Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
8 Октябрь 2021, 14:03

Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек

Башҡорт улының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Музейҙа Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндең эш бүлмәһе күренеше.
Музейҙа Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндең эш бүлмәһе күренеше.

Халҡыбыҙҙың күренекле улы Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған ауылы ғәжәйеп матур төбәктә урынлашҡан. Ошо яҡ уҙаманы һүҙҙәре менән әйткәндә, Хоҙайбирҙин ауылы Ағиҙел йылғаһының Урал тауҙарынан дала яғына ағып килеп, дуға яһап, төньяҡҡа боролған һәм ҙур булмаған йәмле Керәүле йылғаһы Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә ултыра. Элекке исеме – Бесәнсе.

 

Хоҙайбирҙин эҙҙәре ҡалған төбәк

 

Ауылға ингән ҡунаҡтарҙы йәки үтеп киткәндәрҙе Ш. Хоҙай­бирҙингә ҡуйылған стела ҡаршы алып, оҙа­тып ҡала. Шәһиттең алға төбәлгән ҡыйыу ҡарашын һынлан­дырған мөһабәт һәйкәл 1985 йылда асыл­ған. Мәктәп уҡыусылары ҡара­ма­ғын­да икән ул. Тирә-яғы тәрбиә­ле. Халыҡ ошо ергә йыш ҡына йыйылып, күренекле ауылдаштарын хәтергә ала.

Ауыл уртаһында башҡорт хал­ҡының данлы улы тыуған өй нигеҙе лә һүнмәгән. Унда күтәрелгән матур йортта хәҙер Шәһиттең бер туған ҡустыһы Заһиҙулланың Сәлих исем­ле ейәне ғаиләһе менән йә­шәй. Иҫән сағында Тамара Шәһит ҡыҙы ла был йортҡа йыш ҡайтып йөрөгән.

Сафта торған һалдаттар кеүек тигеҙ теҙелгән олпат йорттарға һоҡлана-һоҡлана, ауылдың күрке булған Ш. Хоҙайбирҙин музейына инәбеҙ. Динара Әминева менән Вәсилә Әмирова – уның йәмен һаҡлаған кешеләр. Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, үҙҙәренең гүзәл төбәгенең бай тарихы, күренекле ауылдаштарының биографияһы­нан мөһим ваҡиғалар тураһында оҙаҡ, ентекле итеп һөйләргә ғәҙәт­ләнгәндәр. Шәһит тыуған мәлдәге ауылды күҙ алдына баҫтырам, йылғыр ғына сос ауыл малайын етәкләп Керәүле йылғаһын кисәм, ялан, тауҙарҙы гиҙәм...

...Шәһит ярлы ғына ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ғиззәтулла менән Заһитулланан ҡала – Шәһитулла. Әсәһе Йәмилә менән атаһы Әхмәт ун балаға ғүмер биргән. Үкенескә ҡаршы, балала­рының ир ҡорона еткәнен күрә алмайынса, ата-әсә ҡаты ауырыуҙан бер-бер артлы донъя ҡуйған. Шә­һиткә был мәлдә ни бары 10 йәш була.

Ауылдағы өс йыллыҡ башлан­ғыс мәктәпте тамамлап, ул Ырым­бурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға бара. Мәҙрәсә хужаһы Хөсәйеновта малайлыҡта йөрөп, үҙ йүнен үҙе күреп уҡый. Әммә уҡыуын тамамларға насип итмәй. Тура һүҙлелеге, үтә ҡурҡыу белмәҫ булғаны мәҙрәсә етәкселегенә оҡшамай, ҡыуыла.

Шәһиттең артабанғы тормошо ил яҙмышына ныҡ бәйле: әрме, һуғыш, революция, тағы һуғыш, аслыҡ... Партияға инеү, Бөрйән-Түңгәүер кантонындағы яуаплы вазифалар, Кронштадт... Фин ҡулты­ғы боҙлоғонда хәлһеҙ алты сәғәт ятыу... РКП(б) өлкә комите­тының беренсе секретары, ер эштәре буйынса халыҡ комиссары урын­баҫары, эске эштәр халыҡ комиссары... Үҙ аҡылы менән ошондай үрҙәргә еткән шәхестәрҙең береһе була Шәһит Хоҙайбирҙин. Ҡыйыу журналист, шағир ҙа була ул.

Фотоһүрәттәр, әйберҙәр күрһә­теп һөйләгән Вәсилә Зәки ҡыҙы менән Динара Мөнир ҡыҙының күҙҙәрендә эскерһеҙ осҡон шәйләп, күңел ишектәренең асыҡлығын тойоп, һоҡланып туймайһың. Бына ҡайҙа ул батыр рухына ел-ямғыр тейҙермәй, уны үҫтереүселәр! Шәһит Әхмәт улының бындай ауылдаштары барында күренекле шәхестең исеме онотолмаҫ.

1965 йылда, Ш. Хоҙайбирҙиндең тыуыуына 70 йыл тулыуға ҡарата, ауыл мәктәбендә әҙерлек эштәре­нән башлана бөтәһе лә. Мәктәптең тарих уҡытыусылары Ш.А. Байморатова менән Б.М. Имелбаева бер төркөм уҡыусыларҙы туплап, Өфөгә юллана. Унда Маһруй һәм Тамара Хоҙайбирҙиналар менән осрашып, шулай уҡ баш ҡалалағы архивтарҙа булып, күп кенә фото­һүрәт, документтарҙың күсермәһен, тарихи мәғлүмәт алып ҡайталар.

Артабан уҡыусылар, тынғыһыҙ эҙәрмәндәр, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәскә, Бай­маҡҡа ла барып, мәғлүмәт туплау­ҙы дауам итә. Баймаҡ районының бай тарихы биттәрендә лә Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндең исеме бар. 1919 йылдан 1921 йылға тиклем ул Бөрйән-Түңгәүер кантонында яуап­лы вазифала, кантон башҡарма комитетының рәйесе, РКП(б)ның кантон комитеты сәркәтибе, кантон­дың аҙыҡ комиссары булып эшләй. Үҙенең эшлекле, яуаплы, кешелекле, аҡыллы булыуы менән халыҡ һөйөүен яулай. Баймаҡтағы хәл иткес ваҡиғалар тураһында Ш. Хоҙайбирҙин “Башҡортостандағы ҡанлы көндәр” тигән иң күләмле иҫтәлектәрендә яҙып ҡалдырған.

1917 йылда асылғанынан дүрт йыл самаһы ғына эшләп өлгөргән Баймаҡ алтын-баҡыр заводы ябыла. Хоҙайбирҙинде заводтың алдағы яҙмышы борсой. Быға тиклем Екатеринбургка ҡараған тау-руда предприятиеларын Башҡорт­остан ҡарамағына күсереү тура­һында һүҙ күтәрә. Бер нисә тапҡыр ошо мәсьәләне хәл итер өсөн РСФСР-ҙың халыҡ хужалығы советына үтенес (ходатайство) ебәрә. Һәм, ниһайәт, ошондай яуап ала: “В целях сохранения оборудования и организации общественных работ для голодающих Баймако-Таналыкских шахтеров вернуть Таналыково-Баймакский округ Башреспублике”.

Ш. Хоҙайбирҙин аслыҡ, ҡоролоҡ йылдарында Баймаҡ заводын аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һала. Баймаҡ халҡы уның изгелектәрен онотмай, исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерә: Баймаҡ машиналар эшләү заводы үҙ тарихының иң күп йылдарын уның исеме менән йәшәй.

 

Тарихи шәхес тураһындағы ҡомартҡылар

 

Ауылдаш уҙамандың исемен мәңгеләштереү өсөн ошондай бай мәғлүмәттәр мәктәп бинаһында экспонат-ҡомартҡы булып урын ала. Улар, шәхес хаҡындағы мираҫ булыуҙан тыш, рухи хазина ла.

Берәмләп йыйылған яҙмалар­ҙың, фотоһүрәттәрҙең һәр ҡайһы­һының үҙ тарихы бар. Был эште башлап, дауам итеүселәрҙең нин­дәй оло хеҙмәткә юл ярғаны бөгөн үтә лә асыҡ күренә. Әйтеп тораһы ла түгел, ундай мәлдә һәр һүҙ, һәр өн ҡәҙерле. Ш. Хоҙайбирҙиндең музейы ошондай күмәк көс менән бөртөкләп йыйыла. 1977 йылдың 21 июлендә айырым музей булараҡ асыла. Был тантанала республика һәм район етәкселеге, бөтә ауыл халҡы һәм Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Шәһит ҡыҙы ла ҡатнаша. Ул музейға күп кенә экспонаттар – атаһының шәхси әйберҙәрен, фотоһүрәттәр, үҙенең сәхнә кейемен бүләк итә.

Музейҙың беренсе етәксеһе Б.М. Имелбаева тирә-яҡты өйрәнеү эшен рәткә һала. Мәктәп уҡыусы­ларынан торған музей советы ла төҙөлә. Уҡыусылар музейға килгән ҡунаҡтар алдында сығыш яһай, экскурсия уҙғара һәм эҙләнеүҙәрен көн һайын тигәндәй дауам итә. Музей экспонаттар менән тулылана бара. 1977 йылда Хоҙайбирҙин музейы, турист-эҙәрмәндәрҙең Бөтә Союз слетында ҡатнашып, “Иң яҡшы мемориаль-биографик музей” исемен ала, иҫтәлекле таҫмаға лайыҡ була.

Бөгөнгө музей ихатаһында урын алған бюст – скульптор Т. Не­чаеваның эше. Хоҙайбирҙин ауылында 1956 йылда ҡуйыла. Тәүҙә ауыл башланған урында тора, ә 1986 йылда музей ихатаһына күсереп урынлаштырыла.

1984 – 1988 йылдарҙа музейға Рәшиҙә Яппарова етәкселек иткән осорҙа ла уның эшмәкәрлеге алға бара. Хоҙайбирҙин ауылы балалары бәләкәй сағынан тыуған яҡ тарихын, билдәле шәхестәрен, абруйлы ауылдаштарын белеп үҫһен өсөн бик ҙур эш алып барыла.

1988 йылдан 2017 йылға тиклем музейға Вәсилә Әмирова етәкселек итә. Был осорҙо музейҙың сәскә атыу мәле тип атау артыҡ булмаҫ. Вәсилә Зәки ҡыҙы этнография, ауыл­дың тарихы, бөгөнгөһө, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тура­һында һәм башҡа бик күп материал йыйып, музейҙы байыта. Йыш ҡына Тамара Шәһит ҡыҙын осрашыу­ҙарға саҡыра, уҡыусы балалар менән музей дәрестәре үткәрә. Республиканың ғына түгел, Ер йөҙөнөң төрлө мөйөшөнән, атап әйткәндә, Голландия, Төркиә, Швеция, Германиянан килгән ҡунаҡ­тарға ла Вәсилә Зәки ҡыҙы Ш. Хо­ҙайбирҙин, ауыл тарихы, арҙаҡлы кешеләре тураһында ентекле мәғлүмәт бирә. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, ул музей эшмәкәрлегенән ситләшмәй. Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡар­шылай, экскурсиялар алып бара.

Шуны ла телгә алыу кәрәктер, йыл һайын Ш. Хоҙайбирҙиндең тыуған көнө – 9 октябрҙә рес­пуб­ликаның Ш. Хоҙайбирҙин исемен­дәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булған журналистарға награданы Күгәрсен ерендә, уның тыуған ауылында тапшырыу матур йолаға әйләнде.

Музейҙар – үткән менән бөгөн­гөнө тоташтырған, рухи мираҫты һаҡлаған күпер ул. Унда айырым шәхес яҙмышы, халыҡ, тыуған ер тарихы ла бар. Бөгөнгө Ш. Хоҙай­бирҙин музейының ҡотон һаҡлаусы – уның хәҙерге егәрле етәксеһе Динара Әминева. Ауылды биҙәп ултырған ошо йортта күргәҙ­мәләр, осрашыуҙар, йыйындар үтә. Музей­ҙың ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.

Һәр халыҡ үҙенең тарихын бел­һә, шәхестәрен данлаһа, ҡыйыу аҙымдар менән алға барыр. Килә­сәк быуын беҙҙән аҡыллыраҡ бул­һын өсөн, балаларҙы дөрөҫ йүнә­лештә тәрбиәләү зарур. Хоҙай­бир­ҙин ауылы халҡы ошо йүнәлеш­те йәшәү ҡануны итеп алған. Бында уҙғарылған һәр сара Тамара, Шә­һит Хоҙайбирҙиндәрҙең исеме ме­нән башланыуы ғына ла бик күпте һөйләй. Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек. Ул мәңге­лекте бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам, иғтибар күрһәтеп, бөгөн төҙөйбөҙ.

- Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Читайте нас: