Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
19 Ноябрь 2021, 10:33

Халҡым тигән Ҡунафин

Ҡарашы киләсәккә төбәлгән.

Профессор Ғиниәт Ҡунафин. Башҡорт әҙәбиәт ғилеменең төп мисәтенә егелеп йөк тартыусы уҙаман. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Шул яҡтан самалағанда, әҙәбиәт ғилеме алдында торған иң мөһим мәсьәләләрҙе лә нәҡ ул сисергә тейештер һымаҡ. Олпат йәшенә еткәндә лә “тау башына менеп сүктем, эшем бөттө, сәсем ағарҙы” тип ултырмай хөрмәтле шәхесебеҙ: алда әле күпме эштәр, атҡараһы теләк-фараздар бар!

 

Ғилем юлы

 

Буласаҡ ғалим 1946 йылдың 22 ноя­брендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуа. Унда урта мәктәпте тамамлағас, балалар уҡытып та ала, “Звезда” исемле район гәзитендә лә эшләй. 1968 йылда Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына инә. Уны тамамлағас иһә, 1973 йылда, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһына ҡабул ителә. 1977 йылда филиалдың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгәндә филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.

1981 йылдан йәш ғалим Башҡорт дәүләт университетына уҡытыуға күсә. 1998 йылдан – филология фәндәре докторы.

Профессор Ғиниәт Ҡунафиндың тикшереү өлкәһе башлыса башҡорт әҙәбиәтенең XIX быуат һәм ХХ быуат башы осорона ҡарай. 1981 йылда уның Әхәт Вилданов менән берлектә яҙған “Башкирские просветители-демократы XIX века” тигән китабы Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә баҫылып сыға.

Артабан ғалимдың “И песней, и сатирой” (1999), “Замандарҙың рухи балҡышы” (2006), “XIX быуат – ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәте үҫеше үҙенсәлектәре” (2016) йыйынтыҡтары донъя күрә. Ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Шәйехзада Бабич, Мифтахетдин Аҡмулла, Жәлил Кейекбаев, Ғайса Хөсәйеновтар тураһында монографиялар ижад итте. Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

 

Халҡым тигән ут – күңелендә,

хазиналарыбыҙҙы түкмәйек-сәсмәйек тигән йөк – иңендә

 

...Күпме йылдар уҙған, ни саҡлы һыуҙар аҡҡан, ә күңел мине йәш саҡтарға алып ҡайта. Йәшлек дәүере... Ниндәй илаһилыҡ, ғүмерҙең балҡышы, яҙҙарҙың сәскә атыуы! Ә Ғиниәтулла Ҡунафин, һомғол буй-һынлы егет, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләп йөрөй. Еңел баҫа, уйҙары ла осҡор, зиһене үткер буғай.

Етмешенсе йылдар уртаһы. Ул саҡта университетта уҡып йөрөйөм һәм, әлбиттә, теге оҙон буйлы егетте күҙәтәм. Тиҫтерҙәр ҙә түгелбеҙ, тик уның уй-хистәрен, кисерештәрен беләм, һиҙәм кеүек. Буласаҡ ғалим, башҡорт ғалимы, ә күңелендә... Ниҙәр ята икән, уныһын, әлбиттә, һиҙемләйем генә.

“Башҡорттар – эпослы халыҡ, яҙмышлы халыҡ, китаплы халыҡ. Ундай байлыҡҡа оло тарихлы, тәрән рухи тамырлы ҡәүем генә эйә. Ошо рухи тамырҙарҙы беҙ үҙ асылыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн күҙ ҡараһылай һаҡларға, төплө өйрәнергә, быуындан-быуынға тапшырырға, йөрәгебеҙҙә һәр саҡ йәшәтергә тейешбеҙ”. Был – уның аҙағыраҡ ҡағыҙға төшөрәсәк һүҙҙәре. Уңарса әлеге йәш егетебеҙ йәштән үк күңелендә ошо уйҙарҙы йөрөткән, ошо һауа менән һулаған икән; хәҙер аңлауыбыҙса, ул ошо фекерҙәргә, инаныуға ғүмере буйы тоғро булған һәм ихлас хеҙмәт иткән.

1981 йылда Мәскәүҙә “Наука” нәшри­әтендә “Башкирские просветители-демократы XIX века” тигән китап баҫылды. Авторҙары – Әхәт Вилданов менән Ғиниәт Ҡунафин. Бында башҡорт әҙәбиәтенең Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Риза Фәхретдинов, Сәлих Күкләшев, Мартиниан (Мартимьян) Иванов, Мирсәлих Биксурин ише күренекле вәкилдәре ижады байҡала. Дөрөҫөн әйткәндә, киң йәмәғәтселеккә тәүләп ҡайтарып бирелә.

1999 йылда ғалимдың “И песней, и сатирой” тигән русса монографияһы донъя күрҙе. Унда башҡорт әҙәбиәтенең XIX быуат шағирҙары теркәлә, әҙәби күренештәргә байҡау яһала. Күренеүенсә, һүҙ башлыса шиғриәт тураһында бара. Иң мөһиме, ғалимдың фәлсәфәүи яҙмаларында ошо осорҙоң булмышы, әҙәби әҫәрҙәрҙең тыуыу шарты, ул ваҡыттағы әҙәби күренештәр күҙаллана, әҙәби процесс киң бер үҙаллы донъя итеп тергеҙелә. Ғиниәт Сафиулла улы яҙмаларының, стиле-булмышының шундай бер үҙенсәлеге бар: ул билдәле бер осорға, әҙәби күренешкә фәлсәфәүи ҡараш ташлай, шул юҫыҡта ошо әҫәрҙең, ошо әҙиптең бөтә әҙәбиәттә, башҡорт халҡының бөтә яҙмышында, тарихында тотҡан урынын билдәләп ҡуя. Ғалим һәр әҙәби күренешкә ошо принциптан сығып ҡарай, ошо талаптар аша баһа бирә. Уның ҡаршыһында һәр саҡ халҡының булмышы, яҙмышы тора: ысынлап та, башҡорт – эпослы халыҡ, оло тарихи яҙмышлы ҡәүем; теге йәки был әҙип, ғалим-ғөләмә уның тарихын нисек итеп сағылдыра, уның булмышына ниндәй яңы сифаттар өҫтәй?..

Шул юҫыҡтан бөгөнгө ғалим Ғиниәт Ҡунафин халҡының мәртәбәһе, ғалим-философы булараҡ күҙ алдына баҫа. Ул халҡының яҙмышын, уның киләсәктә ҡылыр эштәрен, алдағы көндәрен фаразлай, халҡы оҙаҡламай үтәсәк юлды күрһәтә булыр, тим.

2008 йылда Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ғалимдың “Замандарҙың рухи балҡышы” исемле олоғара хеҙмәте сыҡты. Ә 2014 йылда баҫылған “XIX – ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” тигән монографияһы иһә – Ғиниәт Ҡунафиндың әҙәбиәтебеҙҙең нәҡ шул осоро хаҡында төплө һүҙ белдереүе ул. Был хаҡта автор ҡатлап-ҡатлап, төбәп-төбәп уҡыусы күңеленә бер хәҡиҡәтте еткерә: башҡорт – боронғо ҡәүем, оло һәм шанлы тарихлы халыҡ, уның әле үткән быуаттарҙа уҡ бүтән бер ҡәрҙәш халыҡтарҙан да ҡалышмаған үҙ мәҙәниәте һәм әҙәбиәте булған.

Беҙ йәшерәк саҡтарҙа ла әле фәндә башҡорттоң Октябргә тиклем мәҙәниәте лә, әҙәби теле лә күренмәгән тигән ҡалып-ҡоршауҙар йәшәне, уны йырып сығыу бик оҙаҡҡа һуҙылды. Был рәсми раҫлауҙарға ҡаршы бик күп ғалимдарыбыҙ көрәште. Көрәштә ҡатнашыусылар араһында Ғиниәт Ҡунафин – бән фәҡиребеҙҙең дә, уның остаздары ғалимдар Ғабдулла Амантай, Имай Насыри, Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Ғайса Хөсәйенов, Ким Әхмәтйәнов, Ғилемдар Рамазанов, Рәшит Шәкүр, Суфиян Сафуанов, Нур Зарипов, Мөхтәр Байымов, быуындаштары Әнүр Вахитов, Мөхтәр Сәғитов, Әхәт Вилданов, Илдус Бүләков, Мәҙинә Хәмиҙуллина, Роберт Байымов, Берйән Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Зәйтүнә Шәрипова, Вафа Әхмәҙиев, Мирас Иҙелбаев, Рауил Бикбаев, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Гөлфиә Гәрәева, Риф Әхмәҙиев һәм башҡаларҙың да көсө сарыф ителде.

 

Абруйлы фекер эйәһе

 

Әлбиттә, Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин – бөгөн юғары мәктәп уҡытыусыһы, заманында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләне, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетына күсте. Бында башҡорт филологияһы факультеты деканы булды, күп йылдар инде башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире, бик күп фән кандидаттары, фән докторҙарының остазы, фәнни етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта мәктәп дәреслектәре лә ижад итә. Төрлө симпозиумдар, нисәмә ҡалаға ижади сәфәрҙәр, шулай ҙа университет филиалдарында дәрестәр бирергә лә өлгөрә. Өҫтәүенә, әүҙем йәмәғәтсе, “Табын” яҡташтар ойошмаһы ағзаһы. Тыуған ауылы Сәйетбабаны башҡорт халҡының мәҙәни-тарихи үҙәге итеү ҙә – арҙаҡлы эшмәкәрҙең хеҙмәте емеше.

Былар бөтәһе лә – илем, телем тип йәшәгән уҙамандың елкәһендә, уның көндәлек тормошондағы сағылыш. Ғиниәт Ҡунафинды бөгөн халҡыбыҙ күҙ терәп торған ғалимдарҙың береһе  тип тә әйтер инем. Ул – әүҙем йәмәғәтсе, был ғәҙәте-холҡо йәшлегенән үк килә; уны Хөкүмәтебеҙ даирәләрендә лә беләләр, фекеренә, һүҙенә ҡолаҡ һалалар. Күп милләтле мөхиттә лә абруйы ҙур, унда ул халҡы исеменән һүҙ әйтә, фекерен ҡайһы бер ваҡытта инҡар итеп тә булмай. Ғөмүмән, ул – халҡыбыҙҙың күркәм бер вәкиле, уның исеменән һүҙ әйтеүсе, фекер йөрөтөүсе кеше. Тормошта бөгөн был да бик мөһим әйбер.

Алда әйткәнебеҙсә, олпат йәшенә еткәндә лә “тау башына менеп сүктем, эшем бөттө, сәсем ағарҙы” тип ултырмай ул: алда әле күпме эштәр, атҡараһы теләк-фараздар бар; сөнки остаздары уға үҙ урынын ышанып ҡалдырған, теләк-юрауҙарын да еткергән: һин беҙҙең урынды алаһың, эстафета һиңә тапшырыла! Шуға ҡарап та йөҙ тота булыр был арғымағыбыҙ-уҙаманыбыҙ, һәр саҡ ауыҙлыҡланған, ҡарашы гел киләсәккә төбәлгән. Яҡты йәшлектәге уй-хыялдар ҙа быға дәлил бит. Был хаҡта уның үҙе тарафынан уҡ әйтелгән, үҙ алдына ҡуйған маҡсаты ла бар: рухи тамырҙарыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға, төплө өйрәнергә, быуындан-быуынға тапшырырға!

 

Ринат КАМАЛ.

Читайте нас: