Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
10 Декабрь 2021, 14:24

Йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр

Вил Ғайса улы Өмөтбаевтың ара­быҙҙан китеүенә бер йыл ваҡыт үтте. Һоҡланғыс шәхес намыҫ ҡушҡанса лайыҡлы йәшәне, үҙенән һуң изге эштәренең һөҙөмтәһен, яҡында­ры­ның – балалары, ейәндәре, бү­ләләренең, курсташтарының һәм хеҙмәттәштәренең күңелендә оно­толмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.

Ул 1938 йылдың февралендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлай, инженер-нефтсе. Көньяҡ Ҡаҙағстан нефть разведкалау экспе­дицияһында эшләй. 1965 йылдан – БашНИПИнефттә. 1979 – 1982 йыл­дарҙа нефть ятҡылыҡтарын тикше­реү һәм файҙаланыу өлкәһендәге эксперт булараҡ Алжирҙа командировкала була. 1974 йылда – канди­датлыҡ, ә 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Вил Ғайса улы Башҡортостандың нефть сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул – скважиналарҙы капиталь ремонтлау өлкәһендә Рәсәй кимәлендә күренекле ғалим, ремонт-изоляция эштәре алымдары һәм технологиялары буйынса белгес.

2003 йылдан Өфөләге “Геофизика” фәнни етештереү фирмаһында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса совет, 2006 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡара­мағындағы Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе була.

Йәмғиәт В.Ғ. Өмөтбаевтың ғилми етештереү эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалай. Ул Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Яғыу­лыҡ-энергетика министр­лығы­ның атҡаҙанған хеҙмәткәре була, БАССР Юғары Советы Президиу­мының Почет грамотаһы, СССР Нефть сәнәғәте министрлығының, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының Почет грамоталары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының Нобель пре­мияһы лауреаты В.Л. Капицаға арналған “Фәнни асыш авторына” иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә. Уның исеме “Баш­ҡортостандың данлы нефтсе­ләре” почет китабына индерелгән.

Вил Ғайса улы – 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете монография авто­ры. Уның юғары ғилми кимәле 30 па­тент һәм уйлап табыуҙарға автор­лыҡ таныҡлығы менән раҫланған. Скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса китаптары бик күп белгестәр өсөн ысын табыш.

Хәләл ефете, хөрмәтле медицина хеҙмәткәре Наилә Хажи ҡыҙы менән 50 йыл йәшәп, ике ул үҫтерә. Вил Ғайса улы өс ейәнсәрҙең һәм алты бүләнең яратҡан олатаһы булды. Ысын патриот, тыуған яғының тоғро улы, яҡташтарын һәр саҡ ихтирам итте, ярҙам күрһәтте. Яҡындары, туғандары, мәктәп һәм институт йылдарындағы дуҫтары, тыуған Башҡортостаны хаҡында публицистик хикәйәләр яҙҙы.

Вил Ғайса улы баҫалҡы, итәғәтле шәхес, иғтибарлы һәм хәстәрлекле ғаилә башлығы, тоғро дуҫ ине. Уның эргәһендә бөтә тормош ауыр­лыҡтарын онота торғайныҡ. Курсташтары, коллегалары һәм иптәш­тәре уның тәрән аҡылына, ипле­легенә һоҡланып ҡараны, ошо үҙен­сәлекле шәхес менән аралашыуҙан ғорурлыҡ тойғоһо кисерә ине. Ҡәҙерлебеҙ Вил Ғайса улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

 

Балалары, ейәндәре, бүләләре.

Читайте нас: