Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
9 Ноябрь 2021, 16:58

Оҙатҡанда һине ожмахҡа...

Былай ҙа булғаны юҡ ине миндә. Йәндең, зиһендең икегә бүленгәне... Тәүҙә, 27 октябрҙә, иртән ҡот осҡос хәбәр аяҡтан йыҡты. Ноғман ағайҙың ҡыҙы, бөгөн янындағы берҙән-бер таянысы, ҡояшы, фәрештәһе булған Гөлшаты теге йүнһеҙ сирҙән вафат булған. Был хәбәрҙе ишетеүе иҫ киткес ауыр ине.

24 сентябрҙә Ноғман ағайҙың 90 йәшлек юбилей кисәһе тыуған ауылында, тыуған яҡтарында иҫ киткес күркәм үткәйне. Халыҡ мөхәббәтен, яҡташтарының оло һөйөү-ихтирамын тойҙо яҙыусы. Йөҙөнән йылмайыу китмәне. Ҡыҙы менән кейәүе лә аталарының шатлығы менән ихлас бәхетле ине, тик Гөлшат апайҙың артыҡ тыныс йөҙөндә һәм һәлмәк кенә хәрәкәтендә ниндәйҙер артыҡ хәстәрлекле бошоноумы, үҙәк өҙгөс, ҡыуһаң да тайшанмаҫ һағыш күрҙем мин. Шуға юбилей табынында халыҡ яҙыусыһына барыһы ла ныҡлы һаулыҡ һәм 100 йәшкәсә йәшәүен теләгәндә:

– Гөлшат апай менән кейәүе оҙон ғүмерле һәм һау-сәләмәт булғанда ғына Ноғман ағай 100-гә етәсәк! Әйҙә­геҙ, яҡындарыбыҙ һаулығы ла ныҡлы булһын әле, – тип үҙ теләгемде еткер­гән булдым. Шәп теләк тә, тик... “амин” тигән саҡҡа тура килмәнеме икән?..

Иртән баяғы ауыр хәбәрҙе ишеткәс тә, Әхмәр, Салауат менән өсәүләп ағайыбыҙ янына, фатирҙарына ашыҡтыҡ. Гәүһәр апай Батталова ишекте асты. Уйылдан Ғәлин, кейәүе, тағы ла бер нисә яҡыны бар ине.

Ноғман ағай үҙенең эш бүлмәһендә ята. Ябыҡҡан. Күҙҙәре эскә батҡан. Йөҙөндә лә, күҙендә лә һәр саҡ балҡып торған нур юғалмағайны әле.

– Килдегеҙме? Бында үтегеҙ, – тине. Ҡалҡынырға иткәйне, ятып ҡына тороғоҙ, тинек.

Хәл һорашҡан булабыҙ. Бүлмәләге күтәргеһеҙ тынлыҡ тынды ҡура.

– Бына шулай хәлдәр, – тине Ноғман ағай. – Бер дауаханала яттыҡ ҡыҙым менән. Бергә сығырбыҙ тип, ике-өс көн көтөп ятып та торҙом әле шунда. Хәле һәйбәтләнә, һеҙ сыға тороғоҙ, тигәс, тынысланып ҡайтҡан булғайным да...

– Һеҙгә үҙегеҙҙе һаҡларға кәрәк, ашанығыҙмы бөгөн? – тинек.

– Аш үтмәй. Эсемдә бер ни юҡ, таҙарындым инде. – Алдындағы сәйен уртлап алған булды...

Был фатирҙа беҙ яҙғыһын ғына бул­ғайныҡ. Гөлнара, Салауат менән өсәү­ләп, ағайҙың 90 йәшенә оло әңгәмә эш­ләйек тип, дүрт сәғәттән ашыу ултырып ташлағайныҡ. Һөйләштек тә, көлөштөк тә, сәй ҙә эстек. Ҡыҙы менән уның тормош юлдашы беҙгә битлек кей­ҙерҙе, ҡулды спирт менән йыу­ҙыр­ҙы. Атайҙы һаҡлайбыҙ, һаҡланабыҙ ҙа, тип донъя балҡытып йылмайҙы Гөл­шат апай. Һуңынан табын әҙер­лә­неләр ҙә, беҙгә ҡамасауламайыҡ тип, үҙҙәренең бүлмәләренә сыҡтылар. Дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт халыҡ яҙыусыһы менән бер туҡтамай һөйләшеп мәж кил­дек. Рәхәт ине беҙгә. Ноғман ағай­ҙың да беҙҙе ебәргеһе килмәй, ә беҙҙең ысын мәғәнәһендәге халыҡ яҙыусыһы менән нисек тә күберәк һөйләшеп, сер­лә­шеп, уның мөхитенең һауаһын һулап, тарихи бер мәлде оҙайтҡыбыҙ килгәй­не. Шул минуттарға, шул сәғәт­тәргә рәхмәт бөгөн. Улай ғына түгел, Ноғман Мусин кеүек ил ағалары менән замандаш булыу, уның даирәһендә, мөхитен­дә йәшәү оло бәхет икәнен аңлай инем, хәҙер нығыраҡ төшөнәбеҙҙер.

– Әллә ниҙә бер булһа ла шиғыр ҙа уҡыйым ул мин, – тигәйне әңгәмә башында уҡ Ноғман ағай. – Шатлыҡлы ваҡыттарҙа ғына түгел, ҡайғылы көн­дәрҙә лә шиғыр уҡығы килә икән ул. Бик ауыр ваҡыттарым булды, шунда шиғыр менән йыуандым. Фәһимә апайығыҙ үлгәндән һуң да Шиғыр ҡотҡарҙы. Хәләлем менән ғүмеребеҙ буйына бер-беребеҙгә ныҡ бәйлә­нешкәйнек. Ул бәхил булғас, бик ауыр хәлдә ҡалып йөрөгәндә оло ҡыҙымды ла юғалттым. Фәрзәнә 53 йәшенә етеп пенсияға сыҡҡайны ғына, күп тә тормай операциялар яһатып, ике йылдан мәрхүмә булды. Ҡайғыларҙан һуң яҙылған шиғырҙарҙы күрәм, айырам хәҙер. Шул ваҡытта бигерәк йөрәкте ярып сығамы икән шиғыр, тием. Өлкән ҡыҙым үлгәндән һуң, бәләкәсем, Гөлшат ҡыҙым, менән ултырып, икебеҙ шиғыр яҙҙыҡ. Бына ул, уҡығыҙ әле.

Ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ битен тотторҙо ул миңә. Ҡысҡырып уҡыным.

“Фәрзәнәмдең ҡәбер һәйкәлендәге яҙыу”, – тип башлана ине башы.

Тыуған ерем, яҙғы матур мәлдә

Алдың мине йылы ҡосаҡҡа.

Ҡояш нуры аҡ юл теләп ҡалды

Оҙатҡанда мине ожмахҡа.

Һау бул, ҡояш, ергә, кешеләргә

Бүләк ит һин изге йылыңды.

Мин ҡалдырып китәм барығыҙға

Йырланмайса ҡалған йырымды.

– Шулай тормош кешегә төрлө-төрлө ваҡыттарын күрһәткән һайын фанилыҡ, яҙмыштар тураһында тәрәнерәк уйланаһың икән...

Ошо һүҙҙәре әле бына әсе төйөр кеүек тамаҡ төбөндә тора. Уйландыра икән шул был донъя.

Ул ваҡытта, яҙғыһын, эсе тулы ҡояш булған донъя-фатир әле бына ҡараңғы, артыҡ моңһоу. Ноғман ағайға документ­тар артынан банкка барырға кәрәк бул­ғас, тороп ултырҙы. Кейендерҙек. Хәле юҡ ине ағайҙың, ишеккә барып еткәс, аяғы атламаҫ булды. Ятып торам әле, тине. Егеттәр тәмәке тартырға сыҡты. Икәү ҡалдыҡ. Ноғман ағай миңә ҡарап ятты ла:

– Мөнир, кил әле, үҙеңде бер ҡосаҡ­лайым, – тине.

Мин һаҡ ҡына уның күкрәгенә һы­йын­дым. Иламаныҡ. Ҡыйын ине ике­беҙгә лә. Ныҡ ҡыйын ине. Уға икеләтә, өсләтә, йөҙләтә. Миңә – меңләтә.

– Бөтәһе лә һүнде, бөттө, – тине атай кеше. – Ҡышын ауылға китербеҙ, тинек. Ҡалай уйламағанда...

Арҡамда устарының, бармаҡ оста­рының йылыһын тоям. Мин беләм, ул теләгән йылыны мин дә, хәҙер бер кем дә бирә алмаясаҡ.

– Донъя һеҙгә ҡала, эшегеҙгә ките­геҙ. Рәхмәт, – тине. Күҙҙәремә иғти­бар­лап баҡты. Ҡарашы төбөндәге тәрән һағыш йәнемде урталай бүлде. Ҡотол­ғоһоҙ хәлдә ҡалған йәндең... Белмәйем, иҫ киткес ҡыйын ине Ноғман ағайға.

Ә кискеһен “Ашығыс ярҙам” уны да­уа­ханаға алып китә, операция буласаҡ. Иртә­гәһен Гөлшат апайҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул Фәрзәнә апаһы янында, уға һыйынып ҡына уртаҡ рәшәткә менән уратылған ҡәберҙә урын аласаҡ, тик быларҙы Ноғман ағай күрмәне. Күрмәүе һәйбәт тә, әммә ул быны белеп китте...

Былай ҙа булғаны юҡ ине миндә. Йән­дең, зиһендең икегә бүленгәне... Терелеп йәшәп китһен ине ул Ноғман ағай, тип теләнек. Буш фатирға, буш донъяға ҡайтыуҙары ла...

Март айындағы осрашыуҙа Ноғман ағай:

– Һеҙгә васыят итеп әйтәм, бер-бе­ре­геҙгә таяныс булығыҙ. Көслө шәхес­тәр әрһеҙ­ҙәрҙән көсһөҙөрәк була. Улар йырып-йыртып бармай, аяуһыҙланып, әллә ни эшләп йөрөмәй. Таяныс бул­маһа, улар һүнә. Шулай һүнгән шәхес­тәр булмаһын ине. Хәҙерге ауыр заманда һеҙгә шуны әйтәм: бер-берегеҙгә терәк була белегеҙ. Ваҡытында үҙегеҙҙең иптәштәрегеҙҙең уңыштарын күреп, шуларҙы күтәреп өлгөрөгөҙ! – тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы.

Мәңгелек урман кеүек мәңге йәшә­йәсәк Ноғман ағай. Уны халҡы, кешеләр ны-ы-ыҡ яратты, ярата, яратасаҡ! Ла­йыҡ­лы йәшәне, кешелеккә фиҙакәр хеҙ­мәт итте, фанилыҡты лайыҡлы үтә белде.

Халҡың, илең аҡ юл теләп ҡала

Оҙатҡанда һине ожмахҡа.

Һәр йөрәктә изге нурҙар йәшәй

Һин ҡалдырып киткән Ҡояштан.

 

Мөнир ҠУНАФИН.

Читайте нас: