Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
1 Февраль 2022, 19:31

Бар шундай һөнәр – Тыуған илде һаҡлау

Быйыл дуҫыбыҙ, иптәшебеҙ, үҙенсәлекле, героик яҙмышлы шәхес  Марат Шамил улы Харисовҡа 75 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул арабыҙҙа юҡ. Ҡаты сир ғүмерен бик иртә өҙҙө.

Марат Шамил улы 1947 йылдың 2 февралендә Туймазы районының Аҙнағол ауылында тыуған. Өҫән йылғаһы буйындағы Ҡыҙылташ ауылында үҫә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та шунда йәшәй ул.

2016 йылда Өфөлә “Башҡорт­остан комсомолы” энциклопедияһы донъя күрә. Унда республикабыҙҙа комсо­молдың барлыҡҡа килеү, үҫеш тарихы яҡтыртыла, Башҡортостан комсомолы тарихына ингән шәхестәр тураһында биографик мәҡәләләр бирелә. Улар араһында Марат Шамил улы Харисов тураһында ла мәғлүмәт бар.

Энциклопедияның бер нисә юлында ауыл уҡытыусыһы тормошоноң тәүге йылдары сағыла. Унан һуң – Өфө ҡалаһының Дим районына күсеү, ВЛКСМ-дың Дим район комитетында ойоштороу бүлеге мөдире, икенсе секретарь, КПСС-тың Дим район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләү осоро. Был йылдарҙа Харисов ойоштороу эшендә бай тәжрибә, кешене инандырыу, илһамландырыу, үҙ артыңдан эйәртеү оҫталығы туп­лай.

Ошондай тормош багажы менән 1977 йылда Марат Шамил улы именлек органдарына саҡырыла һәм Минск академияһына ебәрелә. Унда оператив контрразведка эше нескәлегенә төшөнә. Тиҙҙән Рәсәй Федерацияһының махсус хеҙмәте ағзаһы булып китә.

“Бар шундай һөнәр – Тыуған илде һаҡлау”,    тигән “Офицерҙар” фильмы геройҙарының береһе. Был һүҙҙәр погонлы хәрби хеҙмәткәр, махсус хеҙмәттәр йәки эске эштәр органдары хеҙмәткәре булһынмы, Ватанды һаҡлауҙы ғүмерлек һөнәре, эше итеп һайлағандар хаҡында. Полковник Харисов та тап шундайҙарҙан ине.

1977 йылдан СССР Дәүләт именлеге комитетында оператив хеҙмәт­кәр булған Марат Шамил улы 1982 – 1986 йылдарҙа Дәүләт именлеге комитетының Афғанстандағы вәкил­легендә эшләй, илдең дәүләт именлеге удар подразделениеларын, махсус тәғәйенләнештәге оператив батальондар төҙөүҙә ҡатнаша. Марат Шамил улы Афғанстан Демократик Республикаһының III дәрәжә Йондоҙ ордены (беҙҙең III дәрәжә Дан орденына тиң), “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә. 

Афғанстанда туплаған тәжрибә­нең тыуған яҡҡа ҡайтҡас та файҙаһы тейә. Полковник Харисовҡа террор­сылыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса подразделениеға етәкселек итеү, һуңыраҡ шул осорҙоң яңы күренеше – ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеген төҙөү бурысы йөкмә­телә. Был подразделе­ние­ларҙың эше һөҙөмтәһендә респуб­ликаның баш ҡалаһында бик күп ҡораллы енәйәт­сел төркөмдәрҙең ғәмәлдә­ренә кәртә ҡуйыла.

Бер аҙҙан Марат Шамил улы Туймазыға ебәрелә. Унда Федераль именлек хеҙмәтенең урындағы бүлек­сәһен ойоштора һәм уға етәкселек итә. Был йылдар тотош илдә, шул иҫәптән айырым ҡала­ларҙа рэкет, енәйәтсел төркөмдәр әүҙемләшкән, наркобизнес, террор­сылыҡ үҫеш алған осорға тура килә. Полковник Харисовтың енәйәтсе­леккә, экстремизмға ҡаршы көрәшкә индергән тос өлөшө Почет ордены менән билдәләнә.

Граждан хеҙмәтенә күскәс, М.Ш. Харисов ике тапҡыр, 1999 һәм 2003 йылдарҙа, Башҡортостан Респуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса даими комитеты рәйесе итеп һайлана. Юғары закондар сығарыу органында эшлә­гән осорҙа ҙур тормош тәжрибәһенә эйә булған Марат Шамил улы республика ҡануниәте системаһын үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә.

М.Ш. Харисов, ҡайҙа ғына эшлә­мәһен, һәр саҡ граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлауы, ғәҙеллеге, эше­нә тоғролоғо, юғары профессионализмы, көслө характеры, талап­санлығы, бер үк ваҡытта баҫал­ҡылығы менән айырылып торҙо. Ул мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, ихлас, итәғәтле, иғтибарлы шәхес булды.

Беҙҙең хәтерҙә лә Марат Шамил улы Харисов Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы улы, тоғро дуҫ һәм иптәш булып һаҡланып ҡалды.

 

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ветерандар советы.

Читайте нас: