Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
22 Октябрь 2021, 13:39

Фәрит ағай дәүере

Редакция тарихында үҙ урыны бар.

Тыныс, ипле, итәғәтле ағай менән беҙҙе Матбуғат йорто осраштырҙы. Атайҙан ҡалған, миңә күскән ғәҙәт – эшкә таңдан барып тотонорға өйрәнгәнмен. Саҡ ҡына һуңлаһам, көнөм әрәм булыр, бер нимәгә лә өлгөрмәм, донъянан артта ҡалырмын һымаҡ. Матбуғат йортона иң тәүге эшкә килгән көнөм хәтерҙә ҡалған.

 

Рухи донъя нигеҙе

 

Ҡыуана-ҡыуана туҡталыштан республиканың иң ҙур гәзит-журналдары донъя күргән Матбуғат йортона килеп инергә өлгөрмәнем, алдымдан ғына бер ағай үтеп китте лә бина эсендә юҡ булды. Тәүге айҙа уҡ уның “Кызыл таң” гәзитенең иң өлгөр хәбәрселәренең береһе Фәрит ағай Фәтҡуллин икәнлеген асыҡланым.

“Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа таныла” тигәндәре дөрөҫ шул. Фәрит ағайҙың үҙе эшләгән гәзиттә ныҡлы, тос һәм башҡалар дәғүә итә алмаҫлыҡ урыны бар. Уның яҙғандарын һәм эшмәкәрлеген байтаҡ йылдар күҙәткәндән һәм өйрәнгәндән һуң шундай фекергә килдем: уның һымаҡ журналистар һәр гәзиттә юҡ, улар баҫманың төп йүнәлешен һәм йөкмәткеһен билдәләй.

Шулай тура килде, эшкә Фәрит ағай минән иртәрәк килеп өлгөрә һәм Матбуғат йортоноң ул ултыр­ған алтынсы ҡатында урта тирәләрәк ут йыраҡтан балҡып, үҙенә саҡырып торғандай. Ул утты тоҡандырыусыны һәм бүлмәне күрмәгән-белмәгән, унда булмаған һәм йылынмаған мәҙәниәт әһелдәре бармы икән, тип уйлап ҡуйҙым. Әгәр Фәрит ағай яҙған мәҡәләләрҙе, уларҙың геройҙарын ентекләп һанай башлаһаҡ, бик күп йыйылыр ине. Хәҙер ярты быуат самаһы, “Кызыл таң” биттәрендә башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең яңы турығып, сәхнәгә сыҡҡан­дарынан алып хәҙер йондоҙ булып балҡығандарына тиклем, һанай китһәк, байтаҡ ваҡыт китер, гәзит майҙаны бүленер ине.

Фәрит ағайҙың егәрле һәм эшлекле булыуына таң ҡалырһың. Ул бына хәҙер нисәмә йыл инде гәзит биттәрендә халҡыбыҙҙың мәҙәни, әҙәби, рухи донъяһын тотоп килә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, мат­буғатты алдырыусылар әртистәр, йырсылар, бейеүселәрҙең тормошо менән бик теләп таныша. Ундай мәҡәләләр теге йәки был ваҡиға, күберәк түңәрәк даталар, юбилей­ҙар айҡанлы донъя күрә. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә көнэлгәре шундай мәҡәләләр әҙерләү буйынса ҙур, ҡатмарлы, ентекле эш башҡарырға тура килә. Мәҡәләнең яҙылыуы ғына етмәй, уның уҡыусыларға, айырыуса, юбилярҙың үҙенә оҡшауы ла кәрәк бит әле, сөнки яҙаһың, яҙаһың, йондоҙ яңынан-яңы талаптар ҡуя, уға быныһы ла етмәй. Хатта мыжып, ризаһыҙлыҡ белдереүе лә ихтимал. Олпат ағайҙың йәки апайҙың үҙенә ҡарап, ижадын баһалап, ошо һеҙгә таман, тип әйтеп булмай бит инде.

Ә Фәрит Миңнулла улы, һәр мәҡәләһен еренә еткереп, һәр береһе ҡәнәғәт булырлыҡ итеп яҙырға өйрәнгән. Бәлки, белмәү­селәр барҙыр, киң ҡоласлы, бай мәҙәниәтебеҙҙең һәр вәкиле тип әйтерлек Фәрит ағайҙың уның хаҡында яҙған мәҡәләһен таба ала.

Һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған хәбәрсегә “егеттәр һымаҡ эшләй” тип әйтеүе, тәү ҡарамаҡҡа, уңайһыҙ һымаҡ, ләкин был баһа ла Фәрит ағайға ҡарата йәл түгел, хатта аҙыраҡ һымаҡ тойолор. Уның эшләгән йылдарына ҡарап, бер нисек тә артта ҡалған заман, үҙен аҡламаған стиль тип әйтеп булмай, сөнки күпме яҙһаң да, мәңге иҫкермәй торған ҡиммәттәр була, һәм улар бөгөн дә рухи донъя­быҙҙың нигеҙен тәшкил итә.

 

Журналистикаға илткән юл

 

Фәрит Миңнулла улы журна­лис­тикаға осраҡлы ғына килеп юлыҡмай. Уның тормош юлы ла шул хаҡта һөйләй. Ул 1949 йылда тыуған Ауырғазы районының Ҡорманай ауылында оҙон, ҡараңғы кистәрҙә өләсәйҙәр, олатайҙар әкиәт һөйләй, әсәйҙәр ойоҡ, шәл бәйләгәндә, моңло йырҙар баш­ҡара. Колхоз эшенә лә малайҙар һәм ҡыҙҙар бик иртә йәлеп ителә. Эйе, бәләкәй генә сағынан өлкәндәр менән бер рәттән хужалыҡ баҫыуҙарында эшләп, сынығып үҫкән ул. Ижадҡа ла иртә тотонған: мәктәп йәшенән үк район гәзитендә мәҡәләләре, шиғыр һәм хикәйәләре баҫылып торған.

1967 йылда Солтанморат ауылында урта белемгә эйә булғас, егет урындағы колхозда ике йылдан ашыу эшләп ала, шул ваҡытта йәмәғәт башланғысында комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын да башҡара. 1969–1971 йылдарҙа Совет Армияһы сафында, хәҙерге Украина биләмәһендә урынлашҡан Хәрби-һауа көстәре часында хәрби бурысын үтәй. Нәҡ шунда КПСС сафына ҡабул ителә.

Йәш ижадсыны, көтөп кенә торғандай, армиянан ҡайтышлай уҡ Ауырғазы районының “Ватан юлы” гәзитенә эшкә саҡырып алалар. 1972 йылда иһә Фәрит Фәтҡуллин Башҡорт дәүләт университетының филология факультетындағы татар бүлегендә ситтән тороп уҡый башлай. Өфө юлын йыш тапағас, “Кызыл таң” республика гәзите менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә керешә.

Йыш баҫылған төплө яҙмаларын юғары баһалап, бер аҙҙан егеткә тормошон ошо редакция менән бәйләргә тәҡдим итәләр. Ул риза була, иң ҡатмарлы һәм етди партия тормошо бүлегенә тәғәйенләнә. “Кызыл таң”ға эшкә килеүенең тәүге йылында уҡ СССР Журналистар союзына ла ҡабул ителә.

Редакцияның төрлө бүлектә­рендә хәбәрсе, мөдир булып тәжрибә туплағандан һуң, Фәрит Фәтҡуллин секретарь, баш мө­хәррир урынбаҫары кеүек вазифаларҙы ла башҡара. 1994 йылдан бирле ул, аныҡ бер йүнәлештә эшләргә ҡарар ҡылып, “Кызыл таң”дың әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенә етәкселек итә.

Фәрит Миңнулла улы күп йылдар инде арҙаҡлы яҡташ­тары­быҙ­ҙың тормош юлы, әҙәбиәт һәм сән­ғәт, матбуғат тарихы буйынса эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Ошо темаларға ҡағылышлы очерктары, публицистик яҙмалары, ижади портреттары “Кызыл таң” һәм “Башҡортостан” гәзиттәрендә генә түгел, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Толпар”, “Тамаша”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат” журналдарында һәм 30-лап йыйынтыҡта донъя күргән. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Сәнғәт балҡышы” серияһына ярашлы татар телендә баҫылған “Баш осомда ҡош һайраны” һәм “Тын һуҡмаҡта тал тибрәлә” тигән китаптары йәмәғәтселек тарафынан юғары баһа алды. Әле был серияның өсөнсө китабы ла әҙер, ошо уҡ нәшриәттә үҙ сиратын көтә.

Бынан тыш, “Слово” нәшриәте Фәрит Фәтҡуллиндың “Башҡорт­остан мәҙәниәте. Кешеләр. Ваҡиғалар. Факттар” тип аталған уҡыу-уҡытыу ҡулланмаһын әҙерләп сығарҙы. “Кызыл таң”дың ҡыҫҡаса энциклопедияһы һәм юбилей фотоальбомы төҙөлөүҙә лә Фәрит Миңнулла улының хеҙмәт өлөшө бик ҙур. 2018 йылда уның “Кызыл таң” шәхестәре” тигән йыйынтығы ла барлыҡҡа килде.

Йөкмәтелгән вазифаһына ифрат яуаплы ҡараған, һәр саҡ күпте белергә ынтылған, туҡтауһыҙ эҙләнгән етди журналист булыуҙан тыш, Фәрит Фәтҡуллин комсомол, профсоюз һәм партия органдарында ла әүҙемлек, тырышлыҡ өлгөһө күрһәтте. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Башҡортостанда киң ҡолас менән үткәрелгән үҙешмәкәр сәнғәт конкурстарының фольклор, ҡурай, тальян байрамдарының нигеҙендә уның да тырышлығы ята. Ошо сараларҙы ойоштороуға ла, пропагандалауға ла күп көс һалды Фәрит Миңнулла улы, жюри ағзаһы булараҡ таланттарҙы баһалауҙа ла ҡатнашты.

 

Күңелдәрҙе байытҡан яҡтылыҡ

 

Бына инде 45 йылдан ашыу Фәрит Миңнулла улы Башҡорт­остан Журналистар союзының “Кызыл таң” редакцияһындағы беренсел ойошмаһына етәкселек итә. Ошо дәүерҙә ул республикалағы ҡәләмдәштәре үткәргән һәр йыйында ҡатнашты, 1991 йылда СССР журналистарының иң һуңғы съезына ла делегат булып бар­ғайны. Рәсәй Журналистар союзын­дағы Ҙур жюри составында булған Башҡортостан буйынса төбәк кол­легияһында эшләне. Республика Журналистар союзының ревизия комиссияһы ағзаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзындағы татар әҙиптәре берләшмәһенең яуаплы секретары ла булды.

Ысын журналист, һоҡланғыс ҡәләм оҫтаһы, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, илһөйәр Фәрит Фәт­ҡуллин – Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәжит Ғафури һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты. Яҡташтары уға “Ауыр­ғазы районының маҡтаулы шәхесе” тигән мәртәбәле исемде бирҙе. Уға шулай уҡ Михаил Шолохов исемендәге миҙал, Рәсәй Журналистар союзының Почетлы дипломы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаты, Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитетының “Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, “Өфө ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” маҡтау билдәһе, төрлө министрлыҡтарҙың, район һәм ҡала хакимиәттәренең, йәмәғәт ойошмаларының, ижади конкурстарҙың грамоталары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылған.

Ғаилә тормошо хаҡында әйткән­дә, Фәрит Миңнулла улы тиҫтә ярым йыл дауамында “Кызыл таң”да журналист булып эшләгән, “Өмет” гәзитен ойоштороуҙа ҡат­нашҡан, әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға, йәштәргә һәм балаларға дин һабаҡтары биреү менән шө­ғөлләнгән Фаягөл Халиҡ ҡыҙы (дин өлкәһендә Фатима Фәтҡуллина булараҡ билдәле) менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙың икеһе лә, юғары белем алып, үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй.

Мәҡәләмде Фәрит ағайҙың эш урынындағы тәҙрәһенән таралған яҡтылыҡ тураһында һөйләүҙән башлағайным. Хәҙер килеп, шуға төшөндөм, ошо тәҙрәнән сыҡҡан ут, күңелдәрҙе байытып, кәрәк булһа, уйландырып, хатта илһам­ландырып, бар донъяға тарала.

Йыш ҡына таныштарым миңә теге йәки был мәҙәниәт һәм сәнғәт әһеле тураһында мәҡәлә йәки белешмә, йә матбуғатҡа яҙыу хаҡында һорап мөрәжәғәт итә. Мин уларға, һис икеләнмәйенсә, Фәрит Миңнулла улына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм. Улар үҙҙәренә кәрәген мотлаҡ табасаҡ.

Тап ошо көндәрҙә Фәрит ағайҙың иң тәүге мәҡәләләренең матбуғатта сыға башлауына – 55 йыл, ә профессиональ журналист булараҡ матбуғатта эшләүенә 50 йыл тула икән. Журналист, сағыштырыу урынһыҙ булһа ла, сәхнә йондоҙо түгел, беҙҙең ҡәләмдәштәр, үтә әрһеҙҙәрен иҫәпкә алмағанда, түңәрәк ғүмер юлдарын бик үк һанға һуғып бармай, үҙҙәре өсөн көндәлек эш тип кенә ҡарай. Шулай ҙа дөйөм матбуғатта, айырыуса “Кызыл таң” гәзитенең тарихында, Фәрит Фәтҡуллиндың үҙ урыны бар, һәм уны Фәрит ағай дәүере тип баһалау һис тә артыҡ булмаҫ.

Ағайҙың үҙе һәм яҡындары ғына белгән бер ифрат күркәм сифаты бар. Бынан ике тиҫтә йыл элек ул тормошон һәм хеҙмәтен “шешә”нән тулыһынса азат итә һәм айыҡ йәшәйешкә арнай. Әгәр ошо юлды һайламаһа, бөгөнгө һымаҡ ҡыуанып йомғаҡ яһарлыҡ уңыштарға өлгәшә алыр инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Кешеләргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өләшеү өсөн күңелеңдең таҙа булыуы ла кәрәк бит әле.

 

- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Читайте нас: