Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Ноябрь 2021, 09:45

Күктә түгел, ерҙә ярала олуғ ғалимдар

Күп быуын вәкилдәре өсөн остаз булды.

Остазым, уҡытыусым, ғилми етәксем, тел ғилеме өлкәһендә киң танылыу яулаған абруйлы телсе-ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры Мөхтәр Әхтәмовтың арабыҙҙан китеүенә бер йыл тулды.

Уны сыныҡтырған һыҙаттар

 

Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Ейәнсура райо­нының Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫә. “Был – үҙенең уҡымышлы кешеләре, юғары кимәлдә белем биргән уҡытыусы­лары менән билдәле ҙур ауыл”, – тип яҙа үҙе­нең “Фәнгә, үҙе һайлаған һөнәргә тоғро­лоҡ” тигән мәҡәләһендә филология фәндәре докторы, профессор Зиннур Ураҡсин.

Ғаиләлә өлкән бала булғанға күрә, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә уға. Бәләкәйҙән тырыш, сәмсел, алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүсән, һәр нәмәгә талапсан булып үҫә. Тап ошо һыҙаттары уны сыныҡтыра, тормош ауырлыҡтарын еңел үтергә ярҙам итә. Ысынлап та, бар яҡлап та ныҡышмалылығы арҡаһындалыр ҙа 14 йәшендә үк ауылдаштары, тиҫтерҙәре, ауылындағы оло быуын кешеләре араһында абруй ҡаҙана.

Тырыш егет 1943 йылда ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1943 – 1945 йылдарҙа иң тәүҙә ябай колхозсы, унан һуң хисапсы булып эшләй. Эшенә яуаплы ҡарай белеүенә, һәр яҡлап та оҫта, грамоталы булыуына, уңғанлығына район, колхоз етәкселеге иғтибар итә. Ошо дәүерҙә ул “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Аң-белемгә ынтылыш йәш егетте тиҫтәләрсә саҡрымда ятҡан Абҙан урта мәктәбенә алып килә. Унда 1945 – 1947 йылдарҙа уҡып, белем усағын уңышлы тамамлай. Билдәле булыуынса, тиҫтерҙәре шул замандағы матди ҡытлыҡтар арҡаһында ете йыллыҡ белем менән генә тороп ҡалырға мәжбүр була. Был йылдарҙа Абҙан мәктәбе районда бөтә предметтар ҙа башҡорт телендә алып барылған берҙән-бер мәғариф учреждениеһы була. Һуғыштан һуңғы осорҙа Абҙан урта мәктәбенән Азат Абдуллин, Урал Ҡадиров, Абдулла Исмәғилев, Мөхтәр Әхтәмов кеүек күп кенә билдәле шәхестәр сыға.

Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы мәғариф өлкәһен­дәге хеҙмәт юлын Мырҙабай башланғыс мәктәбендә башлай. Артабан балалар йортонда, Үрген урта мәктәбендә өлкән пионервожатый була. 1950–1954 йылдарҙа Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә. 1959 йылда уҡыу йортон тамамлағас, 1959–1961 йылдарҙа бер аҙ Иҫәнғол урта мәктә­бендә директорлыҡ вазифаһын башҡара, һуңынан Башҡортостандың Мәғариф министрлығында мәктәптәр буйынса инспектор булып эшләй.

1961 – 1964 йылдарҙа Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы СССР Фәндәр академияһы Башҡорт­остан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, артабан 1972 йылғаса унда ғилми хеҙмәткәр була. 1972 йылдың сентябренән Башҡорт дәүләт университетында студенттарға тел ғилеме серҙәрен сисә, бигерәк тә башҡорт теленең лексикология, лексикография өлкәһенән төплө белем бирә.

Башҡорт тел ғилемен М.Х. Әхтәмовһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Уның бихисап һүҙлектәре, юғары уҡыу йорттары өсөн яҙған дәреслектәре, уҡыу әсбаптары, башҡорт лекси­кографияһы һәм лексико­логияһы мәсьәлә­лә­ренә арналған ғилми хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Миҫал өсөн өс киҫәктән торған “Хә­ҙерге башҡорт теле” (1978 – 1980), “Хәҙерге баш­ҡорт теле: аффикстар ярҙамында һүҙъ­яһа­лыш” (1994), “Хәҙерге башҡорт теле: һүҙъ­яһалыш” (2000), “Хәҙерге башҡорт теле: лексикология, фразеология, лексикография” (2002), “Хәҙерге башҡорт теле: фонетика, графика, орфо­графия, орфоэпия, грамматиканың төп тө­шөнсәләре, морфемика, морфонология, һүҙъ­яһалыш” (2002) тигән хеҙмәттәрен атау ҙа етә.

Ғалимды тел ғилеменең һүҙъяһалыш системаһы, һүҙҙәрҙең семантик мәғәнәһе, телмәрҙәге ҡулланылышы ҡыҙыҡһындыра, шуларҙың нигеҙендә ҡыҙыҡлы асыштар яһай, төрлө һөҙөмтәләргә килә. Был тәңгәлдә мин уның З.Ғ. Ураҡсин, Э.Ф. Ишбирҙин, Г.М. Ҡотлобаева менән авторҙашлыҡта 1993 йылда сығарған “Ҡыҙыҡлы грамматика”һын билдәләп үтергә теләр инем. Мәктәп уҡытыусылары өсөн баҫтырылған уҡыу ҡулланмаһы бөгөн дә уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да өҫтәленән төшмәй, уңышлы ҡулланыла. 

 

Фәнни эҙләнеүҙәрен дауам итәләр

 

Мөхтәр Хөснөлхаҡ улын хаҡлы рәүештә һүҙлектәр батшаһы, һүҙлектәр аҡһаҡалы тип тә атарға мөмкин булыр ине. Һис шикһеҙ, ул һүҙ көсөн, һүҙ мәғәнәһен тәрәндән ентекле өйрәнгән ғалимдарҙың береһе булды. Һәр һүҙҙе бөртөкләп йыйып, мәғәнәһенең төбөнә төшөп тикшерҙе.

Һүҙлектәрҙең ниндәй генә төрөн төҙөмәне лә ниндәй генә форматта баҫтырманы! Уларҙы тиҙ генә һанап сығырлыҡ та түгелдер. Иң тәүгеләре рәтендә “Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге” (1966), “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге” (1974), “Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге (авторҙашлыҡта)” (1982), “Математика терминдары һүҙлеге” (1982), “Омонимдар һүҙлеге” (1986), “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге” (1987) кеүектәре булһа, һуңғараҡ “Математика терминдары” (1993), “Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том (автор­ҙашлыҡта)” (1993), “Башҡорт теленең һүҙ­леге. 2-се том (авторҙашлыҡта)” (1993), “Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге” (1994), “Башҡорт теленең кире һүҙлеге” (1999) һәм башҡа бик күп һүҙлектәрен баҫ­тырҙы. Әйтергә кәрәк, математика терминдары һүҙлеген ул улы, билдәле матема­тик, физика-математика фәндәре докторы, профессор Азамат Әхтәмов һәм һөйөклө тормош иптәше, уҡытыусы-математик Мәй­сә­рә Сәләхетдин ҡыҙы менән берлектә сығарҙы.

“Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтем­дәре” һүҙлеге менән “Башҡорт теленең грам­матика һүҙлеге” башҡорт тел ғилемендә, хатта төркиәттә генә түгел, тотош донъя лексикографияһында тәүгеләрҙән булып олуғ ғалим М.Х. Әхтәмов тарафынан төҙөл­дө, төрки теллеләр араһында дан ҡаҙанды. Лексикология, лексикография, һүҙъяһалыш, фонетика проблемаларын яҡтыртҡан хеҙ­мәттәре башҡорт тел ғилемендә, төркиәттә шаҡтай мөһим урын биләй.

Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн М.Х. Әхтәмовҡа СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитеты премияһы лауреаты, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһы­ның атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡорт дәүләт универси­тетының почётлы профессоры” тигән маҡтаулы исемдәр, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы бирелде.

М.Х. Әхтәмовтың ғилми эшмәкәрлеге, төплө фәнни ҡараштары, ентекле күҙәтеү­ҙәре телде өйрәнеү даирәһендә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы, хеҙмәттәре киң билдәлелек яуланы, хеҙмәттәштәре тарафынан юғары һәм ыңғай баһаланды. Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов 1999 йылдың 14 ғинуарында “Йәшлек” гәзитендә баҫылған “Юл ярыусы” тигән күләмле мәҡәләһендә: “Шулай теҙеп сығыуы ғына еңел Мөхтәр Әхтәмовтың тормош юлына, ижадына бәйле мәғлүмәттәрҙе. Ә асылда ул йәнһеҙ мәғлүмәттәр нигеҙендә тынғыһыҙ шәхес ҡойолоу этаптары ята”, – тип юғары баһалай. Билдәле, абруйлы ғалимдар, фән эшмәкәрҙәре, рухташтары, уҡыусылары – Р.Ғ. Аҙнағолов, М.В. Зәй­нул­лин, Т.М. Ғарипов, З.Ғ. Ураҡсин, И.Ғ. Ғә­ләүетдинов, Рәшит Шәкүр, Ф.Б. Санъяров, Ф.С. Исҡужина, З.Ф. Шәйхис­ламова ваҡытлы матбуғат биттәрендә Әхтәмов Мөхтәр Хөс­нөлхаҡ улының фәнни-педагогик эшмә­кәрлегенә, тормош юлына ҡарата бик күп йылы фекерҙәр әйтте.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән ғалим юғары квалификациялы белгес­тәр әҙерләү өҫтөндә лә әүҙем эшләне. Ул докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса диссертация советы ағзаһы булып торҙо, оппонент булараҡ сығыш яһаны, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттарының диплом эштәренә етәкселек итте, бер нисә фән кандидаты әҙерләне. Бөгөн улар республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында ғалимдың фәнни эҙләнеүҙәрен дауам итә.

 

Юйылмаҫ эҙ

 

Мөхтәр Хөснөлхаҡ улын беҙ олуғ ғалим булараҡ ҡына түгел, ә иң тәүҙә кешелекле, ябай, баҫалҡы, кеселекле, ихтирамлы, ысын мәғәнәһендә юғары интеллигентлы уҡытыу­сы, остаз булараҡ та беләбеҙ. Халҡыбыҙҙың “Ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән тәрән фекерле тапҡыр әйтеме бар. Был, моғайын, тап уның тураһында әйтелгән фекерҙер. М.Х. Әхтә­мовтың бөйөклөгө уның фәндә генә ҡаҙанған хеҙмәттәрендә түгел, ә иң тәүҙә ҙур хәрефтән Кеше, һәр нәмәгә иғтибарлы һәм ихтирамлы Уҡытыусы булыуынан килгәндер. Дан һәм шөһрәт тип ҡыумаған, ғүмере буйы фәнгә тоғро хеҙмәт иткән ғалимды һуңғы көнөнәсә тел мәсьәләләре борсоно, шулар менән янып йәшәне ул.

Тормош иптәше, һөйөклө ҡатыны, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт гимназия-интернатында оҙаҡ йылдар балаларға математиканан белем биргән Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы менән иңгә-иң терәп, мөхәббәтле ғүмер юлы үтте Мөхтәр ағай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмәғәте лә бөгөн арабыҙҙа юҡ. Эйе, уның китеүен ауыр кисерҙе М.Х. Әхтәмов. “Апайығыҙ булмаһа, миңә ҡарата уның иғтибары һәм ихтирамы булмаһа, фәндәге шундай ҡаҙаныштарым булыр инеме икән? Барлыҡ хеҙмәттәремде яҙыуға мин апайығыҙға бурыслы”, – тип яҡ­ты иҫтәлектәр менән йәшәне ул. “Ярты быуаттан ашыу бергә булып та, әйтеп бөтөрә алмаған һүҙҙәрем ҡалды апайығыҙға”, – тиеүенән күҙҙәргә йәш төйөлә ине йыш ҡына. Бына шунда аңлайһың да инде мөхәббәтле матур тормошто! Үҙ миҫалында үрнәк тә, өлгө лә булды күптәргә.

“Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән аҡыллы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Бик хаҡ һүҙҙәр ул. Мәйсәрә менән Мөхтәр Әхтәмовтарҙың да алмаһы алыҫ төшмәне. Улдары Азамат та үҙҙәре кеүек үк иҫ киткес киң ҡарашлы, кешелекле, кәңәшсел, ярҙамсыл, ябай булды, математика фәне буйынса бик күп ғилми тикшеренеүҙәр үткәрҙе, БДУ студенттарына оҙаҡ йылдар белем бирҙе, бик күп фәнни асыштар яһаны, монографиялар яҙҙы. Уның исеме Башҡорт­остан, Рәсәй, хатта сит ил ғалимдары араһында танылыу яуланы.

Физика-математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат Әхтәмовтың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере иртә өҙөлдө. Аяуһыҙ сир уны арабыҙҙан алып китте. Әммә кеше ғүмере йылдар иҫәбе менән түгел, ә Ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдыра барған иҫтәлекле, изге эштәр менән иҫәпләнә. Был фекер, әйтерһең, тап Әхтәмовтар хаҡында әйтелгән. Кеше күңеленә һәр ваҡыт изгелек нуры өләшкән Әхтәмовтар тап шулай булды ла. Уларҙың исеме һәр ваҡыт эше, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте менән данланды. Эйе, күктә түгел, ерҙә ярала олуғ ғалимдар.

Бөгөн Әхтәмовтарҙың династияһын дауам иткән игеҙәктәр – Азамат Мөхтәр улының ҡыҙҙары Асель менән Гүзәл үҫеп килә. Улар ҙа һүҙгә маһир, телгә бөтмөр.

Фәнебеҙ йондоҙо, телебеҙ Аҡһаҡалы, оло йөрәкле уҡытыусыбыҙ Мөхтәр Хөс­нөлхаҡ улы Әхтәмовтың әйткән һәр һүҙе, уҡытҡан һабағы, кәңәштәре алтынға бәрәбәр ине. Уның дәрестәрен әле һаман да яратып, һағынып  иҫкә алабыҙ, кәңәштәрен тотабыҙ. Абруйлы, маҡсатлы, хеҙмәт һөйөүсән, кешелекле ғалим, күп быуын вәкилдәре өсөн остаз, өлгө булды, башҡорт тел ғилемендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Арҙаҡлы педагог һәм тикшеренеүсе 2020 йылдың 19 октябрендә 91 йәшендә вафат булды. Ул үҙенең тыуған ерендә – Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы зыяратында ерләнде.

Раушания СОЛТАҠАЕВА, филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты.

Читайте нас: