Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Октябрь 2021, 16:05

Алтын ҡуллы хирург ине...

Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдиновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында һәм бөйөк остазға хөрмәт йөҙөнән Өфөләге 21-се дауаханала бюст асылды.  

Алтын ҡуллы хирург ине...
Алтын ҡуллы хирург ине...

Алтын ҡуллы хирург, оло йөрәкле шәхес, талантлы ғалим һәм педагог, принципиаль парламентарий, илһөйәр, йор һүҙле ҡәләм оҫтаһы... Үҙ һөнәренә тоғро, талапсан етәксе,  ректор, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе...  Хеҙмәттәштәре, шәкерттәре бөгөн  Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдиновты  бына шулай хәтерләй.

Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында  ошо клиниканы булдырыуға,  республика өсөн үҙенсәлекле бүлексәләр асыуға ҙур өлөш индергән  профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы,  Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БАССР һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре  Венер Ғәзиз улының исемен мәңгеләштереү маҡсатында һәм бөйөк остазға хөрмәт йөҙөнән  бюст асыу тантанаһы үтте.  Сарала Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, шәхестең эшмәкәрлеген дауам иткән, хәҙер инде үҙҙәре лә билдәлелек яулаған шәкерттәре, хеҙмәттәштәре, туғандары, атаһының хеҙмәт юлын дауам иткән ҡыҙы, медицина фәндәре докторы Индира Сәхәүетдинова, хәләл ефете Миңзәлиә Һаҙый ҡыҙы ҡатнашты.

Константин Толкачев Ҡоролтайҙағы депутатлыҡ эшмәкәрлегендә  уның сағыу, күп яҡлы шәхес, үҙ һүҙле, ауырлыҡтарҙан һынмаусы ҡыйыу етәксе булыуына  миҫалдар килтерҙе һәм “уның тураһында күпме генә һөйләһәң дә,  барыбер барыһын да әйтеп бөтөрөп булмаҫ,  республика өсөн бик ҙур юғалтыу булды,” тине. Венер Ғәзиз улының иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең  дөрөҫ ҡарар булыуын әйтеп, ошо эште атҡарған барса кешегә рәхмәт белдерҙе.   

Сығыш яһаған һәр кемдең иҫтәлектәрен китап итеп яҙырлыҡ.  Иңде-иңгә терәп хеҙмәт иткән танылған хирургтар  Вил Мамил улы һәм Мәхмүт Вил улы Тимербулатовтар, 21-се дауахананың баш табибы Ринат Нагаев, ҡыҙы Индира Сәхәүетдинова һәм башҡалар шәхес хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.  Хеҙмәттәштәре уны әле лә энергияһы ташып торған, әүҙем тормош позициялы, тапҡыр телле  замандаш, белгес, яҙыусы, талапсан етәксе итеп хәтерләй.  Бюст ҡуйыу,  атаҡлы хирург исемен мәңгеләштереү идеяһын да улар кемдеңдер әйтеүе буйынса түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса хәйриә ярҙамында тормошҡа ашырған.   

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: