Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
12 Ноябрь 2021, 11:58

“Ҡыҙыл паша” менән таныштырған әҙип

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев) Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы мәктәптәрендә уҡый.

 

Яратып ҡабул итәләр

 

1937 йылда Өфө финанс-иҡтисад техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Рязань артиллерия училищеһын тамамлай. Ул етәкселек иткән артиллерия батареяһы Воронеж, Калинин, Брянск, Беренсе Балтик фронттарында ҡаһарман­дарса һуғыша. Н. Асанбаев ике тапҡыр ҡаты яралана.

Һуғыштан һуң Нәжиб Асанбаев тулы­һынса публицистикаға, ижадҡа һәм йәмә­ғәт эшмәкәрлегенә бирелә. 1949 – 1959 йылдарҙа “Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан башлап Н. Асанбаев заманса милли драматургияны үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. 1959 – 1961 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры вазифаһын башҡара. Ижад менән әүҙем шөғөлләнеп, бер нисә проза йыйынтығы сығарып өлгөргән автор 1961 – 1963 йыл­дарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа белемен арттыра. 1963 – 1965 йылдарҙа Баш­­ҡорт дәүләт академия драма театрына етәкселек иткәс, бөтөнләйгә ижадҡа күсә – башлыса драматургия өлкәһендә ижад итә. Халыҡ уның комедия һәм драмаларын яратып ҡабул итә.

Нәжиб Асанбаев илебеҙҙә драматургияны, милли драматургияны үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Ул ижад иткән әҫәрҙәр башҡорт драматургияһы клас­сикаһына һәм республикалағы күп мил­ләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелә, башҡорт әҙәбиәтенең һәм те­атры­ның алтын фондына инә.

Һәр әҙәби ижадсының, күпме генә әҫәр яҙмаһын, шулар араһында бер айырым, мөһим урын алып торған, ижадының сағыу кәүҙәләнешен сағылдырған әҫәре була. Нәжиб Асанбаевтың да сәхнә әҫәрҙәре араһында айырым урын биләп торғаны бар – совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов яҙмышы тураһында һөйләгән “Ҡыҙыл паша” пьесаһы. Әҫәр буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған спектакль 1986 йылда Дамаск ҡалаһында үткән Мосолман илдәре театрҙарының халыҡ-ара фестивалендә ҙур уңыш менән файҙалана. Шулай уҡ ошо әҫәр буйынса төшөрөлгән фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасылары ҡарай.

 

Халыҡ яҙыусыһы

 

Нәжиб Асанбаев әҫәрҙәренә унда күтәрелгән мәсьәләләрҙең  көнүҙәк булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр төрлөлөгө хас. Уның геройҙары тормоштан алынған, һөйә һәм һөйөлә, ҡыуана һәм хәсрәтләнә, икеләнеүҙәргә дусар була. Төрлө тормош һынауҙары аша үтеп, күңел сафлығын һаҡлап ҡалыуға өлгәшәләр. Ошо сифаттары менән улар изгелеккә, яҡтылыҡҡа ынтылған тамашасыларға яҡын була ла. Драма оҫтаһының “Ҡанаттар нығынғанда”, “Ҡыҙыл паша” драмалары, “Беҙгә егеттәр килде”, “Кәләш әйттергәндә”, “Күктән төшкән бәхет”, “Һыу юлы”, “Киң урамдар тар ине” комедиялары, “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Алтын бишек”, “Таң йондоҙо”, “Зәйтүнгөл”, “Көҙән башҡорто” пьесалары һәм башҡа бик күптәр республика театр­ҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, бик күп быуын тамашасыларының яратҡан спектаклдәренә әүерелә.

Яҙыусы үҙ ижады, ижади ҡыҙыҡһы­ныуҙары менән генә йәшәмәй. Ул үҙ заманынан, халыҡ тормошонан ситтә ҡала алмай, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Арҙаҡлы драматург та республикала ошондай ғәмәлдәре менән билдәле була. Тормош тәжрибәһе, ижади көс-дәрте һәм әҙәби таланты Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республи­каһының Президент Советында эшләгән йылдарында ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә була.

Нәжиб Асанбаевтың төрлө өлкәләге эшмәкәрлеге дәүләт һәм йәмәғәтселек тарафынан киң баһалана. Ул “Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” һәм “РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Наградалары араһында Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары бар. 2006 йылда инде әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре “Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән юғары исем менән баһалана.

Күренекле драматург 2013 йылдың 28 мартында донъя ҡуя.

 

Ғәжәп шәхес

 

Яҙыусының иҫтәлеген тыуған яғы – Баҡалы районында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Тыуған ауылы Ахмандағы модель китапхана Нәжиб Асанбаев исемендәге әҙәби үҙәк булып тора. Ул драматург исемен йөрөткән музей менән берлектә эшләй.

Китапхана 1931 йылда уҡ асылған. 1985 йылда яңы асылған ауыл мәҙәниәт йорто бинаһына күсерелгән. 2011 йылда заманса яңыртылып, уға “Модель китапхана – Н. Асанбаев исемендәге әҙәби үҙәк” статусы бирелә.

Белем арттырыу урыны булған китапхананың әҙәби фонды ярайһы бай. Ул район, республика, ил кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа даими ҡатнаша.

Китапханасы Татьяна Данилова күре­некле яҡташтары Нәжиб Асанбаевтың ижадын өйрәнеүгә, иҫтәлеген мәңгеләш­тереүгә арналған ғәмәлдәр, тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған саралар тураһында бәйән итте.

– 2011 йылда беҙҙең китапхана ни­геҙендә Нәжиб Асанбаев исемендәге әҙәби үҙәк асылды. Билдәле драматург үҙе лә тантанала ҡатнашҡайны.

Китапханабыҙҙа яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында бай материал тупланған: китаптары, мәҡәләләре, фо­тоһүрәттәр, үҙенең автографы ҡуйылған ҡәҙерле баҫмалар бар. Арҙаҡлы яҡта­шыбыҙ тураһында сыҡҡан мәҡәләләрҙең картотекаһын алып барабыҙ, папкалар туплайбыҙ, китап күргәҙмәләре ойош­торабыҙ, ижадына арналған саралар үткәрәбеҙ.

2017 йылда Ахман ауыл мәҙәниәт йортонда Нәжиб Асанбаев һәм Даян Мурзин исемендәге музей асылды. Бында легендар яҡташтарыбыҙ тураһында уникаль материалдар йыйылды. Музейға республи­кабыҙҙың билдәле шәхестәре, яҙыусылар, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килә.

Юбилей датаһына китапханала ҙур күргәҙмә ҡуйылды, ул “Башҡорт драма­тургияһы аҡһаҡалы – Баҡалы районы ғорурлығы” тип атала. Бында яҙыусының тормошо һәм ижадындағы иҫтәлекле ваҡиғалар менән танышырға, тыуған яғында үткән осрашыуҙар мәле, пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән күренештәр һынландырылған фотоһүрәт­тәрҙе ҡарарға мөмкин.

Арҙаҡлы яҙыусының юбилейына ба­ғышлап, районыбыҙҙа “Нәжиб Асанбаевты уҡыйбыҙ” тигән онлайн-акция ла иғлан ителгәйне. Китапхана бында ла әүҙем ҡатнашты. Күренекле әҙип исемен йө­рөткән әҙәби үҙәк – модель китапханала экскурсиялар, әҙәби саралар йыш үткәрелеп тора.

Нәжиб Асанбаев үҙ ереңә, халҡыңа тоғролоҡ, Ватанға һөйөү символы булып хәтерҙә һаҡлана. Был ғәжәп шәхес тураһында иҫтәлекте баҡалыларҙың бер ҡасан да онотмаҫы, гел ҡәҙерләп һаҡлары шикһеҙ, – ти Татьяна Алексеевна.

 

Күңелдә йәшәй...

 

Ғөмүмән, баҡалылар яҙыусы хөрмәтенә бихисап ҡыҙыҡлы, мәғлүмәткә бай саралар ойошторған. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илһам Ғималетдинов һөйләүенсә, мәктәптәрҙә уның тормошона, ижадына арналған викториналар үтә, иншалар яҙыла. Драматургтың әҫәрҙәренә нигеҙләнгән театр фестивале башланған, унда район мәҙәниәт усаҡтары ҡатнаша. Социаль селтәрҙәрҙә “Нәжиб Асанбаевты уҡыйбыҙ”, “Нәжиб Асанбаев менән фото” флешмобтары бара. Мәҙәниәт, белем ойошмалары хеҙмәткәрҙәре генә түгел, теләгән һәр кеше был сараларҙа ҡатнаша ала. Район халҡы ғына түгел, Нәжиб Асанбаев ижадын яҡын иткән башҡа кешеләр ҙә башланғысты хуплап күтәреп алған. Акциялар халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырған – баҡалылар яҙыусыға бәйле яҙмалары менән уртаҡлаша, фотоһүрәттәр тарихы менән таныштыра. Был ғәмәлдәрҙең һәр ҡайһыһында күренекле драматургка ҡарата яҡташ­тарының оло хөрмәте, ғорурланыу тойғоһо сағыла.

Баҡалының һәр китапханаһында, шул иҫәптән район мәҙәниәт һарайында ла, яҙыусыға бағышланған күргәҙмәләр ҡуйылған. Тимәк, Баҡалының һәр кешеһе күренекле яҡташтарының ижады менән яҡынданыраҡ таныша ала, тигән һүҙ. Тыуған ауылындағы музей экспозицияһы ла яңыртылған.

Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулған көндә баҡалылар урындағы телеканал аша легендар “Ҡыҙыл паша”ны ҡараны. Халыҡ үҙенең олуғ яҡташын онотмай, һәр кеменең күңелендә үҙ Нәжиб Асанбаевы йәшәй, тиһәк тә хата булмаҫ, моғайын.

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: