бәхетлебеҙ. Мәктәпкә Ноғман Мусин­дың исемен биреп, уға мәңге юйылмай торған һәйкәл ҡуябыҙ. Әҙип Ишембай ерен генә данлап ҡалмай, ул – Башҡортостаны­быҙҙың да ғорурлығы. Уның яҙған китаптары киләсәк өсөн ҙур бүләк, – тип күңел кисерештәрен уртаҡ­лаш­ты район һәм ҡала хакимиә­тенең мәғариф идара­лығы методисы Гөлнур Аҙнабаева.

 

Яңы аллея барлыҡҡа килде

 

Йәнә бер матур ваҡиға менән хәтерҙә ҡалыр был көн – яҙыусы ҡатнашлығында мәктәп эргәһенә 20 төп миләш ағасы ултыртылып, Ноғман Мусин аллеяһы барлыҡҡа килде.

– Бөгөн изге эш башҡарабыҙ. Ағас ултыртыу – ул тормоштоң дауамы. Йәшеллек бар икән, донъя­быҙ матур, имен. Донъяның таҙа­лы­ғы, үҙебеҙҙең таҙалыҡ тереклек­кә бәйле, – тип был эшкә фатиха­һын бирҙе әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы.

Күмәк кешегә эш сыҙамай. Бер аҙҙан миләш ағастары аллеяһы хасил булды. Ағас ултыр­тыуҙа республикабыҙҙың билдәле шағир­ҙары, яҙыусылары ҡатна­шыуы ла мәктәп тарихында матур ваҡиға булып һаҡланыр.

Киләсәккә хат та яҙылды. Ноғман Мусиндың теләктәре яҙылған ҡағыҙ конвертҡа һалынды һәм яҙыусының йорт-музейы хеҙ­мәткәре Лилиә Мөхәмәҙуллина­ға тапшырылды. Был хат теүәл 10 йылдан 2031 йылда асылырға тейеш.

Әйткәндәй, ауылда Ноғман Мусиндың йорт-музейы ла эшләп килә. Уның хеҙмәткәре Лилиә Шәйехрахман ҡыҙы ҡыҙыҡһынған һәр кемгә әҙиптең тормошо, ижады тураһында әллә күпме һөйләргә әҙер.

– Музейҙа өс йыл эшләйем. Үҙем әҙәбиәт һәм тел уҡытыусыһы булғас, эшем күңелемә бигерәк тә яҡын. Бында бик күп экспонат тупланған һәм улар даими тулылана бара. Ноғман Мусиндың бөтә китаптары һаҡлана, әҫәрҙәре баҫыл­ған “Ағиҙел” журналдары ла ҙур урын алған. Яҙыусының тормошон яҡтыртҡан бик күп шәхси әйберҙәре лә бар: баян, гармун, радиоалғыс, пластинкалар, баҫыу машинкаһы, яҙыу өҫтәле һәм башҡалар – һәр береһе ҡәҙерле ҡомартҡы. Яҡташы­быҙҙы бай телле яҙыусы итеп кенә түгел, балта оҫтаһы булараҡ та беләбеҙ. Уның эш ҡоралдары, хатта  үҙ ҡулдары менән үргән сабаталары бар.

Ноғман ағай ауылға ҡайтҡанын­да һәр саҡ беҙҙең музейға инә. Уҡыусылар, уҡытыусылар ҙа өҙөл­мәй. Районыбыҙҙың башҡа мәктәп­тәренән, бүтән төбәктәрҙән дә килә­ләр. Хәйбулла, Бөрйән, Күгәр­сен­дән дә вәкилдәр булды. Бер йылда Мәләүездән мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәрҙәре, уҡытыусылар күмәкләп килеп, музейыбыҙҙы бик оҡшатты, – тип һөйләне ул.

Тағы ла бер үҙенсәлекле ваҡиға булды: ауыл мәҙәниәт үҙәгендә Ноғман Мусиндың тормошона, ижадына арналған “Һайлап алған яҙмыш” документаль фильмын ҡол­ғоналар тәүгеләрҙән булып күреү бәхетен татыны. Әйткәндәй, фильм сценарийының авторы Башҡортос­тан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлү­мәт хеҙ­мәт­кәре, тележурналист Гәүһәр Батта­лова үҙе лә ошо сарала ҡатнашты. Ноғман ағай, был фильмға ҙур баһа биреп, рәхмәтен белдерҙе.

 

Йән биргән төйәк

 

“Йән биргән төйәгем” тип атал­ған әҙәби-музыкаль кисә тәбрикләү­ҙәр, йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Уны ауылдың “Һандуғас” вокаль ансамбле тыуған яҡҡа арналған йыры менән асып ебәрҙе.

Ҡолғона ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Моғаттар Мостафиндың ҡотлауҙа­рын да байрам ҡунаҡтары ал­ҡыштар менән хупланы.

– Бөгөн ырыуыбыҙ аҡһаҡалы, ауылдашыбыҙ Ноғман Сөләймән улының оло юбилейын билдәләргә йыйылдыҡ. Беҙҙең быуын башҡа яҙыусылар менән бер рәттән Ноғ­ман Мусиндың әҫәрҙәрен дәреслек­тәрҙән, китаптарҙан уҡып үҫте. Улар халыҡсанлығы менән уҡыусы­ларҙың һөйөүен яуланы. Тарихи ваҡиғалар, тәбиғәт күренештәре – барыһы ла матур итеп тасуирланып, беҙҙең Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуында ғына ҡулланыла торған һүҙҙәр менән биҙәп бирелеүе бигерәк тә күңелебеҙгә яҡын. Уларҙа ҡара урман шаулауы ла, ярһыу йылғалар ағышы ла ишетелеп торған һымаҡ. Бөгөн Ҡолғона мәктәбенә Ноғман Мусиндың исемен биреү һәр уҡыусыла уның һымаҡ билдәле шәхес булыу теләген уятыр, – тине Моғаттар Мөхтәр улы.

Ҡәләмдәштәренең тәбрикләү­ҙәрен­дә лә халыҡ яҙыусыһына ҡарата тәрән ихтирам, күңел йылы­лығы сағылды. Башҡортос­тан­дың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев шәхестәребеҙҙе күтәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы иғтибарға алды.

– Башҡортостанда матур йолаға нигеҙ һалынды. Шағир, яҙыусы исемен йөрөткән мәктәптәр хәҙер ике тиҫтәгә етеп бара. Бөгөн Ҡолғона мәктәбенә лә халыҡ яҙыусыһының исеме бирелеүе – шатлыҡлы күре­неш. Бында белем алған һәр бала Ноғман Мусиндың исемен йөрөткән мәктәптә уҡыуы менән ғорурланыр. Улар илебеҙгә, Башҡортостаны­быҙ­ға ышаныслы ул һәм ҡыҙҙар булып үҫер, – тигән ышанысын белдерҙе ул.

Ҡәләм оҫталарының бала саҡтан Ноғман Мусиндың китаптарын уҡып үҫеүе, улар аша әҙәбиәткә килеүе тураһындағы сығыштары ла уның әҫәрҙәренең арбау көсөн сағыл­дыра.

– Ноғман ағай – таянысыбыҙ, уның барлығына ҡыуанып йәшәй­беҙ. Ул – Башҡортостанында хөр­мәт күреп йәшәүе, үҙен оло әҙип тип ихтирамлауҙары менән бәхетле кеше. Күҙгә ҡарап аныҡ һүҙен әйтә белеүе, тос фекерле булыуы менән дә һоҡландыра аҡһаҡалыбыҙ, – тине “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева.

Сәхнә түрен йәмләп Ноғман Мусиндың туғандары ла күтәрелде. Һәр сығышта күңел йылылығы, ихласлыҡ тойолдо.

 

Ишембай халҡы бәхетле

 

Яҙыусыға әйтер теләктәр, ҡот­лау­ҙар сикһеҙ ине. Ошо уҡ көндә кис халыҡ яҙыусыһының ижадын һөйөүселәр ҡала мәҙәниәт һара­йына йыйылды. Прозаиктың “Мәңге­лек урман”, “Зәңгәр тауҙа аҡ болан”, “Һайлап алған яҙмыш” һәм башҡа әҫәрҙәре бөгөн дә үлемһеҙ. Ижады­ның халыҡсан булыуы, уҡыусыһын китап геройҙары донъяһына ылыҡ­тыра алыуы менән дә уның әҫәрҙәре халыҡ һөйөүен яуланы. Әҙиптең һәр һүҙе, кәңәше бигерәк тә йәш ижадсылар өсөн ҡиммәт. Был йәһәттән дә яҙыусының ижадташ дуҫтарына иғтибарлы булыуын билдәләмәй мөмкин түгел.

Прозаик, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналының баш мөхәр­рире Салауат Кәримов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәр­рире Мөнир Ҡунафин, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, билдәле шағирә Тамара Юлдашева һәм башҡа бик күп ҡәләм оҫталары, бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, әҙәбиәт аҡһаҡа­лын тәбрикләне, уға арнап яҙған шиғырҙары менән байрамды йәмләне.

“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исха­ҡов сығышында Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен уҡып бер нисә быуын тәрбиәләнеүен бәйән итте.

– Хәтеремдә, әсәйем китапханасы булып эшләгән йылдарҙа һәр яңы китабығыҙҙы уҡыу өсөн сиратҡа яҙылып ҡуйырҙар ине. Яҡшы китап яңы килеш һаҡланмай, тиҙәр. Һеҙҙең китаптар ҙа шулай ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылды. Бөгөн дә улар кәштәләрҙә саң йыйып ятмай. Әҫәрҙәрегеҙ һутлы, яғымлы теле, халыҡсанлығы менән күңелгә үтеп инә. Кеше яҙмыштарын тәрән тойоп яҙыуығыҙ һоҡландыра. Тыуған төйә­гегеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡын­да уҡыусыға тура ҡарап әйткән һүҙҙәрегеҙ уйландыра, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.

Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре уңышлы сәхнәләштерелә лә. Әлеге осрашыуҙа Салауат башҡорт драма театры артистары “Ғүмерҙең бер мәле” спектакленән өҙөк күр­һәт­те. Театр директоры вазифа­һын баш­ҡарыусы Айбулат Ҡото­шов, юбиляр­ҙы тәбрикләп, киләсәк­тә Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен сәхнәлә генә түгел, кино сәнғәтендә лә күрергә яҙһын, тигән теләк белдерҙе.

Ноғман Мусин тыуған ауылында VII класты тамамлағандан һуң, Маҡар мәктәбендә уҡый. Әлеге осрашыуға маҡарҙарҙың килеүе лә бик урынлы булды. Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, Ишембай районы­ның почетлы гражданы Мәрйәм Солтанова, Ноғман Мусин­дың ижадында ергә, тәбиғәткә, халҡыбыҙға һөйөү хисенең тәрән сағылыуын иғтибарға алып, халыҡ яҙыусыһына тағы оҙаҡ йылдар халҡы ихтирамында йәшәргә яҙһын, тигән теләк еткерҙе. Киләһе йылда Маҡар мәктәбенең 150 йыллығын билдә­ләргә йыйыныу­ҙары тураһында әйтеп, мәктәп коллективы был сараға Ноғман Мусинды әле үк саҡырып ҡуйҙы.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡы­тыусылар, ғөмүмән, яҙыусының ижадын хөрмәт итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы изге теләктәрен әйтергә ашыҡты.

– Тыуған Ишембайымда хәҙер инде нисәнсе тапҡыр юбилей кисәһен үткәрергә насип итте. Һәр килгәнемдә үҙенсә ихласлыҡ тоям, күңелем тулып, рухи көс алып ҡайтам. Ишембай халҡы үҙенең хеҙмәте, ижади көсө менән һәр ваҡыт өлгө булып тора. Улар яңынан-яңы хеҙмәт ҡаҙанышта­рына өлгәшә, яңынан-яңы сәнғәт, әҙәбиәт әҫәрҙәрен тыуҙыра. Ул бөтмәҫ илһам, көс ҡайҙан килә?! Был халыҡтың тормошто яратыуына, уның ихласлығына, матур­лыҡҡа ынтылыуына бәйлелер, тип уйлайым һәм был көстөң бер ҡасан да һүрелмәүенә ышанам, – тип яҡташ­тарына рәхмәт белдерҙе кисәлә Ноғман Сөләймән улы.

Районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Ноғман Мусин менән ишем­бай­ҙар бәхетле булһа, халыҡ яҙыу­сыһы ла үҙен ҡәҙерләгән, яратҡан яҡташтары менән бәхетле.

 

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

Ишембай районы.

Читайте нас: