Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
19 Октябрь 2021, 09:22

Ул халыҡ өсөн эшләне

Алтын ҡуллы хирург, оло йөрәкле шәхес, талантлы ғалим һәм педагог, принципиаль парламентарий, илһөйәр, йор һүҙле ҡәләм оҫтаһы... Үҙ һөнәренә тоғро, талапсан етәксе,  ректор, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе... Хеҙмәттәштәре, шәкерттәре Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдиновты  бына шулай хәтерләй.

Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында ошо клиниканы булдырыуға, республика өсөн үҙенсәлекле бүлексәләр асыуға ҙур өлөш индергән профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы,  Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БАССР һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре  Венер Ғәзиз улының исемен мәңгеләштереү маҡсатында һәм бөйөк остазға хөрмәт йөҙөнән  бюст асылды. Тантанала  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, шәхестең эшмәкәрлеген дауам иткән, хәҙер инде үҙҙәре лә билдәлелек яулаған шәкерттәре,  хеҙмәттәштәре, туғандары,  ҡыҙы, медицина фәндәре докторы Индира Сәхәүетдинова, хәләл ефете Миңзәлиә Һаҙый ҡыҙы ҡатнашты.

Константин Толкачев Ҡоролтайҙағы депутатлыҡ эшмәкәр­легендә уның сағыу, күп яҡлы шәхес, үҙ һүҙле, ауырлыҡтарҙан һынмаусы ҡыйыу етәксе булыуына  миҫалдар килтерҙе.  

Венер Сәхәүетдиновтың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә һәм әсәлек буйынса комитеты рәйесе  булараҡ, халыҡ мәнфәғәтен күҙәткән закондар сығарыуҙа янып эшләгәнен халыҡ яҡшы белә.

Парламент Рәйесе уның республикала медицинаның көнүҙәк йүнәлештәре буйынса мәктәпкә нигеҙ һалыуын, яңы факультеттар, кафедралар асыуын, тиҫтәгә яҡын монография,  500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булыуын,  байтаҡ уйлап табыуҙарға танытма алыуын иҫкә төшөрҙө. “Венер Ғәзиз улы тиҫтәләгән медицина фәндәре докторы һәм кандидаттарының ғилми етәксеһе булды, йөҙәрләгән табип әҙерләне. Республика парламентында ул кешеләрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән закон проекттарын әҙерләүҙә эште башлап йөрөнө”, – тине Константин Борисович.

Шәхес менән иңде-иңгә терәп хеҙмәт иткән танылған хирургтар  Вил Мамил улы һәм Мәхмүт Вил улы Тимербулатовтар, 21-се дауахананың баш табибы Ринат Йәүҙәт улы Нагаев,  Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Виталий Викторов,  ҡыҙы Индира Сәхәүетдинова һәм башҡалар шәхес хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. 

–“Талантлы кеше – һәр нәмәлә талантлы”, ти халыҡ. Йомағужа районының (хәҙерге Мәләүез районы) бәләкәй генә Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән  егет студенттан Рәсәй кимәлендәге танылған ғалим һәм профессор дәрәжәһенә күтәрелде. Венер Ғәзиз улы “Башҡортостан энциклопедияһы” редакцияһы коллегияһы  һәм “Здравоохранение Башкортостана” журналы редакцияһы  советы  ағзаһы булараҡ та ҙур эш башҡарҙы. Ул – әҙәби әҫәрҙәр авторы ла. Венер Сәхәүетдиновтың күп монографияһы әлеге көндә лә  заман хирургтарының өҫтәл китабына әүерелгән, – тине Ринат Нагаев.

Дауахананың 1-се хирургия  бүлексәһе мөдире Тимур Йыһаншин  шәхестең аҙаҡҡы көнгә тиклем эшләүен һәм белемен, тәжрибәһен йәш коллегаларына тапшырырға ашыҡҡанын һөйләне. Венер Ғәзиз улын юҡҡа ғына “республика хирургияһы мәктәбе атаһы” тип йөрөтмәйҙәр, һигеҙ фән докторы, ҡырҡ фән кандидаты әҙерләгән ғалим ул. Профессиональ сифаттарынан тыш, һәр кем уның үткер телле, нескә юмор тойғоһона бай, ябай, кеселекле  кеше булыуын  иҫкә алды. Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Виталий Викторов  талантлы шәхестең  фәнгә һәм ғәмәли  хирургияға баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индереүен  билдәләп, атаҡлы табиптарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эштең дауам итәсәген белдерҙе. 

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас: