Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
8 Февраль 2022, 09:16

Туған телгә һәйкәл ҡуйҙы

Ырыҫлы Ырымбур еренең данлы улдарының береһе булды.

Халҡыбыҙҙың аҫыл улдары араһында башҡортлоҡ ғилемендә генә түгел, ғөмүмән, төркиәттә танылған тел ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ-тың почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Кәрим Ишбаев мәртәбәле урын тота.

 

Унан уңдылар

 

1975 йылдың көҙөндә миңә Кәрим Ғайса улы менән яҡындан танышыу насип булды. Икебеҙ ҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыған аспиранттары инек. Тел секто­рының ул саҡтағы мөдире, шул йылда 40 йәшендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин – ғилми етәксебеҙ һәм остазыбыҙ. Баһадир кәүҙәле, шоморт-ҡара сәсле Кәрим Ғайса улының алдында ҡалын ҡулъяҙма ята – ул тамамланған диссертацияһын алып килгән икән.

Ырымбур башҡорто К.Ғ. Ишбаев 1937 йылдың 9 февралендә хәҙерге Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында донъяға килә. Юшатырҙы һыулаған был данлыҡлы ауыл, “Ғәҙебәк Насир” тигән халыҡ йырында йырланып, Баязит Бикбайҙың “Аҡселән ташҡанда”, Зиннур Ураҡсиндың “Ҡарат” исемле романдарында тасуирланған. Ауылдағы ете йыллыҡ башҡорт мәктәбен тамамлағас, Кәрим Ишбаев бер төркөм тиҫтерҙәре менән заманының абруйлы Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Был уҡыу йортон бер үк осорҙа Кәрим Ғайса улы һеңлеһе Зәкиә менән, ә күрше Мәҡсүт ауылынан Зиннур Ғәзиз улы ҡустыһы Мансур менән тамамлай. Дипломлы йәш белгес К.Ғ. Ишбаев Хәйбулла районының Иҫәнгилде мәктәбендә тейешле өс йыл эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Юғары белемле филолог булараҡ, тыуған Аллабирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус һәм немец телдәре уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса мөдир, директор вазифаларын башҡара, йәмәғәт эштәренә күмелә. Кәрим Ғайса улының тәүге ғилми-методик мәҡәләһе “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналы­ның 1966 йылғы 9-сы һанында донъя күрә.

Кәрим Ғайса улына һис тә тынғы бирмәгән хыял-маҡсаты була: артабан уҡыуҙы дауам итеү, ғилем менән етди шөғөлләнеү. Фән юлына аяҡ баҫырға, башҡортлоҡ ғилемен һайлауҙа терәк-таяныстары, юл ярған остаздары, әйҙәгән маяҡтары бар. Талантлы төркөмдәштәренең бер-береһенә ыңғай йоғонтоһо, үрнәк булып тороуы айырыуса мөһим һәм хәл иткес роль уйнай. Был йәһәттән Кәрим Ғайса улына һабаҡташы, рухи һәм ғилми остазы Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың өлгөһө һәм абруйы ҙур була. Һөҙөмтә шулай: филология факультетын 1963 йылда тамамлаған 17 егет һәм ҡыҙҙың алтауһы – филология, философия буйынса фән докторы, ә береһе фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.

К.Ғ. Ишбаев 1975 йылда “Башҡорт телендә ҡылымдың инфинитив формалары” темаһына кандидатлыҡ дис­сер­тацияһын яҡлай. Хеҙмәттең ҡыҫ­ҡартылған варианты уҡыу әсбабы булараҡ нәшер ителде. Башҡорт теле­нең 1981 йылғы академик грамма­тикаһының исем ҡылым менән инфинитив бүлектәренең Кәрим Ғайса улы тарафынан юғары кимәлдә яҙылыуы башҡорт тел ғилеменә етди әҙерлекле фән белгесе килеүе хаҡында һөйләй ине.

1976 йылда мәғариф өлкәһендә бай тәжрибә туплаған һәм фән юлына ныҡлап аяҡ баҫҡан К.Ғ. Ишбаевты Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡыралар. Ул өс балалы ишле ғаиләһе менән күсеп килә һәм яңылышмай. Кәрим Ғайса улы – Стәрлетамаҡтан, ә СДПИ Кәрим Ғайса улынан уңды тиһәк, дөрөҫ булыр.

Тел-әҙәбиәт факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эш башлаған К.Ғ. Ишбаевтың оҙайлы эш урыны республикала тәүге булып асылған башланғыс кластар факультетында була. Яңы факультетты нигеҙләгән ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, Кәрим Ғайса улы кафедраға етәкселек итә, декан урынбаҫары була, йәғни гел яуаплы вазифалар башҡара. 1998 йылдан төп эше менән бергә БР Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалында (һуңғараҡ-Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты) бүлек етәксеһе һәм лаборатория мөдире була. Юғары мәктәпкә арналған 40 йыллыҡ әүҙем ижади ғүмерендә Кәрим Ғайса улы фән һәм мәғариф өлкәһендә, үҙенең тәбиғи талантына егәрлелеген дә ҡушып, юғары белемле башланғыс класс уҡытыусылары, киң профилле уҡытыусы-филологтар әҙерләүгә тос өлөш индерҙе.

Шәкерттәре – фән юлында

 

Профессор К.Ғ. Ишбаев 150-нән артыҡ фәнни-методик хеҙмәт ижад иткән, атап әйткәндә, ул – 30-ға яҡын монография, дәреслек һәм уҡыу  әсбаптарының, биш уникаль һүҙлектең һәм 120-нән ашыу ғилми мәҡәләнең авторы йәки авторҙашы. Кәрим Ғайса улының башланғысы һәм тырышлығы менән юғары уҡыу йорттары өсөн ике дәреслек нәшер ителде: “Хәҙерге башҡорт теле” (1986) башланғыс кластар факультеты студенттарына тәғәйенләнһә, ”Башҡорт теле” (2012) студент-филологтар өсөн тел асҡысы булды. Һуңғы дәреслек тәүгеһенән бер ярым тапҡырға ҡалыныраҡ һәм йөкмәткеһе буйынса ла тосораҡ. Ни тиһәң дә, уларҙы сирек быуат ваҡыт-арауыҡ тоташтырып тора шул.

Кәрим Ғайса улының төп хеҙмәте – “Башҡорт теленең һүҙъяһалышы” (1994) исемле монографияһылыр, моғайын. Тап ошо хеҙмәт уның докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил иткән. Әйткәндәй, К.Ғ. Ишбаев Стәрлетамаҡта башҡорт филологияһы буйынса тәүге фән докторы булды.

Фундаменталь лексикографик хеҙмәт булараҡ, “Башҡорт теленең һүҙъяһа­лыш һүҙлеге” (авторҙашы – доцент Зөлфиә Кәрим ҡыҙы Ишкилдина) 61 меңдән ашыу берәмекте, шул иҫәптән 3700 самаһы махсус лексиканы – терминды үҙ эсенә ала. Профессор К.Ғ. Ишбаев менән доцент З.К. Ишкилдина ижад иткән “Башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге” (2001), ғөмүмән, төркиәттә яңы һәм ҡабатланмаҫ күренеш булды. Ошо ике дөйөм лексикографик хеҙмәт нигеҙендә улар ике мәктәп һүҙлеген баҫтырыуға өлгәште: “Хәҙерге башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге” (2013) һәм “Башҡорт теленең ҡыҫҡаса һүҙъяһалыш һүҙлеге” (2014).

Тел ғалимы һәм уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы К.Ғ. Ишбаев, фән-ғилем өлкәһендә юл ярып-күрһәтеп, алға әйҙәп барыусы остаз булып, һөҙөмтәлә уның тоғро шәкерттәре араһынан фән кандидаттары ғына түгел, фән докторы ла үҫеп сыҡты. Профессорҙың бер нисә хеҙмәте үҙенең тәүге аспиранты һәм докторанты Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина менән берлектә ижад ителгән. Хәҙерге көндә профессор Г.Р. Абдуллина БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына етәкселек итә.

Кәрим Ғайса улы миңә “Башҡорт энциклопедияһы”на юл асыусы булды. Тәүҙә бергәләп “Лексикография” тигән мәҡәлә яҙғайныҡ, артабан инде ул үҙ проблематикаһы буйынса хеҙмәттәр әҙерләне. Миңә иһә үҙ тематикам буйынса унлап мәҡәлә баҫтырыу мөмкин булды.

2001 һәм 2002 йылдарҙың йәмле май-июнь айҙарында БДУ-ның Сибай институтында ике йыл рәттән Кәрим Ғайса улы менән (ул – көндөҙгө, мин – ситтән тороп уҡыу бүлегендә) дәүләт аттестация комиссияһында рәйеслек иттек. Институт етәкселеге, уның бүлектәре эште аныҡ һәм теүәл ойошторғайны. Кәрим Ғайса улының был өлкәлә тәжрибәһе бар, Сибай институты ла уға яҡшы таныш. Һәр хәлдә, унан был эштә күп нәмәгә өйрәнергә була ине. Урал аръяғының баш ҡалаһына тәүге аяҡ баҫыуым булһа ла, институтта яҡшы таныш коллегалар байтаҡ булып сыҡты. Ул саҡта Әҙеһәм Барлыбаев, Илдус Бүләков, Фәрүәз Сәйфуллин, Вәкил Хажин, Зыя Әбсәләмов һәм башҡалар институт профессорҙары булып, төрлө яуаплы  вазифалар башҡара ине.

Институт ятағындағы  ҡунаҡханала өсәр аҙналап йәшәү беҙҙе үҙ-ара яҡынайтты ғына. Ә бергә юл йөрөүҙәр һуң?! Ул саҡта Стәрлетамаҡ–Сибай автобусы йөрөй торғайны. Тап шул осорҙа республика эсендә пенсио­нерҙар автобуста бушлай йөрөп, Кәрим Ғайса улы ла ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалды. Юл юлдашыңды һынай, тиҙәр бит. Әлбиттә, күберәк Кәрим Ғайса улы һөйләп бара, уның хәтер төбө хәтирәләргә ифрат бай. Хәбәрләшеп-әңгәмәләшеп оҙон юлдың үткәне лә һиҙелмәй ҡала торғайны.  

Ошо ваҡытта Сибай институтының яңы мөһабәт бинаһы файҙаланыуға тапшырылып, ҡаланың төрлө ерендә төйәкләнгән факультеттарҙы бер ергә туплаған мәл ине. Ә эргәлә генә Иман йорто – яңы мәсет эшләй башлаған.

 

Бөйөктәрҙең яҡшылығы ла бөйөк...

 

Бер мәл Кәрим Ғайса улы, Фәүзиә Ҡаҙбулатова тигән уҡытыусыны барып күрәйек, тип хәбәр һалды. Тәүҙә апты­рабыраҡ ҡалдым: ул бит байтаҡ ғүмерен Ейәнсура районының Үрген мәктәбендә эшләгән, класс етәксебеҙ булған уҡытыусыбыҙ! Баҡтиһәң, сығышы менән Аллабирҙегә күрше Мәҡсүт ауылынан булған Фәүзиә апайыбыҙ Кәрим Ғайса улының да ихтирам иткән уҡытыусыһы икән. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, апайыбыҙҙың хәтере шәп, зиһене үткер ине. Фәүзиә апайҙы 1970 йылдың йә­йендә Миәкә районының Елдәр ауылында экспедиция мәлендә эҙләп тап­ҡайным. Ә быныһы инде 30 йылдан һуң Кәрим Ғайса улы ойошторған оно­толмаҫлыҡ осрашыу булып хәтерҙә һаҡлана.

Ял көндәрендә юл-сәфәр сығып тора: Сибайға килеп, Ғәҙелша шарлауығын күрмәй китеү ярамаҫ; иң тәрәндәрҙән һаналған Сибай карьерына экскурсия; Ирәндек ҡаяларына һыйынып тигәндәй, һаман да алтынлы ерҙә ултырған Күсей ауылын барып күреү... Июнь башында институт һәм факультет етәкселеге беҙгә тарихи “Арҡайым” ҡаласығына сәйәхәт ойошторҙо. Шундай көн тура килде: кеше әллә ни күп түгел, аулаҡлап, көноҙоно йөрөп-байҡап сыҡтыҡ, тәьҫораттар иҫ киткес! Хәҙер уйлап ҡуям: студент саҡта тәүәккәлләп Бохара–Урал газүткәргесе төҙөлөшөндә ҡатнашмаған йәки яңы быуат башында Кәрим Ғайса улы менән Сибай институтына бергә эшләргә саҡырыу алмаған булһам, бөгөнгө түңәрәк донъямдың аҙ ғына булһа ла сите китек булыр ине һымаҡ.

2009 йылда СДПА-ның башланғыс белем педагогикаһы һәм методикаһы факультетында башҡорт бүлеге ябылып, дүрт коллегабыҙ – өс фән докторы һәм бер фән кандидаты башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле кафедраһына күсте. Профессор Кәрим Ғайса улы менән бер ҡор булып, ҡара-ҡаршы ултырып эшләп алып киттек. Тарих ғали йәнәптәренең яңы сифатта ҡабатланыуылар был, бәлки.

2010 – 2014 йылдарҙа профессор К.Ғ. Ишбаевтың алты хеҙмәте – ике монографияһы, ике һүҙлеге, бер вуз дәреслеге һәм бер мәҡәләләр йыйынтығы айырым китап булып донъя күрҙе. Тимәк, ул яңы урында ла әүҙем эшмәкәрлек иткән. Ә беҙ, уның коллегалары, Кәрим Ғайса улының ыңғай йоғонтоһон, ярҙамын һәм яҡшылығын тойоп йәшәнек һәм эшләнек. “Бөйөктәрҙең яҡшылығы ла бөйөк...” тигәндәре шул булалыр. Ғүмер баҡый йәштәр менән эшләп-аралашҡанға күрәлер, Кәрим Ғайса улының сәсе генә салланған, ә ҡарашы алсаҡ, күңеле йәш, буйсан кәүҙәһе төҙ, аҙымдары ырамлы-ышаныслы ине – һәр хәлдә күҙ алдында һәм хәтеремдә ул шулай булып һынланып ҡалған.

Эйе, олуғ шәхес булараҡ, Кәрим Ғайса улы эш кешеһе лә, хис кешеһе лә ине. Тормош иптәше Йәмилә Әбү­бәкер ҡыҙы әйткәнсә, Өфө юлына саң ҡундырмай, ҡайһы бер аҙналарҙа ике-өс мәртәбә барып ҡайтыр булған. Кәрим Ғайса улының үҙ һүҙҙәре менән әйт­кәндә, “Балаларыңдың тормошҡа аяҡ баҫҡанын күреү, балаларыңдың бала­ларының беренсе аҙымдарын күҙәтеү, уларҙың тәүге уңыштарына шатланыу тәнгә һәм йәнгә ҙур рәхәтлек бирә”.

Бәрәкәтле Ырымбур ере башҡорт ғилеменә нисәмә милли шәхес үҫтергән. Аллабирҙе ауылынан ғына өс фән докторы үҫеп сығыуы үҙе ни тора! Атҡаҙанған уҡытыусы һәм фән эшмәкәре Кәрим Ғайса улы Ишбаев, башҡорт теленең һүҙлектәрен ижад итеп һәм грамматикаларын яҙып, телгә һәйкәл ҡуйып ҡалдырҙы. Профессор К.Ғ. Ишбаев – уҡыу-уҡытыу эше менән ғилми эшмәкәрлекте гармониялы берләштереү бәхетен татыған шәхестәребеҙҙең береһе.

...2015 йылдың 16 мартында уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булып – дан, ғалим булып һан алған Кәрим Ғайса улы Ишбаевты Аллабирҙе ауылының йәше-ҡарты хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты. Бергәләп оҙаттыҡ. Йәне йәннәттәлер инде...

Аллабирҙе мәктәбендә уның яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған. Арҙаҡлы ир-уҙаман хаҡындағы изге хәтер килер быуындарға ла етер, еткерелер тигән өмөт-ышаныс йәшәй замандаштарының күңел түрендә.

 

Ғ. ҠАҺАРМАНОВ,

доцент, педагогия хеҙмәте ветераны. 

Читайте нас: