Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Декабрь 2021, 10:22

Халыҡ батырҙарын онотмай

Кушнаренко районында Даян Мурзин хөрмәтенә бюст асылды.

Алена Токарева
Фото:Алена Токарева

Билдәле разведчик, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәрби  Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Ватан һуғышы орденының тулы кавалеры  Даян Мурзин – илһөйәрлектең сағыу миҫалы. Дошман тылында алып барған партизан хәрәкәтендә ҡыйыу һалдат Гитлерҙың төп дошманына әйләнә, уны  “Ҡара генерал” тип йөрөтәләр.

Кисә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында Даян Мурзин  1937–1939 йылдарҙа белем алған педагогия училищеһы ихатаһында батыр хөрмәтенә бюст асыу танта­наһы булды. Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров, бюсты ҡуйыу инициаторҙарының береһе Илдар Дәүләтов, скульптор Илдус Закиров, Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина Мурзина, туғаны Роберт Мурзин, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Пала­таһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин, ошо уҡ учреждениеның Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев һәм башҡа ҡунаҡтар, Кушнаренко районы Cоветы секретары Айвар Таңғатаров һәм ирекмәндәр ҡатнашты. 

Бюсты асыу хоҡуғы Рөстәм Әхмә­ҙинуров менән Альбина Мурзинаға бирелде. Сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар бюсҡа сәскәләр һалды. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. 

 Даян Мурзин хөрмәтенә бюст ҡуйыу өсөн аҡса йыйыуға битараф булмаған һәр кеше өлөш индергән, шулай уҡ Башҡортостандың Йәмәғәт Палатаһы ла әүҙем ҡатнашҡан. Уны педагогия колледжы биләмәһендә ҡуйыу тәҡдимен иһә район халҡы ла, уҡыу йорто коллективы ла хуплап ҡабул иткән. Даян Баян улының яу һәм тормош юлы үҫеп килгән быуында илһөйәрлекте тәрбиәләүгә тос өлөш индерәсәк.   

Халыҡ батыры Даян Мурзин, 91 йыл ғүмер кисереп, 2012 йылдың 10 февралендә вафат була. Ил батырҙарын онотмай, тиҙәр. Кушнаренко районында ҡалҡып сыҡҡан бюст ошо хаҡта һөйләй.

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: