Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
6 Ноябрь 2021, 14:25

Владимир Куликовты һуңғы юлға оҙаттылар

Элекке мэр менән хушлашырға, әйтерһең, бөтә ҡала халҡы килгән... 

Владимир Куликовты һуңғы юлға оҙаттылар
Владимир Куликовты һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке башлығы Владимир Куликовты һуңғы юлға оҙаттылар. Уның менән хушлашырға туғандары һәм яҡындары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт ағзалары, район һәм ҡалалар башлыҡтары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы килгән. Урамда уның менән бәхилләшергә теләгән кешеләрҙән сират барлыҡҡа килгән.

Митингты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты.

– Стәрлетамаҡ һәм бөтә республика ҙур юғалтыу кисерә. 4 ноябрҙә 55 йәшендә ауыр сирҙән бик яҡшы кеше, билдәле дәүләт эшмәкәре Владимир Куликов вафат булды. Уның барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы – эшен яратыу, уға тоғролоҡ һәм патриотизмдың сағыу өлгөһө, – тине ул.

Хушлашыуға килгән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Беҙ иптәшебеҙ, команда ағзаһы, яҡшы, изге күңелле кешене оҙатабыҙ. Нимә булғанын аңлап та етмәнек. Барыһы ла шул тиклем көтөлмәгәндә, фажиғәле булды, юғалтыу бик ауыр. Ул намыҫлы кеше ине. Уның мөһим сифаты - изге күңелле булыу, алсаҡлыҡ, ихласлыҡ. Уға хеҙмәте, стәрлетамаҡтарҙы яратҡаны өсөн рәхмәт. Стәрлетамаҡтың ҡала Советынан Владимир Куликовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күреүегеҙҙе һорайым. Ул стәрлетамаҡтар матур йәшәһен тип тырышты. Бөгөн беҙ ауыр сир менән көрәшәбеҙ. Өсөнсө башлыҡты оҙатабыҙ: улар был вирус менән көрәштең алғы һыҙатында. Мин уны хәрби поста зарарланған тип иҫәпләйем. Владимир Куликовтың ятҡан урыны тыныс булһын, – тине Радий Хәбиров.

Владимир Куликовтың ҡатыны Татьяна ла һуңғы һүҙен әйтте.

– Һуңғы өс аҙнала беҙ уның менән госпиталдә бергә булған өсөн яҙмышҡа рәхмәт. Дауаландыҡ, көрәштек, ышандыҡ. Әммә Хоҙайҙың үҙ пландары. Дауалаған, ярҙам иткән, күңелде күтәрергә тырышҡан һәр кемгә рәхмәт. Был уның өсөн мөһим ине: телефонын ала, ҡарай, күңеле ҡыуанғаны күренә ине. Бөтәһенә лә рәхмәт әйтте. Ғаиләбеҙгә күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт, мин быны тоям. Уның иң яратҡан ҡалаһы Стәрлетамаҡ уның рухын һаҡлар тип ышанам, – тине ул.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, Владимир Куликов уның өсөн хеҙмәттәш кенә булмаған.

– Беҙ дуҫтар булдыҡ, быны бөтәһе лә белә. Уның һәр ваҡыт күңеле изге булды, гел йылмайҙы. Иң яҡшы ҡала – Стәрлетамаҡта эшләүе менән ғорурлана ине. Ҡалалағы хәлдәр өсөн борсола торғайны. Әйтерһең, ул һәр Стәрлетамаҡ кешеһен белде, уның проблемаһын, ниндәй ярҙам кәрәк икәнлеген белә ине. Пландары күп булды. Беҙ мотлаҡ рәүештә уның эшен дауам итәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Ғәзизов.

Мәрхүмде Стәрлетамаҡтың иҫке зыяратында ерләйәсәктәр.

Владимир Куликов 1966 йылдың 28 мартында Стәрлетамаҡта тыуған. Уның бөтә хеҙмәт һәм идара итеү эшмәкәрлеге тыуған ҡалаһына бәйле. “Авангард” заводында эшләгән. 1992 йылда ҡала хакимиәтенә эшкә күскән. 2016 йылдың ноябренән 2021 йылдың октябренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы булды. Ул бөтә вазифаларҙа ла үҙен белемле профессионал, эшлекле идарасы итеп күрһәтте. 

Владимир Куликов 4 ноябрҙә ауыр сирҙән вафат булды.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: