Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
25 Октябрь 2021, 23:00

Гөлли Мөбәрәкова иҫтәлегенә - почта карточкаһы

Открытканы баҫтырыу идеяһын кем тәҡдим иткән? Тиражы күпме дана? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Гөлли Мөбәрәкова иҫтәлегенә - почта карточкаһы
Гөлли Мөбәрәкова иҫтәлегенә - почта карточкаһы

Октябрь айында СССР-ҙың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлли Мөбәрәкованың 85 йыллығына почта карточкаһы сығарылды. Был хаҡта республика филателистар йәмғиәтенә оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Алексей Сухарев белдерҙе.

“Г.А. Мубарякова” почта карточкаһының тиражы – 216 дана. Открытка баҫтырыу идеяһын Вячеслав Березин тәҡдим иткән. Дизайн авторы – Ж. Васюкова. 2017 йылдың декабрендә Почта музейы һәм Филателистар йәмғиәте СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған карточка ла сығарғайны.

"Беҙ был эш менән 2012 йылдан алып шөғөлләнәбеҙ. Байтағы ҙур әһәмиәтле ваҡиғаларға, Советтар Союзы Геройҙарына, фән, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәренә арналған. Быйыл режиссер Михаил Рабинович, Өфөләге Рус драма театры, тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Узиков һәм башҡалар иҫтәлегенә карточкалар сығарҙыҡ. Планда – данлыҡлы балерина Зәйтүнә Насретдинова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин, халыҡ рәссамы Борис Домашниковтың юбилейҙарына почта карточкалары эшләү", - тине Алексей Сухарев.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: