Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
10 Октябрь 2021, 17:00

Хәҙер Валериан Альбановты күптәр белә

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ? Белмәһәгеҙ, Өфөләге музейға барып танышығыҙ! 

Хәҙер Валериан Альбановты күптәр белә
Хәҙер Валериан Альбановты күптәр белә

 

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда онотолған исемдәрҙе ҡайтарыу, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эштәр алып барыла. Республика көнө алдынан беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен хәтерләргә булдыҡ. Бөгөнгө геройыбыҙ – Валериан Альбанов.

Ике-өс йыл элек уның кем икәнлеген һораһаң, Башҡортостанда был кеше тураһында һынаулы ғына кешеләр белгәне мәғлүм булыр ине. Ә хәҙер, Өфө үҙәгендә уға арналған бына тигән заманса музей асылды! Тик кем һуң ул Валериан Альбанов? Ул 1882 йылдың 26 майында Өфө ҡалаһында тыуған. Ошондағы ирҙәр гимназияһында уҡыған, аҙаҡ ғүмерен диңгеҙ һәм флот менән бәйләгән. Уның 1919 йылда фажиғәле һәләк булыуы билдәле.

1912 йылда Валериан Альбанов Георгий Брусиловтың экспедицияһында “Изге Анна” өс мачталы пар ярҙамында эшләнгән елкәнле шхунала беренсе тапҡыр Төньяҡ диңгеҙ юлы менән Атлантиканан Тымыҡ океанға йүнәлә. Тик боҙлоҡҡа бәрелеп һәләкәт кисерә. Штурман Альбанов бер төркөм матростар менән карабын ташлап, боҙҙар араһынан Франц-Иосиф еренә барырға ҡарар итә. 120 километрлыҡ юл өс айҙан ашыу ваҡытты ала. Маҡсатҡа тик ике кеше өлгәшә: Валериан Альбанов менән матрос Андрей Конрад.

Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы уның мөмкин булмаған боҙло юлды үтә алыуында ғына түгел, ә ике йыллыҡ рейд ваҡытында алып барылған судно журналы күсермәһен алып ҡайтыуында. Был документтар ғалимдарға артабан Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүҙә ярҙам иткән. Альбановтың “Көньяҡҡа, Франц-Иосиф еренә” тип аталған көндәлеге беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә баҫылып сыға. Был тарихҡа бик күп әҙәбиәт һәм нәфис фильмдар бағышланған. Уларҙың иң билдәлеһе тип В. Кавериндың “Ике капитан” повесы һанала.

Альбановтың исеме менән Диксон янындағы утрау, Франц-Иосиф ерендәге Гукер утрауын­дағы морон, Төньяҡ Ер архипелагындағы Октябрь Революцияһы утрауындағы боҙлауыҡ аталған. Бынан тыш, уның исеме суднолар һәм теплоходтарға ҡушылған.

Башҡортостандың географик киңлектәре өсөн ғәжәйеп күренеш булған музейҙы тап беҙҙең республикала асыу төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы арҡаһында мөмкин булған. Башланғысты С.Т. Аксаков исемендәге мемориаль йорт-музейы мөдире, билдәле Рәсәй яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Чванов тәҡдим иткән.

Радий Хәбиров үҙенең сығыштарының береһендә ошо идея буйынса фекерен еткергәйне. “Вениамин Кавериндың “Ике капитан” китабында үҫкән минең быуын өсөн диңгеҙ, капитан һәм штурмандар героизмы темаһы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙселәрҙең: “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә!” тигән девизы мәңгелеккә үҫмер күңелемә һеңеп ҡалған. Беҙ Өфөлә ҡотопсолар һәм Төньяҡты өйрәнеүселәр музейын булдырырға ҡарар иттек. Унда бөгөнгө малай һәм ҡыҙҙар һалҡын диңгеҙҙәрҙең ҡыҙыҡлы тарихына яҡынлаша аласаҡ...” – тигәйне ул.

Әйтелде – эшләнде. Быйыл майҙа, Свердлов урамындағы 88-се йортта музей асылды. Уның бинаһы ла бик тарихи, музей реставрация үткән ағалы-ҡустылы сауҙагәр Соловьевтар йортонда урынлашҡан. Әйткәндәй, Валериан Альбанов та тап ошо тирәләге йорттарҙың береһендә тыуған.

Музей ҙа бик ыҡсым, матур һәм бай килеп сыҡҡан. Ике ҡатлы элекке бина тулыһынса яңыртылған. Уның дөйөм майҙаны 300 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Музейҙың эсе хәҙер бик матур һәм заманса. Беренсе ҡатта Арктиканы үҙләштереү тарихы, был төбәктә Рәсәйҙең әһәмиәте, ҡотопсолар тураһында мәғлүмәттәр, Арктиканы һәм Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү карталары ҡуйылған. Поляр экспедицияларға барғандарҙың шәхси әйберҙәре, документтар тупланған. Һәр залда заманса электрон стендтар һәм планшеттар ҡуйылған. Бер залда махсус технологиялар ярҙамында Төньяҡ балҡышын күрергә, аҡсарлаҡтар ҡысҡырғанын, элекке осор музыкаһын эксклюзив граммофон аша тыңларға була.

Икенсе ҡаттағы бер зал тулыһынса Альбановҡа, уның экспедицияһына арналған. Шулай уҡ беҙҙең замандарҙа уларҙың юлы буйлап экспедицияларға йөрөгән ҡотопсолар залы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәктәп уҡыусыларына шөғөлләнер, мәғлүмәттәрҙе өйрәнер, оҫталыҡ дәрестәре алыр өсөн махсус зал бүленгән. Кино һәм видеояҙмалар ҡарау маҡсатында техника һәм зал да бар. Дөйөм алғанда, музей экспозицияһында йөҙҙән ашыу артефакт һәм экспонат бар. Уларҙың иң ҙуры – XIX быуаттың адмиралтейство якоры, ул бөгөндән Өфөнөң яңы арт-объектына әйләнде лә. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы музей балаларҙы һәм йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындырасаҡ, өлкәндәр өсөн дә файҙалы буласаҡ.

Фото: goarctic.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: