Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
15 Февраль 2022, 15:09

Шағир рухының яҡынлығын йәнә тойҙоҡ...

Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан саралар үтте.

Юлай Кәримов
Фото:Юлай Кәримов

90 йыл элек башҡорт илендә халҡының рухы, теле өсөн саң ҡағыр, уны бөтә йөрәгенән яратыр, ижадында сал тарихын данлар, Ватан өсөн янып-көйөп, тормошто, бар тереклекте, гүзәллекте яратып, намыҫ, әхлаҡ ҡанундарына ярашлы йәшәргә саҡырыр һүҙ оҫтаһы – мәшһүр Рәми Ғарипов тыуған. Тыуған көнөндә тотош Башҡортостан ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән рухташтар ҙа арҙаҡлы халыҡ улын хәтергә алды.

 

Халыҡ шағирының эҙҙәренән

 

Баш ҡалабыҙ Өфөлә халыҡ шағи­рының иҫтәлегенә арналған саралар ҡасандыр ул үҙе уҡыған, ә хәҙер күптән инде уның исемен йөрөткән күренекле белем усағы – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында башланды.

Мәктәп ихатаһына ингән ҡунаҡтарҙың йөрәген тулҡынландырып, шағирҙың тере тауышы яңғыраны – бөйөк Рәми үҙе уҡыған шиғырҙарының яҙмаһы ҡуйылғайны. Хәтер сараһын асҡанда бер төркөм ҡурайсылар уйнаған “Сыңрау торна” үҙенең ошо халыҡ көйөнә башҡарылыр йыр булып китер шиғырын аҡ ҡағыҙға төшөргән әҙип һынын күҙ алдына баҫтырҙы...

Сараны асып, йыйылыусыларҙы гимназия директоры Илнур Сәлихов тәбрикләне.

– Рәми Ғарипов исемен йөрөтөү – беҙҙең өсөн мәртәбә лә, ҙур яуаплылыҡ та. Төп бурыстарҙың береһе – халҡын, туған телен яратҡан белемле шәхестәр тәрбиәләү, – тине ул.

Cарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Ул, шағирҙың иҫтәлегенә баш эйергә килгән ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, сараға йыйылыусыларҙы, шағирҙың балаларын республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләне.

– Башҡорт халҡы, Башҡортостан өсөн бөгөн байрам. Оло байрам менән ҡотлайым! – тине Азат Шамил улы. – Рәми Ғариповтың беҙҙең өсөн кем икәнен аңлатып торорға кәрәкмәй. Шағирҙың тормош юлы, ижады – һәр ҡайһыбыҙ өсөн үрнәк. Ул әҙәбиәтебеҙҙе юғары кимәлгә күтәрҙе, ә беҙҙең бурыс –  шағирҙың үҙен күтәрергә, уның ижадын, шиғырҙарын белергә.

Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә ошо иҫтәлекле көн менән ҡотланы. Хатта Константин Хабенский һәм башҡа билдәле шәхестәр Рәми Ғариповтың шиғырын яттан һөйләне.

Шағирҙың ижадын мәңгеләштереү буйынса ҙур проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Гөлнара Рәми ҡыҙы менән уның архивын һанлы форматҡа күсереү буйынса эш башҡарырға ниәтләнәбеҙ. “Китап” нәшриәтендә бер юлы биш китабы баҫылып сығасаҡ, был – үҙе бығаса булмаған ҙур ваҡиға. Рәми Ғариповты онотмайыҡ, данлайыҡ, үҫеп килгән быуынға еткерәйек! – тине ул сы­ғышында.

Иҫтәлекле сараға йыйылғандар араһында гимназияның төрлө йыл­дарҙағы сығарылыш уҡыусылары, ә хә­ҙер инде ижадта булһынмы, матбу­ғаттамы үҙ урынын тапҡан ҡәләм оҫталары ла булды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин шағир хөрмәтенә ҡайнар йөрәк сәләмдәрен еткерҙе. “Бөгөн – Рәми көнө, быйыл – Рәми йылы. XXI быуатта ла һәр көнөбөҙҙә Рәми менән йәшәйбеҙ. Киләсәккә Рәми һүҙе, Рәми ялҡыны менән атлайбыҙ”, – тине Зәки Арыҫлан улы. Мөнир Сәхиулла улы: “Рәмиҙең бөйөклөгө ниҙә? Туған халҡына, туған теленә тәрән һөйөүендә, фиҙакәр хеҙмәтендә, оло талантында һәм үҙен аңлаған халҡы булыуында. Тел ҡәҙерен белгән һәр ҡайһыбыҙ уның “Туған тел”е менән тәрбиәләнде”, – тип билдәләне.

Һәр кем күңеленән сыҡҡан йылы һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға, оло Шағир рухының яҡынлығын тойорға теләне, уға ихтирамын еткерергә ашыҡты был сарала.

Бер минут тынлыҡтан һуң, шағирҙың мәктәп ихатаһында урын алған бюсы алдына сәскәләр яуҙы. Халҡыбыҙҙың ҡурайҙа яңғыраған мәшһүр “Урал”ы туған халҡының алтынға бәрәбәр рухи мираҫының ҡәҙерен ҡайһы берәүҙәрҙән күпкә нығыраҡ белгән, баһалаған, ҡиммәтен бүтәндәргә лә еткерергә, аңлатырға ынтылып янған, уның менән сикһеҙ ғорурланған Шағир – үҙ халҡының тоғро улы рухына мәҙхиә булып яңғыраны...

Артабан яҡты хәтер сараһында ҡатнашыусылар Халыҡ шағиры мәңгелек төйәк тапҡан изге ергә – баш ҡаланың Мосолмандар зыяратындағы ҡәберенә юл алды. Шағир рухына баш эйергә, ҡәберенә сәскә һалырға килгәндәр араһында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре лә, Рәми Ғарипов ижадын үҙ итеүселәр ҙә бихисап ине.

 

“Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет...”

 

Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошондай исем менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-музыкаль кисә һәм атаҡлы шағирҙың архив материалдарынан торған үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо.  Был баш ҡалабыҙҙа халыҡ шағиры иҫтәлегенә арнап үткәрелгән тантаналы сараларҙың дауамы ине. Сарала шағирҙың яҡындары, рәсми вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат вәкилдәре ҡатнашты.

Кисәне асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны. Ул китап­ханалағы сараға  йыйылыусыларҙы ла Башҡортостан Башлығы исеменән тәбрикләп, шағирҙың ижадын мәңге­ләштереүгә арналған эштәр тураһында һөйләне. “ Рәми Ғарипов юғарылығын­дағы шағир бик һирәк тыуа. Минең өсөн ул – гений, – тине Азат Шамил улы. – ‘’Рәми Ғарипов халыҡҡа ни өсөн шул ҡәҙәр  яҡын?” тигән һорауға күбеһе “Халҡы, теле өсөн янып йәшәүе менән” тип яуап бирер. Ә мин былай тип өҫтәр инем: “Ижадындағы ихласлығы менән’’.

Артистар әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция тулҡынландырғыс хәтер сараһының бер биҙәгенә әйләнде. Бында шағирҙың әҫәрҙәре яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды. Күренекле әҙибебеҙгә арналған “Шағир көндәлеге” фильмының тизеры (кино менән таныштырыу өсөн эшләнгән ҡыҫҡа видеояҙма) ла күрһәтелде. Фильм – Рәми Ғарипов билдәһе менән барған йылдың иң көтөлгән ваҡиғаһы.

Шағирҙың уникаль архивы – ҡулъяҙмалары, бүләкләү ҡағыҙҙары, китаптары, башҡа шәхси әйберҙәренән торған күргәҙмәне ҡарау үҙе бер тулҡынландырғыс та, кинәнес биргән дә мәл булып хәтерҙә ҡалды. Шағирҙың улы Азамат Рәми улы Ғарипов ошо күргәҙмә менән таныштырҙы.

– Иң төп бурысыбыҙ – атайыбыҙҙың донъя күрергә өлгөрмәгән әҫәрҙәрен нәшер итеү. Милли китапханала уның ҙур архивының кескәй өлөшөн күрһәтергә мөмкинлек тыуҙы. Бәләкәй булһа ла, унда атайыбыҙҙың күңел донъяһы сағыла, – тине ул.

Үҙ халҡының, еренең, иленең тоғро улы, ысын Шағир иҫтәлегенә бағышла­нып, үҙе яҡты донъяға тыуған көндә үткәрелгән саралар уның  рухын ҡыуандырғандыр. Ҡыҫҡа ғүмеренең, ҡайнар, сағыу ижадының яҡты йондоҙ булып халҡы күңелен яҡтыртып торғанын тоялыр, моғайын, Шағир рухы, тоялыр. Февралдең ошо яҡты көнөндә, кисә барған мәлдә талғын ғына булып йомшаҡ аҡ ҡар яуа башлауы шуның билдәһелер, бәлки?.. Ғүмеренең ахырынаса йөрәгендә халҡына ҡарата миһырбанлы бала һөйөүе йөрөткән әҙиптең тыуған еренә яуҙырған бәрәкәт билдәһелер ул. 

 

 Гөлнара Рәми ҡыҙы ҒАРИПОВА:

– Атайымды иҫкә алырға килгән, уны хәтерләү сараларында ҡатнашҡан барыһына оло рәхмәтемде еткерәм. Мине иң ғәжәпләндергәне, иҫ киткес тойғоларға сорнағаны – халыҡтың атайымдың ижадын шул тиклем яҡын күреүе, өлкәндәр генә түгел, йәштәрҙең дә уның шиғырҙарын яҡшы белеүе. Бик тулҡынландырғыс мәлдәр, хистәрем күңелгә һыймай.

Был йылдың Рәми Ғарипов исеме менән үтәсәге ағайым менән минең һәм балаларыбыҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле. Улай ғына ла түгел, яуаплы ла. Республикабыҙҙың һәр төбәгендә матур саралар уҙа. Апрель айында дәүләт кимәлендә рәсми кисә лә үткәреү ниәтләнә. Халҡыбыҙҙың атайыма арнап төшөрөлгән “Шағир көндәлеге” фильмын ашҡынып көтөүе тураһында ла беләбеҙ. Уны төшөрөүгә халыҡ ихлас ярҙам күрһәтте, шуға ла уны ысын мәғәнәһендә халыҡ фильмы тип билдәләргә була.

Әле атайымдың архивы менән эшләйбеҙ. Уның менән әсәйебеҙ шөғөлләнә ине, вафатынан һуң был бурыс – беҙҙең иңдә. Рәми Ғарипов ижады менән һәр теләгән кеше таныша алһын өсөн, архивты электрон рәүешкә килтереп, сайт итеп эшләргә ниәт бар.

Атайым 45 йәшендә генә китте, үкенесле. Унан һуң инде бына тағы 45 йыл үтте. Ғүмере оҙон булһа, ул барыбер үҙенең принциптарына, идеалдарына тоғро ҡалыр ине. Шуларҙың береһе, изгеләрҙән-изгеһе – туған тел. Атайыбыҙ уның өсөн янды, уны белергә, һаҡларға кәрәк икәнен гел ҡабатлар булды һәм халыҡтың ошо аманатты тотоуы уның рухына ҡыуаныс килтерәлер, тип ышанам.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: