Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Декабрь 2021, 14:04

Ул башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары рәтенә инде

Милләтенә тоғро хеҙмәт итте.

Рим Зәйнәғәбитдин улы Йәнғужин – тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Ижтимағи фәндәр академияһы академигы, XX быуаттың икенсе яртыһында –  XXI быуат башында башҡорт халҡының килеп сығышы, уның ҡәбиләләренең, хужалығының һәм ижтимағи үҫешенең тарихын, этнографияһын төплө өйрәнеп, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә фәнни хеҙмәттәре менән билдәлелек яулаған күренекле ғалим, юғары уҡыу йорттарында донъя халыҡтарының этнографияһын, башҡорттоң этно-социаль тарихын уҡытыусы, фәнде пропагандалаусы шәхес ине. Иҫән булһа, быйыл ул 80 йәшлек олуғ юбилейын билдәләр ине...

 

Атайҙарса ҡурсалай белде...

 

Р.З. Йәнғужиндың фән юлында башҡарған эштәре ил һәм йәмғиәт тарафынан юғары баһалар менән билдәләнде, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмә­кәре”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

Беҙ, шул заман студенттары, Рим Зәй­нәғәбитдин улын беренсе күреүҙән үк бик күп белемгә һәм ҙур энергияға эйә, бик теремек тәбиғәтле кеше икәнен аңланыҡ. Ул абруйлы ғалим ғына түгел, ораторлыҡ һәләтенә лә эйә ине. Уның киң билдәле “Я говорю!” тигән һүҙҙән башлап ебәреп һәм артабан да шул һүҙҙе урынлы ҡулланып, ниндәй дәртле итеп лекция уҡығаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Рим ағайҙың тауышы шундай үҙенсәлекле, йөрәккә ятышлы, арбаусан, көслө лә, көйлө лә ине, шуға күрә лә ул таратҡан белем беҙҙең тарафтан еңел ҡабул ителде.

Беҙгә бер-ике тапҡыр Рим ағайыбыҙҙың борсоулы йөҙөн дә күрергә тура килде: береһе уның һөйөклө ҡатыны Зәйтүнә Вәли ҡыҙының ҡапыл ҡаты ауырып китеүе менән бәйле булды, тип иҫтә ҡалған, икенсеһенә 1982 йылдың 10 ноябрендә ил башлығы Л.И. Брежневтың вафаты сәбәпсе ине. Ул көндә, иҫләүемсә, Рим Зәйнәғәбитдин улы беҙҙең төркөмдәге этнография буйынса дәрес-семинарға ҡыңғырауҙан һуң бер аҙ торараҡ, ҡара төшкән йөҙ менән, ҡайғылы ҡиәфәттә килеп инеп, Генераль секретарь Л.И. Брежневтың вафат булып ҡалыуы тураһында хәбәр итте, алда беҙҙе ныҡ ҙур үҙгәрештәр көтә, ахыры, тигән һүҙҙәр ҙә әйткәйне. Был иҫ киткес яңылыҡты ишеткәс, төркөм ҡыҙҙарының дәррәү ҡысҡырып илап ебәргәне әле лә хәтерҙә… Ошо хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, Рим ағайыбыҙҙың ғаилә һәм ил именлеге, киләсәге кеүек мәсьәләләрҙе алға ҡуйып, улар өсөн борсолоп йәшәүе, проблемаларына бер ҡасан да битараф булмауын аңларға булалыр.

Р.З. Йәнғужин бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп Ағиҙелдең урта ағымы буйындағы башҡорт ауылдарында ойошторған этнографик экспедиция ла яҡшы хәтирә булып күңелдә уйылып ҡалған. Фәнни етәксе булараҡ, ул беҙҙе халыҡта һаҡланып ҡалған ҡомартҡыларҙы нисек йыйырға һәм һаҡларға өйрәтте, университеттың этнографик музейының фондын яңы экспонаттар менән байытыуға әүҙем йәлеп итте, ғилми эшкә дәртләндерҙе, әйҙәне. Эштән ял иткән саҡта, Ағиҙелдә беҙгә һыу төшөргә лә рөхсәт итте, үҙе лә яратып һыу инде. Шул саҡта Рим ағайыбыҙҙың Ағиҙел йылғаһының ҡаршы ярына ҡәҙәр йөҙөп барып еткәнен, уның көсөн, һәләтен күреү беҙҙе ныҡ аптыратты ла, һоҡландырҙы ла, әммә физик яҡтан уғата шәп профессорҙың был күнекмәһен ҡабатларға баҙнат итмәнек, йылғаның яртыһынан кире боролдоҡ…

Билдәле булыуынса, ул йылдарҙа уҡытыу планында милли-төбәк компоненты булмау сәбәпле, БДУ-ның тарих факультеты студенттарына уҡытылған фәндәр араһында Башҡортостан тарихына, этнографияһына бәйле махсус курстар ҙа, әсбаптар ҙа булманы, әммә шуға ҡарамаҫтан, университетта эшләгән башҡорт ғалимдарының барыһы ла тиерлек, шул иҫәптән Рим ағай Йәнғужиндың лекцияларында башҡорт тарихына мотлаҡ урын бүленә торғайны. Ул, студенттарҙы махсус фәнни әҙәбиәт менән таныштырып, башҡорт тарихын, этногра­фияһын китапханаларҙа ултырып, архив­тарҙа эҙләнеп төплө өйрәнергә саҡырҙы, был инде, күптәребеҙҙең артабан башҡорт тарихының төрлө осорҙарын, өлөштәрен өйрәнгән ғалим булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итте. Рим Зәйнәғәбитдин улы, уҡытыу эшендә бик талапсан булыуға ҡарамаҫтан, студенттарҙы атайҙарса ҡурсалай белгән, үтә лә ябай һәм кешелекле уҡытыусы булараҡ хәтерҙә ҡалды. Артабан да уҡытыу, ғилем эштәре менән шөғөлләнә башлағас та, фәнни етәкселәрем Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Аҡмановтар менән бер рәттән Рим Йәнғужиндан да байтаҡ ярҙам-кәңәш алдым. Диссертация әҙерләү осоронда, фәнни тема­лар буйынса уның тос фекерҙәре, мөһим һәм урынлы әйтелгән тәнҡите күптәребеҙгә ғалим булып үҫеү өсөн бик тә файҙалы булды.

 

Фән юлында

 

1999 йылда беҙ, бер төркөм тарихсылар, Сибай институтында тарих кафедраһын асып, тәүге тапҡыр тарих специальносына ике төркөм студенттар ҡабул иттек. Бының менән республиканың көньяҡ-көнсығышында тарихты уҡытыу һәм тарих фәнен үҫтереү эшендә оло аҙым яһалды, тиһәк тә хата булмаҫ. Алғараҡ китеп әйтһәк, 2000 йылдар башында тарих специальносы Сибай институтының иң алдынғы бүлектәренең береһе булараҡ танылды: 2005 йылда тарих кафедраһы “Иң яҡшы йыл кафедраһы” исеменә лайыҡ булды; студенттар тарафынан өс фәнни китап баҫтырылды, ә уҡытыусылар 20-нән ашыу монография сығарыуға өлгәште; кафедра 500-ҙән ашыу тарих буйынса белгес әҙерләне, шуларҙың 20-нән ашыуы фән кандидатлығына диссертация яҡлап, фән юлына баҫып, ғалимдар һанын арттырҙы. Улар араһында бөгөн үҙҙәрен тарих, этнография, археология, уҡытыу, музей эше һәм башҡа өлкәлә танытҡан ғалимдар, эҙләнеүселәр, етәкселәр бар.

Тарих кафедраһында уҡытыу процесын тейешле кимәлдә алып барырлыҡ, фәнни дәрәжәгә эйә булған белгестәр һан йәһәтенән етәрлек булһа ла, эште сифатлыраҡ итеп яйға һалыу маҡсатында абруйлы, тәжрибәле Өфө, Мәскәү ғалимдарын эшкә йәлеп итеү кәрәклеге билдәләнде. БДУ-ның күп кенә ғалимдарына, үҙебеҙҙең остаздарға мөрәжә­ғәт иттек, эшкә саҡырҙыҡ. Күптәре был тәҡ­димде хуплап ҡаршы алды, шулар араһында тәүгеләр рәтендә беҙҙең башланғысты юлға һалышырға Рим Йәнғужин килде.

Рим Зәйнәғәбитдин улы Сибайҙағы эш юлын 1999/2000 уҡыу йылында уҡ башлап ебәрҙе. Ул йылда I курс студенттары “Башҡортостан халыҡтары этнографияһы” курсын тыңланы. Шуны ла әйтергә кәрәк, Рим ағайыбыҙ 1999 – 2007 йылдар дауамында Сибайҙағы тарих бүлеге студенттарына үҙенең белемен өҙлөкһөҙ өләште.

Профессор Рим Йәнғужин, шулай итеп, тиҫтә йылға яҡын ваҡыт дауамында Сибай институтының тарих кафедраһы пофессоры сифатында студенттарҙың белемен арттырыу эшендә бик яуаплы, ҙур сифатлы эш башҡарҙы. Ул ошо йылдар дауамында Сибай студенттарына “Этнография”, “Башҡортостан халыҡтары этнографияһы” предметтарын алып барҙы, күп тапҡыр асыҡ дәрестәр үткәрҙе, ғөмүмән, уның лекцияларында һәр саҡ дәрестән буш булған уҡытыусылар ултырыр ине.

Рим Йәнғужин студенттарҙың курс, диплом эштәренең етәксеһе лә булды, рецензиялар яҙҙы. Студенттар профессорҙы бик яҡын күреп яратты. Рим Зәйнәғәбитдин улы Сибайға юл төшкән һайын китап йөкмәп килер ине, үҙенекен генә түгел, башҡа ғалимдарҙың да күп хеҙмәттәрен тапшырҙы ул институт китапханаһына.

2004 йылда Сибай институтының тарих специальносы тәүге белгестәрен сығарҙы. Шул йылдан алып абруйлы профессорҙар Р.З. Йәнғужин, Ғ.Ш. Илешев, К.К. Кәримов, Р.А. Дәүләтшин, С.Ф. Ҡасимов һәм башҡалар Дәүләт аттестация комисссияһына етәкселек итте, уның ағзаһы булып эшләне, сығарылыш эштәрен, имтихандарын етди баһалап, Сибай институтының дәрәжәһен арттырҙы.

Ошо йылдар дауамында Рим Йән­ғу­жиндың һәр килеүендә лә, тарих кафедраһы мөдире булараҡ, үҙем автобустан ҡаршы­ларға, институт ҡунаҡханаһына урынлаш­тырырға, һәр ҡайтыуында ла оҙатып ҡуйырға тырыштым. Иҫемдә, Рим ағайыбыҙ Сибайға бик ҙур теләк менән, күтәренке кәйефтә, ҡыуанып килә торғайны. Тәбиғәтте автобус тәҙрәһенән гелән ҡарап, һоҡланып киләм, бигерәк тә һеҙҙең яҡтар миңә ныҡ оҡшай, тау-урманлы, иркен яланлы төбәгегеҙ шундай матур, бында тын алыуы ла иркен, кеше­ләрҙең ябай, эшсән, ҡунаҡсыл һәм хәйләһеҙ булыуы ла үҙенә тартып тора, тип әйтә торғайны.

 

Рәхмәт уҡыйбыҙ

 

Шуныһы ла хәтерҙә: бер ҡасан да йәшәү урынына, туҡланыу шарттарына, эш урынына, хеҙмәт хаҡына зарланып йөрөмәне, гел риза булды. Рим ағайҙан Сибай ҡалаһы, институты, студенттары, етәкселәре, уҡытыу­сылары хаҡында насар һүҙ ишетмәнек. Киреһенсә, ул Сибай ҡалаһының бөхтәлеге, Сибай институтының төҙөклөгө, студент­тарының тәртипле, рухлы булыуы менән һоҡланды, уҡытыу эше бик сифатлы алып барылыуын, уҡытыусыларының фәнни үҫешкә тырышлығын гел маҡтаны. Уның шул замандағы етәксеһе З.Ғ. Йәрмөхә­мәтовты рухлы, талапсан, заманса эш итеүсе белгес тип билдәләне. “Сибай институтының студенттары – 90 процентҡа башҡорт милләтенән, бындағы тәртип, тәрән, сифатлы уҡытыу эше беҙҙең халыҡтың киләсәгенә ҙур файҙа килтерә”, – тип ғорурланып әйтә торғайны.

Сибайҙа ул уҡытыу эшенән тыш, урындағы телевидениела ла тәрән йөкмәткеле, тарихи темаларға йыш ҡына сығыш яһаны, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, тип тә әйтеп була. Бигерәк тә билдәле даталар буйынса, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу тарихы хаҡындағы сығыштары төплө булды. Буш ваҡыттарында урындағы драма театрына спектакль ҡарарға ла бара ине, шулай уҡ Сибай карьеры, Ғәҙелша шарлауығы, “Арҡайым” музей комплексы кеүек билдәле урындарға сәйәхәткә бергәләп сығып килгән ваҡыттар булды. Кистәрен күп тапҡыр ҡунаҡхана бүлмәһендә ғилми эштәр яҙғанын да күрергә тура килде. Сибайҙа эшләнеп бөтмәгән эштәрҙе тамамлап ҡуйыу бик уңай, ти торғайны профессор ағайыбыҙ.

Сибай институтының йәш уҡытыусы­ларына, аспиранттарына, өмөтлө студенттарына Рим Зәйнәғәбитдин улының фәнни яҡтан күрһәткән ярҙамы ла ҙур булды. Мәҫәлән, уның тарафынан тарих фәндәре кандидаты итеп тәрбиәләнгән билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы-ғалим Ә.Б. Зарипов ошо кафедрала эшләне. Дөйөмләштереп әйткәндә, профессор Рим Йәнғужин Сибай институтының бөгөнгө көндә абруйлы уҡыу йорттары менән бер рәттән юғары баҫҡысҡа күтәрелеүенә, унда ныҡлы урын алыуына үҙенең тос өлөшөн индерҙе, тип әйтергә кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалимыбыҙ, уҡытыу­сыбыҙ, Рим ағайыбыҙ фани донъянан иртә китте, уның күп фәнни пландары, проекттары (мәҫәлән, башҡорт халҡының күп томлы тарихын яҙыуҙа ҡатнашыу һәм был эшкә Сибай тарихсыларын да киң йәлеп итеү; Сибайҙа, беҙҙең тәҡдимде хуплап, Ә.-З. Вәлиди исемендәге милли китапхананың, БР Үҙәк дәүләт архивының филиалдарын, күсмә фондтарын булдырыу мәсьәләләрен күтәреп сығыуҙа ярҙам итеү һ.б.) эштәре, уйҙары тормошҡа тулыһынса ашмай ҡалды, шуныһы үкенесле.

Профессор Рим Йәнғужин үҙенең фәнни эшмәкәрлеге, халҡына фиҙакәр хеҙмәте менән башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары рәтенә инде. Беҙ, Сибай институты уҡытыу­сылары, етәкселеге, студенттары уның ғилми эшмәкәрлегенә һоҡланабыҙ, оло йөрәкле кеше булыуына оло рәхмәттәр уҡыйбыҙ, ғалимдың фәнни эштәрен дауам итерҙәй белгестәр киләсәктә лә үҫер, артыр тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Сибай ерендә Рим Йәнғужин хаҡында яҡты иҫтәлектәр мәңге юйылмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.

Бөгөнгө көндә оло ғалимыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәрҙе туплап, ҡәҙерләп һаҡлап, уның фәнни-педагогик эшмәкәрлегенә бағыш­лап төрлө саралар ойошторған, профессор­ҙың мираҫын беҙгә еткереп килгән хәләл ефете Зәйтүнә Вәли ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, көс-ҡеүәт, ижади уңыштар, бәхет һәм күп ҡыуаныстар теләйбеҙ.

 

Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ,

тарих фәндәре кандидаты,

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) доценты.

Читайте нас: