Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
22 Октябрь 2021, 14:33

Халыҡтан сыҡҡан халыҡ йырсыһы

“Мин ике кешене түгел, Солтанбаевты ғына һайланым...”

Ғәжәйеп моң эйәһе Иншар Солтанбаев 1931 йылда Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Эстрада артисы ла түгел, операларҙа ла йырламаған, маҡтаулы исемдәре лә юҡ. Ул – халыҡтан сыҡҡан халыҡ йырсыһы.

 

Йырҙан айырылмай...

 

Уның атаһы Әхмәҙулла оҙон көйҙәрҙе бик оҫта башҡарған, ә һуғышҡа тиклем колхоз аттарын ҡараған. Мәрхүм атайым ошолай хәтерләй ине: “Әхмәҙулла абзый йылҡы көтөүен төнгөлөктә Үрген йылғаһының аръяғында ғына йөрөтөр һәм һәр ваҡыт ат өҫтөндә йырлар ине. Тыныс йәйге төндәрҙә уның моңло тауышы беҙҙең Сатра урамына килеп етә һәм халыҡ, өйҙәренән сығып, хайран ҡалып тыңлай торғайны”. Һабантуйҙарҙа һәм башҡа сараларҙа ла ул кешеләрҙе моңо менән әсир иткән.

Атаһынан күргән уҡ юнған, ти­гәндәй, Иншарҙа ла йырсы һәләте бәләкәйҙән асыла. Уҡырға барғанға хәтлем үк ете йәшендә Иҫәнғол­дағы район һабантуйында, уны күтәреп, ат арбаһына баҫтыралар, һәм малай, Сиреғол ауылынан данлыҡлы ҡурайсылар Арыҫлан менән Солтан Абыҙовтарҙың ҡурайына ҡушылып, башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарған.

Әхмәҙулла Солтанбаев, 1942 йылдың ғинуарында фронтҡа алынып, 1943 йылдың февралендә Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Әсәләре Хәтирәнең ҡулында дүрт малай ҡала, өлкәндәре Ин­шарға 11 йәш кенә була. Уға тор­моштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татырға тура килә. Һуғыш йылда­рының бер йәйендә өлкән ҡустыһы менән утынға бара. Ҡайтҡанда тауҙан төшөп барғанда, бәләгә осрайҙар – арба түңкәрелеп, Әмир­хан йөк аҫтында ҡала һәм ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була.

Аслыҡ арҡаһында икенсе ҡус­тыһы Ғирфанды ауылдағы балалар йортона бирергә тура килә. 1945 йылда VII класты тамамлаған 14 йәшлек үҫмер колхоз эшенә егелә. 1947 йылда урта мәктәп асылғас, уҡыуын дауам итә. 1950 йылда уның тәүге сығарылышы була.

Юғары белемле уҡытыусылар булмау сәбәпле, уҡыусылар имти­хандарҙы Иҫәнғол мәктәбендә тапшыра. Башҡортса уҡып, сит мө­хиттә, рус телендә, таныш булма­ған комиссия ағзалары алдында һынау тотоу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә кластағы һигеҙ егеттең дүртәүһе генә аттестат ала. Иншар X класта бер йыл ҡабат уҡып, мәктәпте киләһе йылда тамамлай.

Уҡығанда ла, эшләгәндә лә ул йырҙан айырылмай. Уҡытыусылар коллективы менән концерттар ҡуйып, күп ауылдарҙа булалар, район смотрҙарында сығыш яһайҙар. Йәш йырсының ғәжәп үҙенсәлекле тауышына һоҡланған тамашасылар уны күп тапҡыр сәхнәгә ҡабат-ҡабат алҡышлап саҡырып сығара.

Егет 1951 йылда армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан 1954 йылда Өфөлә I Бөтә республика халыҡ ижады фестивале үткәрелә, ул бер аҙна бара. Фестивалдә Иншар Солтанбаев лауреат исемен яулай һәм беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Ошонда Иншар тағы бер талант эйәһе, Учалы егете Абдулла Солтанов менән таныша, ике халыҡ йырсыһының дуҫлығы ғүмер буйы дауам итә.

Шул уҡ йылда егет урман хужа­лығы белгеслегенә уҡырға Өфөгә килә, ләкин был һөнәр буйынса уҡытыу ябылған булған. “Уҡырға инә алмаған” тип әйтерҙәр тип уңай­һыҙланып, ул Өфө авиация заводының һөнәрселек училище­һына документтарын тапшыра. Бер йылдан уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, ошо заводта эшләй башлай. Бәләкәйҙән эштә сынығып үҫкән егет бында ла һынатмай, алдынғылар рәтендә була.

1956 йылда уны Һиндостандың Бхилаи ҡалаһында металлургия комбинаты төҙөргә барасаҡ төр­көмгә һайлап алалар, ләкин әсәһе ауырыу сәбәпле, Иншарға ауылға ҡайтырға тура килә, һәм ул 1958 йылға тиклем урман эшендә була, сәхнәнән дә айырылмай.

1957 йылда бөтә ил буйлап йәштәрҙең һәм студенттарҙың Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә донъя фес­тиваленә көслө әҙерлек бара. Уның концерт программаларында үҙеш­мәкәрҙәрҙе лә ҡатнаштырыу ҡара­ла, урындарҙа уларҙы һайлап алыу башлана. Март айында Башҡорт­остан йәштәренең беренсе республика фестивале үтә. Иншар Солтанбаев уның еңеүселәренең береһе була һәм Мәскәүгә юллама яулай.

Бөтә донъя фестивале 28 июл­дән 11 авгусҡа тиклем 15 көн бара, унда 131 илдән 34 мең ҡунаҡ ҡат­наша. Иншар Әхмәҙулла улы баш ҡаланың күп сәхнәһендә сығыш яһай һәм фестивалдең лауреаты исеменә лайыҡ була. Ошо йылдың көҙөндә Ульяновск ҡалаһында бөтә СССР-ҙан үҙешмәкәр артистарҙың ҙур концерты ойошторола. Унда Иншар Солтанбаев башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”ҙы башҡара, ҡурайҙа райондашыбыҙ Нәжмет­дин Хәсәнов уйнай. Шығырым тулы залдағы тамашасылар йырсыбыҙ­ҙы дүрт тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығара.

 

Иң ҙур хатаһы

 

1958 йылдың июнь айында Мәскәү консерваторияһының йыр уҡытыусыһы профессор Корин ике йәш йырсыны уҡырға һайлап алыу маҡсатында Өфөгә килә. Дәғүәсе­ләрҙе бөтә республиканан баш ҡалаға саҡырып килтереп тыңларға булалар. Беҙҙең район етәкселеге конкурсҡа Солтанбаевты йүнәлтә.

... 1971 йылдың июнь айында, институттан дөйөм ятаҡҡа ҡайтып барышлай, уйламағанда Ленин урамында Иншар абзыйҙы осратып, оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ул­тырҙыҡ. Ул яңыраҡ ҡына филар­монияға эшкә саҡырылғайны. Шул ваҡытта миңә һөйләгәндәренән: “Бәйгегә һәр район-ҡаланан, филармониянан, опера һәм балет театрынан, сәнғәт училищеһынан бик күп йәштәр килгәйне. Жюри составында мәҙәниәт министры Ғәли Харис улы Ғүмәров, атаҡлы композитор Заһир Исмәғилев һәм башҡа күренекле сәнғәт әһелдәре булды.

Сәнғәт училищеһының Ленин һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә урынлашҡан корпусының икенсе ҡатында сығыш яһаныҡ. Йырсылар бер-бер артлы инеп-сығып тора, бер йырҙан артыҡ башҡарыусы юҡ, бөтәһе лә тип әйтерлек композиторҙар әҫәрҙәрен йырлай. Мин ингәс тә, Заһир ағай: “Халыҡ йырҙарын беләһеңме?” – тип һораны. Сығышымды “Урал”дан башланым. Заһир ағай: “Тағы, тағы,” – тип ултыра, мин йырлай бирәм, “Буранбай” ҙа, “Зәлифәкәй” ҙә, “Уйыл” да ҡалманы, бөтәһе туғыҙ йыр башҡарҙым, шунан ғына туҡтаттылар. Бер аҙҙан асыҡ тәҙрәләр аша урамда ҡул сабыуҙар ишетелде. Ғүмәров ағай барып ҡараны ла мине саҡырҙы. Пушкин урамы яғынан халыҡ йыйылып киткән, эй ҡул сабалар, “Тағы, тағы!” – тип ҡысҡырышалар. Сығыштар тамамланғас, мине ҡабат саҡырып индерҙеләр һәм Коринға һүҙ бирҙеләр. “Мин ике кешене түгел, ә Солтанбаевты ғына һайланым һәм консерваторияла тыңлатыу өсөн уны үҙем менән Мәскәүгә алып барам”, – тине ул.

Баш ҡалала Иншар ағай консер­ватория ректоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ артисы А.В. Свешников, шулай уҡ башҡа күренекле музыка белгес­тәре алдында “Буранбай”ҙы һәм рус телендә “Родина” йырын баш­ҡара. Тыңлаусылар бик ҡәнәғәт була.

– Былай булғас, беҙ Башҡортос­танға үҙҙәренең Лемешевын әҙер­ләп бирәбеҙ инде, – тип бел­дерә ректор (Лемешев – атаҡлы опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы).

Консерваторияла уҡыу өсөн башланғыс музыка белеме талап ителә, Солтанбаевта ул бөтөнләй булмай бит инде. Шуның өсөн ректор уға тәүҙә консерватория ҡара­мағындағы музыка училищеһында ике йыл уҡырға кәрәклеген әйтә. Иншар, яңғыҙ әсәһен һәм ҡусты­ларын уйлап, әлегә был тәҡдимдән баш тарта, тәүҙә Өфөләге училищела уҡып, шунан һуң Мәскәүгә килергә теләк белдерә.

“Улай кәрәкмәҫ ине”, – тип яуап бирә Свешников, ләкин ныҡышмай. “Иң ҙур хатам ошо булды, ныҡ яңылыштым Мәскәүҙә ҡалмай”, – тип үкенде Иншар Әхмәҙулла улы ғүмере буйы.

Өфөләге училищеның II курсында уҡығанда көсөргәнешле күне­геүҙәр сәбәпле, тауышы “ултыра”, уҡыуҙы ҡалдырырға тура килә уға. Районға ҡайтып, 1960-1962 йыл­дарҙа Иҫәнғол урта мәктәбендә йыр уҡытыусыһы булып эшләй, тауышы ла яйлап асыла, концерт­тарҙа ҡатнаша башлай.

1961 йылдың йәйендә Мәскәүҙә тәүге тапҡыр Башҡортостан әҙәбиә­те һәм сәнғәте декадаһы – “Баш­ҡорт­остан көндәре” үтә. Иншар Сол­танбаев бында күп сәхнәләрҙә уңышлы сығыш яһай. Иң мөһиме, Әбйәлил районынан килгән бейеү­се ҡыҙ Мәрзиә менән танышып, ғаи­лә ҡоралар. Бик һәйбәт, эшсән ғаиләлә үҫкән уңған еңгәйебеҙ абзый­ҙың ғүмерлек тоғро һәм хәс­тәрлекле тормош юлдашы булды.

 

Исеме мәңгеләштерелә

 

1962 йылда Иншар Солтанбаев Өфө сәнғәт училищеһында уҡыуын дауам итә. Уны 1964 йылда уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Ошо йылда Иҫәнғолда балалар музыка мәктәбе асыла һәм Мәҙәниәт министрлығы Солтанбаевты уның беренсе директоры итеп тәғәйенләй. Яңы мәктәпкә Иҫәнғол урта мәктәбенең бер генә ҡатлы ағас бинаһынан дүрт бүлмә бирелә. Уҡыу йортон кадрҙар, музыка ҡоралдары менән тәьмин итеп, эште заман талаптарына ярашлы ойоштороу өсөн йәш директорға байтаҡ көс түгергә тура килә.

1968 йылда уны Әбйәлил районына, яңыраҡ асылған Асҡар балалар музыка мәктәбенә директор вазифаһына күсерәләр. Ике мәк­тәптә эшләгәндә лә ул сәхнәне ташламай, республика, Бөтә Рәсәй смотрҙарында һәм конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм барған һайын ҙур танылыу яулай, шуға күрә 1971 йылда Башҡорт дәүләт филар­монияһына эшкә саҡырылыуына ғәжәпләнәһе түгел. Ләкин өс балалы ғаиләгә хатта дөйөм ятаҡтан да бүлмә бирмәйҙәр. Һөҙөмтәлә йырсы яратҡан эшен ҡалдырырға мәжбүр була, һәм ғаилә ҡабаттан Ейәнсураға юллана.

Солтанбаев район мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне, ҡатыны шунда уҡ йәштәргә бейеү серҙәрен өйрәтте. Һуңғараҡ улар тағы ла Асҡарға күсте. Йырсының моң даръяһы һайыҡманы, кешеләрҙе шатландырып, бик оҙаҡ йылдар аҡты ла аҡты.

Ирле-ҡатынлы Солтанбаевтар ғүмерҙәрен сәнғәткә бағышланы. Ата-әсәләренең изге эштәрен хәҙер балалары дауам итә, улар ошо йүнәлештә эшләй, ғаиләләре менән бергә лә сығыш яһай. Мәҫәлән, 2000 йылдың йәйендә Солтанбаевтар Мәскәүҙә “Рәсәй ғаиләһе” тип аталған Бөтә Рәсәй ғаилә сәнғәт ижады фестивалендә Баш­ҡортостан исеменән бик уңышлы сығыш яһаны. Төркөм составында бейеүсе хәләл ефете менән йыраусы үҙе, балалары, ейән-ейән­сәрҙәре бар ине. Киләһе йылына улар, Үрген мәҙәниәт йортонда сығыш яһап, ауылдаштарын шат­ландырҙы.

Иншар Әхмәҙулла улы 2006 йылдың 7 ноябрендә вафат булды һәм Асҡар ауылында ерләнде. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелеүе һөйө­нөслө. 1999 йылда Әбйәлил райо­нында Иншар Солтанбаев исе­мендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы булдырылды. Йырсы тураһында Әбйәлил районы энцикло­педия­һында мәҡәлә бирелгән. Күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов йырсы иҫән саҡта уның башҡарыуында байтаҡ халыҡ йырҙарын яҙҙырып алып ҡалды. Ул шулай уҡ, Баш­ҡортостан Юлдаш телевидение­һының “Хазина” проекты етәксеһе булараҡ, Иншар Солтанбаев тура­һында документаль фильм эшләне. Был тапшырыу телевизор экрандары аша йыш ҡына күрһәтелә, быйыл ул йырсының тыуған көнөнә тура килде.

Мәшһүр халыҡ йырсыһы тура­һын­дағы яҙмаларымды Юлай Ишбулды улының һүҙҙәре менән тамамлайым: “Буранбай сәсәндең йыры, уның моңо үткән быуат­тарҙан беҙгә легенда булып килеп еткән. Уның сығарған “Буранбайы” – донъя мәҙәниәте кимәлендәге иң гүзәл өлгөләр рәтендәге бер хазина. Әгәр ҙә ниндәйҙер бер ҡөҙрәт менән Буранбай сәсән иҫән булып, Иншар Солтанбаев башҡа­рыуында “Буранбайҙы” тыңлаһа, моғайын, үҙе лә зар илар ине”.

 

- Юлай СОЛТАНБАЕВ,

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

 

Өфө районы.

Читайте нас: