Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
28 Ғинуар 2022, 12:29

Аҡ нур һибеп йәшәй күңелдәрҙә

Тәҡдирҙәрҙән уҙмыштар юҡ...

Заманаға әллә ниҙәр булды... Әллә кешеләр, әллә барса донъяһы гонаһтарға баттымы? Беҙгә ҡалһа, ҡай берәүҙәргә донъяның ҡыҙыҡтары, йәшәүҙең тәм-ҡәҙере бөтә барғандай күренә башланы, илтифатһыҙлыҡ баҫҡандай тойола. Бынауы аяуһыҙ пандемия тигәне, әллә ҡайҙан килеп юлығып, бәндәләрҙең ғүмерҙәрен аяуһыҙ ҡыя. Ҡурҡҡаныбыҙ шунан: тыуыуға ҡарағанда, китеүҙәр күбәйеүенән. Көнө-төнө шунса әҙәмдәр баҡыйлыҡҡа күсте тигән хәбәрҙәргә күнегеп тә барабыҙ шикелле...

 

Йондоҙ ғүмере инселәнгән булған

 

Ошондай уй-фекерҙәребеҙ әле генә “Китап донъяһы” (“Мир печати”) нәшриәтендә донъя күргән “Ерҙә яҡты эҙе ҡалды” тигән хәтернамәне ҡулға алғас яралды. Китаптың редакторы танылған ғалим-педагог, педагогия фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф, РФ дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов, төҙөүсе-авторҙары – доценттар Ф.Б. Санъяров, Э.Ш. Фәйзуллина. “Ерҙә яҡты эҙе ҡалды” исемле хәтернамә киң билдәле педагог, оҫта етәксе, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт даирәһендә танылыу яулаған Альбина Наил ҡыҙы Баязитованың тормошон, эшмәкәрлеген һәм шәхесен һүрәтләй, арабыҙҙан ҡаты ауырыуҙан һуң үтә иртә киткән ил ҡыҙының сағыу һынын күҙ алдына баҫтыра. Ул ғына ла түгел, китап яҡындарының, бихисап коллегалары, дуҫ-иштәренең йылы һүҙҙәре, яҡты хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашыу, милләттәштәребеҙгә күңелдәген саф йөрәктән еткереү мөмкинлеген бирә. Дөрөҫөн әйткәндә, был хеҙмәт үтә ҡыҫҡа ваҡытта яҙылды, мәрхүмәбеҙҙең ҡырҡына тәүге баҫмаһы өлгөртөлдө, тулыландырылғаны Альбина Баязитованың тыуыуына 55 йыл тулған көнгә нәшер ителде.

Баҫманы нәшер итеүгә әҙерләгәндә, шуға иғтибар иттек: йәмәғәте Сынтимер Баязитов, әсәһе Сәбилә Килсенбаева Альбина Наил ҡыҙының һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабаланыуын, ашығып йәшәүен ҡат-ҡат иҫкә алды. Ана нимә ти улар: “Уҡытыусылар булһынмы, тәрбиәселәрме, ветерандармы – улар бөтәһе лә етәкселәрен, Альбина Наил ҡыҙын ныҡ хөрмәт иттеләр. Һуңғы көндәренә тиклем шылтыратып, хәлен белеп торҙолар. Балаларға яҡшы әсәй, миңә яратҡан ҡатын, эшендә яҡшы, абруйлы етәксе булды. Урамда атлағанда ла осоп тигәндәй йөрөй торғайны. Ғүмеренең шулай ҡыҫҡа булырын алдан белгән һымаҡ, бөтөн нәмәне эшләп ҡалғыһы килгәндер инде...”. “Ваҡыт... Ваҡыт тигән нәмә үтеп кенә тора икән. Ваҡыт яраларҙы, ҡайғыларҙы уңалта, тиҙәр. Юҡ шул, һис уңалтмай... Ҡыҙымдың беҙҙең арала юҡлығына ярты йыл тула, әммә йән яралары тәрәнәйә генә... Уның һәр аҙымы, һәр һүҙе, эштәре күҙ алдыма килә лә баҫа. Эй, Илаһым, гел генә ашығып йөрөнө шул, Аллаһы Тәғәлә ашыҡтырғандыр инде...”

Бәлки, күктәргә ашып, аҡ нур һибеп йәшәр шәхестәр шулай ваҡытында барына өлгәшеп, шатлыҡ-ҡайғыларын күреп ҡалырға ынтылыуҙан ашығалыр. Бер уйлаһаң, ҡабаланмай, һис бошонмай, иртәгәһен ишәккә, тип йәшәүгә ҡарағанда, ана шулай янып, ярһып көн итеүең, осҡон сәсеүҙәрең күпкә отошлораҡтыр. Беҙҙеңсә, һис шикһеҙ, Альбина Наил ҡыҙы ергә быҫҡып ятыр өсөн килмәне, Хоҙай уға йондоҙ ғүмерен инселәгән, тип уйланабыҙ бөгөн.

Альбина Баязитова 1967 йылдың 29 ғинуарында  Күгәрсен районының Һатлыҡ ауылында донъяға килә. Юлдыбай урта мәктәбен тамамлағас, хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, филология факультетының рус-башҡорт бүлегенә уҡырға инә, тәүге көндәрҙә үк төркөмдәштәре янып, дәрт-дарманы ташып торған, ойоштороу һәләтенә эйә һылыу ҡыҙҙы староста итеп һайлап ҡуя. Төркөм дә, деканат та уңа. Буласаҡ йәмәғәте менән танышыуҙары үҙе бер ҡыҙыҡ та, ғибрәтле лә ваҡиға булған икән. Сынтимер Баязитовтың һөйләгәне: “1983 – 1985 йылдарҙа әрме хеҙмәтен үтәп, быға тиклем уҡыған институтыма килдем. Уға тиклем, йәйге осорҙа ауылда эшләп, бер аҙ сығым туплап, дуҫ егет менән Мәскәүгә юл тоттоҡ. Әлбиттә, Мәскәүгә барғас, магазин юлдары үтеп, тейешле кейем-һалым алып, уҡырға әҙерләндем. Ваҡыт еткәс, БДПИ-ға килеп керҙем һәм дәрестәр теҙмәһе буйынса, 2-се курс ултырған аудиторияға индем. Өҫтә затлы костюм (Мәскәүҙән алынған бит инде), ҡулда дипломат. Килеп кереүем булды 50-ләп студент тороп баҫты. Аптырап ҡалдым. Шулай артҡы рәткә барып ултырғас, былар дәррәү көлә башланы. Баҡтиһәң, улар мине  Вельц фамилиялы уҡытыусы тип ҡабул иткәндәр икән. Аудиторяла ултырабыҙ, минең эргәмә бик ҡыйыу, матур ҡыҙыҡай килеп, һеҙҙең ошо дипломатығыҙҙа плоскогубцы юҡмы ул, тип һораны. Мин аптырашта ҡалдым. Ниндәй тағы плоскогубцы? Баҡтиһәң, Альби­набыҙҙың үксәһенең “набойкаһы” төшкән дә шуны төҙәтергә кәрәк икән. Бына шулай булды беҙҙең беренсе танышыу...” Күрәһең, йәштәр бер күреүҙә бер-береһен оҡ­шатҡандыр, шуға күрә институтта уҡыуҙар бөтөр алдынан улар башлы-күҙле була, дәүләт имтихандары тапшырған көндәрҙә улдары Айнур донъяға килә. Нишләйһең, Альбина Наил ҡыҙының йәшәү темпы тыумыштан уҡ шулай етеҙ, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу...

 

Иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе

 

1989 йылда уҡыуын тамамлағас, А.Н. Баязитова Өфө финанс һәм иҡтисад колледжында тәрбиәсе булып эш башлай, йәш ғаилә ошо уҡыу йортоноң дөйөм ятағында йәшәй. Урынлашып, прописка алыуҙарына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Өфөлә йәшәй башлауҙың ауырлығы күптәребеҙгә таныш. Ыҙалы юлдың бар баҫҡыстарын Баязитовтар ҙа намыҫ менән үтә. Альбина менән Сынтимер Баязитовтар 1994 йылда яңы асылған 136-сы башҡорт лицейында эшләй башлай. Ғаилә башлығы – директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, ә Альбина Наил ҡыҙы – лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бер нисә йылдан С.Б. Баязитов 140-сы гимназия директоры, артабан ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе, дәүләт эшмәкәре вазифаларына үрләтелә. Альбина Наил ҡыҙын да шундай уҡ хеҙмәт көтә, Өфө ҡалаһының 140-сы, 20-се башҡорт гимназиялары директоры, БР Хөкүмәтендә белгес, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Һуңғы йылдарҙа ул баш ҡаланың “Водоканал” ойошмаһында генераль директор урынбаҫары булып хеҙмәт итте. Альбина Наил ҡыҙына эшкә бирелгәнлек, оло яуаплылыҡ, һәр эшкә ижади ҡараш кеүек сифаттар хас ине. Ул ҡул аҫтындағылар, ҡала халҡы, педагогтар, ябай кешеләр менән ихлас аралашты, кеше айырманы. Абруйы бик юғары булды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды. Ул бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең “Йыл директоры” титулын яуланы. Илебеҙ Президенты В.В. Путиндың рәхмәт хаты һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнде. Ә шулай ҙа уның иң мәртәбәле, абруйлы бүләге – халыҡ һөйөүе, етәкселәрҙең, коллегаларының, яҡындары һәм дуҫтарының йылы һүҙе, оло рәхмәте! Шулар менән бергә йәмәғәте С.Б. Баязитов менән улдары Айнурҙы, ҡыҙҙары Гөлназды һоҡланғыс шәхестәр итеп тәрбиәләне, ваҡытында дөрөҫ юл күрһәтте. Мәҫәлән, Айнур Баязитов Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай, бөгөн “Роснефть” компанияһында әйҙәүсе инженер, ә Гөлназ Сирусина Өфө дәүләт авиация-техник университетының иҡтисад факультетын тамамлай, “Газпромбанк”та баш белгес. Самир исемле ул үҫтерәләр.

 

Һине яратмайса мөмкин түгел

 

А.Н. Баязитованың танылған педагог, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, мәғариф етәксеһе булып үҫеүендә, һис шикһеҙ, әсәһенең, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһының, роле баһалап бөткөһөҙ. Тап әсә кеше тыуған иленә эшһөйәр, илһөйәр шәхес үҫтергән. Беҙгә иң ҡайғылы көндәрҙә Сәбилә Усман ҡыҙының эргәһендә булырға тура килде, оло ҡайғыһын аҙ ғына булһа ла еңеләйтергә тырыштыҡ. Ә Өфөгә Күгәр­сендән ҡайтырға сыҡҡас, Килсенбаевтар яратҡан, ололаған Әүлиә тауын үткәндә үҙенән-үҙе ошо юлдар тыуҙы:

 

Ғазабыңдың тәрәнлеген тойҙом

Ҡулдарыңа ҡулым һалғанда.

Дымлы ҡараштарың күктә ине,

Көпә-көндөҙ йондоҙ янғандай...

Иң ауыры, беләм, бөгөн һиңә, –

Нисек түҙә әсә йөрәге?!

Шуғамылыр ҡараштарың күктә, –

Йыуатыусы – Күктең Тәңреһе!

Аҙмы әсәләр бар был донъяла

Юғалтҡандар ғәзиз балаһын?!

Өләсәйем ғүмер буйы көттө,

Өмөт итте улы ҡайтаһын...

Яуҙа йығылғандар ҡайтамы ни,

Ҡайтһа,  ҡайта булып торналар...

Әллә ниңә быйыл үтә артыҡ,

Көндәр артыҡ ҡайнар торалар?!

Көн эҫеһе баҫылыр ҙа бер саҡ,

Баҫылырмы йөрәк яныуы?!

Өләсәмдең һүҙе иҫкә төшә:

“Бигерәк ауыр яңғыҙ ҡалыуы!..”

Сәбилә апай!

Ҡайнар ҡарашыңды

Күктән алма, һыйын Тәңрегә!

Көстәр тапһам,

Ваҡыт тәгәрмәсен

Борор инем үҙем кирегә!..

Нишләйһең, тәҡдирҙәрҙән уҙмыштар юҡ, беҙгә бары сабырлыҡтар менән, йылы хәтирәләр һаҡлап, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең яҡты рухын рәнйетмәй йәшәргә ҡала. Ә киткәндәргә беҙҙең яҡты уйҙарыбыҙ, улар башлағанды дауам итеүебеҙ, улар һыҙған яҡты нурҙарҙы күреп күңелдәребеҙҙең балҡып китеүе кәрәк.

Һүҙ аҙағында йәнә Сынтимер Биктимер улы Баязитов әйткәнде тыңлайһы ҡала: “Беҙҙең бергә ғүмер итеүебеҙ ауырлыҡтар аша, еңеүҙәр менән үрелеп барҙы. Алда торған бурысттарҙы икәүләп лайыҡлы үтәнек һәм киләсәккә ҙур-ҙур пландар ҡороп йәшәнек. Эшләйһе эштәр, өлгәшәһе уңыштар алда ине. Һуңғы осорҙа Альбинам минең бер йырымды яратты, ә мин уға уны йышыраҡ йырларға тырыштым. Беҙҙең яратҡан йырыбыҙ ҡайһы бер көндәрҙә радио тулҡындарында минең башҡарыуҙа яңғырар ине. Икебеҙ ҙә шул саҡта тын ҡалып, ошо моңға сорналыр инек... “Һинең күҙҙәреңдә яҡты нур...” (Альфред Яҡшембәтов музыкаһы, Гөлләриә Ғиззәтова һүҙҙәре).

“Юлдаш” радиоһында талғын ғына, йөрәктәргә үтеп инер, һағыш-моңға сорнар йыр ағыла: “Һине яратмайса мөмкин түгел”. Йыр, бөгөн арабыҙҙа булһа, үҙенең 55 йәшен билдәләр матур шәхес, ил ҡыҙы Альбина Наил ҡыҙына арналған... Эйе, һәйбәт кешеләрҙән ерҙә яҡты эҙҙәр генә ҡалмай, күрәһең, матур моң да мәңгегә ҡала. Радио тулҡындарында Сынтимер Баязитов башҡарған йыр йыш яңғырай, тыңлаған һайын тетрәнәбеҙ, күҙ алдында мәңге айырылмаҫ пар аҡҡоштар ҡанат ҡаҡҡан кеүек, бер-береһен һөйөп, зәңгәр күктә мәңге осоп йөрөр төҫлө тойола был йырҙан һуң. Күрәһең, тоя белһәң, күктән яҡты нурҙар ғына түгел, мөхәббәтте мәңге данлар моң да ағыла икән: “Һине яратмайса мөмкин түгел...”. Асмандарға ашыр был йыр, әйҙә, ағылһын, мәрхүмдәребеҙҙең рухын шат ҡылһын, моңо менән иҫән-имендәрҙең күңелен яҡтыртһын, йөрәктәребеҙгә ихласлыҡ һәм миһырбанлыҡ бирһен! Бөгөн кешеләргә, донъяға тап шулар кәрәк!

 

Салауат КӘРИМОВ,

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире;

Фәнзил САНЪЯРОВ,

БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

 

Сынтимер БАЯЗИТОВ:

“Ғүмеренең шулай ҡыҫҡа булырын алдан белгән һымаҡ, бөтөн нәмәне эшләп ҡалғыһы килде. Балаларыбыҙға юғары белем биреп, уларҙың үҙаллы тормошона ҡыуанып, олатай-өләсәй булып йәшәй генә башлаған осорҙа беҙҙе ташлап, мәңгелеккә китеп барҙы. Тормошто яратты. Нишләйһең, ауыр сир барыбыҙҙан да көслөрәк булып сыҡты. Ҡәҙерлемде һауыҡтырыр өсөн әллә ниҙәр эшләгән кеүек инем. Бармаған ер, күрмәгән табип ҡалманы... Ятҡан урының йәннәт түрҙәрендә булһын! Һөйөклөм, Альбинам! Беҙ һине мәңге онота алмаясаҡбыҙ! Ҡалған изге эштәреңде артабан дауам итеп, һинең исемеңә тап төшөрмәй йәшәйәсәкбеҙ!..”

Читайте нас: