Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
21 Ғинуар 2022, 17:35

Яҡты эҙе ҡалды

Талапсанлыҡ та, ябайлыҡ та, ғәҙеллек тә бар ине үҙендә.

Ғаилә архивынан.
Фото:Ғаилә архивынан.

Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында уҡытыусынан профессор дәрәжәһенә тиклем оҙайлы хеҙмәт юлы үткән Тимерғәле Килмөхәмәтов үҙенән һуң яҡты эҙ, йылы иҫтәлектәр, бай мираҫ ҡалдырҙы.

 

Күңел яралары – ғүмерлеккә

 

Ғүмеренең аҙағына саҡлы уҡы­тыусылыҡ, әҙәбиәт, фән өлкәһендә ең һыҙғанып эшләне, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне. Ҡасан ғына әле Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан “Беҙҙең Мос­тай” һәм “Мустай Карим и национальная культура Башкортостана” тигән китаптарының донъя күреүенә сикһеҙ шатланғайны. Һуңғыһы булыр тип кем уйлаған? Аяуһыҙ үлем кемдәрҙе генә аяҡтан йыҡмай ҙа кемдәрҙең генә өмөттәрен, хыялдарын селпәрәмә килтермәй икән? 80 йәшлек юбилейына ла бер нисә генә ай ҡалғайны. Үкенес: “ине” тип үткән заманда һөйләргә мәжбүрбеҙ...

 Тимерғәле Әбделғәлим улы университетта эшләү дәүерендә бик күп егеттәргә, ҡыҙҙарға остаз булып, һүҙ сәнғәтенең, әҙәбиәт фәненең, журналист һөнәренең нескәлектәренә төшөндөрөп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, оло тормош юлына сығырға булышлыҡ итте. Уҡытыусымы, журналисмы, дәүләт эшмәкәреме – кем генә булмаһын, ул һабаҡ биргән элекке студенттар бер ҡасан да һынатмай, остаздарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙ бурыстарын намыҫ менән атҡаралар. Заманында уҡытыусы-профессор үҙе лә эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараны. Ваҡыт үтһен тип кенә түгел, студенттары төплө белем алһын тигән маҡсаттан ойоштора ине ул лекцияларын. Ҡағыҙға ҡапланып түгел, ә һәр студенттың йөҙөнә ҡарап һөйләр ине тема материалын. Хоҙай Тәғәлә биргән көр тауыш, матур дикция, елле хәтер, мөләйем йөҙ тыңлаусының иғтибарын үҙенә тартып әсир итер ҙә ҡуйыр ине. 45 минуттың үткәне лә һиҙелмәҫ ине. Ә инде тәнәфестән һуң ҡайҙа туҡтаған, шунан лекцияһын ялғап алып та китер ине.

Уҡытыусының ораторлыҡ оҫталығына һоҡланмаған кеше булмағандыр. Шуға ла абруйы ҙур булды остаздың. Талапсанлыҡ та, ябайлыҡ та, ғәҙеллек тә бар ине үҙендә. Һәр кем менән уртаҡ һүҙ табып, ихлас һөйләшер, кинәнеп көлөп тә ебәрер ине. Ана шуға ла студенттары яратып, яҡын итеп “Тимерғәле ағай” тип хөрмәтләне үҙен. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә етәкселек иткәнендә күпме һәләтле йәштәрҙе күреп, артабан үҫергә, тәжрибә тупларға ярҙам итте. Ҡасандыр ошо түңәрәктә үҙ көсөн һынап ҡарағандар танылған яҙыусы, шағир, әҙәбиәт белгестәре булып китте.

Тимерғәле Әбделғәлим улына ныҡлы ихтыяр көсө, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсанлыҡ, үҙ-үҙенә ышаныс, эшкә тилберлек кеүек сифаттар хас ине. Илке-һалҡылыҡты һис кенә лә өнәмәне, студенттарынан да, аспиранттарынан да һәр нәмәне еренә еткереп башҡарыуҙы талап итте. Өйрән­гәндә ауыр булһа, уның ҡарауы, йәшәгәндә уңайлы булыр тигән принциптан ине һәр ғәмәле. Бының өсөн нигеҙ ҙә бар: заманында тормош кескәй Тимерғәленең үҙен дә бик иркәләргә теләмәй. Яу яландарында батырҙарса һәләк булған атаһын күреүҙән мәхрүм булып, әсәһе менән икәүләп тормош ауырлыҡтарын аҙым һайын татып үтә бала сағы. Тормош шулай сыныҡтыра, исеменә – есеме тигәндәй, тимерҙәй нығына. Атайлы балалар янында күңеленең бер мөйөшө китек булһа ла, сер бирмәй, сәмләнеп тотона һәр эшкә.

Ана шуға күрә лә бәләкәйҙән ҡул араһына кереп, яңғыҙ әсәһенә оло ҡара ҡаматсы (ярҙамсы тигән һүҙ. – Авт.) була, үҙҙәренән биш саҡрым алыҫлыҡтағы Бишауыл-Уңғар урта мәктәбен яҡшы билдәләр менән тамамларға ла көсөнән килә. Әммә күңел яралары, йөрәк әрнеүҙәре ғүмерлеккә ҡала. Байтаҡ йылдар үтеп, яҙыусы, ғалим булып танылғас: “Минең автобиографиям шулай башлана: “Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ беренсе йылда тыуғанмын…” Ошо ҡәһәрле һан минең бөтә яҙмышыма тамға итеп һуғыла. Бөйөк Ватан һуғышы шул рәүешле тормошомдоң бер өлөшөнә әүерелгән. Ижадымда ошо темаға әленән-әле әйләнеп ҡайтам икән, был ғәжәп түгел”, – тип яҙыуы ла тикмәгә түгел. Һуғыш темаһына ҡағылғанда тыныс ҡына һөйләй алмаҫ ине, күңеле тулып, күҙҙәре йәшкәҙәп китер ине.

 

“Барыһын да берҙәй күрәм…”

 

Тыуған ауылында артабан да емертеп донъяһын көтөп йәшәй алыр ине. Физик хеҙмәттән ҡурҡа торғандарҙан түгел: техникаһын да йүгәнләй ала, мал-тыуар тирәһе лә ят түгел. Әммә үҫмерҙе юғарыраҡ үрҙәр – ғилем үрҙәре тарта. Бәлки, уҡымышлы ауылдашы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев рухы үҙенән һуң йөҙ йыл үткәс донъяға килгән малайҙың үҙе тамамлап бөтмәгән эштәрен дауам итергә әшкәрткәндер? Тимерғәле Килмө­хәмәтовтың артабанғы яҙмышы был фаразды раҫлай ҙа. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа “Буденовка” тигән хикәйәһе, ә уҡыуын тамамлап диплом алған осорҙа “Айсыуаҡ” тигән повесы донъя күреүе әҙәбиәткә яңы бер яҙыусының килеүенә ныҡлы ышаныс тыуҙыра. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин әйтмешләй, “Тимер­ғәле иң тәүҙә яҙыусы булараҡ таныла.” Киләсәктә остаздарының да, китап уҡыусыларҙың да өмөттәрен аҡлай яҙыусы: артабан “Йондоҙ төҫө,” “Күк тояҡҡай,” “Ҡашлаҡтағы кешеләр” (ҡашлаҡ – ҡалҡыу урын тигәнде аңлата. – Авт.) “Хаҡлыҡ үлмәй”, “Йәнкиҫәк” тигән хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

Әгәр ҙә бар иғтибарын әҙәби ижадҡа ғына йүнәлтһә, исемлек тағы ла оҙонғараҡ һуҙылыр ине. Әммә Тимерғәле Килмөхәмәтов бер ыңғай ғилми эшмәкәрлек йөгөн дә тарта. Еңел булмаған был өлкәлә лә уңыштарға өлгәшә ул. Мостай Кәрим драматургияһының жанр үҙенсәлектәрен ентекле байҡау, башҡорт драматур­гия­һының поэтикаһы хаҡында төплө тикшеренеүҙәре әҙәбиәт донъя­һында өр-яңы күренеш була. Хатта Рәсәй әҙәбиәт ғилемендә драматургия поэтикаһын өйрәнеүсе тикшеренеү эше юҡ әле был ваҡытта. Ошо айҡанлы академик Ғайса Хөсәйенов бына ниндәй баһа бирә: “Беҙгә, башҡорт әҙәбиәт­селәренә, әҙәбиәтебеҙҙең төрлө төрҙәр, жанрҙар, яҙыусылар поэтикаһы менән бергә тарихи поэтика ғилемен барлыҡҡа килтерә­һебеҙ бар әле. Шул юлда Ти­мерғәле Килмөхәмәтовтың баш­ҡорт драматургияһы поэтикаһы буйынса монографияһы яҡты маяҡ­тарҙың береһе булып торорлоҡ”. (“Баш­ҡортостан” гәзите, 1996 йыл, 4 апрель). Былар – күҙгә күренеп торғандары ғына. Уларҙан тыш, күпме ижади портрет, рецензия, тәнҡит мәҡәләһе, очерк, уҡыу программалары яҙылған. Бөйөк ауылдашы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың рухы һис шикһеҙ ҡәнәғәт булғандыр үҙенең вариҫынан.

Вуз уҡытыусыһы, әҙәбиәт ға­лимы, әҙәби тәнҡитсе, журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре… Шуларҙан ҡайһы өлкә нығыраҡ яҡын тигән һорауға: “Барыһын да берҙәй күрәм”, – тип яуаплар ине. Һәр нәмәгә бар көсөн, һәләтен бирҙе ул. Ә инде күңел биреп башҡарған бар нәмә һөҙөмтәле була. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың бөтә эшмәкәрлеге бының асыҡ сағылышы булды.

 

Бөйөктәр йөҙ йылға бер тыуа

 

Шулай бер саҡ Өфөгә юлландым. Бер ауылдашым осраны ла, хәл-әхүәл белешкәс: “Һин Өфөгә барғас, Тимерғәлегә күп итеп сәләм әйт, йәме. Яҙыусы Тимерғәлегә. Ул – беҙҙең Тимерғәле”, – тип үтенгәйне. “Беҙҙең Тимерғәле” тигәнде бынан һуң да күп тапҡыр төрлө ауыҙҙан ишетергә тура килде. Халыҡ әйтә икән, хаҡ әйтә, ғәҙел баһаны ул ҡуя. Ана шулай хөрмәтләне Тимерғәле Әбделғәлим улын, шулай баһаланы уның ҡылған эштәрен туған халҡы. Лайыҡлы рәүештә дан-шөһрәт ҡаҙанды, юғары үрҙәр яуланы, әммә ул, шуларҙан башы әйләнеп, һис кенә лә танау сөймәне, һәр ваҡыттағыса ябай, ихлас, киң күңелле булып ҡала алды. “Хаҡлыҡ үлмәй” (1991 йыл) китабына баш һүҙендә шулай тип яҙғайны: “Әҫәрҙәремде яңынан күҙҙән үткәреп, уларҙы бер бөтөн итеп ҡарағас, күрҙем: геройҙарым, характерҙары буйынса бер-береһенән айырылһа ла, бер уртаҡ кешелек һыҙатына эйә. Ал да гөл түгел уларҙың тормошо. Яралы яҙмыш, яралы мөхәббәт. Тормоштоң асыһын-сөсөһөн күп татыған кешеләр оҡшайҙыр, ахырыһы, миңә. Ундайҙарға таяндым, таянам, таянырмын”. Ана шуға күрә һәр саҡ яҡташтарының, хеҙмәттәштәренең ихтирамын тойоп, матур ғүмер кисерҙе.

Тимерғәле Килмөхәмәтов бай­таҡ йылдар рулдә булды. Бер нисә машина алыштырып өлгөрҙө. Тәжрибәле водитель тип әйтерлеге бар ине. Хәҙерге машиналар механик һәм автомат күсергес тартмалыларға бүлеп йөрөтөлә. Шуларҙың ҡайһыларын ҡулайыраҡ күрәһең, тип ҡыҙыҡһыныуыма: “Ҡулың менән тойоп, кинәнеп тиҙлекте алыштырмағас, машинамы ни ул”, – тип яуаплауы ла уның еңелгә ынтылмауына асыҡ ишара ине.

Тормош яҙыусының шундай тәбиғәтен әленән-әле раҫлап торҙо. Беренселәрҙән булып үҙенең ауылдашы бөйөк мәғрифәтсе Мөхәмәт­сәлим Өмөтбаевтың тормош юлын, ижади һәм фәнни хеҙмәттәрен, йәмәғәтселек һәм дәүләт эшмә­кәрлеген өйрәнергә тотоноуы үҙе бер ҡыйыулыҡ булды. Ошо йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлеге Ҡырмыҫҡалы районы тарафынан булдырылған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге әҙәби премия менән тәүге булып лайыҡлы рәүештә баһаланды. Үҙе лә мәғрифәтсенең тыуған ауылы Ибраһимдағы ҡәберен тәрбиәләп тороусы мәктәп балаларын дәртләндереү өсөн шәхси премия­һын булдырғайны. Йыл һайын “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҡыу­ҙарын” башлап йөрөүсе лә, унда ялҡынланып сығыш яһаусы ла Тимерғәле Әбделғәлим улы булыр ине... Ҡыҙғаныс, быйылғы уҡыуҙар унһыҙ ғына үтте. Ҡайһылай ҡыуанып, ҡанатланып йөрөр ине...

 …Ҡыҙылғы йылғаһы буйында хозур тәбиғәт ҡосағында урын­лашҡан Ибраһим ауылында бөйөк шәхес Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев донъяға килгән. Ә инде шул көндән һуң 100 йыл үткәс, Хоҙай Тәғәлә икенсе бер күренекле шәхес булыр Тимерғәле тигән малайҙы бар ҡылған. Осраҡлымы, яҙмыш ҡушыуымы: йылдар уҙғас, ошо малай Өмөтбаев олатаһына оҡшап, телгә маһир, тәрән аҡыллы, үткер фекерле, үҙ ҡарашлы булып, халҡының данлыҡлы улы дәрә­жәһенә күтәрелгән. Бөйөктәр йөҙ йылға бер тыуа, тигән һына­мыштың ысынбарлыҡтағы сағы­лышы түгелме был?

Бөйөк мәғрифәтсе менән уның арҙаҡлы вариҫының мәңгелек йорттары ла йәнәш кенә... Рухтары ла бергәлер.

 

 Рим ИСХАҠОВ.

Читайте нас: