Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
12 Ноябрь 2021, 11:31

Ғүмерен һауаға арнай

Юрий Гагарин менән таныш була...

Берҙән-бер көндө редакцияға оло йәштәрҙәге инәй килеп инде. Асия Кәримова тип таныштырҙы ул үҙен.

“Туҡһан өсөм тулды, ғүмеремдең аҙағына ла яҡынлашам хәҙер. Киткәнсе, бер туған Әнүәр ағайымдың исемен үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡайтарғым килде”, – тигән һүҙҙәр менән инәй фотоһүрәттәр, мәғлүмәт тупланған ҡағыҙҙар һуҙҙы.

 

Һауаға илткән юл

 

Әнүәр Кәримов – беренсе класлы осоусы-һынаусы, полковник. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарын үтә, Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡат­наша. 1948 йылдарҙан реактив са­мо­леттарҙа оса, 1950 йылдан Ржев ҡалаһындағы эскадрилья командиры була. Иосиф Сталиндың улы Василий Сталин командиры булған 145-се авиадивизияла хеҙмәт итә.

Буласаҡ осоусы 1921 йылдың 28 декабрендә ул ваҡыттағы Боҙа­яҙ, хәҙерге Ауырғазы районының Ибрай ауылында донъяға килә.

“Миңә 12 тулғансы ауылда йәшәнек, – тип иҫкә ала һеңлеһе Асия, – 1940 йылдың май айында Стәрлетамаҡ ҡалаһына күстек. 1936 йыл булһа кәрәк, атайым ме­нән Әнүәр ағайымдың һөйләшкән­дәрен ишеттем.

“Әтей, был өйҙө һатып, бәләкә­йерәк өй һалып сығайыҡ”, – ти Әнүәр ағай. “Һатма, уҡып бөткәс, өй һалырға үҙем ярҙам итермен”, – тип яуаплай уға атай.

Шул йәйҙә Әнүәр ағай, ике иптәше менән йәнлектәргә һунар итеп, уларҙың тиреһен эшкәртеп һатып, аҡса тупланы ла Өфөгә юлланды. Ишетеүемсә, Он тартыу техникумына, осоусылар мәктәбенә уҡырға ингән. Ауырға тура килде уға, өйҙән ярҙам булманы. Йөк ташыусы булып эшләп йөрөнө, шул аҡсаға уҡыны ла, йәшәне лә.

1940 йылда Стәрлегә яны­быҙға ҡайтып төштө, өҫтөндә – хәрби кейем.

“Мин һаубуллашырға ҡайттым, уҡыған ерҙән әрмегә ебәрәләр, китәм инде”, – тине.

Әнүәр Кәримов Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл алда ғына Сталинградтағы хәрби осоусылар авиация учили­щеһында уҡый. Һуғыш башланғас та, фронтҡа ебәрелә.

1943 йылда яралана, 1944 йылда Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1948 йылдан реактив самолеттарға күсә, 1950 йылдан – эскадрилья командиры.

Ике йылдан Ҡазандағы осоусы мишендәр етештереүсе тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһына хеҙ­мәт­кә ебәрелә. Һынауҙар 22-се авиация заводының аэродромында үтә. Осоусы Әнүәр­ҙең ҙур самолеттар йөрөткөһө килә, ул үҙен Ту-16 реактив самолетҡа осоусы-һынаусы итеп алыуҙарын һорай, һәм теләге тормошҡа аша.

Беренсе класлы осоусы Әнүәр Кәримов үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла. Ил-16, Як-1, Ла-1, Ла-9, Як-17, МиГ-15, МиГ-17, Ил-28, Ту-16, Ту-107Б самолеттарының “телен сисә”.

 

Сталиндың улының дуҫы

 

Әнүәр Кәримовтың Иосиф Сталиндың улы Василий Сталин командир булған 145-се авиадивизияла хеҙмәт итеүе хаҡында телгә алып үткәйнек инде.

Василий Сталин, юлбашсы атаһы вафат булғас, сәйәси золом ҡорбанына әйләнә – Бөйөк Ватан һуғышында осоусы булараҡ яу яланын үткән офицер 1953 йылда ҡул­ға алына. Уны Советтар Союзына ҡаршы пропагандала ғәйепләйҙәр. Иркенән мәхрүм ителеүенә 8 йыл үткәс, Василий Сталиндың тормошонда һөргөндәр башлана – офицер Ҡазанға ебәрелә.

Әнүәр Кәримов менән улар бер подъезда йәшәй. Даими аралашып торалар, һуғыш йылдарын бер дивизияла үткән осоусыларҙың ғаиләләре менән дә дуҫлашалар.

Элекке штурман-һынаусы, отстав­калағы подполковник Григорий Балакиндың хәтирәләренә күҙ һалһаҡ, Әнүәр Кәримов һынау­ҙар ваҡытында һәләк булғас, уны ерләргә Василий Сталин хәрби кейемдә килә.

“Һиңә хәрби кейемдә йөрөргә тыйылды ла инде” тигән һүҙҙәргә ул: “Нимә теләйҙәр, шуны һөйлә­һендәр, эшләһендәр – дуҫымды генерал формаһынде ерләйем!”  – тип яуаплай.

 

Ҙур экипаждың бәләкәй батырлығы

 

Әнүәр Кәримовҡа үҙе иҫән сағында уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Һуғыштағы батырлығы өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары тапшырыла.

1960 йылда Әнүәр Кәримов космонавтар отрядына кандидаттар сафында стажировка үтә. Балалары Лариса менән Олегтың хәтирәләре буйынса, Юрий Гагарин йыһанға осҡас, Кәримов уның менән таныш булыуы хаҡында сер итеп кенә һөйләй.

Осоусы-һынаусының ғүмере фажиғәле өҙөлә – ул Ту-16 самолетын Киров өлкәһе күгендә һына­ғанда бөтә экипаж менән һәләк була. Был ваҡиғаны оҙаҡ йылдар сер итеп тоталар. Асыҡ мәғлү­мәттәр авиаһәләкәттән һуң утыҙ йыл үткәс кенә билдәле була.

1960 йылдар башында Ту-16 реактив самолеттар сығарыу осоро тамамлана. Был машинаның һуңғы модификацияларының береһе – Ту-16к-10 завод тарафынан 150 дана күләмендә етештерелә. Был самолет алыҫ арауыҡҡа оса алмау сәбәпле, Ту-16 самолеты тарафынан уны яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһын уйлап табалар. Беренсе машинаны һынау 1961 йылдың 20 июненә тәғәйенләнә. Тап ошо көн тулы бер экипаждың, шул иҫәптән Әнүәр Кәримовтың, ғүмерен өҙә.

Ҡазан авиация заводы осоусы-һынаусылары тарафынан һауала самолеттарҙы яғыулыҡ менән тәь­мин итеү эштәре башҡарыла. Бел­гестәр әйтеүенсә, был – юғары осоу­сылыҡ оҫталығын, тулы бирелеште талап иткән бик ҡатмарлы операция. Бигерәк тә яғыулыҡ ҡо­йолған самолеттағы осоусыларға ауыр – процедура улар күҙлегенән тыш башҡарыла. Тап ошо мәлдә оҫталыҡ, тәжрибә кимәле һынала – тотош ғүмерҙәр теүәл команда­ларҙан, яғыулыҡ ҡойған оператор­ҙың самалай белеүенән, самолет командирҙарының һалҡын ҡанлылығынан тора.

Һауала экипаждар самолет­тарҙы ике тапҡыр эләктереп ҡарай, ике осраҡ та уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Экипаж командиры Әнүәр Кәримов экспериментты тамамлауы хаҡында хәбәр итә, әммә уның фамилия буйынса аҙашы – Әмир Кәримов, яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе самолет командиры, тағы ла бер тапҡыр маташып ҡарарға тәҡдим итә. Тап ошо өсөнсө осраҡ фажиғәгә этәрә.

Ул көндә осоуҙарға идара иткән Георгий Балакиндың осоусылар менән һөйләшеүе:

– Ҡара, шланг менән нимәлер булған.

– Ул ниңәлер йәмшәйгән.

– Ярай, тағы ла бер тапҡыр маташып ҡарайыҡ.

Һөйләшеүҙе ҡапыл опе­раторҙың ҡысҡырыуы бүлә:

– Самолет штопорға (штопор – самолеттың уғата ҡурҡыныс, һәләкәткә илтеүсе режимға инеүе) инде! Самолет штопорға инде!

– Самолеттан һикер!

Яғыулыҡ менән тәьмин итергә тәғәйенләнгән шланг, самолеттың ҡанатына артыҡ ҡаты ятып, ундағы элеронды эләктерә, һәм Ту-16 шунда уҡ һул яҡҡа ауа. Әнүәр Кәри­мовтың “Һикерегеҙ!” тигән коман­даһын Владимир Свиридов исемле икенсе осоусы ғына үтәй, әммә ҡолап барған самолеттың стабилизаторы парашютты йыртыу сәбәпле, һәләк була.

Башҡа экипаж ағзалары һикерә алмай, ә командир Әнүәр Кәримов һуңғы минутҡа тиклем самолетты ипкә килтерергә, ҡалған осоусы­лар­ға һикерергә мөмкинлек тыу­ҙырырға тырыша – командирлыҡ бурысын үтәп, батырҙарса һәләк була.

Бөйөк Ватан һуғышын, Японияға ҡаршы алышты үткән, Иосиф Ста­линдың улы Василийҙың үҙе менән дуҫ, Ер шарынан тәүгеләрҙән булып йыһан иңләгән легендар Юрий Гагарин менән таныш булған, йәш сағынан алып, ғүмерен һауаға арнаған Башҡортостан егетенең ғүмере ошо рәүешле өҙөлә.

Бер туған һеңлеһе Асия Кәри­мова уны йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала: “Атай-әсәйгә, миңә бик ныҡ яр­ҙам итте. Мин 1950-1954 йылдарҙа Өфөләге педагогия институтында тап Әнүәр ағайымдың ярҙамы ме­нән уҡыным. Артабан мәктәпкә, балаларға 19 йыл ғүмеремде арнаным”.

Асия Кәримова, Әнүәр Кәримов­тың бер туған һеңлеһе – Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Мәктәптән хаҡлы ялға сыҡҡас та, мөғәллимәлеген ташламай, ғәрәп телен үҙаллы өйрәнә, күптәрҙе 20 йыл дауамында өйөндә уҡыта. Ике тапҡыр хаж ҡыла.

93 йәштә булһа ла, һаман әүҙем­леген ташламай, бөгөн дә хәс­тәрҙәре бар. Ул да булһа – Әнүәр Кәримовтың исемен Башҡорт­останға ҡайтарыу. Ошо маҡсаты уны “Башҡортостан” гәзите редак­цияһына алып килә.

Һөҙөмтәлә, Ауырғазы районы­ның Ибрай ауылынан сыҡҡан, үҙенсәлекле тормош кисергән һауа улы Әнүәр Кәримов хаҡында хәҙер һеҙ ҙә күберәк беләһегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

 

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас: