Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
26 Октябрь 2021, 16:47

Күп яҡлы талант эйәһе булды

Рәсих Ханнановтың тыуыуына – 90 йыл.

Билдәле журналист, шағир, яҙыусы һәм драматург Рәсих Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килгән. Атаһы Нурғәли Әхмәтгәрәй улы менән әсәһе Орҡия Миңлеғәли ҡыҙы етем үҫә. Етемлектең әсеһен татып белгәнгә күрә, улар үҙҙәренең ике балаһы янына тәрбиәгә тағы ике баланы ала.

Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғас, Рәсихкә бәләкәйҙән колхозда эшләргә тура килә. Ул саҡта кеше “бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән девиз менән йәшәй.

Бәләкәйҙән күңеле сәнғәткә тартыла. Өлкән кластарҙа район мәҙәниәт йортонда киномеханик ярҙамсыһы булып эшләй. Урта мәктәпте тамам­лағас, Тымыҡ океан флотында алты йыл тирәһе хеҙмәт итә. Шундағы гәзиттә тәүге мәҡәләләрен баҫтыра.

Демобилизацияланғас, тыуған яҡтарына ҡайта егет. Стәрлетамаҡта ул саҡтағы мәҙәни-ағартыу учили­щеһын тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә эшләй. Тәржемәсе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары була. 1961 йылда “Кызыл таң” республика гәзитенә эшкә саҡырыла. Бында Рәсих Ханнанов, кесе әҙәби хеҙмәткәрҙән башлап баш мөхәррир вазифаһына тиклем етеп,  40 йыл хеҙмәт итә.

Ул Мәскәүҙәге Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Артабан инде Рәсәй профессиональ милли журналисти­каһының иң сағыу вәкилдәренең береһенә әйләнә.

Әҙәби ижадын Р. Ханнанов мәктәп йылдарында уҡ Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә мәҡәләләр баҫтырыуҙан башлай. Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек арҙаҡлы яҙыусыларҙан ҡанат­ландырғыс һүҙҙәр ишетә. Дәртләнеп, “Онотма” тигән тәүге йыйынтығы өҫтөндә эшләй. Бындағы күп шиғыр­ҙарына аҙаҡ көй яҙыла, улар популяр йырҙар булып китә.

Гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр, шулай уҡ очерктар, рецензиялар яҙыуҙан тыш, Р. Ханнанов төрлө әҙәби жанрҙарҙа ижад итә. Әҙиптең әҫәрҙәре киң билдәлелек ала. Бер-бер артлы йыйынтыҡтары донъя күрә, улар уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. “Бүтән донъя” тип аталған аҙаҡҡы китабы әҙиптең вафатынан һуң, быйылғы сентябрҙә баҫылып сыҡты.

Рәсих Ханнанов робағиҙар жанрында ижад итергә яратты. Бер нисә йыл элек улар Мәскәүҙә аудиокитап рәүешендә донъя күрҙе. Шағирҙың ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Башҡортостан һәм Татарс­тандың иң яҡшы композиторҙары менән берлектә 200-ҙән ашыу йыр яҙа ул. Билдәле йырсылар башҡарып ишеттереү менән, улар халыҡ араһында киң таралып китә. Иң популяр йырҙар Рим Хәсәнов һәм Тәлғәт Шәрипов менән берлектә яҙыла.

Рәсих Ханнанов – уңышлы драматург та. Ул – 17 пьеса, музыкаль комедия авторы. Уларҙың күбеһе Башҡортостан һәм Татарстан, Урта Азия  театрҙарында ҡуйыла.

Бөгөнгө “Ҡөрьән әлифбаһы” гәзи­тенең мөхәррире, имам Рауил Төхвәтуллин менән берлектә Ислам һәм бөгөнгө Рәсәй кешеләренең донъяға ҡарашы проблемаларын күтәргән “Кемгә ышанырға?” тигән публицистик китабын баҫтырып сығара. Ул уҡыусыларҙа йәнле ҡыҙыҡһыныу уята, шуға ла дауамын, икенсе китапты ла сығарырға тура килә.

Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүҙән тыш, Р. Ханнанов тыуған яҡ тарихын өйрәнә, күп кенә билдәле шәхестәргә иғтибарҙы йүнәлтә. Йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы журналистар премияһын булдырыуға ҙур өлөш индерә. Уның күп яҡлы хеҙмәте “Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ә. Атнабаев исемендәге премиялар менән баһа­лана. Баш ҡала алдындағы хеҙ­мәттәре өсөн Өфөнөң йәмәғәт премияһы менән бүләкләнә.

2019 йылда Р. Ханнановҡа  республиканың Халыҡтар дуҫлығы ордены, Татарстан Мәҙәниәт ми­нистрлығының “Мәҙәниәттәге ҡаҙа­ныштары өсөн” билдәһе тапшырыла. Яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәренең наградалары араһында күп һанлы миҙалдар, почет бил­дәләре, грамоталар була, улар ара­һында Рәсәй Журналистар союзының “Ватан журналистикаһы алдындағы хеҙ­мәттәре өсөн” тигән иҫтәлекле билдә лә бар. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Бөтә донъя татарҙар конгресының почет грамоталары менән билдәләнә.

Тыуған яғында ла әҙипте хөрмәт­ләйҙәр. Ул – Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы, тыуған ауылында уның исемен йөрөткән урам бар.

Рәсих Нурғәли улы 88 йәшендә, 2020 йылдың 28 сентябрендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уның эшен хәҙер балалары менән ейәндәре дауам итә.

Ҡатыны Люциә Фәтих ҡыҙы менән 48 йыл бергә йәшәй улар, ике ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсәсәк БДУ-ның филология факультетын уңышлы тамамлай. Элекке “Ленинсы” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары була. Унан ары федераль кимәлдәге баҫмаларҙа, матбуғат үҙәктәрендә эшләй.

Кесе ҡыҙҙары Резида, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлап, уҡытыусы һөнәрен алып сыға. Ейәнсәре Ләйсән, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында белем алып, журналис­тар династияһын дауам итә: федераль һәм халыҡ-ара баҫмаларҙа эшләй. Кесе ейәнсәре Эвелина, БДУ-ның мәҙәниәтте өйрәнеү факультетында уҡып сығып, республиканың Халыҡ ижады үҙәгендә эшләй.

Хәҙер Рәсих Ханнановтың ижады менән электрон китапханаларҙа һәм Фейсбуктағы сәхифә аша ла таны­шырға мөмкин.

Яҙыусының әҫәрҙәре бер нисә проект аша ла билдәле. Шуларҙың бе­реһе – башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткәндәр өсөн “Аҡ күгәрсен” халыҡ-ара шиғриәт конкурсы. Ул мәҙәни башланғыстар буйынса Рәсәй Президенты фондының грантына лайыҡ булды. Конкурс 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың 90 йыллыҡ юбилейы көнөндә, башлана. Һөҙөм­тәләр 2022 йылдың 21 мартында, Бөтә донъя шиғриәт көнөндә, иғлан ителәсәк.

Икенсе проект – “Тиктормаҫ” тигән ижади оҫтахана төҙөү. Уны “Аҡбуҙат” хәйриә фонды тормошҡа ашыра. Ул Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәте ағзаларына анимация серҙәрен өйрәтеүгә арнала. Аҙаҡтан улар ҡатнашлығында балалар өсөн баш­ҡорт телендә йәнһүрәттәр сығарыу күҙ уңында тотола.

Әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үткәреү көтөлә. 27 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының Кесе залында Р. Хан­нановтың Хәтер кисәһе була. Программала “Бүтән донъя” китабы менән таныштырыу, фотоһүрәттәр күргәҙ­мәһе, Тамерлан Ханнановтың художество күргәҙмәһе ҡаралған. Кисәгә инеү бушлай. Шул уҡ көндә көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфөнөң Революция урамында яҙыусы йәшәгән 66-сы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыу тантанаһы ойошторола.

 

Р. СУЛПАНОВА әҙерләне.

Читайте нас: