Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
16 Декабрь 2021, 16:45

Йәшлегемде һағынғанда

Класташым Әнисә Таһированың тыуған көнө яҡынлашҡан һайын күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, бергә уҡыған йылдар иҫкә төшә.

Йәшлегемде һағынғанда
Йәшлегемде һағынғанда
Класташым Әнисә Таһированың тыуған көнө яҡынлашҡан һайын күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, бергә уҡыған йылдар иҫкә төшә.
 
Беҙ, 1940 – 1942 йылғы балалар, Ишембай районындағы Маҡар мәктәбен 1959 йылда тамамланыҡ. Барыбыҙ бергә 60 уҡыусы инек. “А” класында – маҡарҙар (улар араһында Әнисә лә бар), ә икенсеһендә –"Б"- яҡын-тирәләге ауылдарҙан етенсене тамамлап килгәндәр. Беҙ сабата кейеп, арҡаға картуф, икмәк һалынған моҡсай йөкмәп, 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Көҙәндән йөрөп уҡыныҡ. Юлда ҡар - ямғырға эләккән, битте, аяҡ-ҡулды туңдырған саҡтар күп булды.
 

Бер яҙҙа әрметтәрҙең йылғаны кисеп сыҡҡаны иҫтә ҡалған. Билдәренә хәтлем һыу, дер ҡалтырайҙар... Маҡарға ошолай килеп етәбеҙ, ә ятаҡ эсендәге мөйөштәргә боҙ ҡатҡан... Утын индереп, мейес яғып ебәрәбеҙ, суйын һауытта ҡайнатылған һыуҙан сәй әҙерләп эсәбеҙ ҙә фуфайкабыҙҙа килеш ятып йоҡлайбыҙ. Әгәр инде ауылдан таңғы дүрттә сыҡһаҡ, ятаҡҡа барып тормайынса, тура дәрескә йүгерәбеҙ. Класта ла һалҡын, шуға өҫкө кейемдә килеш ултырабыҙ. Әле ошо ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрәм дә үҙебеҙ менән ғорурланып ҡуям: ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса алға барғанбыҙ, асбыҙ, кейемһеҙбеҙ, ти зарланмағанбыҙ.

Шулай ҙа эстән генә маҡарҙарға бер аҙ көнләшеп ҡарай инек. Йәнәһе, еңел йәшәйҙәр: мәктәпкә йылы өйҙән тамаҡ туйҙырып, матурланып килеп ултыралар. Хәҙер иһә Әнисәнең хәтирәләрен уҡыйым да күҙ йәшенә мансылам. Уларҙа ла ауырлыҡ бихисап булған. Һуғыш тамамланһа ла, эҙемтәләре тиҙ генә бөтөрлөк түгел ине шул. Әнисәнең әсәһе, бер нисә ауылға берҙән-бер акушерка, көнө-төнө эшләй торғайны.

“А” класы менән әллә ни ҡатнашманыҡ. Шаярып йөрөгән мәлдәр ҙә иҫкә төшмәй. Йәмәғәт эштәрендә аралашҡандар иҫтә (стенгазета, комсокомитет, кружоктар...)
Бар маҡсатыбыҙ уҡыу һәм нисек тә көн күреү ине. Оҙон тәнәфестә икмәккә сиратҡа баҫа торғайныҡ. Уны семетеп кенә тешләп, оҙаҡҡа һуҙырға тырышып ашайбыҙ. Артабанғы ғүмеремдә ошо йылы ҡара икмәктән дә тәмлерәк ризыҡ тапманым.

Ул осорҙа Маҡар мәктәбендә уҡыған балалар араһынан күптәр билдәлелек яуланы. Беҙҙең сығарылыштан ғына Тәлғәт Сәғитов – республиканың элекке мәҙәниәт министры (уҡығанда уҡ лидерлыҡ сифаттары бар ине), Әнисә Таһирова – күренекле шағирә, Зәйнулла Ғәбиҙуллин – медицина фәндәре докторы, профессор. Бүтәндәр ҙә юғалып ҡалманы: арабыҙҙа директорҙар, танылған уҡытыусылар, иҡтисадсылар, инженерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Һәммәһе лә тормошта үҙ урынын тапты, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтте. Тырыш булдыҡ, һәр саҡ алға ынтылып йәшәнек. Уҡытыусыларыбыҙҙың өлөшө ҙур. Күбеһе һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр, данлыҡлы, көслө уҡытыусылар ине.

Алда әйткәнемсә, элек параллель кластағылар менән тығыҙ аралашмаһаҡ та, мәктәптең 125 йыллығын үткәргәндән һуң һағынышып осраша башланыҡ. Белем усағының артабанғы юбилейҙарында ла дәррәү ҡатнаштыҡ, уҡыуҙы тамамлауыбыҙға 40, 45, 50, 60 йыл тулыуҙы билдәләнек, мәктәптә үткәргән кисәләргә бергәләп йөрөнөк. Осрашыуҙарҙа үҙебеҙ генә йыйылып ҡалмай, мәктәптә шул осорҙа белем алған башҡаларҙы ла саҡыра инек. Мәҫәлән, Исфар Мөхәмәтов, Нурия Вәлиева, Мәрйәм Солтанова, Эльмира Сәсәнбаева һәм башҡалар менән ҡатнаштыҡ. Күрешкәндә гелән бала саҡҡа әйләнеп ҡайта инек. Тыуған көндәребеҙгә әле лә йөрөшәбеҙ (һуңғы йыл, белгәнегеҙсә, осрашыуҙар туҡталды). Хәҙер һөйләшеүҙәребеҙ телефон менән генә сикләнгән. Бигерәк тә Әнисә инде онотмай, беҙгә йышыраҡ шалтыратып, хәлләребеҙҙе белеп тора. Рәхмәт, дуҫҡайыбыҙ.

Күрешкән мәлдәге хистәремде аңлатырға һүҙ таба алмайым, шуға Әнисәнең беҙгә арнап яҙған бер шиғырын килтерәм:
Осрашыуға килдек Маһиҙәргә
Яҡынайтып алыҫ араларҙы.
Барыбыҙ ҙа инде олоғайған
Класташтар - һуғыш балалары.
Күҙҙәрҙә моң, сәсебеҙҙә ҡырау,
Йәшлек тиҫтә йылдар артында,
Ләкин һуғыш балаһының йәне
Һаман эш-хеҙмәткә тартыла.
Тағы яңы мәҡәләләр яҙған-
Зәйтүнәбеҙ ниндәй егәрле!
Ғүмер буйы ғәҙеллекте даулай
Һуғыш балаһының йөрәге.
Мөғлифәбеҙ сирләп торғанда ла
Класташтарҙы әйҙәй үҙенә:
“Һеҙгә бында саҡта, ти ул, һәр саҡ
Көс артҡанын тоям үҙемдә”.
Ғумер буйы тоғро хеҙмәт иттек,
Намыҫыбыҙ булды юғары.
Был болғауыр заманда ла беҙҙең
Ҡаушап ҡалғаныбыҙ юҡ әле.
Зәйтүнәкәй, алсаҡ Маһизәрем,
Йәштән сая, шаян Мөғлифә,
Рәхмәтлемен һәр саҡ ҙур дуҫлыҡҡа
Тоғро ҡалған өсөн һеҙ миңә!

Беҙ, класташтар, өлкәнәйҙек, ҡартлыҡҡа бирештек кеүек. Арабыҙҙа тик Әнисә генә йәш булып ҡала бирә, төҫ ташламай. Гел шулай булһын инде!
Аллаһ Тәғәлә уға бәрәкәтле оҙон ғүмер бирһен, илһам шишмәләрен тултырһын, һаулыҡтан айырмаһын!

Зәйтүнә ИЛЬЯСОВА.
Йәшлегемде һағынғанда
Йәшлегемде һағынғанда
Йәшлегемде һағынғанда
Йәшлегемде һағынғанда
Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: