Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
23 Ноябрь 2021, 18:42

Психология ғилемен үҫтерҙе

Ошондай тормошто яратҡан кешеләр күберәк булһын.

Күренекле ғалим-психолог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Вадим Сафин Ейәнсура районының 2-се Назар (хәҙер – Яңы Себенле) ауылында тыуған. Үҫмер тәүҙә – Яңы Себенле ете йыллыҡ мәктәбен, унан һуң Желтый педагогия училищеһын тамамлай. Бала саҡтан уҡ үҙаллылығы, яуаплылығы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора ул.

 

1958 йылда егет Ырымбур дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Психология уҡытыу­сыһы Эмиль Беркович, уҡыусыһының фекерләү һәләтен, ҡыҙыҡһыныу­санлығын, психологик тикшеренеүҙәргә ылығыуын тойоп, уға ошо фән менән етди шөғөлләнергә кәңәш итә.

Вадим Сафиндың педагогик эш­мәкәрлеге Ырымбур өлкәһе Ҡыуан­дыҡ районының Октябрь урта мәк­тәбендә башлана. 1959–1962 йыл­дарҙа ул Ейәнсура районы хаки­миә­тенең халыҡ мәғарифы бүле­ген­дә инспектор булып эшләй, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтында (хәҙер – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) психологиянан уҡыта. Артабан Мәскәү педагогия институ­ты­ның аспирантураһына уҡырға инә һәм академик Артур Петровский етәк­селегендә психология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

45 йыл дауамында ғалимдың педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге Баш­ҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙер – М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) менән бәйле булды. Вадим Сафиндың һөнә­ренә сикһеҙ тоғролоғона, Башҡорт­ос­тан­да психология ғилемен үҫтереүгә һалған тырышлығына һоҡланырға ғына ҡала. Уның башланғысы менән педагогия институтында республикала берен­се психология кафедраһы асыла һәм Вадим Фәтхи улы уның мөдире була.

Бер үк ваҡытта, 1970 – 1988 йыл­дар­ҙа, тынғыһыҙ шәхес хужалыҡ иҫә­бендәге социаль-психологик лаборатория ойоштора һәм уға етәк­селек итә. Ул ҙур сәнәғәт предприя­тиеларының заказдарын үтәй. Вадим Сафин Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында беренсе булып Баш­ҡорт дәүләт педагогия институтында Юғары практик психологтар курсын аса, Башҡортостанда психология фәнен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Был курста 1988 – 2013 йыл­дарҙа 350-нән ашыу дипломлы психолог әҙерләнә. Әле улар практик психо­логияның төрлө йүнәлеш­тәрендә уңыш­лы эшләй. 1996 йылда Вадим Фәтхи улы Башҡорт дәүләт педагогия институтында “Психология” белгеслеге буйынса аспирантура асыуҙы хәстәрләй.

1990 йылда Вадим Сафинға профессор ғилми дәрәжәһе бирелә. Ул – һигеҙ монография һәм уҡыу ҡуллан­маһы, 200-ҙән ашыу фәнни һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы. Ғалим 20-нән ашыу фән кандидатын әҙерләгән, уларҙың етәүһе психология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

Вадим Фәтхи улының хеҙмәттәре хаҡында һүҙ алып барғанда, баш­ҡорт гимназияларында гуманитар фән­дәрҙе уҡытыу концепцияһын төҙөү буйынса тынғыһыҙ эшмә­кәрлеген дә билдәләргә кәрәк. Уның етәкселегендәге бер төркөм БДУ һәм БДПУ ғалимдары ошо концепция өҫтөндә эшләй. Ҡазан ҡала­һында үткән милли мәктәптәрҙә гуманитар фәндәрҙе уҡытыуға арнал­ған халыҡ-ара конференцияла был концепция бер тауыштан хуплана. Вадим Фәтхи улы, концепция идеяларына таянып, Күмертау, Сибай, Баймаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа Баш­ҡортостан Мәғариф министрлы­ғының башҡорт гимназияларын асыу һәм уларҙы милли кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса комиссияларына етәкселек итте.

Яҡташымдың йәмәғәт эшмәкәр­леге лә иғтибарға лайыҡ. Ул оҙаҡ йылдар СССР психологтар йәмғиә­тенең Пермь ҡалаһындағы Урал бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Баш­ҡортостан Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы булды. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Вадим Фәтхи улы Башҡортостандың үҫеше өсөн күп көс түкте, байтаҡ йылдар Башҡортостан аҡһаҡалдары ҡоро рәйесе булып та эшләне.

Вадим Фәтхи улының фәнни-популяр мәҡәләләре хәҙерге тормош­тоң көнүҙәк проблемаларын сағыл­дырыуы менән әһәмиәтле. Ғалим төрлө йыл­дарҙа “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарының, “Башҡортостан” гәзитенең лауреаты булды.

Тырыш хеҙмәте өсөн абруйлы ир-уҙаманға “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының атҡаҙанған фән эш­мә­кәре”, “Башҡортостандың мәға­риф отличнигы”, “Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем­дәр бирелде. Ул шулай уҡ В.А. Сухомлинский исемендәге миҙал менән дә бүләкләнде.

Профессор Сафин – Америка гуманистик йүнәлештәге психологтар ассоциацияһының һәм Халыҡ-ара психологик фәндәр академия­һының академигы, ләкин иң мөһиме – ошо маҡтау­лы исемдәр артында Шәхес һәм Уҡы­тыусы тора. Ул уҡыусы­ларына сифатлы, тәрән белем биреп кенә ҡалманы, өҙлөкһөҙ һөнәри үҫешкә илһам­ландырып, ялған ҡиммәттәрҙән арындырып, ирекле һәм аҡыллы фекерләргә лә өйрәтте.

Вадим Фәтхи улы һәр ваҡыт тыу­ған районы уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнеш тотто, педагог­тарҙың август кәңәшмәләрендә ҡат­нашты. Ейәнсура районы йәштәренә уҡыуҙарында ярҙам итте, улар ара­һынан психолог һөнәрен һайлаусы­лар һәм фән кандидаттары ла бар.

Арҙаҡлы шәхесебеҙ быйыл 7 сентябрҙә 88 йәшендә беҙҙең аранан китеп барҙы һәм тыуған төйә­гендә – районыбыҙҙың Яңы Себенле ауылы зыяратында ерләнде.

Ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселеге В.Ф. Сафиндың яҡты иҫтәлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Унда 2005–2018 йыл­дарҙа университет ректоры, Баш­ҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мә­ҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Р.М. Әсә­ҙуллин, фән докторҙары, про­фессорҙар Р.М. Фәтихова, Л.А. Әми­рова, Г.Р. Ша­фиҡова һәм башҡа күп ғалимдар сығыш яһаны. Вадим Фәтхи улы етәк­селегендә практик психо­ло­гияның төрлө йүнәлеш­тәрендә уңыш­лы эшләгән уҡыусы­ларының сығыш­тары ла ҙур иғтибар менән тыңланды.

Конференция бик йылы ижади мөхиттә үтте. Уның йомғаҡтары буйын­са мәҡәләләр йыйынтығы сығарырға һәм сараны йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде.

Вадим Фәтхи улы Сафин ғалим һәм абруйлы уҡытыусы, юғары кимәлдәге профессионал, көслө рухлы шәхес булды. Тормошто бөтә сағылыш­тарында ла яратҡан ошондай кешеләр арабыҙҙа күберәк осраһын ине…

 

Юлай СОЛТАНБАЕВ.

Читайте нас: