Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
8 Ғинуар 2022, 19:15

Михаил Девятаев уның ҡаһарманлығын ҡабатлаған

Яңауыл районы егете Ғәфүр Шарыгиндың аяныслы яҙмышы хаҡында.

Яңауыл районының Кесеҡор ауылы уҙаманы Ғәфүр Шарыгиндың яҙмышы хаҡында нимә беләбеҙ? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үлем лагерында ҡарап торғоһоҙ булып ябыҡҡан, йәне тәнендә саҡ эленеп торған һалдат йәшерен нацистар базаһының бомбардировщигын алып китә һәм немец истребителдәре пилоттарынан ҡасып өлгөрә...

 

Кем һеҙ, Ғәфүр Шарыгин?

 

Һуңғараҡ ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ә Ғә­фүр Шарыгинды тыуған яғында нимә көтә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡ­та­шыбыҙ тураһында мәғлүмәт бик аҙ. 2012 йылда “Яңауыл таңда­ры” гәзитендә уның тураһында тәүге мәҡәлә баҫыла (№177–178, 15 сентябрь).

Туғандары һәм район башҡорт­тары ҡоролтайы легендар яҡта­шыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү эшенә тотонған. Бөгөн уның тыуған ауылында иҫтәлекле таҡтаташ асырға әҙерләнәләр.

Кесеҡорҙар иһә герой яҡташ­тарын һис тә онотмаған. Ғәфүр Сәҙришәриға улының туғандары бик күп икән. Уның бер туған апаһы Миңлетәскирәнең улы Рикаф Абдуллин бына нимә һөйләй:

– Олатайыбыҙ Сәҙришәриғаның ун ике балаһы булған. Уларҙың икәүһе бала саҡта уҡ вафат була. Улдары Сәғит, Ҡәүи, Мәүләүи, Ғә­фүр, Хасип Бөйөк Ватан һуғышына китә. Икәүһе имен-һау әйләнеп ҡайта, туғандарҙың береһенең яҙмышы билдәһеҙ.

Ғәфүр ағай 1915 йылда донъяға килә. Ҡалтасы районының Калегин ауылында урта мәктәпте тамамлай. Бөрө бухгалтерҙар мәктәбендә белем ала. Ҡайтҡас, уны райондың финанс бүлегенә инспектор итеп ҡуялар. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем “Азат” колхозында иҫәпсе булып эшләй. Һуғыш башланғас та фронтҡа китә. Бөтә Союз коммунистар (большевиктар) партия­һы­ның  ағзаларын теркәү бланкы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1942 йылдың май айында партияға алына. “1936–1937 йыл­дарҙа 55-се танк батальоны бү­леге курсанты, 1937–1939 йылд­арҙа – 25-се авиабригада курсанты, 1939–1940 йылдарҙа 36-сы авиаполктың 25-се авиабригадаһы уҡсы-радисы була… Алыҫ Көнсы­ғышта хеҙмәт итә, һуңғараҡ Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа йүнәлтелә. “Пе-2” бомбардировщигы уҡсыһы булып яуға инә.

“Пе-2” экипажы хәрби заданиенан әйләнеп ҡайтмай...

Яҡташыбыҙҙың артабанғы яҙ­мы­шына Рәсәй Оборона ми­нистр­лы­ғының Үҙәк архивынан алынған белешмә аныҡлыҡ индерә. Уны Ғәфүр ағайҙың улы – Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында йәшәгән Владимир Шарыгин биргән.

“Ғәфүр Шарыгин 1941 йылдың 8 мартынан алып 72-се бомбардировка авиация полкында хеҙмәт итә (38-се бойороҡ менән 1-се авиация экипажының осоусы-техник составының исемлеге иғлан ителгән). Старшина, һауа уҡсы-радисы дәрәжәһендә була ул. 1942 йылдың 8 авгусында вафат була һәм часть исемлегенән сығарыла (017-се бойороҡ, 1942 йылдың 8 авгусы)”, – тиелә документта.

“1942 йылдың 26 июлендә 72-се бомбардировка авиация полкы алдына Рамушево* янындағы Ловать йылғаһы аша кисеүҙе юҡҡа сығарырға һәм Омычкинола** “Пе-2” самолеттары составында төркөм менән дошман ғәскәрен һәм автотранспортты тар-мар итеү маҡсаты ҡуйыла... Бомбардировка һөҙөмтә­һендә ете автомашина һәм 4 йәйәүле ғәскәр бүлексәһе юҡҡа сығарыла”, – тиелә артабан документта.

Самолет һәм осоусы, звено ко­мандиры, лейтенант Козлов, штурман, өлкән лейтенант Вандышев, уҡсы-радист, старшина Шарыгин хәрби заданиенан әйләнеп ҡайтмай...

“Икенсе донъя һуғышы авиатор­ҙары” сайтында ошондай мәғлүмәт тә бар: “1942 йылдың 26 июнендә 15:55 сәғәттә 72-се бомбардировка авиация полкының “Пе-2” звеноһы (Төньяҡ-көнбайыш фронт, һөжүм итеүсе авиация төркөмө) өс мең метр бейеклектән  Яңы Свинухово ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡа­рай 500 метр арауыҡта урман ситендә автомашиналар колонна­һын тар-мар итә. Дүрт автомашина һәм һалдаттар бүлексәһе юҡҡа сы­ғарыла. Шул уҡ экипаж күрһәтелгән.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк, 72 бомбардировка авиация полкы 1941 йылдың 22 июненән алып 7 мартҡа, 1 апрелдән алып 20 ноябргә тиклем хәрәкәт итеүсе армия составына ингән.

Әсирлектә

 

Ә артабанғы хәлдәр тураһында байтаҡ йылдар үткәс кенә билдәле була.

– Ул иҫ киткес атай ине, – тип һөйләй Владимир Ғәфүр улы. – Йомоҡ кеше ине, һуғыш тураһында асылып һөйләп барманы.

…Командир һәләк була. Вандышев менән Шарыгин байтаҡ ваҡыт урман эсендә йөрөй. Аслыҡ­тан һәм өҙлөгөүҙән Вандышев та йән бирә. Ғәфүр иһә бер нисә көндән йәш көтөүсене осрата. Егет уны оккупациялағы биләмәлә урын­лашҡан емерек өйгә индерә. Староста полицейскийҙарҙы саҡыра, улары эт эйәрткән немецтарҙы алып килә. Ғәфүр мейес эсенә йәшенеп өлгөрә. Өйҙө урап сығып, бер кемде лә тапмағас, инде китергә йыйынғанда эҙләүселәрҙең береһе мейес эсенә күҙ һала һәм Ғәфүрҙе күреп ҡала. Ныҡ ҡаршы тора егет, шул саҡ немецтарҙың береһе ике тапҡыр аяғына ата.

Ҡанға батҡан старшинаны туҡ­мап, штабҡа алып китәләр, һорау алғандан һуң хәрби әсирҙәр өсөн лагерға ебәрәләр. Был ярала­ныуҙан һуң ул сатанлап ҡала, әммә физик эште башҡара ала.

Ғәфүр Сәҙришәриға улы Кесеҡорҙағы туғандарына документтарын немецтар тартып алыуы тураһында һөйләй. Партбилетын иһә ул аш бүлмәһендә эшләгән мәрйә ҡатынында йәшереп ҡалдыра. Әйткәндәй, бөгөн уның Рәсәй социаль-сәйәси тарих дәүләт архивынан алынған Бөтә Союз коммунистар (большевиктар) партияһы ағзаһының теркәү бланкы һаҡланған. Ғәфүр Шарыгиндың партия билеты: милләте – башҡорт, ата-әсәһенең 1917 йылдан һуңғы социаль хәле – ярлы крәҫтиәндәр, 1929 йылдан алып колхозсылар. 1942 йылдың 11 майында партияға алынған, билет һаны – 4420020.

…Бында, лагерҙа, Ғәфүр Сәҙри­шәриға улы ауылдашы Шәрифйән Әхмәтовты осрата. Ул бер нисә тапҡыр ҡасҡандан һуң, ныҡ туҡма­лып һәм яраланып эшлектән сыға, уны ас килеш тоталар. Ғәфүр ауылдашын ас үлемдән ҡотҡарыр өсөн төрлө юлдар менән уға ризыҡ алып килә. Һуңынан, тыныс тормошта, Шәриф­йән үҙенең ҡотҡа­рыусыһына ғүмер буйы рәхмәт уҡый. Тағы ла бер Кесе­ҡор кешеһе – Кашап та ла­герҙа була. Ғәфүр уға ла ярҙам итә, тик Кашап бабайға тыуған яғы­на әйләнеп ҡайтырға насип булмай.

Рикаф Абдуллин әйтеүенсә, Ғәфүр ағай үҙенең яратҡан апаһына күпте һөйләгән булған. Мәҫәлән, немецтарҙың өс тапҡыр үҙенә ҡәбер ҡаҙҙыртыуы хаҡында. Һәр осраҡта ла ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡала ул. Һуңғы тапҡыр ҡәбер ҡаҙғанында велосипедта хат ташыусы килеп етә һәм Ғәфүр Шарыгинды хәрби базаға ебәреү ҡарары тураһында хәбәр итә, икенсеһендә уны осоусылар курсына ебәрәләр...

Хәрби базала ул немец самолетын хеҙмәтләндерә башлай. Разведка мәктәбенә барырға тәҡдим итәләр, әммә ул сатанлығына һылтанып баш тарта. Әсирҙәге иптәштәре немецтарҙың тәҡдимен ҡабул итергә  кәңәш бирә. Һәм ул ризалаша.

Ғәфүр ағай һөйләүенсә, разведка мәктәбендә “немкамын” тип йө­рөгән уҡытыусы ҡатын СССР-ҙан эшкә алынған була. Пермдә тыуып үҫкән механик менән таныша. Һуғыштан һуң улар йыш ҡына осрашып, шул ваҡиғаларҙы иҫкә тө­шөрөр була. Шарыгин курсты та­мамлағандан һуң да самолеттарҙы ҡарай һәм тыуған яғына ҡайтырға хыяллана. Иң ышаныслы бомбардировщикты һайлай ул.

– Был көндә фашистарҙың байрамы була. Самолетҡа бензин ҡойолған. Ҡасыр өсөн ошонан да уңайлыраҡ мәлдең булыуы мөмкин түгел. Ике дуҫына алдан уҡ “әҙер тороғоҙ” тип әйтеп ҡуя. Немец­тарҙың эсеп иҫергәнен көтөп алғас, самолетҡа ултырып, һауаға күтәреләләр. Немецтарҙың бомбардировщикты атып төшөрөргә маташыуы бушҡа була. Ленинград фронтына барып еткәс, атайым рус һәм немец телдәрендә самолетты ултыртырға рөхсәт һорай, – тип һөйләй Владимир Шарыгин.

 

Тыуған яҡта уны нимә көтә?

 

Самолетты ултыртырға рөхсәт итәләр, артабан НКВД органдарына тапшыралар. Әсирлек, тикшереү эштәре башлана.

СССР-ҙың репрессия ҡорбан­дары сайтынан алынған белешмә совет летчигының ҡатмарлы яҙ­мышы хаҡында һөйләй: Ғәфүр Шарыгин (атаһының исеме Ғарип тип күрһәтелгән), 1915 йылғы, башҡорт, тулы булмаған урта белемле, партия ағзаһы, 72-се бомбардировка авиация полкы уҡсыһы, радист, 1944 йылдың 22 майында 58-се статья буйынса ғәйепләнеп, биш йылға иркенән мәхрүм ителгән, 1965 йылдың 31 майында реа­би­литацияланған (“Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабынан”).

– Унан бик ҡаты һорау алалар, Кесеҡорға ла запрос ебәрәләр. Тыуған ауылынан иһә “ышанысһыҙ кеше, мулла балаһы” тигән яуап ки­лә. Атайым был ҡағыҙҙы үҙ күҙ­ҙәре менән күрә, хатта ҡултам­ғаһын да таный, – тип дауам итә Владимир Ғәфүр улы.

Һорау алған чекист уны “һатлыҡ- йән” тип ғәйепләй башлағас, атайым үҙе ултырған ултырғысты уға бәрә. Бынан һуң уны бер нисә тәүлек муйынынан һалҡын һыуҙа тоталар, йоҡоһонан яҙҙыралар, башҡа төрлө яза бирәләр. Шунан уны Рыбинск ҡалаһындағы төрмәгә ебәрәләр.

 

Үпкә тойғоһо

 

Биш йылдан ниндәйҙер мөғжизә менән ашнаҡсы ҡатын йәшереп алып ҡалған партия билеты табыла. Ул бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерә һәм Ғәфүр Шарыгинды төрмәнән сығаралар. Һуңғараҡ ул реабилитациялана һәм хатта аҡсалата компенсация ала.

– 1950 йылда ул Молога ҡала­һында тыуып үҫкән рус ҡыҙы Нина Александровна менән таныша. Шул уҡ йылда өйләнешәләр, Ғәфүр ағай ҡорос иретеүсе булып эшләй.

– Атай-әсәйебеҙ һәйбәт йәшәне, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Владимир, – беҙ өс бала үҫтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Татьяна өс йыл элек вафат булды. Мин әсә­йемә оҡшағанмын, Сергей атайы­быҙға тартҡан. Атайыбыҙ ике метр самаһы буйлы, баһадир кәүҙәле ине. Беҙҙе иркәләтмәне лә, ҡыйыр­һытманы ла. Талапсан булды, бик күпкә өйрәтте.

– Атайығыҙҙың Михаил Девятаев менән осрашыуы дөрөҫмө? – тип һорайым Владимирҙан.

– “Беҙ уның менән бик күп һөйләштек” – был уның һүҙҙәре. Әммә теүәл генә бер нимә лә әйтә алмайым, – ти В. Шарыгин. – Ул бик йомоҡ булды. 26 йәшендә әсир­леккә алынып, шундай һынауҙар үтеү... Ул бит тыуған яҡҡа, фронтҡа ынтылған. Ә һөҙөмтәлә яза алған. 9 Май байрамдарына саҡырһалар ҙа, йөрөмәй торғайны. Үпкә тойғоһо бик ҙур ине. Партия билетын да яңынан тергеҙеп торманы.

Улы әйтеүенсә, Ғәфүр Сәҙри­шәриға улы Яңауылға ҡайтып өй алырға, тыуған төйәгендә йәшәргә хыялланған. Уралда ысын кешеләр йәшәй, тип әйтер булған. Кесеҡорға ғаиләһе менән һирәк булһа ла ҡайтып, урман-яландарҙы гиҙергә, балыҡ тоторға, тыуған еренән көс алырға яратҡан, ләкин уның тыуған яғына ҡайтып йәшәү хыялы то­мошҡа ашмай. 66 йәшендә башына ҡан һауыуҙан вафат була ул.

Ғәфүр Шарыгин Рыбинск ҡала­һында ерләнгән. Яҡташыбыҙҙың яҙмышында билдәһеҙ осорҙар ҙа күп әле. Туғандары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, уның тормош юлына асыҡлыҡ индереү өсөн, архив материалдары менән таныша. “Яңауыл таңдары” ла ошо тарихты яҡтыртып барасаҡ.

 

Раушания ҒАРИФУЛЛИНА.

Читайте нас: